Һуңғы яңылыҡтар
Таңһылыу БАЙМЫРҘИНА
posted on March 23, 2017
4
Шөғөл һәм күңел
Өфөлә йәшәүсе Миләүшә Рамаҙанованы коллекторҙар ебәрмәй тотоуы ихтимал

Бына өсөнсө аҙна инде серле рәүештә юғалған Өфөлә йәшәүсе Миләүшә Рамаҙанованы эҙләйҙәр. Һуңғы тапҡыр ҡатынды Талбазыла күргәндәр. Әммә быға тиклем байтаҡ ҡына сәйер вағиғалар күҙәтелгән. 29 мартта Миләүшә Рамаҙанова эштән сығып китә әммә өйөнә ҡайтып етмәй. Һуңынан уның ҡурҡыныс хәлдәге автомобилен Красноусльсктан алыҫ булмаған ерҙә тапҡандар. Ҡатындың унда дачаһы булған икән. Ул бағанаға бәрелгән булып сыҡҡан. Һуңынан ҡунаҡханала төн үткәргән һәм иртә менән юл ыңғайы осраған машинала Талбазыға юл тотоҡан.

- Уның 650 һум ғына аҡсаһы бар ине, шуға ла таксистар ултыртманы. Беҙгә ҡатыным менән юл ыңғайы ине, шуға ла Толбазыға тиклем алып барып еткерҙек, - ти Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы журналистарына водитель Александр.

Юғалған ҡатындың балалары төрлө версияларға туҡтала. Миләүшә Рамаҙанованы коллекторҙар ебәрмәй тотоуҙары ла ихтимал икән. Бынан тыш туғандары әсәләре менән тағы ла бер кешенең булыуы мөмкин тигән фекерҙә.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә быларҙы асыҡларға ҡала.

14 апрель, 2017
4
Янылыктар

Башҡортостандың ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов водитель тарихы тап-таҙа булған кеше менән осрашҡан. 91 йәшлек олатайҙың үҙ ғүмере эсендә бер штрафы ла юҡ икән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбдрәүеф Гәрәевтың водитель стажы – 74 йыл. 1943 йылда фронтҡа алына һәм танк экипажының механик-водителе була. Һуңынан еңел машина йөрөтә.

Ошоға тиклем бер штрафы ла булмаған. “Ишеткәнемә ышанмайынса ЮХХДИ базаһынан үҙем тикшереп ҡараным. Ысынлап та, бер тапҡыр ҙа юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙмаған” – тип яҙа Интаграмдағы блогында Д. Ғилметдинов.

“Шул уҡ юлдарҙан йөрөйөм. Үҙемә лә, бүтәндәргә лә хөрмәт менән ҡарайым. Юл ҡағиҙәләрен боҙмайынса йөрөп булмай тигәндәргә ышанмағыҙ” – тип әйткән ветеран.

14 апрель, 2017
4
Янылыктар
Башҡортостанда һыу кимәле күтәрелә башлаған

Башҡортостанда һыу кимәле күтәрелә башлаған. Бәғзе бер райондарҙа ул һиҙелекрлек артҡан. Стәрлетмаҡ ҡалаһында Стәрле йылғаһы тәүлек эсендә 194 см-ға күтәрлегән тип билдәләнә. Һыуының кимәле кимәле әле 5 метр самаһы. Ашҡаҙар йылғаһының кимәле 160 см, тәүлек эсендә 41 см-ға артҡан. Ағиҙелдең кимәле 178 см. кисәгегә ҡарағанда 28 см-ға күберәк.

Хәйбулла районында Таналыҡ йылғаһы һыңғы тәүлектә 148 см-ға күтәрелгән.

Өфөлә хәлдәр тынысыраҡ. Тәүлек эсендә Ағиҙел йылғаһы - 20, Ҡариҙел 18 см-ға күтәрелгән.

14 апрель, 2017
4
Янылыктар