Яңылыҡтар
«Шоңҡар», № 7 – тиҙҙән!

 

«Ҡот осҡос төш күреп уяндым бөгөн. Имеш, донъя бөткән! Юҡ, фани донъя түгел. Уныһы булһа, исмаһам, һиҙмәй ҙә, аңламай ҙа ҡалыр инек. Ә бында виртуаль донъя бөткән! Шыбыр тиргә батып уяндым да, уйға ҡалдым: ысынлап та бер көн килеп интернетһыҙ ҡалһа, кешелекте ни көтә?» Был һорауға яуапты Айзирәктең «Ике донъя араһында» мәҡәләһендә эҙләгеҙ.

***

Ул, танау аҫты кибеп тә етмәгән малайҙар кеүек, руль артына бик иртә ултырған. Аutoбиографияһы ла бай ғына. Журналист, “Тамыр” телеканалы мөхәррире, шиғри күңелле, хисле шәхес Рәзилә САЛАУАТОВА менән әңгәмәлә һүҙ юл, тәгәрмәс, тимер-томор тирәһендәрәк уралыр.

***

Булат Рафиҡов исемендәге фантастик әҫәрҙәргә конкурс дауам итә.  Раушан Ғәлимовтың «Бөжәктәр. Субъект СТ 393» исемле әҫәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын.

***

Илгиз Таһиров ни сәбәпле дәүләт эшенән киткән? Яңы һанда донъя күргән «Ғүмерлеккә Бабич булырға риза… Шулай ҙа…» мәҡәләһендә  «Бабич» фильмында төп ролде башҡарған, Бабичтың үҙе булып йәшәп ҡараған актер менән әңгәмәлә ошо һорауға ла яуап табырһығыҙ.

***

Бихисап ауырлыҡ күргәндәр, тормошон бер нисек тә алға ебәрә алмағандар Хоҙайҙан түҙемлек һорай. Әлбиттә, сабыр, түҙем булыу алама сифат түгел. Әммә бындай теләк йәнә теш ҡыҫып түҙә торған шарттарға илтеүе ихтимал. Тормошоғоҙҙо еңеләйтеү өсөн ниндәйерәк теләктәр теләү фарыз? Был хаҡта «Шоңҡар»ҙың 7-се һанынан уҡып белерһегеҙ.

***

«Илһам» рубрикаһында Зарина Бағышаева, Денис Ғилманов, Фирҙәүес Мырҙабулатоваларҙың шиғри шәлкемдәре менән танышырға мөмкин. «Сәсмәүер»ҙә Рәзинә Зәйнетдинованың «Боҙом» хикәйәһе урын алды, Ринат Камал «Төлкөсура батыр» тарихи повесын тәҡдим итә. «Ғибрәт»тәге бәйән уйлыға уй төшөрөр.