Кеше һәм тәбиғәт
Лидиә Динмөхәмәтова
АРТЕКТАН ЯҢЫ ТӘЬҪОРАТТАР МЕНӘН!

Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр. Был әйтем уңған, маҡсатына ирешкән кешеләр тураһында. Шундай аҡыллы, зирәк дуҫтарымдың береһе - Илһам Бикбов тураһында мәҡәләм. Күптән түгел уның иң ҙур хыялы тормошҡа ашты. Ул Ҡырымда урынлашҡан Халыҡ-ара балалар үҙәге Артекта ял итеп ҡайтты. - Артекта ял итеү тураһында күптән хыялландым.Шуға ла тырышып уҡыным, Рәсәй кимәлендә уҙған конференцияларҙа 1-се урындар яуланым. Артек үҙәгенең сайтында юллама отор өсөн заявка ебәрергә тәҡдим иттеләр. Барлыҡ дипломдарымды электрон вариантта шунда инеп теркәнем. Хыялым тормошҡа ашты - 5 көндән һуң әсәйемә шылтыратып, ял итергә барыуым тураһында иғлан иттеләр. Ҡыуанысымдың сиге булманы, - тип бүлеште тәьҫораттары менән Илһам. 4 сменаға Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан 40 иң шәп, иң алдынғы уҡыусылар юллана. Уларҙы бик йылы итеп ҡаршы алалар, шунда уҡ өйрәнеп тә китәләр. Илһам "Медиа" тип аталған отрядҡа эләгә, сөнки ул йыш ҡына төрлө сюжеттар төшөрә, матур мәҡәләләр яҙа, оҫта шиғырҙар һөйләй. Ә был отряд тап шундай уҡыусыларҙы йәлеп итә лә инде. - Артек күңелемдә тик яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы, унда үткәргән мәлдәрҙе бер нимә менән сағыштырырлыҡ түгел. Көн һайын диңгеҙ буйында йөрөүҙәр, осрашыуҙар, тарихи урындар буйлап сәйәхәттәр йөрәк түремдә баласағымдың иң матур хәтирәһе булып оҙаҡ йылдар һаҡланасаҡ әле, - ти ул Артекта үткәргән көндәрен һағынып. Илһамдың Артек тураһында һөйләгән сағында йөҙөнән йылмайыу, күҙенән нур китмәне. Уның яҡты хәтирәләрен тыңлап, Артекка барыу теләгем тағы ла нығыраҡ артты. Бына шулай, яҡшы билдәләргә уҡып, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткәндәргә шундай мөмкинселек эләгеүе лә бар. Тик бының өсөн түҙемлек һәм тырышлыҡ ҡына талап ителә, тап шунда һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй!