Әҙәбиәт һәм ижад
Фәнис СИРБАЕВ, Баймаҡ районы
Аҙаштырҙым бесәй балаһын, Асыҡҡанда ҡарҙар ялаһын

 

 

Дошман бит ул

Утыҙҙы уҙып барғанда

Уфтандыра, булғылай.

Йәндәй күргән йәшлегең бит

Хуш бул, тиеп ҡул болғай.

 

Ҡырҡҡа етеп барғаныңда

Ҡырҡҡа ярылырҙайһың.

Ҡалған эшкә ҡарҙар яуған,

Ҡатҡан ҡарҙар тырнайһың.

 

Ә ваҡытмы? Толпар бит ул,

Көндән-көн ярһыуыраҡ.

Алда ҡартлыҡ төҫмөрләнә,

Йәшлегең ҡала йыраҡ.

 

Йәшлек кенә ҡалһа ярай,

Эш ҡала ҡар аҫтында.

Түләнмәгән бурыстарың,

Үтәлмәгән антың да.

 

Иң яманы ана шулар,

Ҡырҡҡа ярылырҙайһың.

Ә ваҡытмы? Дошман бит ул,

Һуңлап ҡына аңлайһың.

 

  Яҙым килә

Яҙ һулышы килә урамдан,

Яҙ һулышы килә бурандан.

Февраль айы ҡыштың ҡойроғо,

Ҡышым ҡаса — күктәр бой(о)роғо.

 

Яҙым килә йылы тын алып,

Тыпырсынып ҡуйҙы  Таналыҡ,

Таңдан сырылдашты турғайҙар,

Дәрттәр шытты, күңел – туғайҙа.

 

Теймәҫ тиеп инде киҙеүе

Ерем ысҡындырҙы иҙеүен.

Бөтә донъя шартлар бөрөләй,

Тик ҡыш ҡына көндөҙ илай,

Ә төндәрен олой бүреләй.

 

* * *

Аҙаштырҙым бесәй балаһын,

Асыҡҡанда ҡарҙар ялаһын.

Әйҙә, намыҫ йәнде талаһын,

Аҙаштырҙым бесәй балаһын.

 

Көтөп булмай бит һуң бер өйөр,

Кем иркәләр уны, кем һөйөр.

Тамағымда ҡалды бер төйөр.

Көтөп булмай бит һуң бер өйөр.

 

Аҙаштырҙым бесәй балаһын –

Иң матурын, йомшаҡ, алаһын.

 

 Әммә

Уйлап һөйләй белмәгәнгә микән,

Көйләй белмәгәнгә сит көйҙө,

Күп әҙәмдәр менән борсаҡ бешмәй,

Ҡанаттарым минең күп көйҙө.

 

Тура юлдан йөрөп, тура әйтеп,

Аҙым ерҙе саҡрым ураным.

Белһәм дә мин яҡшы, белгем килмәй

Нисек булғанлығын «тура»ның.

 

Дөрөҫлөктәр эҙләп табалманым,

Әммә ләкин таптым үҙемде –

Борсаҡ ҡайғыһы юҡ, һаман әле

Әйтә бирәм йөрәк һүҙемде.

 

 * * *

 

Күкте һыҙған йондоҙ шикелле

Йөрәгемде һыҙып үттең дә,

Ожмах еле иҫкән шикелле

Ирендәрҙән наҙлап үптең дә –

                            Юҡҡа сыҡтың.

 

Ҡарағайҙай бейек ир инем

Бөгөлдөм дә төштөм тал һымаҡ

Тамуҡ даръяларын гиҙәмен,

Буп-буш ҡалған яңғыҙ һал һымаҡ —

                            Юҡҡа сыҡтым.

 

 Ауылымда яҙҙар

Шаулап ирей ҡарҙар,

Ҡаңҡылдаша ҡаҙҙар,

Емерелә ярҙар,

Ҡара ҡарға — ҡар-р, ҡар-р!

 

Шаулап ирей ҡарҙар,

Йөрәктәрҙә наҙҙар,

Матурая ҡыҙҙар,

Һөйөү бар ул бар, бар!

 

Шаулап ирей ҡарҙар,

Юҡҡа сыға зарҙар,

Ҡояш ҡоя нурҙар,

Ауылымда — яҙҙар!

 

 Тик бер теләк

Барыһы ла торһон ҡырҙа

Ҡырҙа торһон хатта йыр ҙа.

Юҡ! Кәрәкмәй донъя малы

Булһам да гел мең ямаулы.

 

Күңелемдә тик бер теләк,

Тормошомда тик бер терәк,

Алға ҡуйған изге ниәт —

Ул шиғриәт, тик шиғриәт.

 

Ҡалған ғүмер янып үтһен,

Ҡалған ғүмер яҙып үтһен.

Йөрәгемдә ярһып тулып,

Шиғыр таша даръя булып.

 

Барыһы ла торһон ҡырҙа

Ҡырҙа торһон йыр ҙа, ҡыҙ ҙа.

Тик бер теләк –

Шиғыр яҙыу,

Иң ҡурҡҡаным —

Шунан яҙыу.

 

 Сыңлай әле

Салауаттың сынйырҙары

Сыңлай әле.

Ул сыңдарҙы йөрәк һаман

Тыңлай әле.

Салауаттың бығауҙары

Ысҡынмаған,

Көнөм юҡтыр ирек тиеп,

Ҡысҡырмаған.

 

Салауаттың юлдарында

Саң баҫылған,

Саңдар менән бергә әллә

Аң баҫылған.

Салауаттың ейәндәре

Тыныс ҡына

Ята бирә.

Бара сереп

Ҡылыс  ҡында.

Салауаттың сынйырҙары

Сыңлай әле.

Ул сыңдарҙы баҫыр батыр

Тыумай әле...

 

 Беҙ – башҡорттар

Үҫешкән тибеҙ аңыбыҙ,

Үҫешкән илебеҙ ҙә.

Иң байы ла, иң матуры

Тиебеҙ телебеҙ ҙә.

 

Үҙебеҙҙең моңобоҙ бар,

Төҫ-фиғел үҙебеҙҙең.

Тик нишләптер ялтыры юҡ

Был һоро күҙебеҙҙең.

 

Нимәлер туҡтауһыҙ өйкәй

Күңелде ипләп кенә.

Йөрәктәр ҙә яна быҫҡып

Ситтәре киртләс кенә.

 

Үҫешкән тибеҙ аңыбыҙ,

Үҫешкән илебеҙ ҙә.

Тик ниндәйҙер аңлайышһыҙ

Йөк ята иңебеҙҙә.

 

Ишетелһен аҙан

Илебеҙ юҡ, динебеҙ юҡ беҙҙең,

Мәғәнәһеҙ ғүмер итәбеҙ.

Ярлылыҡтан аңҡы-тиңке булып,

Иртәгәнән ниҙер көтәбеҙ.

 

Аҙаша бит халҡым, һаман-һаман

Яңылыша бара көндән-көн.

Был хәлдәргә нисек түҙергә һуң?

Яһаясаҡтар бит көндән төн...

 

Башҡортом, тип, һыҙып яна-яна,

Әйләнермен тиҙҙән күмергә.

Теләгем шул: ишетелһен аҙан,

Илткән саҡта мине күмергә.

 

 

 Бәйҙәге эт янында

Күнгәндер ҙә, һүнгәндер ҙә

Ирек тигән өмөтө.

Ҡаҡмаһалар, һуҡмаһалар

Был эткә шул да етте.

 

Сынйыры ла ауыр түгел,

Оҙонлоғо ла — шөкөр.

Тамаҡты ныҡ ҡыҫмаһалар,

Был эткә шул да етер.

 

Күнгәндер ҙә, һүнгәндер ҙә

Ирек тигән өмөтө...

Нишләп әле эт хәлдәре

Йөрәкте минең өттө?

 

Ҡыҙғаныумы уны шулай?

Йәшәйеше бит — шөкөр.

Был шиғыр тәрән китмәксе,

Нөктә! Ҡуймайым өтөр.

 

Йәшәүме ни...

Йәшәүме ни —

Бөркөт һымаҡ

Болоттарҙы ярып осмағас,

Сәмле ҡараш ташлап күккә

Һыҙланмағас,

Эсең бошмағас?

Йәшәүме ни —

Ярһып йөрәк,

Бурандарға ҡаршы бармағас,

Йән аямай,

Дөрөҫлөккә

Ғүмер буйы тоғро ҡалмағас.

Йәшәүме ни —

Вайымһыҙлыҡ

Булған булмышыңды ялмағас.

Халҡыңа йылылыҡ эҙләп,

Көлгә ҡалып

Дөрләп янмағас...

 

Ваҡыт

Мәңгелекте ашай ваҡыт,

Мәңгелекте тапай ваҡыт.

Тимәк, барыһы ла — Ерҙә

Буйһоналар ваҡыт — елгә.

 

Ваҡыт елә, ваҡыт оса,

Бөтә донъя — ваҡытлыса.

Бер ни ҙә юҡ мәңге ҡалыр,

Бер ни ҙә юҡ мәңге ағыр.

 

...Улай тиһәң, үҙе  Ваҡыт

Ҡайҙа, ҡасан үлер ҡатып?

— Ваҡыттамы — ваҡытлыса?

Юҡтыр, Ваҡыт мәңге оса.

 

 Көтмәгәндә

Барыһы ла килә беҙгә

Көтмәгәндә.

Бәлә-ҡаза, ҡайғы килә

Көтмәһәң дә.

Шатлыҡ килә, һөйөү килә

Төңөлгәндә.

Яҡты, йылы Ҡояш көлә

Төн килгәндә.

Әжәл килер берәй ваҡыт

Көтмәһәм дә.

Ә шулай ҙа үлһәм ине,

Көтмәгәндә.

 

 * * *

 

Тынлыҡтың да үҙ тауышы була,

Тыңлап-тыңлап күңел шомға тула.

Шау-шыуҙан да шау-шыуыраҡ тынлыҡ

Ҡолаҡ шаулай башлай тынлыҡ тыңлап.

 

Тынлыҡтың да үҙ тауышы була,

Тыңлап-тыңлап юҡтан күңел тула.

Ташламаһын мәңге беҙҙе шау-шыу:

Төрлө тауыш, уйнап- көлөп шашыу.

 

 

 

 Арыным

Арыным —

Ҡайғы даръяһының ярымын,

Арыным —

Бәләләргә бик күп тарыным,

Арыным —

Көҙгө урман кеүек һарымын,

Арыным —

Бәртөк шырпы көткән дарымын.

 

Теймәгеҙ

Кеше кеше инде һәр ваҡытта,

Кеше түгел бит ул тимәгеҙ,

Кешелеген юғалтһа ла кеше

Ҡаты бәрелмәгеҙ, теймәгеҙ.

 

Хата аҙым яһағандыр, бәлки,

Үкенәлер, ҡара яналыр.

Ауыр һүҙҙәр ташламағыҙ берүк,

Кисергәне үҙе язалыр.

 

Кеше кеше инде һәр ваҡытта,

Кеше түгел бит ул тимәгеҙ.

Яҙа баҫып сайҡалғанда кеше,

Ҡолатмағыҙ уны, теймәгеҙ!

 

Тай

 Ашаттылар, һыйпанылар,

Иркә һүҙҙәр һөйләнеләр,

Һиҙмәй ҡалды, көтмәгәндә

Бағанаға бәйләнеләр.

 

Кейҙерҙеләр йүгән-ҡамыт,

Ауыр арба килтерҙеләр.

Иркә һүҙгә алданғай тай

Бер-икене һикерҙе лә,

 

Тынып ҡалды, шымып ҡалды,

Буйһондомо яҙмышына?

Оҙаҡламай сыбыртҡы ла

Буйлап төштө янбашына.

 

Шағыр-шоғор тәгәрмәстәр

Әйләнделәр, әйләнделәр,

Йәшел болон — ташлы юлға,

Көндәр төнгә бәйләнделәр.

 

…Ашатһалар, һыйпаһалар,

Иркә һүҙҙәр һөйләһәләр,

Шикләнәмен ҡайһы ваҡыт:

“Ҡапыл тотоп бәйләһәләр?”