Заман заңы
Иҫән АМАНОВ
Башҡортлоҡтан мәхрүм ителмәгеҙ… Тарих сүплегендә ҡалырға хаҡыбыҙ юҡ

Һәр ике аҙна һайын донъяла бер тел юҡҡа сыға. Быуат аҙағына аҙ һанлы бихисап халыҡтар туған телен бөтөнләй юғалтыуы ихтимал. Был турала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тикшеренеүҙәре һөйләй. Әлбиттә, үҙ милләтенең киләсәге тураһында уйланғандарҙы бындай мәғлүмәттәр һис шикһеҙ хәүефләндерергә тейеш кеүек. Эйе, мине лә бик хәүефләндерҙе. Был турала аҡылы булған һәр кем белә: тел бөтә икән – тимәк, милләт тә бөтә. Ә беҙҙең башҡортто артабан ниндәй яҙмыш көтә һуң?

 

Аямаған йәнен, түккән ҡанын…

Сер түгел, Рәсәй коммунизм япмаһынан ҡотолғас, аҫаба халыҡтар, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, бер ни тиклем иркен тын алып ҡуйҙы. Үткән быуаттың 90-сы йылдарын хәтерләгән һәр кем раҫлар: ул осор милли үҙаң, милли рух ҡабат уянған ваҡытҡа әүерелде. Баш ҡала транспортында үҙ телеңдә һөйләшергә оялыу һәм ҡурҡыу тойғоһо ҡайҙалыр тарих төпкөлөндә ҡалған кеүек ине. Киреһенсә, күкрәк киреп: "Мин – башҡорт!" – тип раҫлар заманалар еткәйне. Республикабыҙҙа сәйәси, социаль һәм иҡтисади ғына түгел, шул иҫәптән халыҡ аңында ла ҙур үҙгәрештәр булып өлгөрҙө. Быны, һис шикһеҙ, һынылыш осоро тиергә лә булалыр. Кешеләр күпләп үҙҙәренең ырыу, ғаилә тарихы, шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһына башланы. Тап ошо мәлдә бик күптәр үҙ тамырҙарына ҡайтты, асылын тапты.

Әммә төрлө сәйәси уйын уйнаусылар ғына милләтебеҙҙең ошо рухи күтәрелешен кисерә алманы. Тиҫтәләрсә йылдар дауамында башҡарылған хаслыҡтарының бер көн килеп юҡҡа сығыуын кем өнәп етһен инде. Ундайҙар йыш ҡына республикала башҡорттар һанын яһалма рәүештә арттырырға тырышыу, башҡорт теленең көсләп уҡытылыуы, башҡа халыҡтарҙың мәнфәғәте иҫәпкә алынмауы тураһында уйҙырмалар тыуҙырҙы, ҡайһы саҡта шуларҙы хатта федераль телевидение аша ла алға һөрҙө. Йәнәһе лә, башҡорт халҡы һуңғы көндәрен кисерә – һаны ла, теле лә, мәҙәниәте лә юҡҡа сығыуға табан бара. Шулай ҙа меңәр йылдар дауамында ҡот осмалы һынауҙарҙы  йырып сыҡҡан, әммә тарихын, тыуған ерен һәм туған телен һаҡлай алған башҡорттоң рухы ныҡ шул. Шулай булмаһа, бөгөнгәсә йәшәр инеме ни?! Юҡ, әлбиттә. Ике аҙна һайын донъяла юҡҡа сыҡҡан телдәр араһында булыуыбыҙ ҙа бик ихтимал ине бит. Эйе, әгәр халҡыбыҙ ҡайһы бер күрше милләттәр кеүек үҙ яҙмышына күнеп, тыныслыҡта, әммә ҡоллоҡта көн итеүҙе хуп күрһә – әлбиттә, бөгөн тиҫтәләгән миллионға иҫәпләнер инек. Әммә юҡҡа ғына хатта йырҙарҙа ла "Аямаған йәнен, түккән ҡанын, һис бирмәгән башҡорт Уралын" тип йырланмай шул!

Ысынлап та, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов башҡорттарҙың демографик хәленең мәсьәләләрен асыҡ билдәләй. Уныңса, башҡорттарҙың демография тарихы үтә лә ҡатмарлы, тотороҡһоҙ була, төрлө йоғонтоларға дусар ителә. Былар барыһы ла ҡатмарлы тарихи ваҡиғаларҙың эҙемтәһе була. Башҡорт милләтенең демографик хәле тураһында һөйләгәндә ошоларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.

XVIII быуатта башҡорттарҙың һаны кәмеүе иң тәүҙә Рәсәй батшалығы тарафынан башҡорт ихтилалдарының рәхимһеҙ баҫтырылыуы менән бәйле. Ә XIX быуат башҡорттарҙың демографик үсеше өсөн сағыштырмаса яҡшыраҡ шарттар алып килә. Әгәр XIX быуат башында милләттәштәребеҙ һаны яҡынса 200 мең самаһы булһа, 1897 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә уларҙың һаны 1 миллион 311 мең кешегә еткәне асыҡлана. Был башҡорттарҙың 6,5 тапҡырға артҡанын аңлата.

Әммә XX быуат тарихта башҡорттар өсөн тағы ла бер ҡанлы бит булып яҙыла. Илдең башҡа төрки халыҡтарынан айырмалы рәүештә, милләттәштәребеҙ һаны үҫмәй, киреһенсә, бик ҡаты юғалтыуҙар кисерә. Донъя халыҡтарының этнодемографияһы буйынса билдәле белгестәр С.И. Брук һәм В.М. Кабузан, 1917 йылда Ваҡытлы хөкүмәт үткәргән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә таянып, ул мәлдә Рәсәйҙә башҡорттарҙың һаны 1732800 кеше тәшкил итеүен асыҡлай. Ә 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, СССР-ҙа 1449157 кеше үҙен башҡорт милләтенән тип билдәләй. Был XX быуатта башҡорт милләтенең демографик үҫеш кисермәгәнлеген асыҡ күрһәтә. Ә шул уҡ ваҡытта ҡырғыҙҙар һәм төркмәндәр 10 тапҡырға, азербайжандар – 6, үзбәктәр – 4, татар һәм ғағауздар – 3, балҡар һәм сыуаштар 2 тапҡырға арта.

М.М. Ҡолшәрипов билдәләүенсә, был демографик торғонлоҡтоң бер нисә сәбәбе бар. Башҡорт халҡы 1917–1921 йылдарҙағы граждандар һуғышы шарттарында үҙенә ҡарата алып барылған ҡыҙыл һәм аҡ террор һөҙөмтәһендә ҙур юғалтыуҙарға дусар була. 1920–1921 йылдарҙағы халыҡ хәрәкәттәрен ҡаты баҫтырыу, шул осорҙағы ҡот осҡос аслыҡ та эҙһеҙ үтмәй. Шуға ла 1926 йылға башҡорт халҡы һан яғынан ҡырҡа кәмей.

"Дөрөҫөн әйткәндә, 1918–1921 йылдарҙа контрреволюцион халыҡ тип иғлан ителгән башҡорттарға ҡарата бигерәк тә Ҡыҙыл Армия һәм язалаусы чекист отрядтары тарафынан геноцид сәйәсәте алып барыла", – тип билдәләй М.М. Ҡолшәрипов. 1929–1932 йылдарҙағы коллективлаштырыу, Сталин репрессиялары һөҙөмтәһендә яңы ҡанат нығытып ҡына килгән башҡорт интеллигенцияһы тамырынан ҡоротола. Тарихсы Билал Юлдашбаев иҫәпләүенсә, үткән быуаттың 30—50-се йылдарында 7 меңгә яҡын башҡорт репрессиялана. Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙа йәшәүсе бөтә халыҡтар ҙа ҙур юғалтыуҙар кисерә, башҡорттарҙы ла был афәт урап үтмәй. Тап башҡорттар үҙҙәренең милли ғәскәрен – башҡорт кавалерия дивизияһын булдыра. Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк: башта дивизия 80 процент башҡорт милләтенән формалашһа, һуғыш аҙағында улар  тере ҡалған һалдаттарҙың ни бары 10 процентын ғына тәшкил итә.

 

Маңҡорттарҙы арттырған этноцид сәйәсәте

М.М. Ҡолшәрипов билдәләүенсә, башҡорттарҙың этноцид сәйәсәтенә дусар ителеүе лә эҙһеҙ үтмәй. Этноцид – геноцидтан айырмалы рәүештә халыҡтың физик юҡҡа сығарылыуын түгел, ә этнос булараҡ юҡ итеүгә йүнәлтелеүен маҡсат итеп ҡуйған сәйәсәт. Тап ул халыҡтарҙы милләт булараҡ бөтөрөп һәм уның нигеҙендә коммунизм төҙөргә ынтылған ил етәкселегенең төп сәйәси ҡоралына әйләнә. Ул XX быуаттың 20-се йылдарынан үткәрелә башлай, ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа көсәйә генә. Был йылдарҙа башҡорттарҙың милләт булараҡ бөтәсәге тураһында уй халыҡ аңына көсләп тағыла, уның милли мираҫы – әҙәбиәт, мәҙәниәт ҡомартҡылары, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар иҫкелек тип кире ҡағыла. Шулай итеп, башҡорттар үҙ тарихын, үҙаңын юғалтыуға дусар ителә һәм уларҙың ырыуһыҙ-туғанһыҙ маңҡортҡа әйләнеү хәүефе тыуа.

XX быуаттың 60—80-се йылдарында этноцид сәйәсәте иң юғары нөктәһенә етә тип билдәләргә мөмкин. Милли мәктәптәр ябыла, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт халҡы тарихы һәм мәҙәниәте кеүек дәрестәр программанан алып ташлана. Туған тамырҙарын онотҡан, башҡа ҡиммәттәрҙе үҙ иткән яңы быуын үҫтереү бурысы атҡарыла башлай.

Тағы ла шул: тап ошо йылдарҙа башҡорттар башҡа милләттәрҙең һанын "тултыра", йәғни ассимиляцияға дусар ителә. Этноцид сәйәсәте һөҙөмтәһендә XX быуат дауамында республиканың башҡорт халҡы, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ өлөшө яйлап туған телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онота, башҡа милләттәр, бигерәк тә татарҙар иҫәбенә индерелә. Мәҫәлән, 1939 йылда, 1926 йыл менән сағыштырғанда, татарҙар һаны 400 меңдән 777 меңгә тиклем, йәғни 377 мең кешегә арта. Ә башҡорттар ни бары 129 мең кешегә үҫеш кисерә. Сөнки тап ошо осорҙан башлап, йәнәһе лә, башҡорт телендә әсбаптар һәм башҡорт теле уҡытыусылары етмәгәнлектән, төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ райондарҙа башҡорт мәктәптәре күпләп татар телендә уҡытыуға күсерелә.

Халыҡ мәғарифы комиссариатының статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 1923–1924 йылдарҙа Бөрө кантонында 131 башҡорт, 10 татар, 112 урыҫ, 47 мари мәктәбе эшләй, унда 6959 (йәғни 40,1 процент) башҡорт, 488 татар (2,8 процент), 7240 урыҫ (41 процент) балаһы белем ала. Ә 30-сы йылдар аҙағына бында ниңәлер бер башҡорт мәктәбе ҡалмай, улар бөтәһе лә татар телендә уҡытыуға күсерелә. Халыҡ мәғарифы комиссариатының ошо уҡ мәғлүмәттәре буйынса, 1923–1924 йылдарҙа Бәләбәй кантонында — 68, Өфө кантонында 51 башҡорт мәктәбе була, улар ҙа һуңынан юҡ ителә.

Ошондай уҡ сәйәсәт 70-се йылдарҙа ла дауам итә, был турала башҡорт һәм татар мәктәптәре һандарын сағыштырыу бәйән итә. Мәҫәлән, 1938—1968 йылдарҙа татар мәктәптәре 1085-тән 1174-кә етә, ә башҡорт мәктәптәре һаны 1256-нан 785-кә тиклем кәмей. Шулай итеп, башҡорт мәктәптәрен күпләп ябыу, уларҙа татар телендә белем биреү үҫеп килгән быуындың үҙ тамырҙарын онотоуына килтерә. 1979 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорттарҙың 32 процентының татар телен туған теле итеп күрһәтеүенең сәбәбен ошонан аңларға мөмкин.

Һөҙөмтәлә төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ райондарҙың бик күп башҡорт ауылдары 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға "татар" ауылдарына әйләнә. Мәҫәлән, Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында, революцияға тиклемге ревизиялар материалдары буйынса, 1795 йылда 113 башҡорт көн итһә, 1855 йылда – 318, 1870 – 333, 1917 – 913, 1920 – 935, ә 1959 йылда 941 башҡорт йәшәй. Ә бына 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса ниңәлер унда 679 татар милләте вәкиле йәшәүе асыҡлана. Шулай уҡ Дүртөйлө районының Миңеште, Шишмә башҡорт ауылдары ла шулай серле рәүештә башҡорт-татар ауылына әйләнә.

 

Милләтеңде лә юғалтып була

Шулай уҡ үткән быуаттың 70—80-се йылдарында башҡорттарҙың республиканан күпләп сит яҡтарға китеүе күҙәтелә. Эш, яҡшы тормош артынан бик күп милләттәштәребеҙ Себер, Төньяҡ Азия тарафтарына юллана. Күптәр шунда төпләнеп ҡала. Әгәр 1959 йылда республиканан ситтә башҡорттарҙың 25 проценты (251289 кеше) көн итһә, 1989 йылда был күрһәткес 40,4 процентҡа (612394) етә.

Бының төп сәбәбе – ул йылдарҙа БАССР-ҙа башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше ҡәнәғәтләнерлек булмай. Көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәү шарттары айырыуса түбән булып ҡала. Юлдар юҡлығы, эш хаҡының түбән булыуы бик күптәрҙе бәхетен ситтән эҙләргә мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта башҡа өлкәләрҙә һәм республикаларҙа башҡорттарҙың көнитмеше күпкә яҡшыраҡ була. Шуға ла 1979–1989 йылдарҙа ғына республикала башҡорттар һаны 73 мең кешегә кәмей. 

БР Фәндәр академияһы профессоры Раил Кузеев 1979 һәм 1989 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, республиканың 15 төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш районында (Балтас, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Краснокама, Кушнаренко, Бүздәк, Миәкә, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл райондары) башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың нисбәте ҡырҡа һуңғылары файҙаһына үҙгәреш кисереүен билдәләгән. Башҡорттар был райондарҙа 10 йыл эсендә 128123 кешегә, йәғни 46,6 процентҡа кәмегән. Ә шул уҡ ваҡытта ошо уҡ райондарҙа татарҙар 99685 кешегә, йәғни 66,4 процентҡа артҡан!

Профессор М.М. Ҡолшәрипов билдәләүенсә, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ райондарҙа, алдағы йылдарҙағы, бигерәк тә революцияға тиклемге мәғлүмәттәрҙән ныҡ айырыла. Шуға ла 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре был райондарҙа башҡорттарҙың һанын дөрөҫ күрһәткән тип әйтеп булмай. 1989 йылғы сара аяуһыҙ, имәнес һәм оятһыҙ шарттарҙа үтә, тап ошо йылдарҙа был төбәктә көн итеүсе милләттәштәребеҙҙе көсләп башҡортлоҡтан мәхрүм итәләр. Быны аңлау өсөн халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа 1989 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә башҡорт милләтенең һаны ҡырҡа кәмеүе, ә 2002 йылда кире 1979 йылдағы һанға ҡайтыуы тап ошоно раҫлай. Мәҫәлән, "XXI быуат башында башҡорттар" йыйынтығы мәғлүмәттәре буйынса Кушнаренко районында 1979 йылда 12115 башҡорт йәшәһә, 1989 йылға улар 1582 (!) кешегә ҡала, ә 2002 йылда кире 12703 кеше тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был районда 1979 йылда 14020 татар көн итә, ә 1989 йылда улар һаны 22232 кешегә етә, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә 11641 кешегә ҡала. Благовар районында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. 1979 йылда 11672 башҡорт көн итһә, 1989 йылда 1899 (!) кешегә ҡала, ә 2002 йылда 12472 башҡорт йәшәүе асыҡлана. Шул уҡ ваҡытта 1979 йылда 6048 татар булһа, 1989 йылға улар 14520 кешегә тиклем арта, 2002 йылда иһә 5955 кеше тәшкил итә. 

1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләрен ҡулланып, күп татар ғалим-этнологтары төньяҡ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын да татар тип күрһәтергә ынтыла. Академик Р.Ғ. Кузеев был турала: "Көнбайыш Башҡортостанда көн итеүсе башҡорт, татар, типтәрҙәрҙә бары тик татарҙарҙы ғына күрергә ынтылыу фәнни анахронизм ул", – тип яҙып сыға. Былар барыһы ла, социолог И.З. Солтанморатов яҙыуынса, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорттар һанын кәметеп күрһәтергә тырышыуҙы раҫлай. Уның фекеренсә, был турала Рәсәй Фәндәр академияһының Ауыл хужалығын прогнозлау институты мәғлүмәттәрен һәм демографик күрһәткестәрҙе анализлау нигеҙендә 2000 йылға башҡорт милләте һаны 1 556 000 кеше тәшкил итергә тейеш тип һығымта яһаған Америка демографы Михаил Бернштам иҫәпләүҙәре лә һөйләй.

XX быуат аҙағында һәм XXI быуат башында республикабыҙ социаль һәм иҡтисади үҫеш кисерә. Мәҫәлән, торлаҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттары күпләп төҙөлә, асфальт юлдар, күперҙәр һалына, газ үткәрелә. Оҙаҡ йылдар бик күп күрһәткестәр буйынса артта ҡалып килгән Хәйбулла, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Ғафури, Ишембай, Салауат, Мәсетле һәм башҡа райондар байтаҡ иҡтисади-социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшә. Һөҙөмтәлә башҡорттарҙың сит төбәктәргә миграцияһы кәмей. Ә ситтәге милләттәштәребеҙҙең бер өлөшө тыуған яғына ҡайтырға хәл итә. 1993–2003 йылдарҙа ғына республикаға быға тиклем ситтә көн иткән 76865 башҡорт кире ҡайта. Эре ҡалаларҙа башҡорт милләте вәкилдәренең артыуы ла ошо осорға тура килә. Белемгә ынтылыш, абруйлы эш эҙләү күп башҡорт йәштәрен бында алып килә, күптәр һуңынан яҙмыштарын ҡала тормошо менән бәйләй.

БР Конституцияһына һәм "БР халыҡтары телдәре тураһында" Законға ярашлы 1999 йылдың 15 февралендә республикала дәүләт теле тип рус һәм башҡорт телдәре иғлан ителә. Һөҙөмтәлә мәктәптәрҙә башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытыла башлай. Был Закон да төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ райондарҙа йәшәүсе башҡорттарҙың үҙаңын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Халыҡ араһында шәжәрәләрен өйрәнеүселәр барлыҡҡа килә. Быға тиклем ике-өс быуынынан артығын белмәгәндәр ҙә, шәжәрәләрен ентекле өйрәнеп, үҙҙәренең башҡортлоғон асыҡлай. Эйе, милләттәштәребеҙ тыуым яғынан ғына артмай, һис шикһеҙ, был йылдарҙа үҙҙәренең милли асылына ҡайтыусылар ҙа бик күп була.

 

Шулай итеп…

Һәр ике аҙна һайын донъяла бер тел юҡҡа сыға. Был мәғлүмәт тураһында төптән уйланһаң – йөрәгең өшөп китерлек. Ҡот осҡос бит! Бер кеше, бер ғаилә түгел, ә милләт юҡҡа сыға. Һуңғы көндәрен кисерә! Эйе, бөгөн “Мин – башҡорт” тип күкрәк киреп йөрөгән ҡайһы бер ағай-апайҙарыбыҙҙың башҡортса икмәк-тоҙлоҡ та һупалай алмаған балаларын осратырға тура килһә, күңелдә шик уянып ҡуя. Башҡорт баҫмаларының аяныслы хәлен ишетһәм, был шик көсәйеп киткәндәй. Ауылдарҙа типһә тимер өҙөрҙәй ир-азаматтарыбыҙҙың меҫкен хәлгә ҡалып сәмәй өсөн йәнен һатырҙай булыу йөрөүе – уны тағы ла арттыра ғына. Әллә беҙҙе лә тарих сүплеге көтәме икән? Шулай ҙа иле, халҡы, ғаиләһе өсөн янып йәшәгән йәш милләттәштәребеҙҙең барлығын күреп өмөт уты күңелдә баҙлай башлай. Барбыҙ бит әле, йәшәйбеҙ бит әле! Заман ҡаршылыҡтары, моғайын, рухыбыҙҙы һындыра алмаҫ – башҡорт халҡы артабан да ҡыйыу баҫып киләсәккә атлар.