Яңылыҡтар
Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя

«БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ДУҪТАРЫН ЙЫЯ» II асыҡ йәштәр форумын быйыл Илеш районы ҡабул итә. Өс көнгә иҫәпләнгән сара 30 июндә башлана. Байрамға Башҡортостан һәм күрше төбәк йәштәре саҡырыла. Мәғариф форумына Өфөнән үҙ өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән белгестәр саҡырылған. Уларҙың башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте темаларына арналған сығыштары берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ. Шулай уҡ шәхес булараҡ үҫешеү өсөн һәр төрлө тренингылар, оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Тәүәккәл, сәмле, дәртле йәштәрҙе мауыҡтырғыс милли уйындар, спорт ярыштары, конкурстар ҙә көтә. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы тамаша барыһының да күңеленә хуш килер. Кем үҙен төрлө ярыштарҙа һынап ҡарарға, кисен йырлап-бейеп күңел асырға, яңы дуҫтар табырға теләй, һәммәгеҙҙе лә ҡунаҡсыл Илеш ерендә көтөп ҡалабыҙ. Шәп байрамдан ситтә ҡалмағыҙ! Сараның маҡсаты – йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу,башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу. Форумды ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостандың «Йәш гвардия» төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Илеш районы хакимиәте.