Яңылыҡтар
Башҡорт йәштәре көндәренә рәхим ит!

Башҡорт йәштәре көндәре 27-30 июлдә Баймаҡ районында үтә. Уны үткәреү урыны итеп Ирәндек ҡуйынындағы йәмле Граф күле буйы һайланған. Салауат рухлы, ғәййәр йөрәкле башҡорт йәштәрен уҡтан атыу, көрәш, гер күтәреү һәм Ылаҡ кеүек спорт уйындары көтә. «Илемдең алтын ҡуллы йәштәре» биҙәү-ҡулланма сәнғәт әйберҙәре сауҙа-күргәҙмәһе эшләйәсәк. Быйыл тәүге тапҡыр байрам сиктәрендә фольклор фестиваль-конкурсы, «Мин башҡорт кейемендә!» фотоконкурсын йомғаҡлау сараһы булараҡ күргәҙмә-дефиле, ҡурай һәм ҡумыҙҙа уйнау, «Өләсәйем һандығы» тип аталған милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтә. Фольклор фестивалендә һәүәҫкәр ансамблдәр һәм айырым башҡарыусылар йола байрамдарынан күренештәр, һамаҡлауҙар, бәйет, йола йырҙарын тәҡдим итә ала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт йәштәре көндәренә ҡарата «Бәйләнештә» төркөмөндә «Башҡортостан – йөрәгемдә» тип аталған илһөйәрлек темаһына арналған йыр видеоконкурсын һәм «Мин башҡорт кейемендә!» фотоконкурсын иғлан итә. Үҙҙәре яҙған йырҙы башҡарып, йәштәргә уның видеояҙмаһын ошо төркөмгә һалырға кәрәк буласаҡ. Бәйге еңеүсеһенә байрам концертында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Тәүге өсәү исемлегенә ингән һәүәҫкәр йырсылар ҙа сәхнәлә ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк. «Мин башҡорт кейемендә!» фотоконкурсына иһә милли кейемдә, милли нағыштар ҡулланылған көндәлек кейемдә, биҙәүес әйберҙәр менән төшкән фотоһүрәттәр ҡабул ителә. Еңеүселәр Йәштәр көндәрендә сәхнәгә дефилеға сығасаҡ. Бынан тыш, байрам сиктәрендә Башҡортостандың «Йәш гвардия» төбәк йәмәғәт ойошмаһы шәхесте үҫтереү тренингылары, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Мәғариф форумы форматында эшләгән майҙансыҡтар йәштәргә махсус рәүештә саҡырылған билдәле шәхестәр, үҙ эшенең оҫталары менән аралашырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡорт йәштәре көндәрен ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Баймаҡ районы

хакимиәте һәм Башҡортостандың «Йәш гвардия» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.