Сәнғәт һәм спорт
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА
Эмиль Әмиров: “Беҙ, сәнғәт кешеләре, аштағы тоҙ һымаҡ…”

Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы киң тамашасы хөкөмөнә сығарылғас, Өфө халҡы, бигерәк тә йәш-елкенсәк, киноға ағылып йөрөнө. Кинотеатр кассаларында ғүмерҙә булмағанса сират торҙо. Сәбәбе ябай: халыҡ һиҙгер бит ул,ихласлыҡты тоя. Икенсенән, фильм, ысынлап та, киң тамашасы өсөн тәғәйенләнгәйне. Унда – романтика. Йәштәр мөхите. Һис ни хаҡында уйланмайынса, мейене ял иттерергә, эс ҡатҡансы көлөргә мөмкин. Кинола башҡорт телмәрен тыңлау,  баш ҡаланың күптәр өсөн ғәҙәтигә әйләнгән,әммә күркәм урындарын экран аша күреп, Өфөбөҙҙө өр-яңынан асыу –үҙе бер кинәнес бит. Шулай ҙа бөтәһенән элек ижади төркөмдөң –  йәш, талантлы, матур егет һәм ҡыҙҙарҙың дөйөм команда булып сеанстарға йөрөүе, уларҙың ябайлығы, ихласлығы, тамашасы менән бәйләнешкә әҙер булыуы һоҡландырҙы беҙҙе. Халыҡты киноға ылыҡтырыуҙың яңынан-яңы ысулдарын табыуҙарын да билдәләп үтеү кәрәктер. Киноға килеүселәруларҙың һәр ҡайһыһы менән кинәнеп фотоға төштө. Ә ижади коллективтың хуплауҙан бирегәк тәнҡит һүҙҙәре ишеткеһе килде. Һәм уныһына ла өлгәштеләр.Уларҙы йөҙ йыртмайынса лайыҡлы күтәрә белеүҙәренә лә “афарин” тиергә генә ҡала. Тамашасы иһә актерҙарың һәммәһен дә яратырға өлгөрҙө. Уларҙың барыһына ла дан һәм ихтирам!

Сер итеп кенә әйтәбеҙ, фильмдағы төп ролдәрҙең береһе –Фәритте уйнаған йәш актер Эмиль Әмировты күреү өсөн романтик комедияны ҡабат-ҡабат килеп ҡараусы ҡыҙҙар ҙа булған икән, тигән хәбәр ишетелде беҙгә. Һүҙ ҙә юҡ, бик талантлы егет ул. Өҫтәүенә, йәнә бер үҙенсәлекле сифаты бар: эсендәге – тышында. Балаларса эскерһеҙ, тура һүҙле һәм һис алдаша белмәй. Тәбиғәте шундай. Эмилдең күңел донъяһын бер аҙ байҡайыҡ әле, булмаһа.

  Күптән түгел генә һине Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры булараҡ белә инек. Баҡһаң, башҡаса театрҙа эшләмәйһең икән?..

– Эйе, театрҙан киттем мин. Бенифистар ялҡытты.

– Шаяртыумы был?

– Юҡ. Шаяртыу түгел. Әлбиттә, бенифистар уҙғарыу хөрт нәмә түгел. Өлкәндәр үҙҙәре хөрмәтенә ойошторолған байрамға, ихтирамға лайыҡлы. Уларҙың быға хаҡы бар. Әммә, бындай кисәләр, ғәҙәттә, бер төрлө үтә. Уны башҡсараҡ формала эшләргә лә мөмкин бит.

– Ә ролдәреңдән ҡәнәғәт инеңме?

– Ролдәргә зарланған булманы. Башта театрҙа уйнауы оҡшай ине. Һуңынан ниңәлер унда ҡалғым килмәне. Ни өсөн икәнен үҙем дә аныҡ ҡына аңлатып бирә алмайым. Театр халыҡ араһында популяр түгел бит бөгөн. Ҡайһы бер спектаклдәрҙең, хәйер, барлыҡ спектаклдәрҙең дә үҙен өлөшләтә булһа ла аҡламауы эсте бошора. Сәхнә әҫәрҙәре, әйтерһең дә, актерҙар һәм уларҙың яҡын туғандары өсөн генә ҡуйыла. Халыҡ театрҙан ситләшкәндән-ситләшә. Бер ни ҙә үҙгәрмәгән. Ул элек тә “Фиданға” ғына йөрөгән. Бөгөн дә шул уҡ хәл... 

– Халыҡ ни өсөн театрға йөрөмәй һуң, һинеңсә?

– Сөнки ул киноны яҡыныраҡ күрә. Ҡайһы бер сәхнә әҫәрҙәре кинонан әллә ни айырылмай, тиергә лә мөмкнн. Тамашасы ике, ҡайһы берҙә өс сәғәткә һуҙылған спектаклгә түгел, сәғәт ярымлыҡ фильмға өҫтөнлөк бирә. Һәр хәлдә, унда бер актер ҙа ҡысҡырып уйнамаясаҡ. Үҙен әллә кемгә ҡуймаясаҡ.

– Бына һиңә... Үҙең театр киноға оҡшаш, тиһең. Үҙең айырмалыҡтар хаҡында һүҙ йөрөтәһең...

– Традицион формала – эйе, оҡшашлыҡ бар. Тегеһендә лә, быныһында ла тамашасыға ниндәйҙер бер сюжетҡа ҡоролған тарихты күрһәтергә тырышалар. Хәҙерге театр иһә, беҙҙең урындағы театрҙар менән сағыштырғанда, күптән инде бынан ситләшкән, сөнки был йүнәлештә кино менән уҙыша алмай. Шуға ла яңы формаларға мөрәжәғәт итергә, кинола эшләп еткерелмәгән нәмәләргә өҫтөнлөк бирергә тура килә. Мәҫәлән, йәнле уйын, тамашасы менән бәйләнеш, сюжет линеяһының һыныуы Һ.б. Мәскәүҙә традицон театрҙар ҙа, яңы театрҙар ҙа бихисап. Әммә тегеһенә лә, быныһына ла халыҡ күпләп йөрөй. Унан бигерәк, был мәртәбәле һанала, сөнки электән тәрбиәләгән тамашасылары бар. Әлбиттә, унда халыҡ һаны ла күберәк. Әммә кино менән уҙышыуҙың мәғәнәһе юҡтыр, тип уйлайым. Минең фекерем шулай. Ә бәлки, халыҡтың театрға йөрөмәүе реклама эшләй белмәүгә генә бәйлелер. Улай булыуы ла ихтимал.

– Ә театрҙа эшләүең, актер һөнәрен үҙәштереүең һиңә нимәлер бирҙеме?

– Бирҙе, шикелле. Институтта алған белемем, актер оҫталығы миңә ниндәйҙер кимәлдә икенсе йүнәлештәге эшкә урынлашырға ярҙам итте. Хәҙер мин “продажник” бит. “Планета”ла чехолдар, телефондар һатам. Һөнәрем миңә “Связной” кибетенә ҙур конкурсты һис ниндәй ауырлыҡһыҙ үтеп, унда уңышлы ғына эшләп алып китергә булышлыҡ итте. Баҡтиһәң, һатыу оҫталығын үҙләштереү менән актер оҫталығын үҙләштереүҙә уртаҡлыҡтар бар икән. Әйтәйек, шул уҡ команда эше. Клиентты психологик йәһәттән тойоу, һүҙһеҙ ҙә аңлау. Кешеләргә асыҡ мөнәсәбәттә булыуың кәрәк.  

Әлбиттә, миңә театрҙа ла оҡшай ине. Коллектив та насар түгел.

– Әйткәндәй, атайың һинең театрға булған мөнәсәбәтеңә нисек ҡарай?

– Ул мине аңлай. Беҙ, ғөмүмән, аңлашып йәшәйбеҙ. Атай-әсәйем менән минең арала бер ваҡытта ла ниндәйҙер ҡатмарлы мәсьәләләр тыуғаны булманы. Спектаклдәр барышында бер сәхнәлә тура килгәндә лә улар менән уйнауы үҙе бер кинәнес. Сөнки уларҙың мәктәбе һәйбәт. Ундай мәктәп, үкенескә күрә, күп йәш актерҙарҙа юҡ.

Театрҙан китеүемде атайым аңлап ҡабул итте, шикелле. Беҙ икебеҙ ике быуын кешеһе. Беләм, әсәйем менән атайым тормоштарын театрҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Улар үҙ сәнғәтенә, үҙ һөнәренә, үҙ ижадына тоғро кешеләр. Тотороҡлолоҡ яҡлылар. Ә мин башҡасараҡ фекерләйем. Һәм бының бер насарлығы ла юҡ. Йыш ҡына театрҙағы хәлдәргә үҙ баһамды бирә башлаһам, атайым, оҡшамағас, ниңә эшләйһең унда, тип ҡаты ғына итеп әйтеп ҡуя торғайны. Ысынлап та, күңелемә ятып бөтмәгәс, ризаһыҙлығым күп булғас, ниңә үҙемде яфалайым әле тинем дә, киттем.   

– Ә ни өсөн актер һөнәрен һайланың һуң улай булғас?

– Әллә инде... Һигеҙенсе класта уҡығанда булғандыр ул хәл. Үҫмерлек осоро. Математика йүнәлешендәге класта белем ала инем. Бер мәлде тәбиғи фәндәрҙән ялҡып киттем. Насар өлгәшмәнем. Әммә парта арында ултырыуҙан биҙҙем. Күңелем ирек көҫәне. Шул йылдарҙа ике туған апайым Өфө сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инергә тип килде. Мин дә уға эйәреп барҙым да ундағы уҡытыу алымының башҡа вуздарҙыҡына оҡшамағанлығын аңланым. Ижад менән шөғөлләнеү техник вузда уҡыуға ҡарағанда яҡшыраҡ та инде, тип уйланым. Ысынлап та, оҡшай ине миңә унда. Ә хәҙер нисектер күберәк аҡса кәрәк.

– “Өфөнән һөйөү менән” фильмына нисек эләктең?

– Фильмда ҡатнашыуға кәләшем Ангиза дәртләндерҙе (Шулай итеп, Эмиль өйләнгән, ҡыҙҙар! Әйткәндәй, улар икеһе лә актер һөнәрен үҙләштергән. Кәләше Эмилдең үҙе кеүек талантлы шәхес, үҙенсәлекле фекерләүсе йәш драматургАнгиза Ишбулдина.Авт. ). Айнурға кастингтың иң һуңғы көнөндә, төндә генә яҙҙым. Иртәгәһенә “проба”лар булды. Режиссер миндә туҡталды. Әйткәндәй, уның менән эшләүе шул тиклем уңайлы, еңел.

– Быға тиклем кинола төшкәнең бар инеме?

– “Ай ҡыҙы”нда бәләкәй генә эпизодта, ”Наган” фильмында, шулай уҡ реклама роликтарында төшкәнем, күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашҡаным булды. Шуға ла кинола төшөүҙең нимә икәнен яҡынса күҙ алдына килтерә инем. Ә инде “Өфөнән һөйөү менән фильмындағы Фәриткә килгәндә, ул, әлбиттә, төп роль түгел ине, шулай ҙа мине күреп ҡалһалар, һәм кино өлкәһендә ниндәйҙер тәҡдимдәр булһа, мин ҡуш ҡуллап риза.

– “Өфөнән һөйөү менән” фильмының уңышы, һинеңсә, нимәгә бәйле?

– Айнурҙың, ижади команданың маҡсаты шул ине: фильм матди йәһәттән үҙен аҡларға тейеш. Был – техник яҡтан дөрөҫ төшөрөлгән беренсе фильм. Минеңсә, фильмдың уңышы ла шунда. Сөнки ул, ысынлап та, киноға оҡшаған. Беҙҙә быға тиклем төшөрөлгән телевидение картиналары менән сағыштырғанда – ер менән күк араһы. Шуға ла халыҡ яратып ҡабул итте. Беҙҙең халыҡ Голливуд фильмында үҫкән. Киноның нимә икәнен белә. Быға тиклем эшләгән нәмәләр менән беҙ тамашасыны йәлеп итә алмаясаҡбыҙ. Кешене алдап булмай. Был фильмда ла уңышһыҙ урындар барҙыр. Әммә һәр хәлдә, башҡа кинолар мәнән сағыштырғанда, уның хаҡында ниндәй ҙә булһа фекер, һүҙ йөрөтөргә була. Юғиһә беҙҙә, кино өлкәһендә булһынмы, театрҙамы, картинаны тамашасы өсөн төшөрмәйҙәр. Аҡса эшләргә теләгән кеше юҡ. Уны һатырға ынтылыш юҡ. Хөкүмәт аҡса бирә бит. Шуға ла төрлө яҡтарын уйлап, яҡшы, үтерлек, һатылырлыҡ фильм йәки спектакль эшләүҙең кәрәге лә юҡ. Эйе, милли темаға фильм төшөрһәң, халыҡ йөрөһә, йөрөмәһә лә, “афарин” тип әйтәсәктәр. Ә бит милли теманы ла халыҡ йөрөрлөк итеп төшөрөргә була.

Өфөлә халыҡ сәнғәттән ныҡ алыҫ тора. Өфө – бизнесҡа, аҡса эшләүгә ҡоролған ҡала. Аҡса килтермәгән йүнәлеш кешене ҡыҙыҡһындырмай. Фильмдар ҙа профессиональ йәһәттән дөрөҫ төшөрөлһә, киң тамашасы өсөн тәғәйенләнһә, аҡса килтерһә, эшҡыуарҙар кинематография менән ҡыҙыҡһына башлар, яҡшы фильм төшөргән һәм уның өсөн аҡса биргән кешеләр табылыр, кинокультура барлыҡҡа килер, актерҙар ҙа, режиссерҙар ҙа эшһеҙ йөрөмәҫ ине. Тимәк, кино бизнесҡа әйләнергә тейеш. Кире осраҡта, ул йәшәй алмаясаҡ. Шөғөлөң аҡса килтермәй икән, иртәме-һуңмы һин унан китәсәкһең, ул сәнғәт төрөнә ҡул һелтәйәсәкһең, йә булмаһа, дәүләттән аҡса һораусылар иҫәбен тулыландырасаҡһың.

Әйткәндәй, башҡорт телен пропагандалауға бәйле  фекерем дә бар. Башлыса, тәржемә мәсьәләһенә ҡағыла уныһы. Ул хаҡта ҡатыным менән йыш фекер алышабыҙ. Әҙәби булмаған телде цензуралау көслө беҙҙә. Башҡорт теленә тәржемә иткәндә, халыҡтың һөйләш теленә яҡын телдә тәржемә итергә рөхсәт юҡ. Уны мотлаҡ рәүештә әҙәби тел нормаларына еткерергә, ҡатмарлаштырырға, аңлайышһыҙ итергә кәрәк. Мин рәсми текстар хаҡында һүҙ йөрөтмәйем. Нәфис әҙәбиттәе, сәхнә әҫәрҙәрен күҙ уңында тотам. Әҙәби тел нормалары, публицистик телмәр, әлбиттә, мөһим нәмә. Әммә һәр осраҡта ла түгел. Тел бит үҫергә, тын алырға, йәшәргә тейеш бит. Артыҡ әҙәбиләштереү ҡайһы берҙә башҡорт телен ул телдә бер кем дә һөйләшмәһен өсөн ҡаҡлап, консервалап ябып ҡуйырға теләү кеүек тойолоп китә. Йәнәһе лә, иртәгә бөтәбеҙ ҙә үләсәкбеҙ һәм бер башҡорт та булмаясаҡ. Һәм был телдә бер кем дә һөйләшмәйәсәк. Шуға ла уны тиҙерәк консервалап ҡуйырға кәрәк. Ҡайһы бер тәржемәләр шундай уйға илтә. 

– Фильмдағы Фәрит образы менән һинең арала оҡшашлыҡтар бармы?

– Темпераментта бер аҙ оҡшашлыҡ барҙыр, бәлки. Әммә мин “бабник” түгел. Һәм була алмам. Намыҫым ҡушмаҫ...

– Фильмда һиңә нимә ауыр бирелде һәм күңелеңә ятып бөтмәне?

– Автомобиль йөрөтөү буйынса тәжрибәм юҡ ине тиергә лә мөмкин. Шуға ла машинаға бәйле күренештәрҙә бер аҙ ауырлыҡтар тыуҙы. Фильмдағы ҡайһы бер музыканың сифаты оҡшап етмәне. Фәриттең бәғзе ҡылыҡтары, бигерәк тә Урал менән саманан тыш уҫал ҡыланыуы артығыраҡ һымаҡ тойолдо.

– Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?

– Кем белә инде? Кеше үлемдән ҡурҡа, шуға ла ғашиҡ була һәм үҙенән һуң нәҫел ҡалдыра. Сөнки уның ниндәйҙер өлөшө ошо балала йәшәүен дауам итәсәгенә ышана. Һәм шуның менән бөттө... Тормоштоң мәғәнәһе һис тә сәнғәттә түгел. Ә иң кәрәкле һөнәр кешеләре – физиктар. Улар нимәләрҙер уйлап таба, иҫбатлай. Ә беҙ, сәнғәт кешеләре, аштағы тоҙ һымаҡ. Тормошто бер аҙ тәмләндерәбеҙ генә.  

– Һине нимә илата ала?

– Ҡатыным илаһа, мин дә илайым. Ғөмүмән, миңә ҡатын-ҡыҙ йәл, шикелле. Уларҙы аңғармаҫтан ғына рәнйетһәм дә, үҙемде кисерә алмайым.

– Айнур менән киноға тиклем таныш инеңме?

– Юҡ. Айнур – минең өсөн асыш. Кеше тормошонда була торған иң мөһим асыштарҙың береһе. Һәйбәт кеше ул. Ысын ижадсы.  Шуға ла уның менән еңел. Әгәр ҙә эш барышында нимәлер оҡшамаһа, уға был хаҡта асыҡтан-асыҡ еткерә алаһың, һәм ул быны һис ни булмағандай тыныс ҡабул итә. Тәнҡит ғәҙел түгел осраҡта ла үпкәләмәй. Уның менән һүҙгә килешеүҙәр тыумай. Ижад кешеһе өсөн бик мөһим һыҙат был. Ысын ижадсы һәр төрлө тәнҡитҡә әҙер булырға тейеш тә, минеңсә.

Бына шундай хәтәр кеше булып сыҡты беҙҙең Фәрит, йәғни Эмиль Алмас улы Әмиров. Әйткәндәй, кинонан тыш, уның тағы ла бер мөхәббәте бар: музыкаға мөкиббән. “Perfekt Prezence” төркөмө солисы ул. Дуҫы менән бергәләп ижад  итәләр. Йырҙары инглиз телендә. Ижад кешеһенә, Эмиль кеүек сиктәргә һыймаған, азатлыҡ һөйгән заттарға был тормошта әллә ни еңел түгел. Ундайҙарҙың күңелендә тыныслыҡ юҡ, һәр ваҡыт ниҙер етмәгән кеүек тойола. Был егет үҙенең кино һәм музыка өлкәһендәге уңыштары менән ҡыуандырыр әле.

Әйткәндәй, тотош ижади командаға ҡағыла әлеге һүҙҙәр. Фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров та, ошо тиклем уңышҡа өлгәшкәндән һуң да (ҡайһы бер сеанстарҙабилеттар булманы. Авт.), ә мин күберәккә өмөт иткәйнем, ти бит. Был пессимизм да, ҡомһоҙлоҡ та, маһайыу ҙа түгел, был – ҡомар. Ижадты шул йәшәтәлер ҙә, бәлки. Уңыштар һеҙгә, егеттәр, ҡыҙҙар!