Конкурс
Булат РАФИҠОВ исемендәге фантастик әҫәрҙәр!

– Бында 16 йәштән 45 йәшкә тиклемге һәр ҡәләм тибрәтеүсе ҡатнаша ала.
– Бер автор бер генә әҫәр тәҡдим итә. Үҙе тураһында мәғлүмәт, фото ебәрә һәм журналға яҙылған булыуы мотлаҡ.
– Әҫәр күләме сикләнмәй, әммә матбуғатта донъя күрмәгән булһын.
– Материалдарҙы “конкурсҡа” тигән билдәләмә менән электрон почтаға һалырға йә редакцияға алып килергә мөмкин.
– Бәйге 2017 йылдың аҙағына тиклем дауам итә. Йомғаҡ декабрь аҙағында яһала.
– Билдәле прозаиктарҙан торған жюри урындар һәм премиялар билдәләй.

I урын – 5000, II урын – 3000, III урын – 2000 һум. Бәйге барышында бүләкләү фонды артырға ла мөмкин.