Шөғөл һәм күңел
Бәләкәй скульптор

 

Был ҡыҙ - Мәжитова Дияна. Уға туғыҙ йәш. Уренгой ҡалаһында кадеттар мәктәбенең икенсе класын һәйбәт билдәләргә генә тамамлаған. Дияна бәләкәй генә сағынан һүрәттәр төшөрөргә ярата. Пластилиндан төрлө һындар төшөрөргә әүәҫ. Ысын һымаҡ эшләп ҡуя. Шуға ла Диянаға йәнһүрәттәр эшләнелә торған студияға йөрөү бик оҡшай. Унда әкиәт геройҙарының һүрәттәрен төшөрәләр, шул геройҙар булып һөйләшеп, пленкаға яҙҙыралар. Унан тыш саңғыла йөрөй, бейей тырыш ҡыҙыҡай.

Әле ул һеңлеһе менән Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәгән өләсәһе менән олатаһына ҡунаҡҡа килгән. Ололарға ҙур иптәш, ярҙамсы. Пластилиндарын да ҡалдырмаған Дияна. Ваҡыты булыу менән йәнһүрәт геройҙарының һындарын эшләп тә ҡуя. Бөгөнгө эше – фиксиктар. Оҡшағанмы?