Кеше һәм тәбиғәт
Гөлсинә БАЙҒУЖИНА
Вертолетта, йә булмаһа БМВ-ла йөрөрмөн

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы борон-борондан итәк тултырып сабый ҙа тапҡан, усаҡ йылыһын да тотҡан, кәрәк икән, һыбай менеп сапҡан. Бөгөнгө гүзәл заттарыбыҙ иһә эштә лә һынатмай, балаһын төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә лә өлгөрә, “тимер ат”ты ла йүгәнләй. Хәйер, кем нисектер инде, әммә ошо юлдар журналист, “Тамыр” телеканалы мөхәррире Рәзилә САЛАУАТОВАҒА тап килә тип әйтергә мөмкин. Ул, танау аҫты кибеп тә етмәгән малайҙар кеүек, руль артына бик иртә ултырған. Рәзилә шиғри күңелле, хисле шәхес булһа ла, әңгәмәбеҙ юл, тәгәрмәс, тимер-томор тирәһендәрәк уралыр.

“Копейка”нан Ниссанға тиклем

  Рәзилә, нисек улай килеп сыҡты? Ғәҙәттә, ҡыҙҙар бындай ваҡытта өй ҡороп уйнай, ҡурсаҡтан да айырылып етмәгән саҡ…

 – Шүлгән ауылында йәшәгән сағыбыҙҙа кеше күрмәгәндә генә атайымдың “Жигули-копейка”һына инеп ултырҙым. Миңә ун ике йәштәр тирәһе ине. Ҡабыҙҙым да урамдан аҫҡа ҡарай киттем дә барҙым. Тиҙлек күсерә белмәгәс, машинаны тыз-быз иттереп тормозға баҫа һалдым. Нимәһендер боҙоп өлгөргәйнем инде. Атайым ни булғанын аңламайынса аптырап йөрөнө лә, кемдәндер йүнәттереп алды.

Ошо ваҡиғанан  һуң, бесәндән ҡайтышлай үҙе үк мине йөрөтөргә өйрәтергә ниәтләнде. Тәүҙә оҙаҡ ҡына һөйләп аңлатты. Мин уның әйткәндәрен онотмаҫҡа тырышып, ҡабатлай-ҡабатлай УАЗ машинаһында ҡуҙғалып киттем. Артабан инде, форсат сыҡҡан һайын, мыжып руль һорап алырға ғәҙәтләндем.

  Әсәй, түрбаш тирәһенә ҡарағанда, атайың янында йышыраҡ йөрөгәнһеңдер?

 – Улай уҡ тип әйтмәҫ инем. Туғыҙ-ун йәштәрҙән дүрт һыйыр һауып, ҡул сепараторы менән һөт айыртып, утыҙлап һарыҡ, ҡаҙ-өйрәк себештәре лә көтә инем. Әсәйем Өфөгә киткән сағында ауыл мейесендә икмәк бешерергә лә өйрәндем.

Атайым  да ағайым менән икәүбеҙгә үҙе нимә эшләй белә һәм донъяла нимә кәрәк булыуы ихтимал – барыһын да өйрәтеп йөрөр булды. Ат менән бесән тырматыуҙы ғына иҫкә алһаң… Һыбай йөрөргә лә бәләкәйҙән өйрәндем. Атайым үҙе заманында Бөрйән районы буйынса иң шәп шахматсы ине. Ағайым менән шахмат уйнарға ла оҫтабыҙ.

Донъяға ҡараш, фекерләү ғаиләлә һалына бит.  Атай менән әсәйҙең һәр яңы нәмәне отоп ала һалып, донъянан йәм, тәм табып йәшәргә өйрәтеүе ғүмер буйына ярҙам итә. Ҡалыптарға һалынған тормош ялҡыта бит ул. Кеше үҫергә, үҙенең көндәлек тормошон да байрам кеүек итергә ынтылырға тейеш, тип һанайым хәҙер. Бөгөн ғәҙәти емеш-еләктән тыш бәшмәк үҫтерергә тырышыуым, ишек алдын заманса декор менән биҙәргә ынтылыуым да ана шул бер төрлөлөктән, ҡалыптарҙан азат булыр өсөн ул.  Машина йөрөтөргә өйрәнеү ҙә кемгәлер үҫеш өсөн яңы баҫҡыс булыуы ихтимал. Ҡурҡып, был минең ҡулымдан килмәй тип тик кенә ятыу дөрөҫ түгел.

 

  Копейка, УАЗик… Артабан ниндәй машиналарҙы “ауыҙлыҡланың”?

  – Рулгә ныҡлап икенсе улым тыуғас ултырҙым. Гөжләп торған мегаполиста бар ергә лә өлгөрөргә кәрәк. Ике баланы күтәреп автобуста йөрөүе шул тиклем уңайһыҙ бит. Малайҙарымды мәктәптән барып алам, фехтованиеға йөрөтәм. Ә атайыбыҙҙың (тормош иптәше – полиция подполковнигы Руслан Шәйхетдинов – Авт.) хәрби кеше булараҡ ваҡыты юҡ.

Иң тәүге машинабыҙ Daewoo Matiz, ете тапҡыр Daewoo Nexia алыштырҙыҡ,Toyota Corolla, Honda Odyssey , Hyundai Santa Fe һәм әле Nissan X-Trail. Уларҙың береһе лә автомат коробкалы булманы. Механика миңә нығыраҡ оҡшай. Иптәшемдеке седан кузовлы автомобиль, тиҙҙән уны ла һатып, яңынан алырға йөрөй.

Беҙ, ғөмүмән, машиналарҙы тиҙ алыштырабыз. Сөнки тимер ат өс йылдан һуң иҫкерә башлай. Иң күңелгә ятҡан машинам – әлеге мәлдәгеһе. Автомобиль һайлап салондар буйлап йөрөгәндә ошо аҡ ҡарлуғас оҡшаны ла ҡуйҙы. Ул: "Мине ал!"  –  тип ҡараған һымаҡ тойолдо. Иптәшем икенсе салонда шул уҡ комплектациялағы һәм шул уҡ ҙурлыҡтағы икенсе марканы оҡшатһа ла, ныҡ торҙом. Күңелем менән ошо авто күп матур сәйәхәттәр, изге юлдар һәм иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр бүләк итерен һиҙенә инем. Яңылышмағанмын. Иң ҡыуанғаныбыҙ шул булды: беҙ алыу менән уға хаҡтар күтәрелде. Үҙ мәлендә өлгөрөп ҡалдыҡ.

Ысынлап та матур сәйәхәттәр бүләк итәме Ниссан? Ҡайҙарға тиклем барып еткәнегеҙ бар?

  – Иң оҙон юлыбыҙ – 2700 саҡрым үтеп диңгеҙгә барып еттек. Юлда туҡтап бер төн йоҡланыҡ та, ҡалған яғын иптәшем менән алмашлап йөрөтөп барҙыҡ. Машина менән ял итеүе шул хәтлем уңайлы! Севастополдә йәшәгән туғандарҙы күреп, төрлө иҫтәлекле урындарҙы ҡарап, һыу инеп ҡайттыҡ. Икенсе йыл да диңгеҙгә машинала барырбыҙ тип план ҡорабыҙ. Тик ул саҡта микроавтобус йәки өй-машина алып, атай-әсәйемде, ҡәйнәмде лә ултыртып йөрөп ҡайтырға ниәтләнәбеҙ. Шулай уҡ Төркиә, Германия яҡтарына барғанда ла шәп булыр ине. Германияла ла туғандар бар, ҡасандыр университетта өйрәнгән немец телен иҫкә төшөрөп йөрөп ҡайтҡыбыҙ килә. Был донъяла байлыҡ йыйып түгел, ә сәйәхәттәрҙән ыңғай тәьҫораттар туплап йәшәү дөрөҫөрәк тигән фекерҙәмен.

  Тәүге тапҡыр машина алған саҡтарығыҙ хәтереңдә нисегерәк уйылып ҡалды?

 – Ғаилә ҡороп йәшәй генә башлағанда машинаны тик хаҡына ғына ҡарап алдыҡ. Daewoo Matiz өсөн ай һайын биш мең һум кредит түләй инек. Ул заманда иң осһоҙ иномарка ине ул. Улыбыҙ тыуғас, был автомобиль тар була башланы.

  Киләсәктә үҙеңде ниндәй автомобиль руле артында күрәһең?

  – Вертолет йөрөтөргә өйрәнеп, геүелдәп осоп йөрөгөм килә. Уның тиҙлеге лә шәберәк, күктә светофорҙар ҙа юҡ… Бөрйәнемә тиҙ генә осоп барып етер инем. Ә инде ерҙән йөрөр өсөн, форсат сыҡһа, BMW 7 маркаһын күңелемә һалып ҡуйғанмын.

  Үҙебеҙҙең Лада автомобилдәренә ҡарашың ниндәй?

 – Ғәҙәттә, Лада машиналары бер йыл эсендә шалтырлап ҡойолоп төшә, тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Мин ватансыл, әммә яҡындарымдың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя алмайым. Лада минең машина тугел. Финанс хәлебеҙ самалы булған йылдарҙа ла иң осһоҙ иномарка – Нексияны ала инек. Хаҡы буйынса Лада менән бер рәттә торһа ла, сифаты күпкә яҡшыраҡ.

  Ҡулдан алынһа ла, сит ил маркалы автомобиль отошлораҡмы?

 – Атайымдын шәп бер һүҙе бар: иң яҡшы машина – яңы машина. Хонда Одиссейҙы тотонолғандан алғайныҡ. Ул бер туҡтауһыҙ боҙолоп интектерҙе. Сит ил машинаһының запас өлөштәре лә ҡыйбат. Шул мәлдә атайымдың һүҙҙәре үкендереп иҫкә төштө лә инде. Хонда тәжрибәһенән һуң гел яңынан алырға тырышабыҙ. Салондан сыҡҡан яңы машинала өс-дүрт йыл рәхәтләнеп йөрөргә мөмкин. Ҡулдан алынғаны – тоҡ эсендәге бесәй кеүек, эсендә нимә ятҡанын белеп, күҙаллап булмай. Әле ултырып йөрөгәнен дә,  кредитҡа булһа ла, яңынан алдыҡ.

 

Ҡыҙыл янғанда шиғыр яҙам

 

Тормошта төрлө хәлдәр була. Юл ҡағиҙәләрен боҙғаның бармы?

– Боҙмаҫҡа тырышам. Әммә берәй ҡайҙа һуңлай башлаһам икенсе кешегә әйләнәм. Йәйәүлеләр юлына бордюрҙан күтәрелеп китә алам, светофорҙың һары төҫөнә сығыуым да ихтимал. Шул мәлдәрҙә ир-аттың, рулдә ҡатын-ҡыҙҙы күреп, кисереүе, аңлауы һәм йылмайып ҡына ҡуйыуы оҡшай. Ҡайһы берҙә көслө заттың шундай ташлама яһауы шәп. 

  Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтатһа, үҙеңде нисек тотаһың?

  – Улар араһында төрлөһө осрай. Юҡ ғәйепте тағып маташҡаны ла, һөйләшеп-килешеп булырҙайы ла. Штраф түләгән осраҡтарым да бар.

  Тығындар ваҡытында нимә эшләйһең?

– Ундай осраҡтар бик йыш була. Ваҡытты бушҡа уҙғармаҫ өсөн биҙәнәм, тырнаҡ буяйым, ашап та алам…

Ҡулыңдан килһә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ниндәй үҙгәрештәр индерер инең?

  – Ҡайһы берҙә ябай пипелдәткес тауышын автомат тырылдаған тауышҡа үҙгәртке килә. Мәҫәлән, зебра алдынан туҡтап йәйәүлеләрҙе үткәрергә ниәтләнһәң, улар йәйелеп китеп, ташбаҡанан да яйыраҡ сыға башлай.  Күптәр шулай ҡылана.  Ныҡ йәнгә тейә был күренеш. Ана шундайҙарға берәй штраф ҡаралһын ине ул.

  Машиналарыңда ҡыҙыҡлы хәлдәргә осрағаның бармы?

– Нексия, ғәҙәттә, ҡышын "өшөй". Бер саҡ ҡабыҙа алмағайным, эргәнән үтеп барған "Икмәк" тип яҙылған ҙур машиналағы бабайҙан бер аҙ һөйрәтеүен үтендем. Ул беҙҙең өй тирәләп йөрөтә башланы. Күп тә үтмәне, машинам тоҡанып та китте. Тик водитель бабай минең барлыҡты онотоп ебәрҙе, шикелле… Туҡтарға уйламай ҙа. Пипелдәтеп, фарҙы тоҡандырып-һүндереп тә ҡарайым. Файҙаһыҙ. Ниһайәт, өй тирәләй дүрт-биш тапҡыр урағас ҡына туҡтаны. Шул осраҡ иҫкә төшһә, йылмайыуымды тыйып ала алмайым.

  Хәүефле мәлдәр ҙә булғылайҙыр…

 – Был хаҡта өндәшергә, һөйләшергә яратмайым. Әлеге көндә мин тере һәм иҫән-һау икән, уларҙың барыһы ла яҡшы тамамланған. Автомобиль һатып алыусыларға кәңәшем шул – машина бәләкәй булмаһын, тимер ат ни тиклем ҙур икән, шул тиклем хәүеф тә әҙерәк. Юл һәләкәте була ҡалһа, ҙур машинала иҫән ҡалыу проценты юғарыраҡ.

 Улдарың руль һорамаймы әле, үҙеңә оҡшап?

 – Егет кеше техника менән ҡыҙыҡһына инде ул. Батырханым әле үк машина йөрөтөп маташа. Тиҙлек күсереп ҡуҙғалып китә, яҡын араға йөрөй белә. Уға әле ун өс йәш. Әммә руль артына бигүк иртә ултырыуҙарын теләмәҫ инем. Мин хәүефләнәсәкмен.

  Юлда саҡта күңелеңдә шиғыр юлдары тыуамы?

–  Шиғырҙар һис тә көтмәгәндә, ҡайҙандыр Йыһандан килеп төшөүсән. Тиҙ генә ҡағыҙға күсереп  өлгөрөргә генә ҡала. Машинала ҡул осонда ғына ҡәләмем дә, дәфтәр ҙә ята. Шунда уҡ яҙып ҡуймаһам онотола. Хатта туҡтап та тормайынса, светофорҙың ҡыҙылы янған мәлдә өлгөрөп ҡалырға тырышам. Бик ашығыс саҡта телефонға яҙҙырып ҡуям.

  Ҡуҙғалыр алдынан теләк теләп алаһыңмы?

 – Үҙем генә түгел, яҡын кешеләрем юлға сыҡһа ла доға уҡып, уларҙы уйым менән шул доғаларға уратып, имен-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйем, хәйер бирәм.

  Юлдарҙа һәр икеләребеҙгә лә имен йөрөргә яҙһын!