Яңылыҡтар
Лидиә Динмөхәмәтова
Владимир Путин “VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы

Был халыҡ-ара сара республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә үтәсәк.

Башҡортостан Республикаһы башлығы Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, 2020 йылда Фольклориаданы юғары кимәлдә үткәреү өсөн ҙур көс һалырға кәрәк буласаҡ. Был маҡсаттан ойоштороу комитеты булдырыласаҡ. Шулай уҡ федераль кимәлдәге ойоштороу комитеты ла барлыҡҡа киләсәк, уны Рәсәйҙең мәҙәниәт министры, йә иһә Хөкүмәт вице-премьеры етәкләйәсәк.

Фольклориадаға яҡынса 3 меңдән ашыу кеше киләсәк һәм был ижади делегацияларҙа ҡатнашыусыларҙың ғына һаны икән.

— Туристар ағымыны байтаҡ буласағын төшөнәбеҙ. Шуға ла Фольклориадаға яҡшы реклама эшләргә тырышасаҡбыҙ. Әлбиттә, бының өсөн мәҙәниәт йорттарында, асыҡ майҙансыҡтарҙа тейешле яңыртыу эштәре башҡарылыуын теләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ҙур эш көтөлә. Әммә беҙ уны атҡарып сығасаҡбыҙ, быға шигем юҡ, сөнки Фольклориада Рәсәй Федерацияһында тәүгә үтәсәк. Был илебеҙ өсөн ҙур яуаплылыҡ. Ә уның Өфөлә үтеүе – Башҡортостандың милләт-ара берҙәмлек, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ үҫешенә, шуның менән Рәсәй берҙәмлеген нығытыуға ла индергән өлөшөн баһалау.

Республика башлығы белдереүенсә, фестиваль программаһына халыҡ сәнғәте генә түгел, ә кәсептәр, милли аш-һыу, башҡа традицион мәҙәниәт төрҙәре лә инәсәк.