Яңылыҡтар
Гөлнара Мостафинаның балалар өсөн йәнә бер китабы сыҡты

Ҡотлайбыҙ!!!

Журналист һәм яҙыусы Гөлнара Мостафинаның балалар өсөн йәнә бер китабы сыҡты. Яңыраҡ ҡына уның “Искәндәр кисергәндәр” исемле хикәйәләр йыйынтығы ла донъя күргәйне.

Бер ҡарауҙан уҡ үҙенә йәлеп итеп торған, сағыу һүрәтле “Хәйерле иртә!” тип аталған китап мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. Сабый матур итеп төшөрөлгән рәсемдәрҙе ҡыҙыҡһынып күҙәтер, еңел генә тел менән яҙылған шиғырҙарҙы ҡабат-ҡабат уҡытыр әле. Тора-бара уларҙы ятлап та алыр. Балаһында телмәр үҫеше, китапҡа һөйөү тәрбиәләргә ынтылған атай-әсәй өсөн ҙур бүләк буласаҡ был китап.

Бөгөн сабый күңеленә үтеп инерҙәй, башҡорт телендә сыҡҡан әҙәбиәт бик аҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Ана шул йәһәттән күп кенә эшләргә лә эшләргә әле. Гөлнара Мостафинаның был ижади емеше бәләкәстәрҙең күңеленә хуш килер тигән ышаныстабыҙ.