Заман заңы
Харис Сәғитов
Заман үә замандаштар

Беренсе космонавтың Йыһан киңлегенә юл һалғанына 55 йыл тулыу айҡанлы, 2016 йыл “Роскосмос” тарафынан Гагарин йылы тип  иғлан ителде.

 

 

                                       Байконур

 

          Ҡара көтөүсе тураһында легенда

 

   Уйлап ҡараһаң, был космодром хаҡында бөтәһе лә билгеле, тиерлек.  Ә шулай ҙа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, легендалар, хәтирәләр бар. Шуларҙың береһе—Ҡара көтөүсе хаҡында.Ҡаҙаҡ ғалимдарының фекеренсә, был легенданың барлыҡҡа килеүенә ун быуаттан да артыҡ, ул ошо ерҙәрҙә  күсенеп йөрөгән төрки ҡәүемдәр араһында тыуған.

Йәнәһе, Ҡара көтөүсе, йәш быҙауҙар тиреһенән ҙур бер шар һымаҡ нәмә теккән дә, дошмандар яҡынлаша башлағас, оло һауытҡа  дөйә майы менән бергә ҡыҙҙырылған таш тултырып,  һауаға осороп ебәргән. Байтаҡ ваҡыт үткәс, шар ергә әйләнеп ҡайта. Ҡыҙҙырылған таштар, дөйә майы ергә ҡойолоп, дошмандарҙы пыран-зыран килтерә, өтөп-яндырып, тар-мар итә. Тере ҡалғандары , был Аллаһы Тәғәләнең  ҡарғышылыр, тип ҡурҡыштарынан төрлө яҡҡа тырым-тырағай ҡасып китә. Легенда буйынса, ҡыҙҙырылған таштар төшкән урында бер  нәмә лә  үҫмәгән, хайуандар ҙа  йәшәй алмаған.

 

        

 

Ни өсөн  ҡола далала һәм сүллектә космодром төҙөргә булғандар һуң?

 

 Ғалимдар фекеренсә, әлеге биләмәлә экваторға ни тиклем яҡын булһа, ракетаның осоу ҡеүәте лә көслөрәк икән, сөнки ракетаның тиҙлегенә ер әйләнешенең энергияһы ла  ярҙам итә. Мәҫәлән, Байконурҙан осорған  ракетаның тиҙлеге, Волгоград янындағы Капустин Яр полигонынан осорған ракетаға ҡарағанда секундына 316 метрға тиҙерәк. Бәлки, ошо ерҙең Ҡара көтөүсе легендаһында ер кендеге —“Пуп земли”тип аталыуы ла  юҡҡа түгелдер.

 

                              Космодромдың тыуған көнө

 

1955 йылдың 2 июнендә Генштабтың директиваһы менән ғилми-тикшеренеү эштәрен башлап ебәрер өсөн полигондың  структураһы – штаб төҙөлә. Бына ошо 2 июнь  космодромдың тыуған көнө тип иҫәпләнә лә инде.

 

                            Тәүге  төҙөүсе  хәрби частар

 

Беренсе төҙөүсе хәрби  частр (тәүге рота) лейтенант Игорь Денежкин етәкселегендә Тюра  Там станцияһына 1955 йылдың 12 ғинуарында килеп етә. Артабан хәрби төҙөүселәр  һаны ла бермә  бер арта.

Буласаҡ полигонда  ҡыҙыу эш башлана.Мәҫәлән, Р-7 ракетаһын осорғанда уның ялҡынын ситкә сығарырға канал ҡаҙыр  өсөн  миллион кубометр грунтты алырға кәрәк була. Хәҙерге һымаҡ көслө экскаваторҙар юҡ, барыһы ла ҡул көсө менән эшләнә. Ҡыш көнө - 40 градус һыуыҡ, йәйен  30 градус эҫелек.. Шул ауырлыҡтарға  ҡарамаҫтан  хәрби төҙөүселәр бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп , дәүләт тарафынан ҡуйылған бурысты үҙ ваҡытында атҡарып сыға.

Полигонда төҙөлөш эштәре менән тәжрибәле хәрби төҙөүсе, полковник Георгий Шубников етәкселек итә, һуңғы 10 йыл  ул космодромды рекострукциялау буйынса ла (артабан  генерал - полковник) ҙур эштәр башҡара.  Эштең  ни тиклем ҡыҙыулығын түбәндәге факттар ҙа һөйләй. Мәҫәлән, беренсе   старттың ҡабул итеү  комиссияһы 5 майҙа актҡа ҡул ҡуйып, старт майҙанын ҡабул итһә,  6 майҙа Р-7 ракетаһын был комплексҡа ултыртып та ҡуялар.

                       

                       Тәүге уңыштар һәм юғалтыуҙар

 

1957 йылдың 27 авгусында Советтар Союзы бөтә донъяны таң ҡалдырып беренсе тапҡыр баллистик ракетаны  уңышлы осороуға өлгәште. Һалҡын һуғыш осоронда оло еңеү ине был. Вашингтонда,  йәшерен  һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә  ер шарында тиңдәше булмаған космодромды нисек  төҙөй алдылар икән, тип аптырашта ҡалалар. 

Шуны ла әйтергә кәрәк, хатта Байконурҙы төҙөүсе кешеләр ҙә үҙҙәренең нимә төҙөгәндәрен белмәгән.

Үҙҙәренсә, оло бер стадион төҙөйбөҙ, тип уйлағандар. Ул саҡта ҡола далала был стадиондың кемгә һәм нимәгә кәрәклеге тураһындағы һорау төҙөүселәрҙең башына ла инеп сыҡмағандыр. Һуңыраҡ космодромды төҙөүселәр, был эш өсөн хәрби наградалар тапшырылыуына ла аптырап ҡалалар. Ә бит космодром төҙөүселәргә бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Хатта ябай ғына йәшәү шарттары ла булмай. Кемдәр землянкала, кемдәр вагончикта, кемдәр һарыҡ ҡураларында  йәшәй,төрлө ауырыуҙар  (бигерәк тә гепатит һәм дизентерия) күп кешеләрҙең һәләк булыуына  килтерә.

 

                             Байҡунырмы, Байҡуңырмы?

 

          Полигон ни өсөн Байконур исемен йөрөтә һуң ?

Уның тарихы былай.   Еҙҡаҙған өлкәһендә Байконур исемле йылға бар. Космодромдан яҡынса 450 саҡрым алыҫлыҡта. Сит ил разведкалары белмәһен өсөн  космодромға ошо исемде бирәләр ҙә инде. Байконур исемен ике төрлө аңлаталар. Беренсеһе—Бай ҡуңыр, йәки  ҡоңғорт дала. Икенсе аңлатмаһы—Бай ҡуныр. Йәнәһе, ошо йылға буйы бер бик бай ҡаҙаҡтың  йәйләп йөрөгәндә  ҡунып йөрөй торған урыны булған. Быны мин унда йәшәгән ҡаҙаҡтарҙан ишеттем.

 

                                      *   *   *    *   *   *

 

    Байконур ер шарында иң беренсе һәм иң ҙур космодром. Унан төрлө ракеталарҙы "күккә сөйөргә" мөмкин. Рәсәйҙәге өс космодромдың иң ҙуры булараҡ, космонавтарҙы тик Байконурҙан ғына осора алалар. Байконур ҡалаһы (элекке Ленинск)  Һары даръя йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Был ҡала һәм космодром, 2050 йылға тиклем  Ҡаҙағстандан ҡуртымға алынған. Аренда осоронда Байконур  һәм космодром  федераль статусындағы ҡала  иҫәпләнә, ләкин ул Рәсәй субъекты түгел.

Ҡаҙағстан юрисдикцияһында—таможня “Байконыр”, аэропорт  һәм эске эштәр идаралығы.

Космодром Байконур иң беренсе  ер юлдашы һәм кеше —  “Восток”, ”Восход”,”Союз”ракеталары, орбита станцияларынан — “Салют”, Мир”  сериялары, күп ҡулланмалы “Энергия – Буран” , планета ара космос аппараттары, старт майҙандарынан  1200 артыҡ космос ракеталары, 2000 артыҡ континенталь  ара баллистик ракеталар, 1500 артыҡ  хәрби һәм ғилми тикшеренеү, коммерция космос аппараттары осоролдо. Байконур, Мыс Канаверал (АҠШ) Һәм Цзюцюан

(Ҡытай) ер шарында бары ошо 3 космодром ғына— космонавтарҙы  осорорға яраҡлаштырылған тип  иҫәпләнә.

Иң беренсе осоролған континенталь ара баллистик ракета Р-7. Ул—академик  С. П. Королев етәкселендәге конструкторҙар бюроһы тарафынан  эшләнгән ракета.

1957 йылдың  4 октябрендә орбитаға беренсе ер юлдашы сығарылды, ә инде 1961 йылдың 12 апрелендә “ Восток”  корабында космонавт  Юрий  Гагарин—тәү тапҡыр, артабан Борис Титов, Валентина Терешкова һ.б.(улар инде бик күптәр) йыһан киңлектәрен яуланы.

Һәм радио аша  төрлө  телдәрҙә бөтә ер шарына   «Впервые в мире»  һүҙҙәре  яңғыраны. СССР иленең оло еңеүе ине был.

 

 

                                       Фажиғәләр

 

1960  йылдың 24 октябре.  Ул көндө конструктор

М. К. Янгельдең конструкцияһы буйынса эшләнгән континенталь ара баллистик Р-16 ракетаһына  һынау үткәргәндә оло фажиғә ғә тарыйҙар. Яғыулыҡ менән тәьмин ителгән  ракетала электрика буйынса һынау үткәргәндә, ракетаның  2-се баҫҡыс двигателе тоҡанып китә. Һөҙөмтәлә янғын башлана һәм ракета шартлай.  Яғыулыҡтың зарарлы парҙарынан 76 хәрби һәм космос өлкәһендә эшләгән күп кенә профессионал белгестәр һәләк була. Улар араһында шулай уҡ  РВСН дың Башкомандующийы

(Ракетныевойска стратегического назначения) артиллерияның Башмаршалы (Главный Маршал артиллерии) Митрофан Иванович  Неделин бар.

Катастрофа тураһында Совет матбуғатында башта бер ниндәйҙә хәбәр булмай, тик бер аҙнанан һуң ғына— Маршал Неделин авиакатастрофала һәләк булды тигән мәғлүмәт бирелә.  Теүәл өс йылдан һуң, шул уҡ көндө йәнә  24 октябрҙә, тағы бер фажиғә ... Унда ла күп кенә кешеләрҙең ғүмере өҙөлә. Шунан бирле 24 октябрь космосҡа караптар осороу тыйыла. Был көн иһә Һәләк булыусылар көнө тип иҫкә алына.  Һуңыраҡ һәләк булғандарға аллея һәм һәйкәл һалынды. Унда һәр береһенең исем  фамилияһы яҙылған, ә Маршал  Неделин һәм    Янгелға айырым ташһындар бар.

 

                                      

 

 

                                    Чайка һәм Лисичка                                    

 

Кешеләрҙе осорорҙан алда,тәжрибә рәүешендә,  1960 йылдың 28 июнендә “Спутник -5” карабында Чайка һәм Лисичка исемле эттәрҙе осорҙолар.Үкенескә ҡаршы, улар һәләк була.

 

                                      Белка  һәм Стрелка

 

Өс аҙна үткәс, 1960 йылдың 19 авгусында

“Спутник - 5” бортында Белка һәм Стрелка 25 сәғәт буйы ер шарын 17 тапҡыр урап, ергә әйләнеп ҡайталар. Әлеге ике эттең  Пушинка исемле  бер көсөгөн  Никита Хрущев Америка президенты Джон Кеннедиҙың ҡатыны Жаклин Кеннедиға бүләк итә. (Эттәр ҡартайғансы йәшәп үлә).

 

                                     Юрий Гагарин  

 

    1961 йылдың 12 апрелендә Байконурҙан Восток карабында  космонавт Юрий Гагарин беренсе булып Йыһан киңлегенә “Восток”та  осош яһаны һәм,  Йыһанда 108 минут булғандан  һуң, иҫән -һау әйләнеп ҡайтты.

Штаттан тыш төрлө хәлдәртыуыуын иҫәпкә алып, ундағы аҙыҡ - түлек, һыу, һауа  һәм  башҡа кәрәк-яраҡ 10 тәүлеккә әҙерләнгән була.

 Старт Мәскәү ваҡыты менән  иртәнге сәғәт 9:07, ергә төшкән мәле 10:55 минут.

“Восток” карабының ауырлығы ни бары 4730 кг. Ерҙән иң юғары орбитаһы—327 км.

Осошта көтөлмәгән хәлдәр ҙә булғылай. Мәҫәлән, ваҡытлыса ер менән элемтә юғала, карабтың һауа үткәреү - үткәрмәүен  күрһәтеүсе датчик эшләмәй, оҙаҡ ваҡыт агрегат бүлексәһе бүленеп китә алмай, Юрийҙың скафандры ла ҡыҫыла һ. б. Шулай ҙа  ергә төшкән  ваҡытта катапульт планлаштырылғанса үтә һәм Гагарин карабтан алыҫ булмаған ергә Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһы янындағы  Смеловка ауылы эргәһенә төшә.

Ошо тарихи ваҡиғанан һуң ошо 12 апрель  көнө —Космонавтика көнө тип иғлан ителә.

 

 

                                Башҡортостан һәм космос

 

Байконур космодромын төҙөүҙә бөтә СССР  ҡатнашты.    Берәүҙәр объекттар, икенселәр старт майҙандарын һәм техник селтәрҙәрҙе проектлаһа, өсөнсөләр уларҙы төҙөһә, башҡалары төрлө  инфраструктуралар: электролиниялар, өйҙәр, һыу үткәргестәр, юлдар һәм башҡа объекттарҙы тапшырҙы.     Уны башҡарыуҙа Башҡортостан да ситтә ҡалмай.  Әйтәйек, беренсе халыҡ ара - космос" Союз—Аполлон"  программаһын әҙерләгән ваҡытта  һыу менән тәьмин итеү проблемаһы тыуа. Тиҙ арала  космодромдан  40 км алыҫлығындағы өҫтәмә һыу һаҡлағыс (" Южный" ) төҙөргә кәрәк булғас,  был бурыс

" Өфө - Промбурвод" ойошмаһына йөкмәтелә.

"Өфө - прибор"ҙар , " Гидравлика" агрегат берекмәһе ракеталар өсөн төрлө  приборҙар әҙәрләһә, "Восход" предприятиеһы космонавтар өсөн махсус аҙыҡ-түлек етештереүҙә, авиация институты төрлө кадрҙар әҙерләүҙә тос өлөш индерә.

 Башҡортостандан унда хеҙмәт иткән һалдаттар һәм офицерҙар ҙа байтаҡ. Шулар араһында  генерал - майор И.М.Хомяков  оҙаҡ йылдар космодром начальнигының фән һәм тикшеренеү буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара, подполковник  Я.Е.Басс иһә  беренселәрҙән булып, 1955 йылдан уҡ, космодромды төҙөүҙә ҙур көс һала. 

Хеҙмәттәшем, дуҫым Рим Ғәскәров та ошо осорҙа идаралыҡта  партия ойошмаһы секретары булараҡ “Буран” ракетаһын ултыртыр өсөн ( 250  майҙанында, улар шулай тип атала ине) аэродром төҙөүҙә ҡатнашты.

1981 йыл. Ҡыш. Яҡынса 22-24 градус һалҡынлыҡ. Ер шытырлап туңған. 4,5 км оҙонлоғондағы һәм 100 метр киңлегендәге майҙанда “Буран” ракетаһын ултыртыр өсөн  планлаштырылған аэродром төҙөргә...

Ошондай мәлдә  майҙан төҙөү үҙе бер батырлыҡ. Идаралыҡ етәксеһе инженер-подполковник Астахов рационализатор булараҡ, алдан уйлап, төҙөгәндә үк, казармаларҙы тимер юл рельсынә ултыртҡан икән. Шунлыҡтан, казарма һалдаттарҙың эшләгән урынына яҡын булһын өсөн уны ике тракторға тағып, эш урынына яҡын ергә урынлаштырҙы.

Казарманың эсенә йылытҡыстар ҡуйылды. Шулай итеп төҙөүселәр өсөн ошо майҙансыҡта эш шарттары булдырылды һәм 1981 йылдың аҙағында  аэродром (посадочная площадка) комиссияға тапшырылды. Унда барған эштәр һәр ваҡыт Үҙәк комитет тарафынан контрольдә тотолдо.

Рим миңә: ”Бер мәл, ошо эш барышында летчик - космонавт Валерий Рюмин килгән ине, мин унан: ”Товарищ Рюмин, вы что, повторно собираетесь в космическую даль?” тип һорағас, ул көлә биреп: ”Нет, у меня задание ЦК—держать руководство страны в курсе строительства”, тип яуапланы.  Төҙөлөш ваҡытында комиссия артынан комиссиялар килде. Валерий Рюмин, Алексей Леонов, шулай уҡ йәш космонавтар ҙа бар ине. Майҙанды төҙөп бөткәс, уны ябай ысул менән тикшереп ҡарарға булдылар һәм Волга автомобиле өҫтөнә тулы стакан һыу ултырттыларҙа ҙа ҡуҙғалып киттеләр. 4,5 км араны автомобиль бер тамсы һыу тамыҙмай үтте.  Был һынау уңышлы тигән  дөйөм фекергә килделәр, тип һөйләгәне хәтеремдә.

 

                

 

 

                   “Энергия — Буран” программаһы

Был программа 1976 йылда башлана һәм ошо эште башҡарыуҙа СССР-ҙың 1286 предприятиеһы—һәммәһе 2,5 млн. кеше ҡатнаша. Уның өсөн айырым “Молния”

ғилми  - производство берләшмәһе төҙөлә һәм 1984 йылда караптың тәүге данаһы әҙер була.  Заводтан карапты һыу юлы менән Жуковский ҡалаһына, артабан Раменское аэродромынан алып барыр өсөн  айырым төҙөлгән”ВМ-Т” транспорт самолетында космодромға килтерәләр.

 “Буран”дың оҙонлоғо 36,4 м, ҡанаттарының оҙонлоғо 24 м,  бейеклеге 16 м, йөк бүлеге 30, ә старт ауырлығы 100 тонна тирәһе.

“ Буран “проектында ҡатнашыр өсөн һынаусы осоусыларҙы һайлап алыу 1977 йылда башланғайны. Беренселәрҙән булып 1977 йылдың 12 июлендә ул төркөмгә 6 кеше:

Волк Игорь Петрович, Кононенко Олег Григорьевич, Левченко Анатолий Семенович, Садовников Николай Федорович,

Станкявичус Романтас Антанас, Щукин Александр Владимирович һайлап алына.

Отряд командиры итеп рәсми рәүештә И. П. Волк  раҫлана.

Үкенескә ҡаршы, был төркөм күп юғалтыуҙар кисерә. Мәҫәлән, О. Г. Кононенко  1980 йылдың  8 сентябрендә, авианосец палубаһына ултыртмалы яңы “ЯК-38” истрибителен һынаған ваҡытта ҡаты йәрәхәт алыу сәбәпле, Римантас Антанас Италияла Сальгареда авиасалонында“СУ-27”самолеты менән 1990 йылдың 9 сентябрендә күрһәтмә осоштар ваҡытында, ә А.В. Щукин  1988 йылдың 18 авгусында“СУ-26М” спорт самолетында һәләк булалар.

Ошо аяныслы хәлдәрҙән һуң, 1982—1985 йылдарҙа яңы төркөм туплана.  Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Солтанов Урал да бар ине. Ул 1982 йылдың февраль айында 11Ф35 программаһы(”Буран”)буйынса космонавтар әҙерлек төркөмөнә , 1983 йылдың 25 апрелендәт кандидат итеп ҡабул ителә.1987 йылда тулыһынса әҙерлек үткәс,

“космонавт—испытатель”тигән звание бирелеп, 1988 йылда “Буран” экипажына 2-се пилот сифатында планлаштырыла. 1991-1992 йылдарҙа француз космонавттарын әҙерләүҙә ( Жан -Лу Кретьен, Жан Пьера Эньерен һәм летчик Ги Мито )  инструктор була. Үкенескә күрә, СССР иле тарҡалыу сәбәпле, “Буран” программаһы ябыла.

 

                          Беренсе һәм һуңғы тапҡыр

 

Буран ракетаһы 1988 йылдың 15 ноябрендә экипажһыҙ автоматик режимда осорола. 1990 йылда был программа  илдәге көрсөк арҡаһында бөтөнләй ябыла.

 

                          Космодром “Восточный”

 

СССР -ҙың тарҡалыуы  Рәсәй дәүләте алдында оло һорауҙар ҡуйҙы. Беренсенән, беҙ беренсе йыһан киңлеген яулаған ил булып та, космодромһоҙ тороп ҡалһаҡ, икенсенән, финанс хәлдәренең ауырлығы...

Шулай ҙа Рәсәй дәүләте, Ҡаҙағстан  менән уртаҡ тел табып, килешеү хаҡы Рәсәй иленең ауыл хужалығына ярҙам ҡулынан бүленгән аҡсаға тигеҙ булыуына ҡарамаҫтан( йылына 3,7 млрд), Байконур космодромын 2050  йылға тиклем арендаларға мәжбүр булды.  Артабан, старт майҙандарынан ауыр ракеталарҙы һәм спутниктарҙы орбитаға сығарыу тулыһынса беҙҙе ҡәнәғәтләндерә алмағанлығын иҫтә тотоп, 2007 йылда Рәсәй Президенты  алыҫ көнсығышта яңы космодром төҙөү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Төҙөлөш эштәре 2007 йылда уҡ башланһа ла, 2013 йылға тиклем һүлпән барҙы. Бары ике йыл элек уға иғтибарҙы көсәйткәс кенә  эштәр яйлап юлға һалынды. Тәүге ракетаның осоуы  2018  йылда көтөлә.

 

                         

                        Сағыла унда йәшлегем эҙҙәре

 

Өфөлә Байконур ветерандары  ойошмаһы йәшәп килә. Ундағы отставкалағы офицерҙар һәм уларҙың ҡатындары—барыһы ла ваҡытында  бөтә тормошон космосҡа бағышлаған кешеләр.

Үкенескә ҡаршы, кеше ғүмере таң атып ҡояш байығандай ғына шул...  Күптәре яҡты донъя менән хушлашып теге донъяларҙа инде...  Яңыраҡ ҡына 72 йәшендә оҙайлы ауырыуҙан һуң дуҫым Рим Ғәскәров та вафат булды. Запастағы подполковник, шағир, илһөйәр кеше ине... Ул Байконурҙа «Энергия —Буран» программаһы буйынса  күп ҡулланмалы “Буран” карабы төшөр өсөн аэродром әҙерләүҙә тос өлөш индерҙе. Үҙемә килгәндә, миңә лә  әһәмиәтле эштәр башҡарырға тура килде. Тәүҙә идаралыҡта партия  ойошмаһы секретары, унан  етәксе урынбаҫары  вазифаларында...

 “Буран” программаһы буйынса—"Өсөнсө подьем"да, СССР -ҙа иң ҙурҙарҙан һаналған яңы кислород заводы, Ленинск ҡалаһында "ИВЦ"( информационно - вычислительный центр), "Сатурн"  командный пункты,"ВЕГА" обьекты, 32-се майҙансыҡ (Терешкова осҡан старт майҙаны), хәрби төҙөүсе частар өсөн казармалар һәм уларҙың структураларын,  "Протон”  программаһы буйынса 81-се старт майҙансығын реконструкциялау һ. б. бурыстар йөкмәтелде.  Хәҙер иҫләһәң, иҫтәр китә, тигәндәй...

 

   Сағыла унда йәшлек эҙҙәрем

 

Үткәндәрем—хәтер дәфтәрендә,

Яҙған уны күңел күҙҙәре.

Байконурҙа үткән ғүмеремдең

Сағыла унда йәшлек эҙҙәре.

 

Онотолмаҫ ғәжәп миҙгелдәр бар...

Үлемһеҙлек яулап кешеләр,

Байконурҙан осоп сал далаға

Мәңгелектән ҡайтып төштөләр.

 

Онотолмаҫ моңһоу миҙгелдәр бар...

Сал даланың һары йөҙөндә

Утта көйгән ҡылған башын эйгән,

Ҡарай алмай күккә  бөгөн дә.

 

Үткән ғүмер...

Әйтерһең дә, йәнем

Ут-һыуҙарҙы кисә бөгөндә.

Төштәремдә осам мин һаман да

Хыялымдың сикһеҙ күгендә.