Кеше һәм тәбиғәт
Айлина КИЛДЕБАЕВА
Ирең – һинең көҙгөң

   Һәр ҡыҙ яҡты өмөттәр бағлап, бәхетле булырына ышанып кейәүгә сыға. Ләкин күпмелер ваҡыт бергә торғандан һуң тормош иптәшенең етешһеҙ яҡтары ла асыла. Романтика осоро үткәс, уның төрлө ҡылығын үҙһенмәү, ризаһыҙлыҡ белдереүҙәр башлана.

Һөйгәндәр бер-береһенең холҡона, ғәҙәттәренә төрлөсә өйрәнә. Ә кемдер был ғәҙәттәрҙе ҡабул итергә теләмәй игәй башлай, хатта айырылышыуға хәтлем дә барып етә. Тормошо уңмауын икенсе яртыһынан күрә. Әммә шундай кеше осрап, тап уның менән сәсен сәскә бәйләүгә ул үҙе генә “ғәйепле” икән. Йәғни  һәр кемгә үҙенә генә лайыҡлы кешеһе эләгә. 

Гүзәл зат булараҡ юҡҡа сыҡма

Тормош – мәктәп, ә өйрәнеү фәне – мөхәббәт. Беҙгә ир-ат һынында иң ауыр мәсьәләләр ебәрелә. Ә уларҙы иң тәүҙә үҙеңде яратыу, ҡабул итеү аша ғына сисергә мөмкин. Үҙеңде яратмай тороп кемделер һөйөп булмай. Үҙебеҙҙә булмағанды бүтәнгә өләшә алмайбыҙ. Ир – ҡатындың көҙгөһө, бына ошоно мәңгегә иҫтә ҡалдырырға кәрәк! Ул кәләшендә булған сифаттарҙы сағылдыра ғына. Әммә ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар “мин лайыҡлы ир-ат өсөн генә тырышасаҡмын” тип яңылыша. Үҙенең бәхетһеҙлегендә ирен генә ғәйепләй. Ә кем икән ул лайыҡлы ир-ат?

Тормош юлыңда осраған, әле булған һәм, бәлки, осраясаҡ ир-ат тап һиңә генә лайыҡ. Һәр кемгә үҙенеке таман. Әгәр ялҡау һәм булдыҡһыҙ менән юлдарығыҙ киҫешкән икән, был яҡшы ла, насар ҙа түгел, ә ҡоро факт. Тимәк, бөгөн һин тормошоңа шундай кешене ҡабул итерҙәй кимәлдә. Тап ошо ир күңелеңдәге проблемаларҙы көҙгөләге кеүек сағылдыра. Иреңә ҡара ла, үҙеңдең эске торошоңдо самала, әхирәт!

Ҡул күтәреүсе иренән йонсоған ҡатындар бихисап. Бындай һылыуға үҙен ситләтелгән, бәхетһеҙ, яңғыҙ итеп тойоу хас. Ыҙалап ҡына, түҙеп йәшәү яҙмышымдыр, тигән ғәҙәт һеңгән уларға. Психология буйынса, ул ҡатынды ире шул рәүешле үҙен хөрмәт итергә, яҡлай белергә, ҡорбан итеп тоймаҫҡа “өйрәтә”. Башҡа ир икенселәй булырға кәрәклегенә төшөндөрә алмаясаҡ. Тимәк, ул ауырлыҡ, ыҙа сигеү кисермәйенсә үҙен үҙгәртеүгә һәләтле түгел.

Эскелеккә бәйле ир ҙә буштан-юҡҡа тартылмай ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙға. Һин ни өсөндөр нәҡ уны һайлағанһың. Бындай ир нимәгә өйрәтә? Ғәҙәттә, уның ҡатыны көнө-төнө игәп, тормош иптәшенең ирлек сифаттарын аяҡ аҫтына һалып тапай. Йәки үҙен гел бахыр ғына, рәнйетелгән итеп тойоп йәшәргә ярата. Ир эсә, аҡса етмәй, балалар тыңламай. “Уңай” бит: бөтәһе лә йәлләй, ярҙам ҡулы һуҙырға ынтыла. Алкоголик ир ҡатынын яуаплылыҡты үҙ ҡулыңа алырға, үҙеңде ярата белергә өйрәтә. Сөнки хәләл ефете үҙен нескә зат булараҡ юҡҡа сығарған. Ә ир эскелек менән әрәм була, ысын тормоштан ҡаса.  Үҙ баһаһын белгән гүзәл зат янына араҡы ҡоло тартылмай!

Бындай тормош миҫалдары ла бихисап. Күпме ҡатын-ҡыҙ ирем эсә тип үҙенә бөтөнләй ҡул һелтәй, төшөнкөлөккә бирелә. Тормош иптәше күпме генә рәнйетмәһен, һис ни булмағандай ғәфү итә.

Ялҡау, башҡаларға һалынырға яратҡан, күп нәмәгә яуапһыҙ ҡараған кеше менән яҙмыштар бәйләнеүенең сәбәбе нимәлә икән? Яуап ябай: ҡатын дилбегәне көслө зат ҡулына тапшыра белмәй.  Барыһын да үҙе хәл итә, үҙгәртә, яҡшыраҡ белә, төбөнә төшөнә; иреш-талаштарҙың башында  тора. Сөнки, үҙе лә һиҙмәҫтән, ирен төбө-тамыры менән үҙгәртергә ынтыла,  уның фекеренә ҡолаҡ һалмай. Иманым камил, был юлдарҙы уҡығас та, киреһен һаплаясаҡ әле ул.

Күп һөйләп тә, эше күренмәгән, буш вәғәҙәләр бирергә әүәҫ ирҙәр ҙә була. Үҙе гел ҡайҙалыр күңел аса, дуҫ-иштәрен өҫтөн күрә. Ғаиләһенән ситләшһә лә, һаман өмөтләндерә,  көттөрә. Ә һин уның татлы теленә, үҙен тота белеүенә ғашиҡ. Ҡасан да булһа аҡылға ултырыр, ғаиләне беренсе урынға ҡуйыр тип көтәһең. Әммә үҙеңде үҙгәртмәһәң, ул да ҡартайғансы шул холҡон ташламаҫ. Тормошона бындай ирҙе йәлеп иткән  ҡатынға үҙ баһаһын белеү етмәй.

Ниңә һин һәр ваҡыт уға яраҡлашырға тырышаһың? Ирең аҙналап, айлап юғалып торһа ла кире ҡабул итәһең бит! Саҡ ҡына булһа ла үҙ баһаңды бел! Шунһыҙ тормошоңда етди, үҙеңде бар күңеле менән яратҡан кеше осраһа ла, ваҡыт үтеү менән ҡәҙереңде белмәй башлаясаҡ!

 

Үҙен кәм тойғандарҙы яратмайҙар

Ҡатын-ҡыҙға кем өсөндөр тырышыу бөтөнләй кәрәкмәй. Уға ни бары үҙе өҫтөндә эшләү, үҫешеү мөһим. Ул саҡта яныңдағы ир ҙә үҙгәрә башлаясаҡ.

Күптәр, әгәр икенсе кешегә кейәүгә сыҡҡан булһам, балда-майҙа йөҙөр инем, рәхәтлек кенә күрер инем, ана нисек йәшәп ята, тип үкенеп ҡуя. Юҡ, шул уҡ хәл ҡабатланыр ине. Әлеге ваҡытта ул ир – үҙе  һайлаған тормош юлдашының көҙгөһө. Бар яҡтан да килгән, бынамын тигән көслө зат кәрәк тип хыялланабыҙ. Әммә ундайҙар үҙен кәм тойған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ комплекстар менән йонсоған, башы тулы “тараҡан” булған ҡатын-ҡыҙ затына күҙ һалмай.

Ғөмүмән, тормошобоҙҙа булып торған бөтә хәл-ваҡиғалар – беҙҙең эске күңел торошобоҙҙоң сағылышы. Эргәбеҙҙәге кешеләргә ҡарап үҙебеҙҙең булмышты күрәбеҙ. Әйтәйек, хеҙмәттәштәреңдән, таныш-белештәрең йәки эшеңдән риза түгелһең. Был һинең үҙеңдән ҡәнәғәт булмауыңды күрһәтә. Үҙебеҙгә булған мөнәсәбәт башҡаларға булған мөнәсәбәт менән тап килә. Ә кешеләр ошоно сағылдыра ғына.

Күңелеңдә нимә – әйләнә-тирәңдә шул. Беҙҙең эске донъя башҡаларҙың эске донъяһын үҙенә тарта. Эргәгеҙҙәге кешеләргә ҡыйын, күңелһеҙ, шомло, хәүефле икән – был һинең күңелеңдәге хәлдәр. Киреһенсә,  яныңда йылмайып, балҡып, дәртле баҫып, ҡыуанып йөрөһәләр, тимәк, үҙең шундай. Барыһы ла ябай ғына. Үҙеңде үҙгәртеү менән, башҡалар ҙа үҙгәрер.

Беҙгә бер ваҡытта ла гүзәл зат нескәлектәрен юғалтмаҫҡа кәрәк. Ғаиләлә баш булып, бөтә тормош мәсьәләләрен үҙебеҙ хәл итһәк, ир, әлбиттә, елкәгә менеп ултыра. Диванға ауа, компьютер уйындарына сума, эсә һәм ситкә йөрөй башлай. Үҙебеҙҙе бахыр итеп тойоп, ҡорбан ролендә йәшәһәк, ҡул күтәреүе лә ихтимал.

Ысынында иһә яҙмыш ирҙәребеҙ аша күп нәмәне аңлатырға тырыша. Иң мөһиме, был донъяға тик гүзәл зат булып тыуғаныбыҙҙы аңғарта. Ысын ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш? Наҙлы, нескә, яғымлы, бәхетле. Бар ҡиәфәтенән йылылыҡ ипкене бөркөлә, иренә хөрмәт менән ҡарай, бәләкәй генә шатлыҡтарға ла ҡыуана белә. Елкәһенә мең бурыс йөкмәп сапмай. Үҙгәрәйек!