Әҙәбиәт һәм ижад
Наилә ХАМБАЛЕЕВА, Учалы районы
Ишаралап төртөүсеһе булһын, Йөпләүсеһе беҙҙә бихисап…

 

 

 

УҢМАНЫМ КҮРШЕЛӘРҘӘН!

Күршеләрҙән һорап керҙем –

Минең хәл нихәл икән?

Әле гөрләп йәшәрлекме,

Әллә бик мөхәл микән?

 

Әтәсем күкәй һаламы,

Быуаҙ микән һыйырым?

Ҡунаҡ йыйһам, торорлоҡмо

Кәртә-ҡурам, һый, йырым?

 

Кетәгемдә нисә тауыҡ,

Ҡаҙанда нисә ҡаҙым?

Улым кемгә күҙ ҡыҫҡан да,

Ник бойоҡ бөгөн ҡыҙым?

 

Хәләлем ҡыҫып һөйәме,

Нисәү икән сал сәсем?

Тишек микән, бөтөн микән

Мунсалағы ялғашым?

 

Кемдәр миңә сәләм бирә,

Кем икән йоҙроҡ төйгән?

Сирек быуат элек мине

Кем икән үлеп һөйгән?

 

Яуаптары шаҡ ҡатырҙы –

Нисек инде белмәйҙәр!

Әллә улар имештәрҙе

Ҡолаҡҡа ла элмәйҙәр?!

 

...Кешенеке күрше ише.

Минекеләр әллә ҡалай –

Илаһам да көлмәйҙәр...

 

АҠ ҺӘМ ҠАРА

Ҡара бит был, тине бер олпаты,

Тура ҡарап ап-аҡ ҡағыҙға.

Эйе-эйе, тине ҡуштандары,

Оҡшап тора ҡара һағыҙға.

 

Әйләнде лә теге, ҡара түгел,

Аҡ икән дә, тигәс, — бәй, ғәжәп!

Күҙҙәренә мөлдөрәшеп ҡарап,

Ни әйтһәң дә, тиҙәр, беҙгә шәп!

 

Күрһәт кенә, тиҙәр, кемде аҡлап, 

Кемде ҡараларға, бир иҫәп. 

Йөрөр юлдарыңды тигеҙләрбеҙ,

Һәр һүҙеңә булыр бер хисап.

...Ишаралап төртөүсеһе булһын,

Йөпләүсеһе беҙҙә бихисап…

 

 

           МИН – БАШҠОРТ! 

Тик башҡортса өйҙә һөйләшәбеҙ 

Әсәйем дә, беҙ ҙә – балалар. 

Беҙҙең атай шундай тәртип ҡуйҙы, 

Йәшәһәк тә бик ҙур ҡалала. 

 

Иртән торғас, атай, әсәй, тиеп 

Сәләмләйбеҙ, теләп теләктәр. 

Күршеләргә: “Һаумыһығыҙ!” – тибеҙ, 

“Рәхмәт!” – тибеҙ, алһаҡ бүләктәр. 

 

Башҡорт китаптары кәштә тулы, 

Башҡортса күп гәзит-журналдар, 

Олатайым беҙгә килгәнендә 

Тик башҡортса һуҙа йыр-моңдар. 

 

Салауаттың беҙ, ти, тоҡомдары, 

Беҙ – башҡорт, ти минең атайым! 

Башҡорт булғаныма күкрәк киреп, 

Башым сөйөп, ғорур атлайым! 

 

           ЯУАПҺЫҘ ҺОРАУ

Кеше. Яҙмыш. Ғүмер. Билдәһеҙлек .

Ғаләм. Йыһан. Асман. Мәңгелек.

Урау-урау томан селтәрендә

Үлемһеҙ йән. Инде тән үлек.

 

Тән үлеме йәнгә михнәтм(е) икән?

Сараһыҙлыҡ. Бәндә. Фанилыҡ.

Тәндән тәнгә күсеү ҡуласамы?

Һәр тәндәме көтә яңылыҡ?

 

Үлгән тәнде йәндәр һағынамы?

Йонсотмаймы уны мәңгелек?

...Күптәрҙеме шундай һорау борсой:

Кем булғанмын икән мин элек?..

 

ДУҪЛЫҠ ХАҠЫ

Урынында “юҡ” тиергә

Күпме көс кәрәк икән?

Әйткәс иһә, дуҫтарыңдың

Күпмеһе терәк икән?

Унауыбыҙ араһында

Нисә ҡуш йөрәк икән?

Ә нисәһе күләгәнән

Өрккән бер өрәк икән?

Хаҡлығыңды иҫбатларға

Кәрәк тик беләк микән?

Намыҫыңдың бәҫен һаҡлау –

Рух һеңгән теләк микән?

...Һорауға яуап белгәндәр

Күп микән, һирәк микән?..

 

ЕҢЕҮМЕ БЫЛ?

Еңеү елкендермәй? Игәп кенә 

Күңелеңде ҡыра шауҡымы, 

Туй аҡланың гөл-сәскәнән түгел, 

Ташҡын үткәнме ни – шау ҡомло. 

 

Һөйөнөрлөк мәлдә көйөнөстән 

Тертләп китә меҫкен күңелең. 

Еңеүме был, әгәр үкенеүҙән 

Илайһылар килһә түгелеп? 

 

Ысын еңеү – гөлләмәләр иле, 

Ҡояш нуры, йәйғор балҡышы! 

Еңеүеңдең емештәрен күреп, 

Тирә-яҡтың ихлас алҡышы. 

 

Уртаҡлашыр кешең йөҙөн борһа 

Хаҡы булһа – рәнйеш, күҙ йәше, 

Йөрәгеңде тыңла, туҡта тиһә –

Еңел әйҙә. Янма. Күн. Йәшә. 

 

ИЛЕМ, ТЕЛЕМ

Бейек трибунанан, илем, тиеп, 

Телем, тиеп хәбәр һөйләүе 

Еңелдер ул – телең шыма булһа, 

Ҡоро вәғәз итеп көйләүе. 

 

Тик шуныһы – үҙең ғүмер биргән 

Тоҡомоңдоң теле шымамы? 

Саф башҡортса хәбәр сыҡҡан саҡта 

Ҡушыламы, әллә шымамы? 

 

Һаумы, тиме сәләм биргәнендә, 

Атай, тиме аҙым баҫҡанда, 

Бисмилламы әйткән изге һүҙе, 

Әсәй, тиме күҙен асҡанда? 

 

Ғаилә – төйәк. Беҙ үҙебеҙ – хаким. 

Ҡанундарын тик беҙ ҡуябыҙ. 

Үҙ төйәгең һүҙең һанламаһа, 

Ишелмәҫме милләт-ҡаябыҙ?... 

 

КИТМӘГЕҘ...

Китәһегеҙ… Ниңә китәһегеҙ?

Кем һуң көтә һеҙҙе өҙөлөп? 

Бер ҡарарҙан ғүмер ебен өҙөп,

Яҡты донъяларҙан төңөлөп.

 

Ниндәй һынау һуң ул, шул хәтлем дә

Үтә алмай торған. Хәсрәтме?

Упҡындарҙан сығыу юлын ҡаплап,

Зиһендәргә һалған таш рәтме?

 

Уйлайһыңдыр, барлыҡ михнәттәрҙән

Ҡотола, тип тәнең бер юлы.

Ә йәнең бит тыныслана алмаҫ —

Ғазап сигер мәңге тиргәүле.

 

Уйланыңмы һиңә ғүмер биргән

Атайыңды, ғәзиз әсәңде?

Белмәнеңме балаң һуҙып һалыу

Иң аяуһыҙ һынау икәнде?

 

Әсә йөрәктәре ғәфү итер.

Атаң эстән һыҙыр, ҡартайыр.

Ярлыҡауҙар һорап йәндәреңә,

Ғүмер кисер, биреп мең хәйер.

 

Йәреңә лә һин бит һүҙҙәр бирҙең

Һөйөүеңдең алһыу таңында.

Шатлыҡта ла, ҡайғы-хәсрәттә лә

Булам, тиеп, мәңге яныңда.

 

Аңламаҫтар ғәзиз балаларың —

Ҡаның аҡҡан, йәнең бүленгән.

Ғүмер биргәс, ниңә баҡманың, тип

Бәғерҙәре булыр теленгән.

 

Кемдер берәү һаулыҡтарҙан мәхрүм,

Көнө,төнө үтә ғазапта.

Йәшәү ынтылышы шундай көслө,

Тик алалмай уны һатып та.

 

Китмәгеҙсе, зинһар, бирешмәгеҙ,

Бер-бер артлы килмәй хәсрәттәр.

Ҡысҡырығыҙ, аунап ялбарығыҙ,

Хоҙай изге— бирер ҡөҙрәттәр…

 

КӨТӘ БЕЛ

Йәйғор нурын яратаһың икән, 

Ямғыр үткәндәрен көтә бел. 

Дауылдар ҙа мәңге ҡоторонмай, 

Ғәрәсәттең һуңы— имле һил. 

 

Һөйөләһең килһә, кисерә бел, 

Хискә һыуһағанһың — кисә бел, 

Тоғро дуҫтар кәрәк, тиһең икән, 

Күңелеңдә һаҡла иҫәбен. 

 

Бәхет кәрәк икән, һағыш аша 

Офоҡ алланғанын күрә бел. 

Тартып торған меңәр нурҙарынан 

Үҙеңдекен генә тирә бел. 

...Был тормоштан ниҙер кәрәк икән, 

Аҡтыҡ түҙемеңде бирә бел... 

 

 

КҮЛЕБЕҘҘЕ, ӘЙҘӘ, ЙӘШЕРӘЙЕК

Күлебеҙҙе, әйҙә, йәшерәйек?

Тик икәүгә булһын. Сит күҙҙәр

Һандуғасты талдан биҙҙерәләр.

Тиктормаҫтар улар, ипһеҙҙәр.

 

Көҙгөһөнә тын алырға ҡурҡам.

Илаһи ла үҙе. Ах, шыма!

Тулҡындарын бөркәндереп ҡуйма.

Осонмасы, йәнем, ашҡынма!

 

Айға ғына сәләм ебәрербеҙ.

Иҫләйһеңме, серҙәш булғайныҡ?

Миңә әйткән һүҙҙәреңде тыңлап

Уның да бит күңеле тулғайны.

 

Һуҡмаҡтарҙы беҙгә яҡтыртыр ҙа,

Йондоҙҙарын һибер шул күлгә.

...Икебеҙгә уртаҡ бер сер булһын.

Йәшерәйек, әйҙә, күңелгә?

 

           МЕЙЕС

Һалҡын. Һаран ҡояш. Ҡарҙар яуа

Ем-ем итеп һүлпән нурында.

Тәҙрә аша тышҡа күҙем һалдым,

Ауыл. Өйҙәр... Нимә юҡ унда?

 

Тынғы бирмәй бына бәйләнсек уй,

Өйкәп тора, кимтеп күңелде.

Һил һүрәттә әллә нимә етмәй,

Бер мөйөшө китек түгелме?

 

Белдем! Мөрйә! Зәңгәр төтөн етмәй!

Ун биш өйҙөң теүәл унында.

Мейес яҡмай ғына ҡыҙынабыҙ

Заман елдәренең ҡуй(ы)нында.

 

Салғы тотмай – бесән ҡура тулы,

Бысҡы тотмаһаҡ та, өй йылы,

Көйәнтәне күптән түргә элдек.

Тик йырҙарҙа ҡалды һыу юлы.

 

МИЛЛӘТЕМӘ ҮЛЕМ ЮРАМАҒЫҘ

Башҡортомдо үлә, тиеп көҫәмәгеҙ,

Көндән-көнгә бөлә, тиеп үсәмәгеҙ,

Тел ҡоротоп, ил таратыр хәлдәр ҡылып,

Еремдеме һоғонорға иҫәбегеҙ?

 

Йоҡлағандар уянырҙар, һеҙ белегеҙ,

Кирелгәнен тойорһоғоҙ һәр кемегеҙ.

Таң нурынан балҡыш тиргән ысыҡ һымаҡ, 

Йәнгә-тәнгә сихәт бирер саф телебеҙ.

 

Күҙегеҙҙе ҡамаштырып балҡыр телем,

Ырыҫланып күкрәк кирер ғорур Илем.

Йоҙроҡ түгел, ҡулын һонор барығыҙға.

…Юрамағыҙ милләтемә минең үлем…