Конкурс
“Шоңҡар” журналына иң шәп реклама!

Ҡәҙерле дуҫтар, беҙ иғлан иткән яңы конкурс тап шулай атала. Унда журналыбыҙ менән дуҫ һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн “Шоңҡар”ға үҙенсәлекле реклама яһап видеоға төшөрөргә һәм уны “Бәйләнештә” селтәрендәге беҙҙең https://vk.com/shonkarrb адресы буйынса урынлашҡан төркөмгә ебәрергә генә кәрәк! Кемдең рекламаһы иң креатив, иң супер, иң иҫтә ҡалырлыҡ – тиҙҙән асыҡланыр тип өмөт итәбеҙ. Бәлки, һеҙҙең арала ла реклама оҫталары бихисаптыр, кем белә? Әйткәндәй, был конкурста еңеүсегә ҡиммәтле фотоаппарат вәғәҙәләйбеҙ, шулай уҡ башҡа ҡатнашыусыларға ла затлы бүләктәр ҡаралған.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, оҙаҡҡа һуҙмай йыл аҙағынаса дауам итәсәк конкурсҡа видеоларҙы һала ла башлайыҡ. Ысынлап та, журналыбыҙ иң шәп рекламаға ғына лайыҡ бит!!!