Шөғөл һәм күңел
Гөлнара МОСТАФИНА.
Кеше яҙмышына хужа булып булмай

“Иртән уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ”, тигән халыҡ. Күптәнге танышым Сәғиҙәнең яҙмышы әллә шул әйтемгә тап килә инде. Тәүге мөхәббәте менән бәхетле була алмағас, тағы, тағы һынап ҡарай ул яҙмышын. Әммә, бер бәхетең булмағас, булмай икән, тигән һығымтаға килә. Бәхетенә аяҡ салған ата-әсәһенә, ағаларына ғына үпкәһе бөтмәй уның.

... Дүрт малайҙан һуң, ниһайәт, көттөрөп кенә донъяға килә Сәғиҙә. Ҡыҙ һөйөүҙәренә өмөт өҙгән ата менән әсә тәүҙә ышанмай ҙа. Тимәк, 40-ты уҙып тәүәккәлләгән аҙым бушҡа булмаған.

Ҡәҙерләп кенә үҫтерәләр Сәғиҙәне. Ағалары ла “өф” итеп кенә тора. Бигерәк тә өлкән ағаһы Айҙар өрмәгән ергә ултыртмай һеңлеһен. Студент сағында ла, аҙаҡ, ауылға ҡайтып эшләй башлағас та, бүләк-күстәнәстән өҙмәй ҡыҙҙы. Уйната, шаярта, һәр теләген үтәй, көйһөҙләнергә һис ирек бирмәй. Сәғиҙә үҙе лә тәбиғәте менән шаян, шуҡ ҡыҙыҡай. Эсенә шул тиклем ҡыҙыҡ ҡайҙан һыйғандыр, ул булған ерҙә һәр саҡ шау-шыу, уйын-көлкө хөкөм һөрә. Шуның менән ҡыҙҙарҙы ла, малайҙарҙы ла магнит кеүек үҙенә тартып тора.

Тағы уның Булат исемле яҡшы дуҫы барлығын белә инем. Сәғиҙә менән бер ауылдан ине егет. Ҡыҙҙың кесе ағаһы Әхиәр менән бергә уйнап, аҙаҡ бер класта уҡып үҫәләр. Әммә Айҙар ағаһы әллә ниңә бик өнәп бөтмәй шул малайҙың уларға килеп йөрөүен. Нимәһе менән күңеленә ятмағандыр. Уның Булатҡа кәмһетеп ҡарауы, үҙһенмәүе кесе ағаларына ла күсә. Йыш ҡына бергә уйнайҙар-уйнайҙар ҙа, төрлө һүҙҙәр менән үсекләп, ҡыуып ҡайтаралар. Тиктомалға бәргеләп алған саҡтары ла булғылай.

Атайһыҙ үҫкәнгәлер (атаһының кем икәнен дә белмәй, әсәһе лә ул турала һөйләргә яратмай), Булатты “етем бәрәс”, “етемәк” тип үсекләйҙәр. Малай тыныс холоҡло, тәртипле, йомшаҡ күңелле була. Сәғиҙә ағаларының был малайҙы юҡҡа рәнйетеүҙәрен һис оҡшатмай. Ихласлығы, ябайлығы менән  гел үҙенә тартып тора. Нимә һөйләһә лә тәүҙә йылмайып тыңлай, аҙаҡ тыныс ҡына итеп фекерен әйтә, кәңәш бирә белә шул Булат.

Уртансы кластарҙа уларға концерттарҙа, ярыштарҙа гел бергә ҡатнашырға тура килә. Икеһе лә оҫта бейей, саңғы секцияһына йөрөйҙәр. Шуға күрә репетицияларҙа, күнекмәләрҙә теләһә-теләмәһәләр ҙә аралашырға тура килә. Ошо уртаҡ ҡыҙыҡһыныу ныҡлап дуҫлаштыра ла Сәғиҙә менән Булатты. Уларҙың дуҫлығына аптыраған кеше лә булмай. “Таһир менән Зөһрә кеүекһегеҙ”, – тип һоҡланалар ғына. Көнләшеүселәр ҙә табыла. Сит кешеләр һоҡланыуын-һоҡлана, тик бына Сәғиҙәнең ағалары... Тәкәббер, “мин!” тип күкрәк ҡағып, һауаланырға яратҡан ағалары һис өнәмәй һеңлеләренең яҡын кешеһен. Эйе, һүҙ юҡ, әсәһе менән атаһы белем алырға ярҙам итә уларға. Совхозда механик булып эшләгән аталары уларҙы тимер характерлы итеп тәрбиәләргә тырыша. Бер әйттеләрме, таш яуһа ла һүҙҙәрендә торалар, алға маҡсат ҡуялар икән – тырышып-тырмашып шуға өлгәшәләр. Ике йөҙлөләрҙе, йомшаҡ күңелле, һәр килеп тыуған ауырлыҡ алдында бөгөлөп төшкәндәрҙе йәндәре һөймәй.

Айҙар ағаһы бигерәк яратмай Булатты. “Нимә әҙәм көлдөрөп етемәк менән йөрөп ятаһың? Атаһы кем икәнен дә белмәй бит ул”, – тип Сәғиҙәне әрләй. Ҡыҙҙың бер ҡлоағынан инә, икенсеһенән сығып та китә уның һүҙҙәре. Урам араһында ла, өйҙә лә был турала тыңлап ялҡып бөткән ул. Әсәһе лә шул хәбәрҙе генә һөйләй. Әхиәрҙә лә класташы Булатҡа ҡарата асыу, үс тойғоһо үҫкәндән-үҫә. Кластың “быҙауын” уның һеңлеһе яратһынсы әле! Ғәрлек бит.

Армияға алмайҙар Булатты. Совхозға эшкә урынлаша ла ситтән тороп уҡырға инә. Сәғиҙә менән дуҫлыҡтары торған һайын нығына ғына. Ҡыҙ унынсыны тамамлағанда был дуҫлыҡ оло мөхәббәткә әүерелгән була инде.

Булатты уйлайым: ниндәй оло йөрәкле кеше икән ул! Беренсенән, әсәһенең йәшлек хатаһының оятын күтәрһә, икенсенән, түбәнһетеүҙәргә түҙеп, ысын кеше булып ҡалған, мөхәббәтен һатмай, уның өсөн көрәшеү юлдарын эҙләй. Ауылда Сәғиҙәнең туғандарынан башҡа бөтәһе лә уны эшсән, ярҙамсыл булыуы өсөн ихтирам итә.

Быларҙың барыһын да мин Сәғиҙәнең хаттары аша беләм. Беҙ уның менән хат аша серләшә инек. Осрашҡанда ла һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй торғайны. Аҙаҡ, нисектер, хаттар туҡталды, аралар өҙөлдө. Һанап ҡараһаң, хәҙер йәше лә байтаҡ инде. Күрешмәгәнгә, серләшмәгәнгә тиҫтәнән ашыу йыл үткән. Яҙмышы нисек боролғанын бик белгем килә ине. Шуға күрә сәй эсергә саҡырыуын шатланып ҡабул иттем.

... Сәғиҙә мине урамы ла, баҡсаһы ла булмаған, етемһерәп ултырған йортҡа алып килде. Арт яҡта әллә мунса, әллә һарай ултыра. Өй күптән һалынғанға оҡшаған, ә буяу төҫөн күргәне лә юҡ. “Етешмәйҙәрҙер”, – тип уйланым. Хәҙер заманы ауыр бит.

Иҙәне боронғоса һап-һары итеп ҡырып йыуылған тупһаға аяҡ баҫҡас, аптырап киттем. Хәҙерге заманда бындайҙы тәү күреүем. Мин белгән Сәғиҙәгә бөтөнләй оҡшамағайны ул. Бәхете эсенә һыймай, көсө ташып барған шаталаҡ ҡыҙ түгел ине алдымда. Нимә булды икән? Өй эсендә лә иҫ китерлек нәмә юҡ. Тимер башлы карауат, иҫке сервант, өҫтәл, артһыҙ ике ултырғыс, элекке телевизор.

Миңә уңайһыҙ булып китте. Үҙемде нисегерәк тоторға ла белмәйем. Хәлемде Сәғиҙә үҙе лә һиҙҙе, әлбиттә.

– Кем менәндер һөйләшкем, күңелемде бүҫкәргем килеп йөрөй ине, ҡайһылай яҡшы булды, – тип һөйөндө. – Сит кешегә һөйләһәң, рәхәтерәк бит ул, тыңлай ҙа үҙе менән алып китә, ә ауылдағы берәйһенең ҡолағына ғына барып инһен, өй беренсә ләстит тарала. Минең турала былай ҙа әҙ сәйнәмәйҙәр...

Унынсыны тамамлғас, Йоматауға бухгалтерлыҡҡа уҡырға китә Сәғиҙә. Ата-әсәһе лә, ағалары ла уның был ниәтен хуплай. Нисек булһа ла Булаттан йыраҡҡараҡ ебәреү уйҙары. “Шунда, бәлки, үҙ парын табыр, үҙ ояһын ҡорор”, – тип өмөтләнәләр.

– Булаттың ялдарҙа, байрамдарҙа минең янға барып йөрөүен белгәс, ай енләнделәр ҙә һуң! – тип артабанғы яҙмышын һөйләне Сәғиҙә. – Шундай ҙа уҫал, ҡаты бәғерле кешеләр булыр икән, хоҙайым! Үҙ ағайҙарым бит әле. Улар минең турала бөтөнләй уйламаны ла, ҡайғыртманы ла. Дөрөҫөн әйткәндә, мине ҡурсаҡ кеүек күргәндәр. Үҙҙәренә нисек ҡулай, шулай булыуын ғына теләгәндәр. Әммә мин бит кеше! Үҙ аҡылым, үҙ уйым бар. Минең башҡалар ҡушыуы буйынса ғына йәшәгем килмәне.

Уҡып бөтөүемде лә көтмәй, Йоматауҙан алып ҡайтып киттеләр. Күпме осраштырмаҫҡа тырышһалар ҙа, беҙ барыбер осраша инек. Һиҙеп ҡалһалар, эләкте, әлбиттә. Әсәйемде әйтәм, ниңә ул яҡлашманы икән бер бөртөк ҡыҙын? Һөйөклө балаңды нисек күрәләтә тороп һәләк итмәк кәрәк? Нимә менән ғәйеплемен һуң улар алдында? Атаһы булмаған, ауыр тормошта үҫкән Булатты яратыуым өсөнмө? Әсәйем ағайымдарҙан да ҡурҡҡандыр. Һуңғы арала сырхауға әйләнде, өндәшмәҫ булды, дауахананан да сығышманы. Бәлки, эстән көйөп, ҡайғырып үҙ-үҙен бөтөргәндер. Биш ир-атты тәрбиәләүе лә еңел булмағандыр. Атайым да уҫал ине бит. Ярты һаулығын ул ҡаҡшатһа...

Бер ваҡыт аҙна буйы өйҙә яңғыҙ ҡалыу бәхете тейҙе. Ошо бер аҙна минең иң бәхетле һәм шул уҡ ваҡытта бәхетһеҙлегемә тарытҡан мәл булды. Яҙмышым шул саҡта хәл ителде шикелле...

Бәхетле үткәргән бер аҙнамдан күп тә үтмәй ауырға ҡалыуымды аңланым. Ҡайғырҙым да, ҡыуандым да. Булат менән бергә булырыбыҙға, бүтәндәрҙең беҙҙең хәлде аңларына ышандыҡ. Ҙур өмөттәр менән әсәй-атайым, ағайҙарымдан ризалыҡ һораныҡ. Ә улар нимә тип яуап биргән тиһең? Булаттың ҡабырғаларын һындырып, иҫен китәргәнсе туҡманылар, ә мине ҡалаға алып китеп, бәпесемде алдырҙылар. Унда беҙҙең туған тейеш апай табип ине, шуға күрә ауылда был турала белмәнеләр ҙә.

Булаттың әсәһе улын ҡурсалап ялыу менән йөрөп ҡараны, әммә осона сыға алманы. Унан һуң, Булат үҙе лә ҡаршы булған.

Ошо хәлдән һуң миңә йәшәү бөттө тиһәң дә була. Көнөм ҡара төнгә әйләнде. Булат та, мин дә бер-беребеҙҙән һыуынғандай булдыҡ. Өмөтөбөҙ өҙөлдөмө икән инде. Ул эсергә әүәҫләнеп китте. Мин әсәйем эргәһенән китмәйем. Ағайҙарым һәр аҙымымды күҙәтеп кенә тора. Әсәйем үлеп китте. Үлер алдынан, шулай ҙа, ағайҙарыма беҙгә бәхетле булырға ҡамасауламауҙарын һораны. Ҙур, арандай йортта атайым менән генә тороп ҡалдыҡ. Ул бәләкәй баланан былайыраҡҡа мыжыҡҡа әйләнде.

Беләһеңме, ағайымдар еңгәмдәрҙең инәлеүен, әсәйемдең һуңғы һүҙен тыңлап, бер ваҡыт беҙҙе бергә итергә, ҡауыштырырға күнделәр. Ул көндәр төш кеүек кенә булып ҡалды. Туй ҙа, никах та эшләмәнеләр, Булатты алды ла ҡайттылар. Беҙ үҙ бәхетебеҙгә үҙебеҙ ышанманыҡ, дәртләнеп йәшәп киттек. Әммә ағайҙарымдың йомшаҡлығы, һәйбәтлеге бер-ике аҙнаға етте. Бер көн, юҡ сәбәпте бар итеп, төймәнән дөйә яһап, туҡмап, ҡыуып сығарҙылар. Аҙаҡ Булат айныманы ла шикелле. Ә бер көн килеп, аҫылынып үлеүе тураһында ишеттерҙеләр. Һуңғы йыуанысым юғалды. Зәңгәр күктә ут һүнгәндәй булды. Исмаһам,  бергә йәшәп алғандан һуң балам да булманы бит! Иң үкенеслеһе лә шул хәҙер.

Күп тә үтмәй атайымды ерләнек. Атай үлгәс, еңел тын алып ҡалдым, үҙемде ирекле ҡош итеп тойҙом. Йыш ҡына эсештерә башланым. Әхирәттәргә аптырамайым, һөйәркәләр ҙә табылды. Йәшермәйем, яҙмышыма үсегеп, ныҡ ҡына йөрөп алдым. Бәлки, ауырға ҡалырмын тип тә өмөтләндем. Миңә хәҙер кемдән тапһам да барыбер, янымда иптәш булыуы ғына кәрәк ине. Әммә... Ниңә яҙмыш шул тиклем рәхимһеҙҙер миңә ҡарата, балаға уҙманым. Ағайҙарға минең туралағы хәбәр тиҙ арала барып етте. “Беҙҙе оятҡа ҡалдырып йөрөмә, бисә ир йортонда йәшәргә тейеш”, – тип өйҙән ҡыуа башланылар. Бына шунан һуң аңла инде үҙҙәрен. Инде хәҙер мин кемгә сыҡһам да барыбер ине. Ә Булатты үлтерҙеләр тиһәң дә була. Нисек бәхетле булыр инек беҙ!..

Кейәүҙе ағайымдар үҙҙәре тапты. Күрше ауылдағы ҡарт буйҙаҡҡа димләнеләр. Исмаһам, ҡотолормон, тип риза булдым. Арала яратыу булмаһа ла, татыу ғына йәшәп киттек. Һаман бәпәй булмағас, дауаханаларға, әбейҙәргә йөрөп ҡараным, әммә оҙаҡҡа барманы был тормош. Ағайҙарым һаман арабыҙға ҡыҫылды, һаман үҙҙәренсә йәшәтергә тырышты. Әммә был ирем Булат кеүек өнләшмәҫ түгел ине шул! Уның ҡарауы, аҙаҡ бөтә асыуын миңә төшөрә. Түҙмәнем, ҡайтып киттем. Унан һуң тағы ике ир менән йәшәп ҡараным. Юҡ, бәхетең бер булмағас, булмай икән.

Ә, беләһеңме, әле кемдең йортонда йәшәп ятам? Булаттың. Эйе-эйе. Икебеҙ бәхетле ғүмер итербеҙ, өй тулы балалар үҫтерербеҙ тип ҙур хыялдар менән һалған өйөндә йәшәп ятам. Үҙе лә ошонда, янымда ғына йөрөгән төҫлө. Шуға күрә сәй эскәндә уға ла ултырғыс, сынаяҡ ҡуям. Ошо йорттоң һәр бүрәнәһен, һәр таҡтаһын үҙ ҡулы менән һалған бит ул...

Шул тиклем һағынам Булатымды. Бында мине Булаттың әсәһе алып ҡайтты. Ағайымдарҙың береһе-бер һүҙ өндәшмәне. Бәлки, һуңлап булһа ла аңлағандарҙыр.

Бына хәҙер яңғыҙ йәшәп ятам шулай. Совхоз бөттө. Аҡса түләмәйҙәр. Фермала һыйыр һауам. Һөт алып ҡайтам да ҡаймағын, майын һатҡан булам. Ҡош-ҡорт алдым әле бына. Еңгәмдәр ҙә ярҙам итә былай. Алла бирһә, Булатымдың әсәһен дә үҙемә алып ҡайтырмын. Инде хәҙер ағайымдарҙан ҡурҡып ятып булмаҫ. Был йортта ғүмерҙә булмағанса көслө тоям үҙемде.

... Ысынлап та ниндәй бәхетле ғаилә булыр ине. Иркәләп, ҡарап ҡына үҫтергән һеңлеләрен үҙҙәренсә генә йәшәтергә теләгәндәр түгелме? Кеше яҙмышына хужа булып булмай шул! Шуны аңламаған, аңларға теләмәгән тәкәббер ағалары...