Шөғөл һәм күңел
Таңһылыу БАЙМЫРҘИНА
Күңеле көрҙөң киләсәге ҙур йәки Балаға һөйөү менән баҡ

Һәтес-һәтес-һәтес тә, 

Бигерәк матур бәпес тә. 

Ҡайҙа ҡуяйым икән?

Ергә һалайым микән? 

Күккә сөйәйем микән? 

Ергә һалһам, ҡорт тейә, 

Күккә сөйһәм, ҡош тибә, 

Ҡайҙа ҡуяйым икән?  –

тип һамаҡлай-һамаҡлай, бәләкәс кенә баланы устарында һикертеп ултырған өләсәйҙе күреп, йыш ҡына йәш атай-әсәй хафаға ҡала. Улай тоторға ярамай, бигерәк тә һикертергә, тип ҡурҡа. Ә халҡыбыҙҙың йолаларынан күренеүенсә, бында борсолорға урын юҡ. Сабыйҙы ҡулға йышыраҡ алыу уның тиҙерәк үҫешеүенә булышлыҡ итә, олатай-өләсәйе һикерткән бала тиҙ утыға. Шулай уҡ матур теләктәрҙе көйгә һалып һамаҡлау балаға нығыраҡ һеңә, дәртле ритм уның күңелен үҫтерә.

“Бала ҡулға өйрәнә” тигән һүҙҙәр төптө буш һәм нигеҙһеҙ. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ – бала тулыһынса әсәһенә мохтаж йән эйәһе. Уның да тирә-яҡты ҡарап йөрөгөһө, танышҡыһы, өйрәнгеһе килә. Шуға күрә, бәләкәсте күтәрер саҡта күтәрегеҙ, ул — бер мәл генә! 

Бала тәрбиәләүгә өләсәйҙәрен йәлеп итеп, халыҡ аҡылына таянған әсәләр бер ҡасан да отолмаҫ. Халҡыбыҙ борондан сабый күңеленә туған моңон, әсә телен һеңдерергә, уның рухын күтәрергә тырышҡан. Рухи яҡтан бай булған бала физик яҡтан да көслө була. 

Айырып ҡарай башлаһаң, халыҡ ижадының һәр төрөндә тәрән аҡыл ята. Әлеге әүрәткестәрҙе генә алайыҡ. Тыйыуҙы белмәгән сабый бер мыжый башлаһа, алдына сығырмын тимә. Ҡайһы ваҡыт иртәнсәк көйһөҙ килеп торған бала ыңғайына көнө буйына йөрөмәҫ өсөн, уның иғтибарын икенсе нәмәгә йүнәлтеү ҙә етә. Мәҫәлән, ҡолап китеп илағанында: 

– Әлли-лән, бәллилән, 

Айыу бейей белмәгән. 

Һап иткән дә ҡолаған, 

Килеп алмай тормаған, 

Әү-әү итеп илаған, –

тип һамаҡлай-һамаҡлай өҫтөн ҡағыштырып ебәрергә кәрәк. Ҡулын ишеккә ҡыҫып ауырттырғанда: 

– Бесәй-бесәй, бесәйем, 

Келәтемә инмә, тинем, 

Майымды ашама, тинем, 

Ҡойроғоңдо ҡыҫайым, ҡыҫайым, –

тип, сабыйҙы ауыртҡан ҡулынан һыйпап әүрәтәләр. 

Әгәр ваҡытында дөрөҫ итеп әүрәтмәһәң, ҡаты итеп тыйырға тырышһаң, әсәй әйткәнде тыңламаһаң шулай була ул, тип үсәһәң,  ҡысҡырһаң, баланың агрессияһы үҫә генә. Бындай ваҡытта бәләкәстең нервы күҙәнәктәре ныҡ ҡуҙғый, үҙен үҙе тота алмай, хатта әсәһенә лә һуғыуы ихтимал. Әсәйгә һуҡҡан өсөн тағын яза бирһәң, был янъял бөтмәҫ ҡулсаға әйләнә. Шуның өсөн оло кешегә, үҙен ҡулда тотоп, низағ башланыу менән баланың иғтибарын ҡапыл икенсе нәмәгә йүнәлтеү – иң отошлоһо. Тик, әүрәтәм тип, берүк алдауҙан һаҡ булығыҙ! “Кил әле, кәнфит бирәм”, – тип әйтәһегеҙ икән, мотлаҡ бирергә кәрәк. Әгәр кәнфитегеҙ булмаһа, улай тип әүрәтмәгеҙ, ә булғанын әйтегеҙ. Өләсәйҙәр: “Берәй нәмә бирәм тип алдатып, бирмәһәң – был һинең ғәмәл дәфтәреңә алдау булып яҙылып ҡуйыр”, – тип ҡаты киҫәтеп тә ҡуйған.

Ҡайһы бер атай-әсәй үҙенең кәйефенә ярашлы баланы йә иркәләй, йә әрләй. Был иң алама ғәҙәттәрҙең береһе. Бәләкәс булһа ла, бала – ул кеше. Уның да күңеле, йөрәге, аҡылы бар. Уйҙары оло кешенекенә ҡарағанда эскерһеҙ һәм саф. Нимә уйлағанын йәшермәй әйтә, аңламағанын һорай, атаһы менән әсәһен сикһеҙ яратҡаны өсөн уларға тиң булырға, күберәк белергә теләй. Бөтмәҫ һорауҙарына ла тыныс һәм аңлайышлы яуап бирергә кәрәк. Хатта бер тапҡыр яуап бирһәгеҙ ҙә, уның онотоуы ихтимал, шуға икенсегә, өсөнсөгә яуап бирергә иренмәгеҙ. Ғөмүмән, бала өс йәшенә тиклем ысынбарлыҡ менән үҙенең фантазияһын бутай. Шунлыҡтан уны ололар алдаша йәки ҡылана тип уйлай. Һәм үҙҙәренсә баланың “яман ғәҙәтен” ташлатыу өсөн әрләй башлай. “Һин алдаҡсы” тип битәрләй, хатта “яза” биреүгә лә барып етә. Бала, әлбиттә, үҙенең ғәйепһеҙ икәненә ышана һәм уның менән ни өсөн былай ҡыланыуҙарын аңламай. Күңеле төшә, осар ҡанаты ҡайырыла. Бындай хәлгә оло быуын юл ҡуймаҫ ине. 

“Кәмһенгән күңел йомола”, “Дәрт һүнһә, дарыу кәрәкмәй”, “Күңеле көрҙөң киләсәге ҙур, күңеле көрҙөң өмөтө ҙур” тигән мәҡәлдәрҙән күренеүенсә, баланың йәнен яраламай, көр күңелле итеп тәрбиәләү халҡыбыҙҙың төп бурысы булып торған.

“Кешенең һәр йәшендә үҙенә күрә бер матурлығы була. Сабыйҙың матурлығы уйын менән”, – тигән Әбүғәлисина. Ысынлап та, уйын тотош тормош мәктәбе тиһәк тә, яҙыҡ булмаҫ. Хатта бала нисек матур уйнай, ҙурайғас, шулай матур йәшәйәсәк, тип тә ебәрәләр. Бөгөнгө көндә әҙер уйынсыҡтарҙың күп булыуы, көнө-төнө матур йәнһүрәттәре менән баланың ваҡытын урлап тороусы телевизор, компьютер уйындарын әсәйҙәргә ярҙамсы тип уйларға ярамай. Улар –  бала тәрбиәләүҙә иғтибарҙы ситкә йүнәлтеүсе генә.

Беҙҙең дә тәүге балаларыбыҙ малай, ҡыҙ булып, бер-бер артлы тыуғас, ҡыҙыҡ күреп, алырға мөмкин булған уйынсыҡтың кәрәк-кәрәкмәгәнен алып, өйҙө тултырҙыҡ. Ваҡыт үтә килә ҡайһы бере ватылып, ҡайһыһы һытылып барҙы, уйынсыҡ күп булғас, яңыһын алыуҙы кәрәк тапманыҡ. Шулай итеп, малайыбыҙ уҡырға барҙы һәм бер көн килеп, мин туп тота белмәйем, тип хәбәр һалмаһынмы! Баҡтиһәң, беҙ бала туп тота белмәгән сағында уҡ алып биргәнбеҙ ҙә, бала эшкингәндә уның инде тубы һытылған булған. Физкультура дәресендә тупты өҫкә бәргәс, кирегә тота белмәй ыҙалаған. Һәр йәштең үҙ уйынсығы була икәнен шунда ғына аңланым. Халыҡ уйындары ла һәр йәшкә, енескә тап килеп, баланың физик үҫешенә булышлыҡ итә, сослоғон, мәргәнлеген, зирәклеген, таһыллығын арттыра, үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра. Күмәк уйындар баланы коллектив менән эшләргә өйрәтә, балалар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Бер уйынсыҡҡа талашып ултырғансы, “Йәшенмәк” уйнаһалар, зирәклек, сыҙамлылыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм һиҙемләү тойғолары арта.

Халҡыбыҙ хатта үсекләшеүҙе лә мәҙәни кимәлгә күтәрә белгән. Нимә генә тиһәң дә, бала бала булып ҡала, иптәштәре менән үсегешеп тә китәләр. Был ваҡытта бер-береһен ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәһен өсөн, төрлө үсекләшеүҙәр өйрәтеп ҡуйыу — иң яҡшыһы. Беҙ ҙә: 

– Тас, тиген.

– Тас.

– Тасҡа ултырып ҡас!

Йә булмаһа:

– Малай-малай,

Башы — ҡалай.

Ҡояш сыҡһа ялтырай, –

тип мәж килә торғайныҡ. Бындай үсекләшеү тиҙ арала үпкәне оноттороп, ҡыҙыҡлы уйынға әйләнә лә китә.

Халыҡ уйындарын күбеһенсә ялан-ҡырҙарҙа уйнағандар. Кеше элек-электән тәбиғәткә яҡын булған, унан көс алған, ял иткән. Балағыҙ менән йышыраҡ урманға сығығыҙ. Миҙгелдәргә ярашлы уйындар уйлап сығарығыҙ. Талпан, бөжәктәрҙән ҡурҡып, баланы мөғжизәле әкиәт донъяһынан мәхрүм итмәгеҙ. Уға яңынан-яңы тәьҫораттар кәрәк. Ер кешеһенең, үҙ еренән ялан аяҡ йүгереп ҡарамайынса, был тормошта мөһим аҙымдар яһауы икеле.

Һүҙемдең аҙағында тағы шуны әйткем килә. Бер көн сәй артында бала тәрбиәләү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, аталары: “Баланы яратырға ғына кәрәк!” – ти. Ысынлап та, “Балаға һөйөү менән баҡ, ул ҙурайғас – хөрмәт менән ишеген ҡаҡ!" – тигән бит боронғолар ҙа.

Бала тәрбиәләгәндә “Аталы бала – арҡалы, инәле бала – иркәле” тигәнде лә оноторға ярамай. Әсәй төп тәрбиәсе булһа ла, атай кешенең яҡлауын тойоп үҫһен бала. Тулы, бәхетле ғаиләләрҙә генә бәхетле быуын тәрбиәләп була.