Яңылыҡтар
«Шоңҡар» № 4. Тиҙҙән!!!

«Уңыш – маҡсат түгел, ә башҡарған эшеңдең һөҙөмтәһе генә», - ошондай инаныс менән йәшәй илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе яулаусы, һәр ваҡыт белемгә ынтылыусы башҡорт егете Марат Төхвәтуллин. Журнал тышындағы мөләйем яҡташыбыҙ менән ҡыҙыҡлы әңгәмәгә битараф ҡалмаҫһығыҙ, тигән уйҙабыҙ. 
***

Яңыраҡ бәләкәй улым мәктәптән ҡайтып: “Атай, беҙ баймы?” – тип һораны. Үҙемсә аңлатып маташтым: һинең атай-әсәйең, ағайың да, апайың да бар, күптәрҙең уныһы ла юҡ һ.б. Был яуап Бәхтийәрҙе әллә ни ҡәнәғәтләндереп бөтмәне, шикелле. Хәйер, үҙемде лә уның был һорауы тәрән уйға һалды. “Нимә ул байлыҡ?” Үҙенең мәҡәләһендә Илдар ҒӘБИТОВ ошо һорауға яуап эҙләй. Ниндәй яуап тапҡанын «Шоңҡар»ҙың 4-се һанында уҡып белерһегеҙ. 
***

«Шоңҡар» китапханаһында был юлы шифалы үләндәр хаҡында белешмә тупланған. Яҙ-йәй айҙарында файҙалы үләндәр йыйыуҙа ярҙамы тейер, моғайын. 
***

Әминбәктең сере нимәлә? Бүләк Исмәғилеваның һөнәр һайлау йәһәтенән биргән кәңәштәре әле үҙен ниндәй өлкәлә һынап ҡарарға белмәгәндәргә этәргес булыр. 
***

«Сәсмәүер»ҙә Мөнир Ҡунафиндың «Йыназанан һуң ике аҙна» исемле сираттағы хикәйәһе менән таныша алырһығыҙ, «Танһыҡ әҫәр» рубрикаһында баҫылған М. Ғафуриҙың «Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын» хикәйәһен уҡып, бөгөнгө етеш тормошобоҙ тураһында уйланырһығыҙ. 
***

Шиғыр һөйөүселәр иһә Рәсимә Сәлихова һәм Рәмилә Ҡужаҡоваларҙың күңел даръяһын иңләй алыр. 
***

Шулай уҡ башҡорт трендтары, алдағы миҙгелдә ниндәй төҫтәр өҫтөнлөк итеүе хаҡындағы мәҡәләләр, Ғәлиә Вәхитованың «Автобиография»һы, “Ковент-Гарден”ды яулаған Айгөл Әхмәтшинаның тарихы ла күңелегеҙгә хуш килер, тигән ышаныстабыҙ.