Заман заңы
Гөлсинә ЙОСОПОВА
Психологияны яҡшы белеүселәр ҡармағы

2015 йылдың ноябренән алып 2016 йылдың апреленә тиклем Рәсәйҙә балалар араһында 130(!) суицид осрағы теркәлгән. Шуларҙың барыһы ла тиерлек Интернеттағы бер үк төркөмдәрҙә торған икән.

Социаль селтәрҙәрҙә беҙҙең балалар менән эҙмә-эҙлекле рәүештә ентекле эш алып баралар. Ололар гаджеттарҙы аралашыу, үҙенә пиар яһау өсөн ҡуллана. Заман уңайлығы ярҙамында аҡса эшләй йә үҙбаһаһын күтәрә. Ә балаһы?

Ул ни бары ата-әсәһен ҡабатлай. Тыймауҙан файҙалана. Тиңдәштәренән артта ҡалырға теләмәй. Ниндәй вариантты алһаң да, дөрөҫлөк бар. Күҙе гелән планшетта, ҡолаҡтары “наушник”тарҙа. Үҫмерҙең нимә тыңлап, нимә уйлап йөрөгәнен белеү мөмкин түгел. Ғәҙәттә, шикле төркөмдәрҙә теркәлгән балаларға бер кемгә лә, бер нәмә лә һөйләмәҫкә ҡушыла. Тағы ла шуны билдәләү кәрәк: бейек йорт башынан осҡан йә поезд аҫтына ташланған үҫмерҙәрҙең күбеһе арыу ғаиләнән.

Көнө-төнө Интернет киңлектәрен гиҙгән бала үҙе лә аңлап етмәгән төркөмдәргә теркәлә, ниндәй генә хәбәр ебәрһәләр ҙә етди ҡабул итә. Шикле әҙәмдәрҙе дуҫтары иҫәбенә индерә. Сөнки ул әлегә донъяны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Һәр яңылыҡҡа ышана. Нимә ярай-ярамай, зыянлы икәнен аңлап етмәй. Яуыздар уның ошо бер ҡатлылығы, эскерһеҙлеге менән оҫта файҙалана.

Ҡыҙыма туғыҙ йәше тулған көндө, бик үтенгәс, “Бәйләнештә” социаль төркөмөнә теркәнек. Тәүге көн беҙҙең күҙәтеү аҫтында егерме минут самаһы ултырҙы. Бер ни аңламағас, һорауҙарын яуҙырҙы ғына. Сәхифәһендә барлыҡҡа килгән бер рекламаға уғата ҡыуанып китте. “Әсәй, ҡара, миңә нимә ебәргәндәр!” – тигән була. Шул саҡ баланы Интернет ҡарамағына (әллә ҡармағынамы?) ташлап ҡуйыуҙың ни тиклем хәүефле икәнлеген аңланым. Яйлап, төрлөсә алдаштырып, һыуындырҙым был төркөмдән. Инде онотто ла ул турала. Ярай әле, иптәштәре лә – Интернет тип бик иҫе китеп бармаған балалар. Класташтары менән нимә тураһында һөйләшеүҙәре хаҡында ҡыҙыҡһынам. Берәүһе менән – бесәйҙәр, икенсеһе менән китаптар тураһында, өсөнсөһө менән ҡул эштәре хаҡында икән. Ләкин баланың тормошо, күңел торошо менән даими ҡыҙыҡһынып тормаһаң, унан алыҫлашһаң, күп тиҫтерҙәре кеүек социаль селтәрҙәргә инеп китмәҫ тимә.

Атанан күргән...

Дөрөҫөн генә әйткәндә, Интернет оло кешенең тормошона ла һәйбәт йоғонто яһай тип әйтеү мөмкин түгел. Немец ғалимдары тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, күптәр бүтәндәрҙең бәхетле саҡтарында, йәғни сәйәхәттә, кафе-ресторандарҙа, бәпес алып ҡайтҡанда һ.б төшкән фотоларын күреп көнләшеү тойғоһо кисерә, хатта депрессияға ла бирелә икән. Америкала иһә һәр бишенсе никах социаль селтәрҙәр арҡаһында тарҡала. Һөйгәне кем менәндер яҙышҡанын белеп ҡалыу ҙа етә.

Социаль селтәрҙәр кешене нимәһе менән йәлеп итә һуң? Иң тәү сиратта – үҙеңде яҡшыраҡ яҡтан күрһәтеү, башыңда тыуған уйҙарыңды бар донъяға асып һалыу мөмкинлеге менән. Ләкин тора-бара буйһоноусанлыҡ барлыҡҡа килә. Әйләнгән һайын инәһең дә нисә лайыҡ икән, кем ҡуйған, ниндәй хәбәрҙәр бар, тип ҡарап сығаһың. Артабан кәйеф үҙгәреүсәнлек, хәүеф-хафа көтөп йәшәү, енси дәртһеҙлек кеүек психик тайпылыуҙар ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ. Иң мөһиме: кешенең аралашыу даирәһе киңәйһә лә, үҙ-үҙенә йомолоп ҡалыуы ихтимал. Күҙгә-күҙ ҡарап әңгәмәләшеүгә бер нәмә лә етмәй.

Тағы шуныһы: хәҙер ололар араһында ла ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса берләшеп, төрлө ябыҡ төркөмдәрҙә тороу күренеше бар. Хатта үҙенә ҡул һалырға теләүселәр ҙә үҙ-ара фекер алыша, бер-береһен ҡеүәтләй икән.

Ошонан һуң балалар һәм үҫмерҙәр хаҡында ни әйтәһең?

Бер көн уларҙың ҡулынан бөтә гаджеттарҙы тартып алдыҡ, ти. Был, әлбиттә, мөмкин булмаған хәл. Ни өсөн тигәндә, өйгә эштәрҙе ҡарау, эшләү өсөн дә Интернетҡа инмәйенсә булмай. Телефондар баланың ҡайҙалығын белеп тороу өсөн кәрәк, әммә унда ла донъя селтәре бар.

Ни өсөн бала башына алама уйҙар инә?

Үҫкәндә уның төрлө осорҙары булып ала. Тиҫтерҙәре менән аңлашмау, уҡытыусыһы менән килешмәү, ата-әсәһенә үпкәләү һ.б. Үҫмерҙәр үҙе оҡшатып йөрөгән малай йә ҡыҙҙың насар мөнәсәбәтен фажиғәләй ҡабул итеүе ихтимал.

Баланың ошондай саҡтарын күрә, тоя белергә кәрәк. Ваҡытында әйтелгән дөрөҫ кәңәш, йәки бер нәмә өндәшмәгән хәлдә лә, өйҙә йылы мөхит булдырыу мөһим. Юғиһә төрлө төркөмдәрҙә эш алып барыусы, уларҙың психологияһын яҡшы белеүселәр ошондай саҡтарын һағалап ҡына тора тиерһең.

“Һиңә ҡыйынмы? Атай-әсәйең талашамы? Уҡып арыныңмы? “Бәйләнештә” йыш ултыраһыңмы? Дуҫтарың аңламаймы? Егетең ташланымы? Күңелһеҙ көйҙәрҙе йыш тыңлайһыңмы? Улайһа беҙҙең төркөмгә рәхим ит!” Үрҙә әйтелеүенсә, һәр нәмәгә сикһеҙ ышанып ҡараған бала саҡырыуҙы ҡабул итә. Унда, ғәҙәттә, уҡыусылар яҡын күргән лексика, сленгтар аша аралашып арбайҙар. Артабан ябыҡ төркөмдәргә һайлап алалар. Ниндәйҙер символдар, һандар, графикалы һүрәттәр ярҙамында ҡоролған серле кәртәләрҙе үтеү һәр кемде мауыҡтыра ала. Донъяны мөғжизәле итеп күргән бала битараф ҡалмай, әлбиттә. Экрандың теге яғында психологияны һәйбәт белгәндәр ултырыуына шик юҡ. Уйындың ниндәйҙер кимәлендә үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы тәҡдим итә башлайҙар, быны бер геройлыҡ кеүек  итеп аңдарына һеңдерәләр. Хәҙер был пропаганда мессенджерҙарға ла (ватсап, вайбер) күсә башланы.

Һөҙөмтәлә, яңылыҡтар ҡот осҡос хәбәрҙәр менән тула. Роскомнадзор яуыз төркөмдәрҙе белеп ҡалған һайын ябып тора, әммә уның урынына яңылары асыла. Фәтүә юҡ. Рәсәй үҫмерҙәр араһындағы суицид осраҡтары буйынса беренсе урында!

Ни эшләргә?

Баланы яратыу етә тип кенә фекер йөрөткән психологтар ни тиклем артта ҡалған, тип уйлап ҡуяһың. Шул хәтлем итеп тәрбиәләгән хәлдә лә, сабыйың Интернет сүплеге аша көндәлек ағыу дозаһын алып тора.

Эйе, гаджеттарҙы ҡулдарынан тартып алып булмай. Әммә ҡулланыу ваҡытын сикләргә, баланың буш ваҡытын нисек үткәреүе хаҡында ҡыҙыҡһынырға мөмкин. Бәләкәйҙән үк нимәнең зыянлы йә файҙалы икәнлеген аңдарына һеңдереп үҫтергәндә, күп ваҡыттарын социаль селтәрҙәргә бүлеп тә ултырмаҫтар ине.

Үҫмерҙең буш ваҡыты булмаҫҡа тейеш. Түңәрәктәргә йөрөһөн. Ғәҙәттә, улар саҡ ҡына шөғөлһөҙ торһа ла күңелһеҙләнә башлай. Ана шул мәлендә йомош ҡуша белергә кәрәк. Интернет һорай икән, унда файҙалы сығанаҡтарҙы күрһәтеү мөһим. Төрлө оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап ҡул эштәренә өйрәнһен әйҙә.  Журналыбыҙҙың сайтында “Оҫтахана” видеоконкурсы ойоштороп, йәштәрҙең иғтибарын файҙалыға йүнәлтергә теләгәйнек. Ниндәй ҙә булһа һәйбәт шөғөлгә өйрәнгән, уны яратып башҡарған бала бер ҡасан да юҡҡа-бушҡа Интернет гиҙмәҫ.

Ҡыҙыҡһыныуҙарына битараф булмаҫҡа кәрәк. Матур шөғөлдәрен хуплау мөһим. Мәҫәлән, бесәй һорай икән, ниңә ҡаршы торорға? Интернеттан уны нисек йыуындырырға икәнлеген ҡараясаҡ, бүтән үҙенсәлектәрен өйрәнәсәк. Аквариум һатып алғандан һуң ҡыҙым балыҡтар тураһында ғына видео ҡарай. Уның һыуын ҡасан алмаштырыу, ҡабырсаҡтар менән биҙәү беҙҙең өйҙә төп темаға әйләнде.

Ләкин баланың нисек тын алғанын һиҙеп-тойоп торор өсөн әсәйҙең эргәлә булыуы мөһим. Көнө буйы эштә сағында, мәктәптән үҙе ҡайтҡан үҫмер өйҙә нимә менән мәшғүл – билдәһеҙ. Уның имен-аман, тамағы туҡ булыуы ғына барыһы ла яҡшы тигәнде аңлатмай. Баланың тормошҡа ҡараштары ныҡлап формалашҡансы, психикаһы нығынғансы эргәһендә дөрөҫ йүнәлеш биреп, матур өлгө күрһәтеп, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтеп йөрөгән яҡын кешеһе булырға тейеш! Атай-әсәйҙәр тураһындағы закон кәрәклеге етешеп бөткән, мөһим мәсьәлә.

Һәр кем үҙ балаһына иғтибарлы булһын ине, Интернет донъяһына ышанып тапшырмаһын. Эйе, кис арып ҡайтҡанда йәнһүрәттәргә текәлгән, компьютер уйынына мөкиббән киткәндәр ҡамасауламай, юҡ-бар һорауын биреп баш ҡатырмай. Әммә эште балаңдан артыҡ күреү дөрөҫ түгел. Хоҙай беҙгә уны матур итеп тәрбиәләр, дөрөҫ юлға баҫтырыр өсөн аманат итеп тапшырған. Иңебеҙгә ҙур яуаплылыҡ һалған. Ә эш өсөн пенсияға киткәнсе генә шәпбеҙ. Артабан ҡарт кеше балаһы проблемалары һәм аяҡ-ҡулдары һыҙланыуҙары менән генә тороп ҡала. Хатта иҫ киткес билдәлелек яулағандар ҙа онотола, яйлап ҡына тарих төпкөлөнә сума.

Шуға күрә, балаға иғтибарлы булыуҙы һәм һаулыҡты ҡайғыртыуҙы ситкә ҡуймайыҡ.

 

Иғтибар!!!


1. Балаларҙы Интернеттағы хәүефле мәғлүмәттәрҙән, порно, экстримистик, үлем сайттары, наркотиктар таратыусы төркөмдәрҙән ҡурсалау маҡсатында, атай-әсәйҙәргә ярҙам маҡсатында ХӘҮЕФҺЕҘ ИНТЕРНЕТ ЛИГАҺЫ ТАРАФЫНАН МАХСУС СЕРВИС булдырылған. http://www.ligainternet.ru/liga/about.php Ошо һылтанма буйынса инеп, балаларҙы кәрәкмәгән контенттан һаҡлау мөмкинлектәрен өйрәнергә мөмкин.
2. Тағы ла бер сервис. dns.yandex.ru. Ошо адрес буйынса инеп, фильтр ҡуйырға мөмкин. Эҙләү системаһына хәүефле төркөм, сайттарға һорау яҙылһа ла, улар асылмаясаҡ. 
3. Кеҫә телефондары өсөн ҡушымталар түләүле. Әммә бала ғүмере ҡәҙерлерәк икәнен бер ваҡытта ла онотмайыҡ. Тап ошондай мәсьәләләрҙә аҡса менән иҫәпләшмәйек!

 

Баланың тәрән ҡайғыға төшөү билдәләре:

Аппетиты юғала йә көсәйә, йоҡоһоҙлоҡтан йонсой;

Эсе, башы ауыртыуға зарлана, тиҙ арый;

Үҙенең тышҡы ҡиәфәтенә әһәмиәт бирмәй;

Гел үҙен яңғыҙ, ғәйепле тоя;

Тәрән уйҙарға бирелә;

Киләсәккә хыялдары булмай;

Өйҙән китергә теләй;

Һүрәттәрендә үҙенә ҡарата ҡәтғилек күренә;

Бер сәбәпһеҙ илай, бүтәндәргә ҡаты бәрелә;

Шәхси әйберҙәрен ҡәҙерләмәй;