Кеше һәм тәбиғәт
Гөлназ ҠОТОЕВА
РӘМИ мөхәббәте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл тулды. Рәми – күңелдәрҙә, Рәми – йөрәк тибешендә. Уға булған мөхәббәт һүнмәҫ-һүрелмәҫ, сөнки уның халҡына булған һөйөүе, ярһыу хистәре быуаттарға күскән. Шиғырҙары менән ул үҙенә үлемһеҙлек яулаған. Уға ҡағылышлы һәр бер иҫтәлек ҡәҙерле. Уның көндәлектәрен һәм шиғырҙарын шағирҙың тәүге мөхәббәте әлеге көндә хәтере яҡшы, зиһене салт Марияттың хәтирәләре менән үреп, сағыштырып, ауаздашлыҡтарын табып уҡырға булдым. Рәмиҙең көндәлектәре башҡорт әҙәбиәтендә ҡабатланмаҫ күренеш, ундағы ваҡиғаларҙың уйлап сығарылмауын, документаль нигеҙле булыуын Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Рәми” китабында билдәләп үткәйне.

Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы — булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!

***

Ышанысһыҙ минең һөйөү,
Минең һөйөү ҡурҡыныс.
Янам, ағам – уттай, һыуҙай,
Бул һин ситтә, бул тыныс...

Бер осҡоном ҡалһа һиндә,
Мин киткәс тә янырһың.
Мин киткәс тә бер тамсымдан
Даръя булып ағырһың...

Шиғырҙарындағы хистәре лә, тойғолары ла ҡайҙандыр хыялдан түгел Рәмиҙең. “Донъя беҙҙең шиғырҙарҙа үҙенең барлыҡ буяуҙары менән йәшәһен, көлһөн, илаһын, үҙенең бөтә серҙәрен, мәғәнәһен кешегә асып бирергә тырышһын ине. Йөрәктә заман ҡысҡырһын. Шиғриәт уйланырға ла, уйландырырға ла тейеш. Киләсәк шиғриәте ул тәрән фекер, фәнни фекер шиғриәте”, - тип тәрән фекерләгән шағирҙың мөхәббәткә, ҡатын-ҡыҙға, уның менән ҡорған мөнәсәбәткә лә ҡарашы иҫ киткес етди, яуаплы, еңел-елпе түгел.

 

Мөғжизәле хат

“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Башҡортостан ҡыҙы” хеҙмәткәрҙәре! Мин – Рәми Ғариповтың тәүге мөхәббәте Марият Ғайсина булам. Уның көндәлектәрен, шиғырҙарын уҡыһағыҙ, мине беләһегеҙҙер тип уйлайым. Беҙ бер йылғыбыҙ, мин дә интернатта тәрбиәләнгән ҡыҙыҡай. Мин –1951, ә Рәми 1950 йылғы сығарылыш. 1968 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге һанын ул миңә ебәрҙе. Хәҙерге көндә Силәбе өлкәһенең Бакал ҡалаһындамын.

Үҙем Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһында йәшәйем. Бында башҡорттар күп. Әлегә, Аллаға шөкөр, мәҙәниәт һарайына йөрөйөм, сәхнәнән төшкәнем юҡ. Мандолинала уйнайым. Йырлап та ебәрәм, бер ҡыйынлыҡ бар: бер ҡалала ла мандолина һатылмай, ҡылдарын да тапмаҫһың. Элек бит улар бөтәһе лә була торғайны.

Бәлки, осрашырбыҙ. Миңә ҡунаҡҡа килегеҙ. Иң яҡты, изге теләктәр менән, һеҙҙән яуап көтөп, Марият”.

Ошондай йөкмәткеле хат алғас, тулҡынланыуымдың сиге юҡ. Күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратам, алмайҙар. Иҫкә төшкән һайын йыш-йыш йыям һандарҙы: яуап биреүсе юҡ. Әлбиттә, ҡош телендәй сәләм дә яҙып та ебәреп була. Хатығыҙҙы алдыҡ, юл төшкәндә инеп сығырбыҙ, тип тынысландырып. Әммә күңел теге остан яуап булырын һиҙә. Бына Силәбегә саҡырыу алдыҡ. Марият хаҡында бер туҡтауһыҙ уйлайым. Тағы телефон һандарын йыям. Был юлы, ниндәй бәхет, ул үҙе яуап бирә! Эй, илаһым! Тимәк, алда тулҡынландырғыс осрашыу.

Мөхәббәт үлемһеҙ!

Шағирҙы төн йоҡоларынан яҙҙырған, иҫ киткес серле зат. Моғайын да, уны күңел юғарылығы менән арбағандыр йә илаһилаштырыр образ булғандыр, тием. Һорауҙар күп. Һикһәнде уҙһа ла мөләйемлеген юғалтмаған апай. Шағирҙы ғазаптарға һалған, төн йоҡоларынан яҙҙырған Марият менән бер осрашырмын, тип хыялландыммы икән? Моғайын да, шундай теләк булғандыр, сөнки донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел. Рәми Ғариповтың “Көндәлектәр”ен уҡығанда ошо һөйөү тәьҫире әҫәрләндерә. Һөйгәне өсөн ул утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Ошо аңлайышһыҙ ҙа, татлы ла хис уны бер күктәргә ата, бер ергә сойорғота. “Мөхәббәттә Рәми барыһынан элек фекерҙәш эҙләй, тоғро рухи юлдаш тураһында хыяллана, бер һүҙеңдән генә түгел, күҙ ҡарашынан уҡ аңларлыҡ серҙәш кәрәк уға” (Рауил Бикбаев. Рәми. Шағир тураһында китап. – Өфө: Китап, 2007, 85-се бит). Һөйөүҙән ҡасырға теләп, интернаттан юғалып тора үҫмер. Әммә йәшенле йәшлек артта ҡала, Шағир Мәскәүгә, Әҙәбиәт институтына, уҡырға инә. Юғары маҡсат ҡуйып, үҙен ҙур эштәргә әҙерләй. Марият бер класҡа түбән уҡығас, икенсе йылына Өфөләге Китапханасылар техникумына юллана. Ике арала хаттар оса.

Рәми көндәлегенән:

27 октябрь, 1953 йыл.

Бәлки, миңә бөтөнләй үҙемде асмай торған, минең эске тормошомдо аңламай торған ҡатын да тура килер, кем белһен... Ә Марият минең ғүмер буйы ғазапланып уйлай торған кешем булды. Бына инде уны тәү башлап күргәнгә һигеҙенсе йыл. Дүрт йыл буйы ул минең бөтә ҡаныма һеңде. Ҡот осҡос илленсе йыл килеп етте... Кешегә үҙенең бәхет эҙләүе генә бәхет, ә ҡапыл күкрәп килгән, көтөлмәгән бәхетте ул күрмәй... Хәҙер мин үткән мөхәббәтемде генә яратам. Мин хәҙер алдағы көндәрҙең көсөнә бөгөнгө көндөң көсөнә ҡарағанда нығыраҡ ышанам. Артҡа сигенеү мөмкин түгел. Был кәрәкмәй ҙә. Алға барған тормошто күрмәйенсә, уға үҙеңдең бәләкәй генә тормошоңдо ҡаршы ҡуйыуҙан да көлкөлө көсһөҙлөк юҡ. Был ҙур юлдан килгән ҙур йөк арбаһының тәгәрмәстәре аҫтына инеп, уны хәҙер ауҙарам тип, һаҙҙан сыҡҡан баҡаның һытылыуы менән оҡшаш. Тормошто тәрәндән аңлаған кеше былай була алмай. Тормоштоң үҙ һүҙе бар: Алға! Алға! Алға! (Көндәлектәр, 2-се том, 104-се бит)

“Һарытау өлкәһе Балаково ҡалаһында ҡырҡ йыл йәшәйем. Әле 84 йәшемдәмен. Бер кемһеҙ тороп ҡалған сирле Роза апайымды ҡарар өсөн ун йыл Балаково менән Бакал араһын тапаным. 2014 йылда, 82 йәшендә, ул мәрхүмә булды. Ике бала таптым. Радик исемле улым бар ине, үлеп ҡуйҙы”, – ти Мариат.

– Шағир нисек һеҙҙе яратып китте? – тигән һорауым урынһыҙыраҡ та, сөнки һөйөү – кешегә күктәрҙән бирелгән бүләк, күңел халәте, елкенеүе.

– Унда ла, миндә лә тел юҡ. Мин унан оялам, ул – минән. Беҙҙең ана шул һөйләшмәү арҡаһында бер-беребеҙҙе аңлашып етмәгәнбеҙҙер, тип әйтһәм дә була.

Рәми көндәлегенән:

24 май, 1953 йыл.

Ә мөхәббәт йоҡлай. Бик ныҡ һөйгөм һәм һөйөлгөм килә. һөйөрлөк кешем юҡ. Ата булғым килә минең. Яратҡан дуҫым ғына түгел, ныҡ яратҡан ҡатыным да булырға тейеш. Бына инде институтты тамамларға ике генә йыл ҡалды. Өйләнеү һис тә иртә түгел. Ваҡлағым килмәй үҙемде. Тулы тормош менән йәшәгем килә. Үҙемдең ҡатынымдан башҡа мин бер кемгә лә булырға тейеш түгел. Кисә Рәйес менән был турала һөйләшкәндә:

— Эштән ҡайтыуыңа муйыныңа балаң килеп аҫылынырлыҡ булмаһа, нимәгә ул ғаилә ҡороу! — тигәс, ул көлөп ҡуйҙы. (Көндәлектәр, 2- се том, 78-се бит)

15 декабрь, 1953йыл.

Ҡаҙанға Хәкимгә лә, Дилараға бик ҙур хат яҙаһы бар. Ә Дилараға хәҙер яҙмай торорға булдым. Ә үҙемдең уның тураһында бөтәһен дә белгем килә. Хәҙер уның ҡайҙа икәне лә билдәһеҙ. Ауылға уҡытырға киттеме икән? һаман да редакцияла эшләйме? Белмәйем. Ә Марият һаман ғазаплай. Уны уйлау ҡурҡыныс та, рәхәт тә. Рафаэль дә шулай. Йыш ҡына Риманы иҫкә төшөрә, үкенеп бөтә алмай. Рима хәҙер тормошта. Ә ни тиклем яратты ул Рафаэлде! Ә Рафаэль уны ул тормошҡа сыҡҡас ҡына яратты. Шулай уҡ та, ҡыҙҙар хаҡында хыялланып ғүмер үтер икән?— тибеҙ ҙә аптырашта ҡалабыҙ. Ярай, миңә лә төнәргә ваҡыттыр. Инде әтәстәр ҙә ҡысҡырыша башланы. (Көндәлектәр. 2-се том, 108-109-сы биттәр)

27 декабрь, 1953.

Ниңә һуң мин хәҙер бер генә ҡыҙҙы ла тулыһы менән йөрәгемә индерә алмайым? Хатта ҡурҡыта. Ә минең шул тиклем яратҡым килә. Әйҙә, ул яратыу теләһә ниндәй ғазаплы, үкендергес булһын! Тик минең ғәҙәттән тыш янып яратҡым килә. Ләкин мин быға ышанмайым. Әйтерһең, йөрәк мәңгегә йоҡлаған! Ниңә шулай? Бынан өс йыл элек минең күкрәгемдә ут йомғағы ята ине. Әллә ниндәй ләззәт, һыҙланыу менән яна ине йөрәк! Төндәрен йоҡлай алмай яҙам да яҙам, көндәрен — уҡыйым да уҡыйым, үҙем тамсы ғына ла арымайым, атлап түгел, гел осоп ҡына йөрөй инем! Ә хәҙер, әйтерһең, туңғанмын. Күңел боҙланған. Ҡот осҡос һалҡынлыҡ! Кем һуң иретә алыр уны? Мариятмы? Юҡ, ышанмайым. Ул хәҙер мине яратһа ла, мин уны ярата алмайым. Шул ярата алмау мине ғазаплай. Мин Мариятта хәҙер үҙемдең тәүге мөхәббәтемде генә яратам, уның шул тиклем үкендергес булыуына, тойғоларымдың яуапһыҙ ҡалыуына һаман да һыҙланам. Күргем килә уны. Ләкин уны күреү һәр саҡ шул үтелгәндәрҙе хәтерләтә лә үҙемде яратмайым. Үҙемдең ғорур була алмауыма асыу килә. Ул тамсы ла үҙемдең хыялда тыуҙырған Мариятҡа оҡшамаған...

Хыялымда яңғыҙ елкән булып, 
Сайҡалаһың йылдар буйына, 
йә һис юғалмайһың үҙең унан, 
Иә бирмәйһең тынғы уйыма. 
Әллә һин аҙашып индең уға, 
Әллә индең мәңге ҡалырға?
Ниңә шулай онотмайым һине? 
Ниңә шулай һаман янырға? 
Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла 
Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу. 
Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,
Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу... 

(Көндәлектәр. 2-се том, 114-се бит)

20 ғинуар, 1954 йыл.

«Марият! Күҙ алдыңа килтерһәң ине: тирә-яҡта шундай сафлыҡ, шундай иркенлек! Ҡарағайҙарҙың, шыршыларҙың йәшел ботаҡтарына күпереп кенә торған ҡар түшәлгән. Ботаҡтарҙа ул, муйыл сәскәһе кеүек, тәлгәш-тәлгәш уҡмашып тора. Улар шундай һәлмәк кенә булып, ниндәйҙер бик матур ауырлыҡ менән түбәнгә аҫылына. Миңә тик ауырлы йәш әсә генә шулай матур булыр ине кеүек. Миңә был донъялағы иң изге матурлыҡ булып тойола. Сөнки тик әсә йөрәгенең аҫтында ғына башланған яңы ғүмерҙең йөрәге тибә. Йәш әсәгә шунан да ҙур ғорурлыҡ юҡ кеүек был саҡта. Бына иртәгә һуңға һинең тормошҡа килгән көнөң, Марият. Һинең өсөн берәү генә булған иң ҡәҙерле кешеңдең иң ныҡ шатланған көнө. Быны һин аңлайһыңмы, Марият? Мин үҙемде әле бер ҡасан да шундай яңғыҙ, шундай күңелһеҙ тойғаным юҡ ине. Их, Марият!.. Әгәр ҙа бына шул ваҡытта донъяла мине бер генә аңлай торған кеше булғанда, мин ни тиклем бәхетле булыр инем. Ниңә кешегә ҡайһы саҡта түҙә алмаҫлыҡ ауыр? Башҡа ваҡыттарҙа мин был һорауға яуап бирә алам. Ә бөгөн — юҡ. Бөгөн минең тормоштан юғалғым килә, бөтөнләйгә киткем килә. Ләкин мин иртәгә уны тағы ла нығыраҡ яратасаҡмын. Мин тормошто ғәҙәттән тыш яратыр өсөн тыуғанмын. Кәрәк булһа, тик уның өсөн генә үлергә әҙермен. Марият, бәлки, был уйҙар бик сәйер тойолор. Ләкин улар бөгөнгө уйҙар ғына түгел... Мин аҙым һайын кешеләрҙең бер төрлө һөйләп, бөтөнләй икенсе төрлө йәшәгәндәрен күрәм. Ләкин күптәр быны күрмәй... Был көндәрҙә һинең турала бик күп уйланым мин. Беҙҙең быуын да олоғая бара, Марият. Һин инде бына эшкә лә китәһең. Ә мин һинән алдараҡ эшләй башларға тейеш инем. Ә мин һинең күберәк уҡыуыңды теләйем, һиңә китапхана институтын бөтөргә кәрәк. Әгәр ҙә һин үҙеңдең был эшеңде бөтә йөрәктән яратаһың икән, көҙгә тиклем эшләп, уны ныҡ аңлап, үҙеңә нимә етмәгәнен бөтә яҡтан да белеп, көҙгә яңынан уҡый башларға кәрәк, Марият! Беләм, һинең әсәйеңә, туғандарыңа ярҙам иткең килә. Ләкин һин күберәк ярҙам итерлек бул, бөтә яҡтан да алыҫҡараҡ ҡара... Мин һиңә ошонан башҡа бер ниндәй ҙә яҡшы кәңәш бирә алмайым. Ә миңә шулай ҙа һинән алдараҡ эшләй башларға, һинең үҙеңә уҡыу өсөн ярҙам итергә кәрәк. Шуға нисек ҡарайһың, Марият? Яҙ, йәме. Әлбиттә, һин үҙ тормошоңдо минән башҡа ла хәл итергә мөмкинһең һәм хаҡлыһың да. Ләкин мин үҙ тормошомдо һинән башҡа күҙ алдыма килтерә алмайым. Һин берҙән-бер өмөтөм минең, Марият. Әгәр ҙә беҙҙең тормош мин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, мин әҙәбиәттән башҡа үҙемә бер ниндәй ҙә йыуаныс эҙләмәйем. Үҙем өсөн аҙ ғына булһа ла йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмаясаҡ. Минең балаларым — яҙғандарым ғына йәшәһендәр. Әлбиттә, мин шофер, летчик булып та (хәҙер минең күҙ яҡшы күрә), заводта эшсе булып та, бер өс йыл уҡыһам, агроном булып та (был эште яратам мин) эшләй алам. Ләкин үҙемә иң ауыр, иң изге эш — әҙәбиәттән башҡа мин бер ниндәй ҙә ҡәнәғәтлек тапмаясаҡмын. Марият! Һин быны бик тәрәндән аңлаһаң ине. Был эш бит минең бер нисек тә дауалап булмай торған ауырыуым. Һине юғалтыу — минең үҙемдең шәхси тормошомдо юғалтыу, ә әҙәбиәтте юғалтыу — үҙемде бөтөнләй юғалтыу. Марият, минең башҡалар әйтмәгән бик күп фекерҙәрем бар. Малым да, даным да юҡ, ләкин кешеләргә ҡалдыра торған иң яҡты һүҙҙәрем бар. Мин һинең үҙ тормошомда иң яҡын дуҫым да, кәңәшсем дә, иң беренсе уҡыусым да, балаларға иң яҡшы әсә лә, хатта үҙемдең дә әсәм булыуыңды тойғом, күргем килә, Марият... Марият, быны уҡыйһыңдыр ҙа мине «бына бер бәлә кеше» тиһеңдер. Йә, хуш, ғәйепләмә. Бөгөн мин яңғыҙ. Ярай, алыҫта булһаң да, һин бар әле. Бына һинең менән һөйләшкәс, еңелерәк, исмаһам. Рәми». (Көндәлектәр. 121-122-се биттәр).

22 ғинуар, 1954 йыл.

Марияттың тыуған көнө бөгөн. Кисә уға ике шиғыр яҙҙым. Иртә менән «Йүрүҙән» шиғырын яҙа башланым. Китаптың исемен шулай атағым килә. (Көндәлектәр. 123-сө бит.)

 

Ғашиҡтар хатлашып тора, һуңғы курсында Рәми Марият эшләгән Арый ауылына килә. Ҡыҙ егеттең Надяһы булыуын башына ла килтермәй әле ул ваҡытта. Ауыл советы рәйесенең йортона индергән булалар, ҡатыны магазинда эшләй. Әхирәте Маруся, бергә торайыҡ, тигәненә күнеп, уларҙың янындағы йортта йәшәй башлайҙар. Йыһазы юҡ, карауат, өҫтәл бар шулай ҙа. Марият моңая, гармун тартып ултыра. Иҫкәртеп тә тормай, әллә ҡайҙа Мәскәүҙә йөрөгән һөйгәне Рәми пәйҙә була. Ҡаушаһа ла, йүгереп йөрөп самауыр ҡуя. Уныһын итек менән өрҙөрөп маташа. Бутҡа бешерә. Өҫтәл әҙерләй. Ул арала егет магазиндан йүгертеп ҡыҙыл шарап килтерә. Ҡыҙ оялышынан стаканға иренен дә тейҙермәй. Сәй эсеп алғас, Рәми менән Марият етәкләшеп Мәсетле ауылына юллана. Матур йәй көнө. Егет, еңен төрөп, аҡ күлдәк кейгән. Юлда осраған бесәнселәр: “Эх, ниндәй матур пар!” – тип һоҡланып үтә. Һул яҡта сейәлек тауы. Эй сейә иҙырап бешкән. Рәми юғалып тора ла усын тултырып ҡыҙға сейә һона.

Марияттың “Сейәле тау, Сейәле тау, Сейәле тау итәге”, – тип таҡмаҡлап ҡуйыуын “Сейәлетау итәгендә бергә булдыҡ бит әле”, тип Рәми эләктереп ала.

Мәсетле ауылы күренә. Егет пинжәген йәйә лә икәүләшеп шунда ҡунаҡлайҙар. Рәми шиғырҙарын уҡый. Һабаҡташы Ахун Ҡылысбаевҡа төбәп киләләр. Өйләнгән, өйө, балаһы бар. Ике Ленин ордены кавалеры күренекле уҡытыусы Хөсәйен ҡарт менән әңгәмәләшә Рәми. Тышҡа әйберҙәрен сығарғандар, өйҙәрендә ремонт бара. Кис һабаҡташ өйөндә өҫтәл әҙерләнә. Марият көләкәс, һөйгәне янында йөҙө ҡояштай балҡый. Төн етә. Рәми менән Ахунға урын тыштағы арбаға һалына. Ҡорҙаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Марият эстә, сығып ингеһе килһә лә, оялышынан түҙеп ята. Иртүк торғас, ҡыҙ тауыҡтар ашата. Сәсен тарап үрә. Рәми ипләп кенә күҙәтә, имеш. Ахундың ҡатыны самауыр ултырта. Ҡоймаҡ ҡоя һалған. Бергәләшеп иртәнге сәйҙе эскәс, Рәми Мариятты Арыйға оҙатып бара. Ҡыҙ ҡырағай, ояла, ҡурҡа. Егет ҡосаҡларға үрелә, үбергә итә. Марият яҡын ебәрмәй. Хәҙер ҡысҡырам, тип шаярта. Яҡында ғына бесән сапҡан тауыштар ишетелә. “Ярай улай булғас, тәүге кистә биш йөҙ тапҡыр һине үбермен!” тип шаярта егет. Ҡыҙ сафлығы юғары ҡуйылған ул заманда, йәштәрҙең ҡыланыштары аңлашыла. Рәми Надяһы хаҡында ләм-мим бер һүҙ өндәшмәй. Тауҙан йүгереп төшә йәштәр. Рәми ҡыр кәзәһе һымаҡ алдан йүрмәләгән ҡыҙҙы лаптыр-лоптор йүгереп килеп ҡыуып етә лә күтәреп алып, өс мәртәбә әйләндергәс, тып иттереп ергә баҫтырып ҡуя. Оялышанан ҡыҙ, артына ла әйләнеп ҡарамай, ауыл яғына саба.

Хөсәйен ҡарт менән һөйләшеп, Марияттың тамырҙарын да төпсөшөп йөрөгән, имеш, Рәми. Туғандар икән. Йыраҡ әҡрәбә булып сыға уға һөйгәне. Ошо яҙмалар буйынса тергеҙелгән шәжәрәлә Марият та, Рәми ҙә бар.

– Әйҙә, ауыл советына инеп яҙылабыҙ ҙа ҡуябыҙ, – ти Рәми Мариятҡа.

– Ҡуй, – тип туҡтата ҡыҙ.

– Әсәйемә алып ҡайтып ҡалдырып китәйем, – тип ныҡыша егет. Марият ҡауышыуҙы бит икенсе төрлө күҙ алдына килтерә. Һөйгәненең уҡыуын бөтөрөп ҡайтыуын теләй. Ә хәҙер, йылдар үткәс, был һөйләшеүҙең былай ғына әйтелеүенә инанған. Берәй ваҡыт Арыйға барып, ауыл советына тәҡдим менән инергә хыяллана. Сейәле тау итәгендә “Рәми+Мариат” тип яҙып ҡуйылһын, ауылдың берәй урамына Рәми Ғариповтың исеме бирелһен ине ул, ти. Рәми Ғарипов үҙе шул урамдарҙан үткән, тауынан йүгереп төшкән, иң татлы хистәр кисергән!

Рәми көндәлектәренән

11 апрель, 1954 йыл.

Шунан һуң Сүриәнең «Ебәрелмәгән хаттар»ын уҡып сыҡҡандан һуң, уға хат яҙырға ултырҙым. «Сүриә! Теге төндә һинең менән Өфө буйлап һөйләшеп йөрөгәндән, һинең «Ебәрелмәгән хаттарың»ды уҡып сыҡҡандан һуң да һөйләйһе һүҙҙәр күп...

...Сүриә, һин миңә Марият тураһында күп әйтәһең. Нисек итеп мин уға элекке ҡарашта ғына тороп ҡала алам? Һүҙ ҙә юҡ — ул яҡшы күңелле, матур, аҡыллы. Ләкин миңә был ғына етәме һуң? Мин бит ҙур уртаҡлыҡ теләйем. Миңә ул тормош өсөн кәрәк. Уның мине бик ныҡ аңлауы кәрәк. Мөхәббәте кәрәк уның миңә. Ләкин, мин уны күрҙемме һуң? Ул, ысынлап та, минең ғүмерлек дуҫым була аламы һуң? Минең тик мөхәббәт өсөн генә йәшәгем килмәй. Ә инәлергә, түбәнһенергә мин булдыра алмайым. Уның ҡыҙғаныуы ла кәрәкмәй. Үҙемә үҙем баһа бирә алырлыҡмын. Ә ғорурлыҡ хатта артығыраҡ та, шикелле, миндә. Миңә уның өсөн үҙемде бөтөнләй юҡ итергә йыйыныуымдан саҡ тороп ҡалғаным да еткән. Ул көн инде артта. Минең тормошҡа, эшкә булған мөхәббәтем көслөрәк. Мин үҙемдең рухым, күңелем менән хәйерсе түгел!.. Ләкин мин әле өмөт өҙгәнем юҡ. Ул өмөт инде һигеҙ йыл буйы йәшәй. Унан айырылыу миңә бик ауыр. Һаман да уға ышанғым килә. Ә ваҡыт көтөп тормай. Етмәһә, мин оҙаҡ йәшәй ҙә алмам. Мин үҙ ғүмеремде шиғырҙарымда ғына түгел, эшләгән эшемдә генә түгел, балаларымда ла күргем килә. Мин хәҙер үҙемдә аталыҡ хисен тоям. Минең менән бөтә шатлығын, ҡайғыһын, тормошон, мөхәббәтен уртаҡлаша алған дуҫ-юлдашым уларҙың әсәһе лә булырға тейеш. Һәм мин үҙемдең тик уға ғына булыуымды теләйем. «Мариятты онотаһың» тиһең, Сүриә. Беҙ, бәлки, бергә лә булмабыҙ. Ләкин, оноторға теләгәндә лә, уны онота алмам инде. Минең иң яҡты тойғоларым, хыялдарым яуапһыҙ ҡалһа ла, ул һәр саҡ йөрәктә утлы миң булып ҡалыр, ахыры. Мин, әлбиттә, башҡаса шундай аҡылһыҙ, шундай эскерһеҙ, шундай көслө итеп ярата алмам. Тәүге тойғолар — кешегә иң ҡәҙерле тойғолор... Ғөмүмән, кешеләргә бәхет һуңлап килеүсән.

Зәңгәр яҙҙың тәүге күкрәүендәй, 
Күкрәнең дә йәшлек күгемдә, 
Йылы ямғырҙан һуң балҡып сыҡҡан
йәйғор булып ҡалдың күңелдә. 
Тик был яҡты, иң саф йәйғор нуры 
Таянманы ике йылғаға: 
Миңә һин бер серле әкиәт тә, 
Моңло йыр ҙа кеүек йырларға. 
Мин аҡылдан яҙып һөйҙөм һине, 
һөйә алмам шулай ғүмерҙә — 
Көс ташыуҙан ҡулдарыма минең 
Эш етмәҫтәй ине был ерҙә!.. 
Бәлки, мәңге юҡһынырмын һине, 
Бәлки, башҡа берәү тиң булыр?.. 
Ә шулай ҙа һинең яҡты исемең 
Йөрәгемдә утлы миң булыр.
  (Көндәлектәр. 138-139-сы биттәр).

 

Яҙмыш ҡушыуы

Әбей-бабайҙарға, ауырып ятҡан кешеләргә ярҙам итергә генә торған алсаҡ ҡыҙ Арыйҙа үҙ кешегә әйләнгән. 1955 йылда, һөйгәнем уҡып бөтөп ҡайтырға тейеш тип, иҫәп-хисапты өҙөп, эштән сығып, Марият Өфөгә килә. Һуңғы ваҡытта Рәмиҙең хаттары һирәгәйеүе һағайтһа ла, ныҡ ышана һөйгәненә. Яҙыусы Низам Ҡәриповтың ҡатыны Мәхүә апайҙарға туҡтай ул. Ҡыҙы Гөлдәр ҙә уға күнегеп бөткән. Мәхүә апайы ҡаршы ала, иҫәнләшеп, хәл-әхүәлдәрҙе белешкәс, Рәмиҙең Мәскәүҙән кәләш алып ҡайтҡанын хәбәр итә. Ултыра төшә ҡыҙ. Аҡылы менән ҡабул итһә лә, күңеле ышанмай. Карл Маркс урамында урынлашҡан “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына барып үҙен күрергә була. Рәмиҙе саҡыртып сығара. Янына килеп баҫҡас, иҫәнләшкәс: “Ҡотлайым мин һине. Ниңә мине туйыңа саҡырманың?” – тип өндәшә. Ни тип яуаплағандыр, хәтерләмәй. Икенсе ҡаттан йүгереп төшөп китә. Күҙ йәштәре йылға булып аға. Трамвайҙан саҡ тапалмай ҡала. Йүгерә, ҡайҙа барғанын да белмәй.

Иртәгәһен һабаҡташы Сүриә Таулыҡаева менән күрешкәс, ул Рәмиҙәргә барырға тәҡдим итә. Бәләкәй генә фатирҙа туҡталыуҙарын, ҡатыны менән йәшәп ятыуҙарын әйтә. Ниндәй урамда икәне онотолған, ти бөгөн Марият апай. Бәләкәй генә соланы бар. Карауат, өҫтәл ҡуйылған. Надя өйҙә юҡ. Ҡыҙҙар өҫтәл башына барып ултыра. Рәми альбомдарын сығара. Надя менән төшкәнен Марият ситкәрәк этәрә. Үҙҙәренең элекке фотоһүрәттәр һаҡланғанын ҡарай башлағас, быға хәтлем бар ихтыярын туплап түҙеп ултырған ҡыҙ йәштәренә төйөлә. Рәми, нишләтергә белмәй, ҡыҙҙы нисек тә әүрәтергә алдына алма ҡуйған була. Битен һыуыҡ һыу менән сайҡатып ингәс кенә Марият бер аҙ тыныслана. Сүриә менән филармонияға барырға һөйләшкәндәр. Бына айырылышырға ла ваҡыт. Рәми ҡыҙҙарҙы филармонияға тиклем оҙатып бара. Хушлашҡанда Рәми Марияттан күҙҙәрен алмай. Хистәр һүҙ менән әйтелмәй, күҙҙәр генә, серле тартылыу ғына араларында.

Рәми көндәлегенән

17 апрель. 1954 йыл.

Мәүлиҙәнән хат алдым. Минең шиғырҙы алған икән. Тынысландым. Тик уға ғына тыныслыҡ булмаҫтыр. Сөнки ул бөтә шиғырҙарҙы ла үҙе тураһында яҙылған тип уйлай, шикелле. Мин уға арнап «Йүрүҙән кыҙы»н ғына яҙҙым. Бөтә мөхәббәт шиғырҙары ла Марият менән Дилараға арналған. (Көндәлектәр. 142-се бит).

24 апрель, 1954 йыл.

Институтка бармайынса, көнө буйы күҙҙәр ауыртҡансы уҡыным. Хәҙер минең кабинет балконда, һауа саф, йылы, бер кем дә ҡамасауламай. Кисә кис поезда ҡайтҡанда Надяны осраттым. Ләкин Переделкиноға еткәнсе уның үҙенә күренмәй ултырып, «Фома Гордеев»ты уҡып килдем. Ул да уҡый ине һәм мине күрмәне. Станцияға етер алдынан ул китабын сумкаһына һалды ла тәҙрәнән ҡарап килде. Поезд туҡтағас та уйланып, үҙ-үҙен онотоп ултырғанда, мин алдына сығып: — Төштөк, Надя! — тиеүгә, ул тертләп китте һәм нисектер бик оялсан йылмайыу менән йылмайҙы ла тиҙ генә тороп, ниндәйҙер бер көслө ынтылыу менән килеп күреште. Ҡулы ныҡ һәм көслө уның. Ҡыҫып күреште. Ә ҙур ҡара күҙҙәре оҙон ҡара керпектәре аҫтынан йылы бер нур менән яҡтырып ҡарай. Ләкин был яҡтылыҡта миңә үпкәләү ҙә бар. Миңә нисектер уңайһыҙ. Нисек һүҙ башларға ла белмәйем. Яһалма килеп сығыр төҫлө. — Йә, хәлдәр нисек? — тим. — Бер көйө... — ти ул һәм һаман да шул уҡ ҡараш менән текләй, һораулы, саф, күңелһеҙ йылмайыу менән йылмая. — Ә үҙеңдең нисек? — Яҡшы! Уның ҡарашында көнсөллөк тә күренә. Миңә был бик ғәжәп тойола. Ул, бик арыған кеше кеүек, тәрән итеп көрһөнөп куйҙы. Был көрһөнөүҙә һыҙланыу тауышы ла ишетелгән кеүек. Әйтерһең, ул был тауышты минең бик яҡшы ишетеүемде теләй. Ә мин көләм, тыйыла алмайым. — Китабыңды ҡасан алаһың? — тине ул. — Хәҙер, — тинем мин. — Ә хәҙер ул үҙем менән бергә түгел бит, өйҙә, Рәми. — Киттек, әйҙә! — тинем мин. Ә үҙем эстән генә был китаптың мине уңайһыҙ хәлдән сығарыуына шатландым. Ҡышҡы юл менән китмәйенсә, кешеләр йөрөмәгән юл менән киттек. — Ниңә шулай һәр ваҡыт шәп атлайһың, әкрен генә барайыҡ, — тине ул. Яғымлы итеп һәр саҡ әйтә торған һүҙҙәрен әйтте. — Ниңә, Рәми, шулай һәр саҡ йылмаяһың икән? Әйт әле, нимә уйлайһың? — Бер ни ҙә уйламайым, Надя. — Дөрөҫ түгел — уйлайһың. — Уйлаһам да, яҡшы уй уйламайым. — Сәйер кеше һин, Рәми. Өндәшмәй, тын ғына киләбеҙ. — Ниңә өндәшмәйһең? Һөйлә, ниндәй яңылыҡтарың бар? — Яңылыҡтарым юҡ. Булһа ла башҡорт телендә генә. — Шиғырҙар яҙҙыңмы? — Яҙҙым. — Русса тәржемә итһәң ине. — Белмәйем бит, Надя. — Беләһең һин!.. Тел тураһында һөйләшеү китә. Миңә ысынлап та ҡыйын. Уға уҡығым килә. Ләкин ул бер һүҙемде лә аңламай. Уға ҡыйын. Ә шиғырҙың эстәлеген аңлатыу миңә бөтөнләй мәғәнәһеҙ кеүек. Шулай ҙа аңлатам. Ул уйға ҡала. Мин көләм. Өйҙәренә юлды юғалттым. — Их һин! — тип көлдө Надя. Туҡтап торҙоҡ. Ҡояш ҡыҙарып байып бара. Талғын ғына ел иҫә. Йылы. Тирә-яҡта яҙғы еҫ аңҡый. — Беләһеңме, Рәми, минең шул тиклем уҡығым килә. —Уҡырға кәрәк! — тим мин. Ләкин ул, уҡырға мөмкинселек юҡ, ти. Унан Шолоховтың «Тымыҡ Дон»ын һөйләй. Ә мин уны һаман уҡымағанмын. Аҙаҡ ул тағы минең сәйер булыуымды әйтә. Минең асыҡ булмауыма үпкәләй. Өйҙәренә еткәс, мин кермәҫкә ҡарышам. Миңә уңайһыҙ. Әсәһенән бигерәк, телһеҙ апаһы Любанан уңайһыҙ. О, ул телһеҙҙәрҙең ҡарашы! Шулай ҙа Надя мине инергә күндерҙе. Әсәһе бөтәһен дә белгән, ахыры. Люба уға аңлатҡан булһа кәрәк. Ул башын күтәреп, йылмайып иҫәнләште лә миңә ҡараманы. Әсә!.. Мин әсә йөрәген аңлайым. Был өйҙә мин ғүмеремдә беренсе ҡабат ҡыҙ кеше менән ҡосаҡлашып ғазаплы бер төндө үткәрҙем... Беҙ айырыла алманыҡ. Әгәр ҙә мин шиғырҙар яҙмаған кеше булһам, бөтә маҡсатым әҙәбиәт булмаһа, шул иртәнән үк Надя минең ҡатыным булыр ине. Ләкин үкенмәйем! Мин тормоштоң миңә бер ҙур сер булып тойолған яғын күрҙем. Ҡатын-ҡыҙҙың көсөн тойҙом. Шул төн Надя менән күрешкән һайын күҙ алдымдан китмәй. Уға иң ҙур яҡшылыҡ эшләгем килә. Ләкин уға йөрәгемде биргем килмәй. Ә уға минең йөрәгем кәрәк. Ә йөрәгем минең берәү генә һәм ул үҙенең һуңғы тибешен бирергә лә әҙер булып тик берәүҙе генә һаҡлап янды. Марият, Марият, Марият! Хәҙер мин уны ул саҡтарҙағы кеүек ярата алмайым. Ләкин ҡатын-ҡыҙҙы мин яратам. Тик өмөтһөҙ һәм өнһөҙ яратам. Ә Надя миңә: — Ниңә өндәшмәйһең? — ти. — Ниңә уйҙарыңды әйтмәйһең? Ләкин кеше бер ҡабат ауыҙы бешкәс, һалҡын һыуҙы ла өрөп эсә. Ә эсмәйенсә булдыра алмай. Тик хәҙер миңә: — Яратам! — тип әйтеү үлем менән бер һымаҡ. Уны бер ҡабат әйтеп алданғанға күрә, хәҙер бер кемгә лә әйтә алмайым. (Көндәлектәр. 143-145-се биттәр).

14 декабрь, 1954.

Надяны күптәнән бирле күргәнем юҡ. Бик күрге килә. Беҙҙең арала бик сәйер мөнәсәбәт. Ул ярата мине. Мин уның был тойғоһон бик хөрмәтләгән кеүекмен. Яратҡан кеүекмен уны. Тик мин уны ла, үҙемде лә бер ни менән дә өмөтләндермәйем. Әммә ул булмаһа, мин үҙемде һаҡлай алмаҫ инем кеүек. Ул йылытты мине. Яҡтылыҡ бирҙе миңә, һәм иң ауыр мәлдәрҙә уның менән йыуандым, шатландым. Бәлки, мин уны үҙемдең ҡорбаным итәмдер. Ләкин мин уның менән үҙемде һәр саҡ сафланған кеүек тоям. Яңырам, көсәйәм. Ғәжәп! Ләкин был ҙур яратыумы? Белмәйем. Шулай ҙа ул яҡын, ҡәҙерле бик. Бына ул үҙе лә килеп етте. Уның «һағындым» тиеүе мине шатландыра.

— Ниңә шулай һин миңә ғәзиз икән?— ти Надя. Ә мин көләм... Надяларҙа сәй эстек, һүҙҙәр осраҡлы һәм мәғәнәһеҙ. Ләкин беҙгә яҡты, күңелле. Ҡайтҡанда һуң ине. Йырлай-йырлай атлайым. Бөтә донъяны ҡосаҡлап алғым, ҡарға ятып аунағым, йүгергем килә. Ярты төн уртаһында бер үҙем башҡа килгән шиғырҙарҙы уҡыйым, йырлайым. Ғәжәп! Ниңә һуң ул бер башҡорт ҡыҙы түгел? Уға әле мәктәп тамамларға, институтта уҡырға, ә миңә тулы тормош менән йәшәй башларға кәрәк. Мин уға үҙемдә булған нәмәнең тамсыһын да бирә алмайым. Беҙҙең арала бик бейек, бик ҡалын китаптар ҡәлғәһе тора. Был ҡәлғәне мин бөтә ғүмерем буйы тырышып һалдым, уны емереү мөмкин түгел — был минең тормошом. Мин уны үҙем торған баҫҡысҡа күтәрә лә, үҙем ул торған баҫҡысҡа төшә лә алмайым. Ә уның иң ҘУР маҡсаты — минең менән бәхетле булыу ғына. Ләкин был минең өсөн бик аҙ, мин ҡомһоҙ. (Көндәлектәр. 169-170-се биттәр).

13 ғинуар, 1955 йыл.

«Тымыҡ Дон»ды уҡыйым. Элек уҡымаған өсөн үкенмәйем. Миңә хәҙер уҡыу яҡшы. Тик ваҡыт ҡына тар. Имтихандар... Институттағы һуңғы көндәр. Ә унан һуң?.. Күҙ күрер. Хәҙергә эштәр хөрт. Стипендия юҡ. Ә бурыстар ике меңдән ашып китте. Шулар йөрәкте өйкәп тора. Ҡайҙа эшкә ҡайтырға? «Совет Башҡортостаны»на ҡайтһам, хәбәрсе партия ағзаһы булырға тейеш. «Ленинсы» газетаһында бик күңелһеҙ буласаҡ. Ниндәйҙер ҡыҫыр газета был. Ә миңә тормош кәрәк! Кисә Надяны Киев вокзалына барып ҡаршы алдым да электричкала бергә ҡайттыҡ. Вокзалда уға ниндәйҙер бер иҫерек егет бәйләнеп маташа ине. Надя, мине күреп, ҡысҡырып ебәрҙе. Мин тыныс ҡына барҙым да, бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә, уның ҡулынан тотоп, етәкләп алдым. Надя ҡурҡҡан. Минең килеп сығыуға шатланды. Поселок осонда ғына аҫты йолҡонған бесән кәбәнен табып алып, уның аҫтында бик оҙаҡ ҡосаҡлашып торҙоҡ. Төн йылы һәм тын. Ваҡыт-ваҡыт эттәр өргән тауыш ишетелә, төнгө самолеттар геүләп уҙып китә. Кәбәндән хуш еҫ аңҡый. Надянын ҙур ҡара күҙҙәрендәге ялҡын томалана һәм оҙон ҡара керпектәре аша ҡомһоҙ ҡараған был күҙҙәрҙе мин ирендәрем менән ябам...

14 ғинуар, 1955.

Әҙәбиәт. Ләкин хәҙер беҙ әҙәбиәтте лә икебеҙ ике төрлө аңлайбыҙ, шикелле. Ҡайһы саҡта мин үҙемде әҙәбиәт кешеһе итеп тоймайым. Быға ниндәйҙер ғәҙәттән тыш кешеләр кәрәк кеүек. Ә мин?.. Ҡыйын миңә үҙ-үҙем менән көрәшеү. Үҙемә үҙем ауыр мин. Институттағы был һуңғы йыл ниндәйҙер буталсыҡ, аңлайышһыҙ йыл булды. Ә китабымдың сығыуы шиктәремде көсәйтә төштө. Яҙа алырмынмы мин? Әллә был тәүге китап һуңғыһы ла буласаҡмы? Белмәйем. Зары ҡайҙалыр йөрәктең иң төбөндә ниндәйҙер өмөт яҡтыһы бар. Шул ғына мине йылыта. Төрлө яҡтан да ҡурҡыныс бер ҡамау эсендә ҡалдым. Иң ауыры — яңғыҙлык. Буш, мәғәнәһеҙ, һалҡын яңғыҙлыҡ! Тик мин уны бөтәһенән дә йәшерәм. Бөтәһе лә әҙәбиәт өсөн башланды, бөтәһе лә әҙәбиәт өсөн бөтә... Бүтән бер ниндәй эш тә шул тиклем кешенең иң ғазаплы, иң ауыр, иң нескә тормошона әйләнмәйҙер... Был — ҡот осҡос ауырыу!.. (Көндәлектәр. 173-174-се биттәр).

24 ғинуар, 1955.

«Тымыҡ Дон»ды уҡып бөтөрҙөм, һоҡланып бөтә алмайым. Ярай әле, элек уҡымағанмын. Ҙур мәктәп! Көткәндән күберәк алдым. Көнө-төнө Шолохов геройҙары менән йәшәнем һәм бына бөгөн уларҙан айырылыу моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла. Миңә хәҙер 23 йәш. Ә Шолохов 23 йәшендә «Тымыҡ Дон»дың ике китабын сығарған! Китаптың һәр юлында поэзия һәм кешелеклелек! Тик тәбиғәтте һүрәтләгән биттәрҙе бергә йыйып, айырым бер китап итеп сығарғанда ғына ла ғәжәп бер поэма булыр ине. Тәбиғәт Үҙе генә лә китаптың үлемһеҙ бер геройы. Ярты ай буйы мин бөйөк һәм ҡот осҡос тормошта йәшәп сыҡҡан кеше кеүек булдым. Һуңғы главаны тағы бер ҡабат уҡып сыҡтым, яҡшылап ҡырындым да Надяға йүгерҙем. Өйҙә юҡ ине. Станцияға йүгерҙем. Поезға ултырып киттем. Надя вагонда юҡ. Ә минең уның менән китаптан алған тәьҫораттарымды уртаҡлаша һалғы килә. Надя Переделкинола поездан төшкәс тә күренмәне. Икенсе поезды көттөм. Ул юҡ. Тағы өйҙәренә йүгерҙем. Тәҙрәләренән генә ҡараным да тағы станцияға төштөм. Поездар үтеп торҙо, ләкин ул күренмәне. Бәлки, икенсе юлдан ҡайтҡандыр тип, тағы уларға йүгерҙем. Ләкин ул һаман да юҡ. Кире станцияға киттем, һуңғы поезд менән килгән кешеләр араһында ла күренмәне. Кире йүгерҙем. Буран ҡотора. Надяны өйҙәренә етер саҡта ғына ҡыуып еттем. Өйгә инеп сәй эскәндә мин үҙ-үҙемдән көлөп тик ултырҙым.

– Ниңә йылмаяһың?— ти Надя. — «Тымыҡ Дон»ды уҡып бөтөрҙөм!— тим. Ләкин хәҙер уға был хаҡта һөйләү нисектер ҡыҙғаныс тойолдо. Байрам үткән һымаҡ тойолдо. Надя ҡулдарын минең тубыҡҡа һалып: — Һинең ирендәрең ниндәй киҫкен, ә үҙҙәре балаларҙыҡы кеүек!— тине. Шунан ҡапыл ғына торҙо ла, «Предшественник» романын алып килеп, минең ҡосаҡҡа һыйынып, Ольга Сократовнаның һәм Чернышевскийҙың ғаилә ҡороп бергә йәшәй башлаған мәлдәрен, Чернышевскийҙың Ольга Сократовнаны офицерҙарҙан көнләп бик ныҡ кисереүен һүрәтләгән главаны уҡыны. Ниңә? Белмәйем. Ләкин Надяның был хаҡта уҡыуы миңә бик оҡшаны. Нимәһе менән мине үҙенә шулай бәйләй һуң ул? Яратыумы был, түгелме — һаман да аңламайым. Бына бер йыл инде ул минең уйҙан сыҡҡаны ла юҡ. Ғәжәп. Баш етмәй хатта. (Көндәлектәр. 174-175-се биттәр).

12 февраль, 1955.

Бына Кремль куранттары төнгө 12-не һуҡты. 12 февраль башланды. Бүлмәлә тынлыҡ. Барыһы ла йоҡлай. Аҡ ҡар юрғаны күм-күк төҫкә инеп, ҡатып ҡалған. Ай юҡ — ҡараңғы һәм тыныс. Сәғәт ашыға. Үткән йылдар сәғәт кеүек уҙа. Уларҙың һәр береһендә кешеләр, халыҡтар, илдәр яҙмышы. Шулар эсендә минең дә яҙмышым бар. Мин дә йәшәйем донъяла. Ҡыҙыҡ. Ләкин йәшәй белмәйем. Бәләкәй генә нәмәләрҙә лә аҙашып ҡалам. 23 йәш миңә. Бына хәҙер 24-енсеһе башланды. Ҡыҙыҡ. Үҙемде бик ярлы тоям. Аҙ йәшәгәнмен һәм яңғыҙмын. Минең үҙем теләгән ысын дуҫым да, үҙем теләгән бөтә йөрәктән яратырлыҡ ҡыҙым да юҡ. Был ҡыҙыҡ ҡына түгел, ҡурҡыныс та.

28 февраль, 1955.

Дипломға тотондом. Тәржемәселәр булманы. Булмаһын әйҙә! Телде белмәгән тәржемәселәргә инәлеп йөрөгәнсе, үҙем тәржемә итергә булдым. Бары менән байрам. Әсғәт (Әшрәпов) 50 һум аҡса ҡалдырған. Ярап төштө. Бындай саҡта 50 тине лә ҡәҙерле! Рафаэль менән бөтөнләй ара өҙөлдө. Мин, бер алйот кеүек, алдандым. Мариятҡа мин үҙемдең саф мөхәббәтемде биреп алданһам, Рафаэль мине үҙенең меҫкен дуҫлығы менән алданы. Ғәрләндерә.

16 март. Бер тин аҡса ла юҡ. Кисә лә, бөгөн дә ашаманым. Башҡа бер уй килде: ниндәй хаҡҡа булһа ла шинелде һатырға! Дядя Сережаға барҙым да кейҙерҙем. 100 һум аҡса тап! Ул ышанманы хатта. Уңайһыҙланды. Ләкин алды.

17 март. Надяның әсәһе Куйбышевҡа китте. Ләкин уға әсәһе булмағанда барыу нисектер ҡурҡыта. Һуңғы ваҡытта беҙ бик яҡынайҙыҡ. Был көндәрҙә ул ғына миңә берҙән-бер йыуаныс. Уның яратыуы миңә нисектер ҡәҙерле, йылы, яҡты. Әгәр ҙә мин уны үҙемдең яҙмышҡа бәйләһәм, уны ла, үҙемде лә ғазаплаясаҡмын. Мин уға үҙемдең бөтә яратыуымды бирә алмайым. Ҙур яратыу ҡайҙалыр тәрәндә кем өсөндөр һаҡланып ятҡан кеүек. Мин тағы ла аҡылдан яҙып ярата алырмын кеүек. Ҡасан? Кемде? Белмәйем. Бәлки, тәүге тойғолар кире ҡайтмайҙыр? Ләкин миңә тиҙерәк өйләнергә кәрәк. Надя кеүек бер кем дә мине шулай үҙенә тартҡаны юҡ ине әле. Ләкин уның менән яҡынайған һайын уны һаҡлағы килә.

18 март. Ҡатын-ҡыҙ тураһында уйлағанда мин иң ғазаплы уйҙар кисерәм хәҙер. Бик күптәрҙең үҙҙәренә тик ҡатын-ҡыҙ ғына итеп ҡарауҙары асыуҙы килтерә. Мин шундай ваҡсыл һәм һайлансыҡ, үҙем эҙләгән ҡыҙҙы табыуға ышанмай ҙа башланым: был бер йөк бесән эсенән энә эҙләү менән бер. (Көндәлектәр. 182-се бит).

6 апрель, 1955.

Киев вокзалында Надяны осраттым. Уның: — Рәми!— тип ҡысҡырып ебәреүенән уңайһыҙланып ҡалдым. Ҡыҙҙар көлөшәләр һәм Надяны ирештерәләр. Надя минән ҡыҙҙар артына йәшеренде, уның менән күрешмәнек. Мин һүҙ ҡушманым. Вагонга инеп ултырғас, «балда» тигән уйынды уйнарға тотондоҡ. Надя «балда» булып сыҡты. Рәхәтләнеп көлдөм. Бер аҙ барғас, ул минең ҡулбашҡа башын һалып йоҡлап китте. Переделкиноға еткәс, ҡулын ҡыҫып уяттым да уларға киттек. Уларҙа мин үҙемде өйҙә кеүек хис итәм. Әйтерһең, беҙ инде күптән бергә торабыҙ. Бына икебеҙ ҙә эштән арып ҡайттыҡ. Ул сәй ҡуйҙы ла минең фуражкаға козырёк ҡуйырға тотондо. Ә мин икмәк ҡайыра башланым. Ә бармаҡтары уның матур һәм оҫта — ысынлап та, тегенсе бармаҡтары! Оҙон һәм нәфис бармаҡтар. Тик тырнаҡтарының оҙон булыуы ғына һәр саҡ күңелде ҡыра. Надя башын эйеп аҫҡа ҡарағанда, оҙон керпектәре тағы оҙонораҡ һәм сөм ҡара булып күренә. Ә буй-һыны ҡарап туйғыһыҙ һылыу һәм ныҡ.

— Ни тиклем ғазаплайһың мине! — тип бышылдай Надя һәм көслө ҡулдары менән үҙенең күкрәгенә башымды кыҫа-ҡыҫа тиргәй. Ләкин был тиргәү миңә иң татлы һүҙҙәр булып ишетелә. Мин уның ирендәренән айырыла алмайым. — Етәр!— тип бышылдай ул шатлыҡ менән. Был тауыш уның күкрәк төпкөлөнән, ҡайнар тәрәнлектән килә. Мин күтәрмәнән шундай бер еңеллек менән һикереп төшөп, бөтә көсөмә йүгерәм, осам! Ә ҡолаҡта тик ирендәрҙең бер-береһе нән һурып алынған матур тауышы ғына тороп ҡала. Бөтә донъяны яңғыратып йырлағым һәм: — Надя, яратам һине!— тип ҡысҡырғым килә.

8 апрель. Радионан скрипка минең йөрәктә уйнай кеүек! Уянғас та, тормайынса тыңлап ятам. Күҙ алдымда — Надя, башҡортса был исем — Өмөт! Скрипка минең өмөтөмдө моңға һала. Миңә ул ышаныс булһа ине! Ышаныс! Надяның фуражканы тегеп ултырғанда әйткән һүҙенә йылмаям. — Ә бының өсөн мин һинән нимә көтөрмөн? Мин уға ниндәй бүләк бирә алам? Ул теләгән бүләккә генә түгел, үҙемде йөрөтөрлөк тә аҡсам юҡ минең. Көлкө! Мин шундай мәғәнәһеҙ хәлдә. (Көндәлектәр. 188-189-сы биттәр).

1 май, 1955.

Әле сәғәт төнгө 2 генә. Надя менән йөрөп ҡайттым да яҙырға ултырҙым. Был көндәрҙә мин уға булған мөнәсәбәтем тураһында күп уйланым һәм бер генә ҡарарға килдем — өйләнергә! Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, бергә йәшәргә. Ләкин Надя минең ҡарарға ышанмай. Кисә хатта минең күҙгә йәштәр тулды. Апрель айы шул уйҙар менән ғазапланыуҙа үтте. Был ҡарарға килеү өсөн шул тиклем ныҡ икеләндем. Тел башҡалығы ла, белем башҡалығы ла Надя менән миңә кәртә була алмай. Телгә, теләһә, өйрәнер. Ә белем кешенең үҙе менән бергә тыумай — русса әйткәндә, дело наживное! Ғүмер буйы уҡыясаҡбыҙ! Ә белем тигеҙлеге тураһында ғазапланыу буш нәмә! Быны мин хәҙер ныҡ аңлайым. Был хаҡта уйлайым, көлкө хатта. Хатта Маркс ҡатынынан белем талап итмәгән. Бөтә эш бер-береңде аңлауҙа, хөрмәт итеүҙә һәм яратыуҙа! Бына нимә тураһында уйларға кәрәк! Надя миңә бөтә яҡтан оҡшай — ул минең эшемде лә, кешемде лә аңлай, дуҫ та була ала, ярата ла. Ул хәҙер бөтөнләй мин тәүге күргәндәге Надя түгел. Быны мин уны матурлап күреүҙән әйтмәйем. Юҡ, мин ғәҙәттән тыш һалкын аҡыл менән ҡараным уға һәм был уны яҡшылап күреү өсөн бик һәйбәт булды. Юҡһа, һуҡыр рәүештә яратыу — иң үкендергес нәмә. Ә мин уны бөтә ваҡлыҡтарына тиклем өйрәндем — минең ҡатыным тап шундай булырға тейеш. Мин уның яҡшы әсә буласағына ла ышанам. Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ. Ниңә һуң мин баштан уҡ шул фекергә килә алманым? Күпме ғазапланым мин Надяны! Хатта ул хәҙер минең бер ҡарарға килеүемә ышана ла алмай. Сөнки мин уны киләсәктә бергә була алмауыбыҙға ышандырҙым. Ә хәҙер башҡа була алмауыбыҙға ышандырырға кәрәк! Был хатта ауырыраҡ. Бөтәһен дә Надя ғына хәл итә ала. Уның күҙ ҡарашында ышанысһыҙ яратыу ғына. Шундай саҡта мин уның күҙҙәренән үпкем килә. Ләкин ул быны рөхсәт итмәй. Ғәжәп хәл был. Ә ирендәренән теләгәнсә үбәм, ләкин туя алмайым. Мин үҙемде бер ҡасан да шулай ҡомһоҙ булырмын тип күҙ алдына килтермәй инем. Был минең иң тәүге татлы ләззәттәрем — нисек итеп мин уларҙы онота алырмын? Кәрәкмәй, кәрәкмәй! Үлгәндә лә, минең ошолай үлгем килә. Тормош миңә иҫ киткес яҡты был яҡынлыҡтан һуң. Минең осҡом килә! Арыу юғала. Йәшәреп китәм. Бөтә тәнгә көс тулыша. Тимәк, мин уны бик ныҡ яратам! Тик был ниндәйҙер ғазапһыҙ, бәхетле, кешелекле яратыу, яҡты яратыу. Ә тәүге яратыуым ғазаплы булған өсөн ярһыу һәм тау йылғаһы булып тойолған. Ләкин тормош өсөн кешелекле, яҡты һәм оҙаҡ яратыу кәрәк. Был ниндәйҙер ҙур һәм киң, тәрән бер йылға. Ул тауыш-тынһыҙ ғына аға. Шуның өсөн ҡайһы саҡта хатта аҡмаған кеүек. Ләкин, тәрәнгә ингән һайын, уның үҙенә йотоп барыусы көсөн тояһың. Һай йылға ярһып, шаулап аҡһа ла, уның көсө бәләкәй һәм тиҙ юғала. Уның ярһыуында булһаң да, ике яҡ яр бөтөнләй якын... Ләкин тормоштоң ярҙары юҡ. Мөхәббәт тә шулай булырға тейеш. Надяның күкрәгенә башымды ҡуйып, уның йөрәк тибешен тыңлап, мин шул хаҡта уйланым... Мин уны һәр саҡ ҡолонсаҡҡа сағыштырам. ..

...Надя минең сәстәрем эсенә бармаҡтарын тығып иркәләй... Минең сәстәрем ат ялы кеүек ҡалын һәм ныҡ. Ә Надяның йөрәге ҡолон тояғы кеүек тыпылдап ярһый... Май байрамы менән, Надя!

2 май. Надя шат, бәхетле, матур! Тик минең ҡарарға ышанып етмәй. Мин бәхетле! Киләсәк, бөтә киләсәк алда! Беҙ яҡшы йәшәргә тейешбеҙ. Мин уны бәхетле итәсәгемә ышанам. Тәүҙә ауыр буласаҡ. Мин еңел йәшәй белмәйем. Китаптарымдан башҡа бер нәмәм дә юҡ. Гол как сокол! Ләкин баш иҫән булһын. Мин эшләргә яратам. Надяны яратам. Башым, йөрәгем, сәләмәтлегем бар. Юлым еңел түгел. Ләкин ул Надяны ҡурҡытмай. Ул иң яҡын дуҫым буласаҡ минең.

1 июнь. Надя! Ҡатыным минең!.. Хәҙер беҙҙең «Икәүебеҙгә бер яҙмыш. Тормоштан тейгән өлөш. Күпме ғүмер бар, беҙ шуны Ғәҙел йәшәргә тейеш!» Беҙ бәхетле буласаҡбыҙ!.. Был бәхет тураһында Надя менән күп һөйләштек. Беҙҙең эшебеҙ ҙә, телебеҙ ҙә, тәбиғәтебеҙ ҙә башҡа, ләкин бәхетте бер төрлө аңлайбыҙ. Беҙҙең донъяға ҡарашыбыҙ бер.

...Надя ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡһыныусан, тиҙ ҡабул итеүсән, ҡомһоҙ һәм түҙемле. Ул миңә бик ҙур хөрмәт менән ҡарай. Был мине үҙ көсөмә ышандыра. Мин һәр саҡ был хөрмәттең ҡәҙерен белергә һәм үҙ-үҙемә яуаплыраҡ булырға тейешмен. Үҫеү өсөн Надяның бөтә тәбиғи мөмкинлектәре лә бар. Беҙ ауырлыҡтарҙы күтәрергә әҙер. Сөнки уларҙы икебеҙ ҙә бик йәшләй күтәреп өйрәнгәнбеҙ. Мин эшләрмен, ул уҡыр. Беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итә алырлыҡбыҙ. Унан һуң ул башҡорт телен өйрәнергә тейеш! Тел — минең тормошом! Сөнки мин эшемде телдән башҡа күҙ алдына ла килтерә алыуым мөмкин түгел! Беҙ ир менән ҡатын булып ҡына йәшәй алмаясаҡбыҙ. Хәҙерҙән үк беҙгә башҡорт теленә тотонорға кәрәк. Һуңға ҡалдырырға ярамай. Бер сәғәт ваҡытты ла бушҡа әрәм итмәҫкә! Торғанда ла, бергә йөрөгәндә лә, ашағанда ла мин уны һиҙҙермәйенсә генә өйрәтергә тейешмен! Шаярып һөйләшеү, минеңсә, бының иң яҡшы юлы. Был ғәҙәткә әйләнәсәк! Уға башҡорт телен өйрәтеү мәктәптәгесә дәрес биреүгә генә ҡайтып ҡалмаҫлыҡ булһын! Уны тел белеменә, яҙыусыларҙың тел өҫтөндә эшләүенә, тарихҡа һәм әҙәбиәткә, халыҡ ижадына, йыр һәм музыкаға, психологияға бәйләп, тормошҡа бәйләп өйрәтергә кәрәк. Тел бөтә нәмәгә асҡыс булырға тейеш. Минең өсөн башҡорт телендә аңлата белеү генә бик аҙ һәм бәләкәй нәмә. Тел өйрәнеү Надя өсөн ҙур бер эшкә, үҙ өҫтөндә эшләүгә әйләнерлек булһын. Мин Надяның биш йыл эсендә башҡорт телендә укый-яҙа аласағына ышанам. Ул 1960 йылда минең был уйҙарымды уҡып көлөрлөк буласаҡ. Минең был көндө тиҙерәк яҡынайтҡым һәм үҙ уҡыусыма ҡарап бөтә күңелдән шатланғым килә. Был бәхетте мин хәҙер үк тоям һәм ғорурланам. Ул көндө мин үҙем дә уның туған теленән Тарас Шевченко шиғырҙарын тәржемә итеп уҡырлыҡ булырға тейешмен! Ә беҙҙең тәүге балабыҙ был көндө русса ла, башҡортса ла һөйләшеп йөрөйәсәк! Юҡ, мин быларҙың тик хыял ғына булып ҡалыуын теләмәйем. Быға тиклем минең хыялдарым тормоштан айырылманы. Бынан һуң да мин үҙемә тоғро ҡаласаҡмын. Надя менән беҙ бәхетле буласаҡбыҙ! (Көндәлектәр. 188-189-сы биттәр).

2 июнь.

Надя — ҡатыным минең! Ғүмергә! Был бергә йәшәй башлау бер ҡасан да үкенерлек булмаҫ кеүек миңә. Надя миңә һаман яҡыныраҡ, матурыраҡ була бара. Надя — ҡатыным минең! Беҙ бик бәхетле! Беҙ бер нисек тә өйләнгән кеүек түгелбеҙ. Һаман да элеккесә көләбеҙ, шаярабыҙ, һөйләшәбеҙ. — Беҙ балалар кеүек! — ти Надя. Ысынлап та, был шулай. Беҙ балалар кеүек шат һәм ғәмһеҙ. Тик ул мине: — Ирем,— тип ирештерә. Ә мин уға: — Ҡатыным!— тигән булам. Беҙгә бик күңелле. Әгәр ҙә беҙ үҙгәрһәк, тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәрҙек. Беҙ хәҙер, нисектер, байыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ! Мин быны беҙгә ҡарап үткән һәм беҙҙең менән һөйләшкән кешеләрҙең ҡарашынан да күрәм. Был ҡарашта беҙҙең менән һоҡланыу бар. Ул бер нисек тә һүҙ менән әйтелмәй — уны тик тояһың ғына. Ғәжәп, миңә хәҙер кешеләр яғымлыраҡ һәм матурыраҡ күренә, донъя мәғәнәлерәк тойола. — Көнләшәм мин һеҙҙән! — тине Рафаэль. Беҙ бик оҙаҡ һөйләшеп йөрөнөк. Мин уны оҙатып барҙым, ул мине оҙатып килде, һуңғы ваҡытта ул миңә яңынан яҡынайҙы, иғтибарлыраҡ, йылыраҡ була башланы. Бигерәк тә туйҙан һуң Шакир менән Рәйес яҡыная төштөләр. Ә мин киреһенсә булыр тип уйлай инем. Туй үткәреүҙе улар үҙ өҫтәренә алды! һәм был студентса ғына әҙерләнгән туйҙан бөтәһе лә ҡәнәғәт булды. Мин шатланып бөтә алманым. Надяның мине яратыуында ниндәйҙер матур бер әсәлек тойғоһо ла бар. Надя, ҡатыным минең!.. Етмәһә, тәбиғәттең иҫ киткес матур сағы! Муйылдар ап-аҡ сәскә атып, күперешеп, күбекләнеп ултыра. Алмағастар, сейәләр сәскә атҡан. Бөтә тирә-яҡта хуш еҫ аңҡый. Аяҡ аҫтында йәм-йәшел йомшаҡ үлән, баш өҫтөндә зәңгәр күк. Ҡыуаҡтарҙың ҡуйы япраҡтары араһында һандуғас һайрай. Көнө буйы һабан турғайының моңо ҡойолоп тора. Йөрәк иҫерткес бер шатлыҡ менән тулыша. Яратам мин Надяны! Мин уны тормошто яратҡан кеүек яратам.

6 июнь. Надя — минең ҡатыным! Бөтә кешеләргә, бөтә донъяға был хаҡта ҡысҡырғым, йырлағым килә хатта. Тик мин ҡысҡырмайым — яҙам ғына. Ышаныслы, ҙур бәхет был. Бына ул, минең ҡатыным, эшкә китте. Тегеү фабрикаһында эшләй. Эшләп үҫкән ҡыҙ ул. Ашығыс, етеҙ ныҡлы аҙымдар менән атлай ул. Етеҙлеге һылыу һынына килешеп тора. Ул йыйнаҡ, ынтылышлы, шул уҡ ваҡытта, уйнаҡлап барған тай кеүек, еңел, тилбер. Ниндәй оҡшай миңә уның атлауы! Әйтерһең, ул бына, хәҙер, хәҙер йүгереп китер... Үҙе шундай ныҡ, үҙе иҫ киткес еңел! Осоп йөрөй. Ул баҫҡан ер, ул атлаған юл, юл ситендәге үләндәр, ҡайын япраҡтарының елберләп тороуҙары, аҙымы һайын алмағастарҙың, сейә, груша, муйыл сәскәләренең хуш еҫтәрен уға бөркөп тороуҙары, ул аша атлап сығып йөрөгән йылғаның бер туҡтауһыҙ сылтырап ағыуы, йылға ситендәге тирәктәрҙең уның юлына күләгәләрен ташлап ултырыуҙары, һандуғастар сутылдауы — бөтәһе лә, бөтәһе лә ҡәҙерле миңә. Ул быларҙың бөтәһен дә миңә ҡарағанда нескәрәк тоя белә. Шуның өсөн дә ул йырлай. Надя үҙенең йырлауы менән минең кәмһетелгән иң саф тойғоларымды тормошҡа ҡайтарҙы. Мин яңынан үҙемдең тәүге мөхәббәтемде таптым унда. Тик был мөхәббәт минең үҙемдә генә түгел. Беҙ уны икәүләп кисерәбеҙ. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамайынса, беҙ уны ғүмер буйы һаҡларға, уның менән бөтә тормошобоҙҙо биҙәргә тейешбеҙ. Беҙ еңәсәкбеҙ! Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа матур буласаҡ. Улар — мөхәббәт емештәре булыр. Донъяның минең өсөн яңы яҡтары асыла. Ҡыҙыҡ! (Көндәлектәр191-192 биттәр).

27 июль. Мин атай буласаҡ кеше! Был бик сәйер ҙә, көлкө лә һәм шатлыҡлы ла. Тимәк, мин бик нормальный кеше!

 

Рәмиҙең өйләнгәнен, бер ҡасан да бергә булмаясаҡтарын аңлаған Марият, әлбиттә, уларға ҡамасау булырға теләмәй. Өфөлә бик ҡалырға теләһә лә, ситкәрәк китеүҙе хәйерлерәк күрә. Кешесә кейәүгә сығып, балалар табып, матур тормош ҡороуға өмөтләнә. Һылыу ҡыҙҙың артынан йөрөүселәр күп. Әммә йөрәген яулаусы юҡ. Тормош иптәше, ике балаһының атаһы буласаҡ Ҡәнзәфәр менән Марият Бакал ҡалаһында таныша. Мәскәүҙә ике айға яҡын уҡып ҡайтып, ҡала китапханаһына эшләп ултырғанда, Нәбиулла тигән дуҫы менән Ҡәнзәфәр килеп инә. Танышып китәләр. Егет ҡыҙ эргәһенә йышлай башлай. Ҡаршы ала, оҙатып ҡала. Оҙаҡҡа һуҙмай ҡыйыу Ҡыйғы егете Ҡәнзәфәр Фәттәхов 25 йәше менән барған Мариятты һората, туй яһайҙар. Фабрикала эшләгән кейәүҙең бер бүлмәле фатиры бар икән. Карауат та хәстәрләп алып ҡайта ир. Туйҙан һуң ауылдан иренең әсәһе уларға күсеп килә. Бергә йәшәй башлайҙар. Радик, Венера исемле балаларға ғүмер бирә улар. Әммә Ҡәнзәфәр 64 йәшендә вафат була.

Тол ҡалған Марият интернаттың 60 йыллығына килә. Шунда Рәмиҙең “Йәшенле йәшлег”ендәге Илдарҙың прототибы Рәхим Булатасов менән осраша. Мариятҡа һөйөү хистәрен белдереп тотош бер дәфтәр яҙған Рәхимдең хистәре ҡабат тоҡана. Ул да ҡатынын юғалтҡан икән. Өйләнешеп биш йылға яҡын бергә ғүмер итәләр. Рәхим бер яҡтан тәүге мөхәббәте менән йылдар үткәс яҙмышының ҡауыштырыуына һөйөнһә, икенсе яҡтан Мариятты Рәмиҙең төҫө итеп тә күрә. Уға шиғырҙар бағышлай, альбом төҙөй, уның хаҡында китап сығарырға хыяллана. Рәми Ғариповтың кисәләрендә икәүләп сығыш яһап йөрөй башлайҙар. Уларҙы Рәми бәйләй. Әммә... ҡунаҡты оҙатып сыҡҡан ваҡытта юл фажиғәһенә осрап һәләк була Рәхим.

Тулҡынландырғыс осрашыуҙар

Ни ғәжәп, Марият баш ҡалаға килгәнде берәйһе хәбәр итәме, Рәми осраҡлы ғына кеүек юлында йә ул туҡталған ерҙә көтмәгәндә пәйҙә була. Бына бер осрашыу хәтерендә. Марат ҡустыһы фатир ала. Марият та бергә. Асҡысын алып, ҡыуаныслы бер мәл кисергәндә, Рәми ҙә килеп ҡушыла. Ҡаҡ иҙәнгә ултырып байрам табыны ҡорғанда, Марияттан инәлеп йырларға һорайҙар. Ғүмере буйы күңелен әрнеткәнен асып һала гүйә ошо юлдар менән:

“Баҡса уртаһында пар йүкә,

Күңелемдә һиңә бар үпкә.

Беҙ осраштыҡ кистән,

Һин оноттоң иртән.

Осрашманыҡ шунан беҙ бүтән.

Пар йүкәбеҙ тора әле лә.

Ник торманың әйткән һүҙендә?

Пар йүкә төбөнә

Сәскәһен күрергә

Килдем мин яңғыҙым бөгөн дә.

Сәскә еҫе аңҡый, бөркөлә.

Ҡыҙ йылмайһа,

Егет бит көлә.

Йәр бер генә була,

Һөйһәң, һөй ғүмергә,

Һөйһәң һөй ғүмергә,

Һөймә, иркәм, улай бер көнгә”.

Рәми ниҙәр кисергәндер был йырҙы ишеткәс? Йырлау сираты уға ла етә. Ул “Сыңрау торна”ны ишеттерә. Марият үҙенең йырын хәҙер “Рәми иҫтәлеге” тип йөрөтә. Ысынлап та, яратып та ҡауышыу бәхетенә ирешмәгән ғашиҡ йәндең күңел иңрәүе был йыр.

Тағы бер осраҡлы ғына осрашыу: Марият Өфө урамынан Радик улын етәкләп бара. Әкрен генә Ленин урамынан атлай. Шул ваҡытта трамвайҙа барған Рәмиҙең күҙҙәре әсә менән улға төшә. Таный. Туҡталышта һикереп төшә лә уларҙың артынан йүгерә. Аһылдап төшкән. Мариятты тотоп ала. Иҫәнләшәләр ҙә бергә атлап китәләр. Ҡайҙа барғанлыҡтарын да белешмәй атлайҙар ҙа атлайҙар. Ҡаршыларына Кәтибә Кинйәбулатова осрай. Марият әле уны бик танып та етмәй. Рәми “туғаным” тип таныштыра. Бер аҙ һөйләшеп торғас, тағы урам буйлап атлайҙар. Китап магазинына инәләр. Рәми Мариятҡа йыр китабы һатып алып бүләк итә.

Йәнә бер осраҡлыҡ. Рәми уны яҙыусылар менән осрашыуға саҡыра. Марият улы менән килә. Сәхнәгә президиумға Мариятты ла мендереп ултырталар.

Өфөләге йәнә лә бер осрашыу хәтерендә Марияттың. Әхирәте Сүриә уны ярҙамлашырға кил тип үҙенә саҡырып ала. Марияттың ике сикәһе лә яна, ҡабаланып көҙгөгә ҡарай, сәсен тарай. Ишектә – ҡыңғырау. Барып асһалар, Рәми. Күрешәләр.

КӨҘГӨ 
Ингән саҡта иртән мин бүлмәңә, 
Моңһоу ҡарай инең көҙгөгә. 
Йолҡа тарай инең толомоңдо, 
Йәмһеҙ күрендеме йөҙ генәң? 
Керпегеңә һөрмә тартмаһаң да, 
Яҡмаһаң да кершән йөҙөңә, 
Һылыуҙарҙан-һылыу инең бит һин, 
Ниңә ышандың һуң көҙгөңә? 
Ҡараһаңсы шул саҡ күҙҙәремә,
Ҡарағансы шулай көҙгөнән: 
Ҡабатланмаҫ бер мәлеңә һинең 
Көҙгө булыр ине күҙ генәм!..

Табын ҡорола. Һөйләшеп, йырлашып ултыралар. Шағир шиғырҙарын уҡый. Төн уртаһы етә. Рәми ҡайтырға ашыҡмай. Һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Таңғы дүрт булып бара. Ҡыҙҙар йоҡларға әҙерләнә. Рәмигә лә урын йәйелә. “Марият, кил яныма”, – тип саҡыра ҡатынды. “Юҡ”, – тип ҡырт киҫкәс, ир үҙе баш осона сүгәләй. Марият уңайһыҙлана. Рәми сәстәренән һыйпай. “Эх, яратҡас, элек уйларға кәрәк ине, намыҫ менән кейәүгә сыҡҡанмын, намыҫлы йәшәп үлермен”, – ти Марият. “Элек-электән шундай яҡшы сифаттар һиндә, Марият”, – ти Рәми.

Марият уның ай яҡтыһында сағылған ап-аҡ күлдәген, һомғол буйын, әкрен генә кейенгәнен күҙәтеп ята. Рәми фатирҙан сығып китергә ишеккә йүнәлә. “Марият, кил, ишекте ябып ҡал”, – ти. “Хужабикә оҙатыр”, – була яуап. Йоҡлағанға һалышып ятҡан әхирәте тороп оҙатып ҡала. Ҡайҙа бараһың, таңғаса ҡал, тиһәләр ҙә Рәми тыңламай.

Рәми көндәлегенән

15 апрель, 1959 йыл.

Бына тағы — онотҡанда бер — көндәлек яҙырға ултырҙым. Исмаһам, бөгөнгө көндө генә булһа ла ҡағыҙға төшөрөп ҡуяйым тип. Хәҙер элекке кеүек көндәлек яҙып ултырып булмай. Кисәме шулай — элекке көн икән — эштән ҡайтҡас (Надя өйҙә юҡ, мәктәптә ине), нишләптер, эс бошоп китеп, элекке — мәктәптә, институтта уҡыған йылдарҙың көндәлектәрен аҡтарып ҡарай башланым. Күңел әллә нишләп нескәреп китте. Ҡасандыр бик яҡын булған, хәҙер инде күптән юғалған бер кешемдең тормошо күҙ алдыма килеп баҫты... Ул кеше, әлбиттә, мин үҙем булғанмын икән!.. Ирекһеҙҙән «Ватерлоо күпере»ндә Рой әйткән Лонгфеллоның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө: «Мысль о юности — далекая, далекая мысль». (Был һүҙҙәр­ҙең бөтә мәғәнәһен донъяла бер мин генә тоямдыр кеүек!..) Эйе, йәшлек тураһындағы уйҙар алыҫ, бик алыҫ уйҙар!.. Үкһеп, үкһеп илағы килә — илап булмай, йөрәктән сығырлыҡ күҙ йәштәре лә ҡалмаған!.. Минең бөтә иң матур тойғоларым «Таш сәскә»мә һеңеп ҡалды, шикелле. Шул таш сәскәгә бөтә күңелемде сүкеп-сүкеп яҙып бөттөм дә, хәҙер мәғәнәһеҙ бер бушлыҡ эсендә тороп ҡалдым. Бер йылға яҡын инде — минең йүнле шиғыр ғына түгел, әҙәм рәтле бер генә шиғыр юлы ла яҙғаным юҡ бит! Бына әле генә — февралдә генә — мине Яҙыусылар союзына алдылар, китап тураһында мәҡәләләр, рецензиялар, хатта өс-дүрт шиғыр ҙа яҙҙылар, минең исем телгә алынған хәбәрҙәр ҙә баҫыла, осрашҡан бер таныш-белештән йылы ғына һүҙҙәр ҙә ишетәм, ләкин мин үҙем күптән инде шағир түгел... Күптәр минән: «Ниндәй яңы нәмәләр яҙып ятаһың?» — тип һорайҙар, мин: «Яҙмайым», — тим. Ләкин был дөрөҫ һүҙгә ышанмайҙар. «Һин шым ғына әллә нимәләр яҙып ятаһыңдыр әле», — тип ҡуялар. Көлөрһөңмө, иларһыңмы? Аптырағас, «Франконың хикәйәләрен тәржемә итеп ятам», — тип, үҙемде лә шул һүҙгә ышандырырға тырышам. Ләкин... ләкин инде: һаман шул бер балыҡ башы — яҙа алмайым; ваҡыт та юҡ, ваҡыт булһа, кәйеф булмай, уныһы булһа, көтөлмәгән ғәҙәттәге хәлдәр килеп сығып тора: ҡатын менән тормоштоң иң түбән стилдәге, иң кәмһеткес, иң мәғәнәһеҙ, иң көлкө... трагедияһын уйнайбыҙ!.. Был «трагедия»ның төп ролен шағирҙарҙың мәңгелек иҙеүсеһе, мәңгелек дошманы — Аҡса-батша уйнай. Ә беҙ, ҡатын менән мин, тик уның ҡолдары ғына — ғәҙәттәге хәйерсе ролдәрен башҡарабыҙ. Бер көн килеп, яҙғы матур апрель иртәһендә, бик күп илдәр гиҙгән сыйырсыҡтар ҡайтып, мең-мең телдә донъялағы иң саф моңдарын түккән бер мәлдә, мин әле йоҡонан айнып, был яҡты донъяға күҙҙәремде асырға ла өлгөрмәҫ борон минән алдараҡ тороп өлгөргән һөйөклө ҡатынымдың иркә, яғымлы тауышын ишетәм:

— Рәми, беҙҙең аҡса бөттө. Икмәк алырға аҡса юҡ... Юҡ?.. Аҡса?.. Тағы бурысҡа инергә! Тағы кемдән булһа ла аҡса һорарға! Кемгә булһа хәйерселәнеп, теләнеп барырға? Тағы, тағы, тағы... Ай һайын, ун биш, ун көн һайын — йылдар буйына!.. Ниңә минең ҡатыным был аҡсаны әҙерәк тота белмәй икән? Эш хаҡы алғансы, айҙың 16-сы көнөнә хәтле, ай ахырына саҡлы аҙ ғына булһа ла ҡыҫып тоторға мөмкин түгелме икән ни? Кешегә аҡса теләнселәп барыуҙың ни тиклем ауыр икәнлеген саҡ ҡына ла тоймаймы ни минең был Надя? Ә ул, бер ни булмағандай: — Ой, какой хороший день сегодня! — тип көн менән һоҡлана. Бик ярата шул минең ҡатын тәбиғәтте!.. Нисек итеп уға ауыр һүҙ әйтмәк кәрәк? Бындай сыуаҡ, энә осондай ҙа болотһоҙ, иҫ киткес ҡояшлы көн уға, минең 25 йәшлек кенә «балама», шундай матур, шундай һоҡланғыс бер уйынсыҡ бит! Нисек итеп, ниндәй ҡулдарың менән уны тартып алмаҡ кәрәк? Иртәнсәк, яңы көн башланғанда, ҡалай итеп был баланың уйнатып йөрөгән уйынсығын юҡҡа сығараһың?

— Ниндәй яҡшы көн! — тип тешеңде ҡыҫып, йылмайырға ғына кәрәк бындай саҡта, йәғни 24 сәғәтлек көндөң был изге минутында инде!.. Етмәһә, боронғо ата-бабайҙарҙан ҡалып, был көндөң ошо минуттарына тиклем килеп еткән бик аҡыллы һүҙҙәре бар: 1. Һәр көн, һәр кеше үҙ ризығы менән! 2. Иртән ыҙғышырға ярамай! 3. Ҡул яраһы уңала, һүҙ яраһы уңалмай! 4. Юҡ талаштыра, бар яраштыра. Һуң, шулай икәнен белә тороп, нисек инде ата-бабай һүҙен тотмайһың? Тоторға кәрәк. Кеше хәтерен, бигерәк тә үҙ ҡатыныңдың хәтерен һаҡлай белергә кәрәк. Хатта һүҙең көмөш булһа ла, әйтмәй ҡалғаны — алтын... Минең, 16 йыл уҡып, 4 йыл эшләп, айына 780 һум аҡса алып, редакция эшен өйгә лә алып ҡайтып, төрлө наҙандарҙың хәреф хаталарын уҡып ултырыуыма, алдаша, хәйләләй белмәүемә, «үҙ әҙәбиәтем» тип йәнем сығырҙай булып йөрөүемә әллә кайҙағы Мәскәүҙән, әсәһенән, эшенән айырып алып ҡайтҡан ҡатыным ғәйеплеме ни? Бөтәһенә лә бит үҙем ғәйепле!..

— Ярай, Надя, мин бөгөн, бәлки, аҡса алырмын, — тим ҡатынға. Эшкә, редакцияға китәм. Эйе, бәлки, аҡса ла булыр. Культура министерствоһында минең аласаҡ бар. Хатта меңләп аласаҡмын. Мәскәүҙән йыр текстарым өсөн бухгалтерияға лимит ҡына килеп етһен. Договор төҙөлгән. Көн матур — кешеләрҙең кәйефтәре лә яҡшылыр. Өс йырға бишәр йөҙ түләргә тейештәр. Бына бит «бирәһе килгән ҡолона — сығарып ҡуйған юлына» тигәндәй, мөхәббәт, иң саф тәүге мөхәббәт менән хушлашып яҙған йырҙарҙы ла аҡсаға әйләндерергә мөмкин донъяла! Бына шулай, исмаһам, мөхәббәттән тамағыңды туйҙырырлыҡ йыр булһа ла ҡалһын!..

Хыялымда, яңғыҙ елкән булып,

Сайҡалаһың йылдар буйына.

 Йә һис юғалмайһың үҙең унан,

Йә бирмәйһең тынғы уйыма.

Әллә индең һин аҙашып уға,

Әллә индең мәңге ҡалырға?

Ниңә шулай онотмайым һине?

Ниңә шулай һаман янырға?

Әрнеүле лә миңә һәм татлы ла

Тәүге хистәремде ҡуҙғатыу.

Ҡурҡыныс та миңә һине уйлау,

Ҡыҙғаныс та һине юғалтыу...

Эйе, йәшлек тураһындағы уйҙар алыҫ, бик алыҫ уйҙар... Ләкин онотолмай. Ә унан һуң «һуңғы осрашыу». Әллә булған, әллә булмаған осрашыу был. Командировканан, Баймаҡ районындағы Йылайыр совхозынан, сиҙәм ерҙән ҡайтып килә инем. Силәбе вокзалында, поезд көтөп, диванда серем итеп ултырам. Ҡапыл касса алдынан бер бик таныш ҡыҙҙың, ҡасандыр минең бөтә тормошомдо, бөтә йөрәгемде дер һелкеткән, саҡ ҡына мине поезд тәгәрмәстәре аҫтында иҙмәй ҡалдырған «фәрештә»мдең шәүләһе үтеп китте һәм күҙ асып йомғансы юҡ та булды. Мин үҙ-үҙемде белмәй, ҡапыл иләүһетеп тороп, дауыл ырғытҡан бер юнысҡы һымаҡ, ултырған еремдән перронға атылып сыҡтым... Ләкин шау-шыу, шығырым тулы кешеләр араһынан йырып сыҡҡансы поезд ҡуҙғалып та китте. Иң остағы вагон подножкаһында тороп, ниҙер ҡысҡырған, ҡул болғаған бер ҡыҙҙың артынан йүгереп барһам да, бер һүҙен дә асыҡ ишетеп, уның үҙен дә асыҡ төҫмөрләп ҡала алманым. Күҙгә тик артҡы вагондың ҡыҙыл уттары ғына бик оҙаҡ күренеп барғандай булды... Бына ошо тиле төн ҡараңғылығында күренеп ҡалған бер яҡтылыҡ менән хушлашыу тураһындағы йыр ғына тороп ҡалды үҙем менән: ә ул яҡтылыҡ китте, мәңгегә киткәндер инде, күрәһең!.. Эйе, һуңғы осрашыу ине был. Мин уны романс тип атаным.

Юлдар буйлап, уйҙар уйлап,

Алыҫ китеп барғанда,

Көтмәгәндә осраштыҡ беҙ,

Йылдар уҙғас, бер таңда.

Күрешмәнек, һөйләшмәнек —

Поезд ҡуҙғалып китте.

Тик йөрәккә якын тауыш

Утлы ҡуҙ һалып китте!..

Мәңге ҡайтмаҫ, ҡабатланмаҫ

Тауышың ғына ҡалды.

Ғүмергә мин онотмамын,

Һағынырмын был таңды.

Хуш бул инде, хуш, һөйөклөм,

Хуш бул, минең бәхетем,

Хуш, хыялым, хуш өмөтөм,

Хуш, тәүге мөхәббәтем!..

Ә хәҙер бына «кеҫәләге финанстар йырлағас романстар» — мин был йырҙы һатырға барам булып сыға инде. Мине был хатта ғәжәпләндермәй ҙә. Ҡасандыр мин, донъяға гел ғәжәпләнеп ҡараған бер егет, хәҙер инде бер нәмәгә лә шул тиклем иҫем китеп барған кеше түгелмен. Хәҙер мин тормош трагикомедияһының талантһыҙ бер актеры!.. Хатта суфлерҙар һүҙен дә ишетмәй уйнайым кеүек. Ә был кәрәк ине. Сөнки суфлерҙар аҙ яңылыша бит. Китап биттәрендә аҡҡа ҡара менән ни тип яҙылған — шуны уҡып йәшәйҙәр улар. (Көндәлектәр, 314-316-сы биттәр).

1975 йылдың 15 сентябрендә ул ваҡытта Үзбәкстанда йәшәгән Мариятты серле тартылыу Өфөгә алып килә, “шул хәтлем уны күргем килгәйне” ти ул. Рәми ҙә шул уҡ көндә уны эҙләп Үзбәкстанға, Ташкенттан һикһән километр алыҫлыҡта ятҡан Алмалыҡҡа, бара. Тәүге мөхәббәтенең Маяковский исемендәге үҙәк китапхананың уҡыу залында эшләгәнен Рәми белгән була. “Кем уйлаһын уның килерен, отпускы алмай көтөп ултырыр инем. Үкенесле, осрашманыҡ”, – тип уфтана Марият. “Ағайың килде” тигән хәбәр менән Шағир автографын яҙып ҡалдырған “Миләш” китабы ғына ҡала был елкенеүҙән. Күрәһең, аймылыштарҙан, яңылыштарҙан булған улар яҙмышы...

Миләш-кәләш 
...Ләкин ҡалһын минең устарымда
Төҫ ташламаҫ миләш ялҡыны... 
                                   (Хатыңдан) 
Баҫымсаҡ көҙ тәрән уйға сумған,
һағыш менән тулған уйҙары,
һағыштары һары ҡарғыш һымаҡ, 
Ялмап алған урман буйҙарын. 
Хатта имән, ғорур йәнле имән, 
Башын эйгән — уйы ауырға. 
Ни ҡалған һуң баҡыр йәштәренә
Ал ямғырҙар булып яуырға? 
Әллә инде утлы ҡуҙы менән 
Яндырамы уны миләше? 
Ә бит тоғро аҡ ҡайыны барҙа, 
Булмаҫ миләш уның кәләше? 
Эй, йәш миләш, утлы күҙ йәш-тәлгәш, 
Ниңә шулай көҙләп балҡының? 
Ҡалһын, ҡалһын үҙ усында ғына 
Тик берәүгә изге ялҡының!..

 

Рәми көндәлегенән

12.02. 1977.

Тыуған көнөм. Ҡырҡ бишем тулды, ҡырҡ бишем.

45-тә күргән төшөм

Мөхәббәтем!

Һине төштә күрҙем,

Күрмәһәм дә һине өнөмдә:

Тылсымлы бер көҙгө бирҙең,

һаҡлаһын, тип,

Ҡыйын көнөңдә...

Иҙәндәре ҡубып-һынып бөткән

Иҫке өйҙә, имеш, мин тағы.

Әсәйем дә

(Күпме ваҡыт үткән!..).

Сәйен яһап, һыйлай ҡунағын.

Дуҫым килгән, имеш,

Уртаҡ дуҫ ул —

Йәшлек юлын бергә бүлешкән.

Тик юлыбыҙ

Күптән аймылышып,

Күптән уның менән дә

Юҡ күрешкән...

Һәм бына һиңә!..

Элеккесә һылыу,

Элеккесә көләс йөҙлөһөң.

Тик күҙеңдә

Әйтеп бөтмәҫ һағыш...

Һин аҡылдан яҙған

күҙлеһең!..

Өс балаңды йыйып алғанһың да

Ҡайтып төштөң Ташкент яғынан.

— Ниңә ҡайттың

Йөрәк әрнетергә? — тигәс:

Бер һүҙ әйттең:

— Һағынам!

Һәм ҡысҡырып көлөп ебәрҙең дә,

Тотондоң һин үкһеп иларға.

(Эй ҡатын-ҡыҙ!..

Һәр саҡ күҙ йәштәре —

Ни әйтәһең инде уларға!..).

Мин онотоп биргән вәғәҙәмде,

Ҡосағыма алдым,

Иркәләнем һине, йыуаттым,

Элеккесә ебәк толомоңдо һүттем, үрҙем...

Һәм ҡапылда

Һине юғалттым...

Кескәй генә

Көҙгөң ҡалған уста,

Ҡап-уртаға сатнап ярылған.

Ә артына ярты латин менән:

«Мөхәббәтең» тиеп яҙылған.

Һаҡлар, имеш,

Ҡыйын көндәреңдә!.,

һаҡлаһасы ул көс үҙеңде.

Ниңә икән теүәл егерме биш

Йыл элек

Һонманың һин ул көҙгөңдө?..

12.02.1977.

Төн. Азамат та, Гөлнар ҙа йоҡларға ятты. Тойғоларын артыҡ күрһәтмәйсә, яттылар. Үҙҙәренсә кисерҙеләр, әлбиттә. Мин 7 һум 50 тинлек быяла тапшырып, уларға бәләкәй генә байрам яһарға тырыштым. Һөт, ҡатыҡ, кефир, сливки, шәкәр менән лимон, тауыҡ бешереп, һурпаһы менән туҡмас, итенә тауыҡ эсендә бешкән бәрәңге (тоҙло, боросло, һуған, лавр япраҡлы, әлбиттә) ҡушып, духовкала ҡыҙҙырып үҙемсә бер аш яһарға тырыштым. Тәмле булды, буғай. Аҙаҡ мәтрүшкәле, төрлө үлән ҡушылған ҡуйы һөтлө сәй эстек. Үҙем сәй менән бергә бер «Экстра»ның яртыһынан күберәген эстем, мөңрәнем, бөтә үткән ғүмерҙе йөрәгемдән үткәрҙем. Көндөҙгө, Салауаттар биргән концерт тәьҫире менән ғорурланып, маҡтанып, бер үҙем үлем сигендәге күңелде йыуаттым. Ерем-һыуым, Ҡаратауым, Йүрүҙәнем, ил тарихы мине һәр саҡ ҡотҡарып ҡала. Салауатым, һине уйланым. Ярты ғүмерең буйынса илһеҙ-телһеҙ түҙә алырлыҡ ғәйрәт барын белә тороп, ниңә әле ҡул-аяҡлы көйө миңә түҙмәҫкә? Әсмә апай скрипкала «Уйыл»ды уйнағанда, әлбиттә, түҙмәнем — алҡымыма бөтә үткәндәрҙең күҙ йәше килеп тығылды — Гөлнарым уҡырға киткәндә ап-айныҡ көйө балауыҙ һығып ултырҙым. Етмәһә, бынау күңелде ҡот осҡос болоҡһотҡан төш тә килеп ҡушылды. Тыуған көндө, шулай итеп, тәүге ҡабат бер үҙем, япа-яңғыҙ, балалар менән генә, үткәрҙем. Сафуандан ғына — дуҫ-иштәрҙән — телеграмма килде. Ҡалғандары — барыһы ла үҙемдең туғандарҙан — Урал менән Мөршиҙәнән, кейәүҙән, Фәниәнән, иң ҡиммәтлеһе улымдан — Салауат менән килендән ине. Ул баланы мин бик ныҡ рәнйеттем. Мамаһына ҡарап. Ә уның үҙ башы бар ине бит. Имен-аман, иҫән -һау ғына йәшәһендәр инде. Ҡалғанын, аҡылы булһа, саҡ ҡына ҡаным йөрөһә, үҙе белер әле... Шул тиклем хисле малай, башы менән булмаһа ла, йөрәге менән аҡылға ултырыр әле. Боҙолоп өлгөрмәне — тормошҡа сумды. Тормош — барыбер бөйөк уҡытыусы, күңелем уныһы өсөн тыныс: бисәһенең хәйләһе уны минең бер ҡатлылыҡтан барыбер ҡотҡарасаҡ. Ә Азаматы... хәс үҙем!.. Иң күңелде әрнеткәне. Ах, был сафлыҡ — донъяның шул тиклем дә әшәкелеген күргәс, ни хәл итеп кенә ҡабул итә алыр икән уны? Гөлнарым күтәрер уны — ул үҙен тыуҙырған затҡа оҡшаш: әрһеҙ, үткер, тиндең ни икәнен белә. Шулай ҙа хисе үтә минекенсә, тәбиғи. Был донъяла минең һымаҡ эске донъяһын һаҡлап ҡала алырмы — минең һымаҡ рух түҙемлеге етерме? Бигерәк ғәрсел, тиҙ ҡабыныусан, ләкин үҙ һүҙен ахырғаса еткереүсән түгел. Тиҙ онота. Әсәһенең тәбиғәте нығыраҡ һеңгән. Үҙе менән күберәк һоҡлана. Ә минең иң теләгәнем — ахырғаса балаларҙа ихтыяр көсө һаҡлау. Ниндәй генә нескә күңелле булма, иң мөһиме — ихтыяр көсө! Мине йәшәткән нәмә, — бөтәһен дә бер усҡа йомарлағаны, — шул көстә! Бәләкәс ғазаптарға тыбырсынһам да, ололарына түҙерлек оло көс бар, буғай, миндә. Мине һындырыу әлегә мөмкин түгел!.. (Көндәлектәр.76-80-сы биттәр).

 

19.02.1977.

Февраль бураны

Ышанмағыҙ февраль буранына,

Бер яуыз уй юҡтыр уйында...

Күпме генә шашып дуламаһын,

Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр

барыһы ла,

һинең менән бары

мин булмам.

Бына ниндәй үкенестәр

бар бит —

Ҡалай үлмәк кәрәк,

күҙ алмам...

Түҙәлмам мин ләкин,

түҙалмам...

 

Шағирҙың был иң һуңғы шиғыры... Өмөтһөҙлөк, арығанлыҡ, сараһыҙлыҡ... Һуңғы төшөндә лә Марият тип һаташып уяна. Шул төштә ул барыһын да аңлай һымаҡ. “Их, ниңә икән теүәл егерме биш йыл элек һонмағайның икән көҙгөңдө!” тип әрнеүендә лә бар ул аңлау, үкенес. Иртәгәһенә шағирҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай.

 

Рәмиҙең: “Ул мине ғүмер буйына яратыр, мөхәббәт бит үлмәй”, – тигән һүҙҙәре дөрөҫкә сыға. “Рәмиҙе үҙем менән күтәреп йөрөтәм, ғүмер буйы уның менән йәшәйем. Ул – йөрәктә, һис ҡасан уны онотаһым юҡ”, – ти Марият.