Кеше һәм тәбиғәт
Лидиә Динмөхәмәтова, 10з класы уҡыусыһы
ТӨП БУРЫС - СИФАТЛЫ БЕЛЕМ БИРЕҮ

Хәҙерге ваҡытта төплө белем алыу заман талабы булып тора. Белемле кешегә эшкә урынлашыуы ла, тормошта үҙ урынын табыуы ла күпкә еңелерәк. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа сифатлы белем биргән, уңышлы эшләп килгән бик күп мәктәптәр бар. Уларҙың береһе - баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия - интернаты. Был белем усағы милли кадрҙар үҙәге булараҡ та билдәле. Мәктәп-интернатты тамамлаусы бик күп күренекле шәхестәр төрлө өлкәлә республикабыҙҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Шуға күрә гимназияға уҡырға инергә теләк белдереүселәр ҙә байтаҡ. Ә кемдәр был данлы Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназия-интернатҡа уҡырға инергә дәғүә итә ала һуң? Ошо һорауға яуап табыу өсөн уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙы Шөғәйеповаға мөрәжәғәт итәйек.

- Лүзә Хәбир ҡыҙы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем алырға теләүсе уҡыусылар нисәнсе кластарға ҡабул ителә?

- Беҙҙем белем усағына уҡырға инергә теләгән уҡыусылар өсөн йыл һайын 7-се, 8-се кластарға ҡабул итеү имтихандары ойошторола. - Был һынауҙар ҡасан үткәрелә? - Имтихандарҙың беренсе өлөшө март айында, яҙғы каникулдар ваҡытында, уҙғарыла. Ул һынау 3 көн дауамында үтә. Гимназиябыҙ уҡытыусылары уларға дәрестәр бирә, төрлө саралар үткәрә, өс фән буйынса уҡыусылар өсөн олимпиада ойоштора. Быйыл беҙ бирелгән урындарҙың яртыһына уҡыусыларҙы ҡабул иттек. Ә ҡалған яртыһына уҡыусыларҙы ҡабул итеү өсөн имтихандарҙы йәй көнө үткәрергә уйлайбыҙ. Был һынауҙарҙың ҡасан һәм ҡайҙа үтеүе тураһындағы мәғлүмәтте гимназиябыҙҙың сайтында һәм республика гәзиттәрендә табырға мөмкин.

- Лүзә Хәбир ҡыҙы, уҡырға ингән ваҡытта уҡыусылар ниндәй фәндәрҙән һынау тота?

- Уҡырға инергә теләк белдереүселәр башҡорт теленән бирелгән тема буйынса инша яҙалар, рус теленән - диктант, ә математиканан үтелгән темалар буйынса яҙма эш эшләйҙәр.

- Имтиханға әҙерләнгән ваҡытта уҡыусыға нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

- Беренсенән, мәктәп курсы программаһын яҡшы белеү мөһим. Икенсенән, беҙҙең рәсми сайтта үткән имтихандарҙың яҡынса эштәре менән танышырға кәрәк. Уҡыусылар сайтҡа инеп, эштәрҙе табып, көстәрен һынаһындар. Улар буласаҡ гимназистарға ныҡлы ярҙам, терәк буласаҡ.

- Гимназист исемен йөрөтөүсе уҡыусыларға ниндәй сифаттар хас булырға тейеш?

- Бөйөк Рәми Ғарипов исемен йөрөткән гимназияла белем алған уҡыусы иң тәүҙә илһөйәр, телһөйәр, уңған, тырыш, белемгә ынтылған, тәртипле, тыңлаусан булырға тейеш. Йәш быуын - илебеҙҙең киләсәге. Ә киләсәк тик һеҙҙең ҡулдарҙа! Шуға ла беҙҙең гимназияға уҡырға инергә теләгән уҡыусыларға маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем.

- Рәхмәт әңгәмәгеҙ өсөн, Лүзә Хәбир ҡыҙы.

Нәҡ шундай талантлы уҡыусыларҙың гимназия-интернатҡа уҡырға инергә теләк белдереүҙәренә шигем юҡ. Әлбиттә, йәмғиәтебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисергән осорҙа мәғариф системаһы ла төрлө яңылыҡтарҙан ситтә ҡала алмай. Уҡыу-уҡытыу өлкәһендә заман талаптарына яуап бирерлек Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында сифатлы белем алыу, үҙ-үҙҙәрен үҫтереү өсөн бөтөн шарттар булдырылған. Әгәр ҙә һеҙ белемле, тырыш, уңған, яңылыҡҡа ынтылһағыҙ, был уҡыу йортона уҡырға килегеҙ, көтөп ҡалабыҙ!