Заман заңы
АЙЗИРӘК
“Тағы бала тапҡан!” йәки Ни өсөн беҙҙең йәмғиәттә күп балалы ғаиләләргә кире ҡараш?

 

Бер балаһын эйәртеп барған йөклө ҡатын-ҡыҙға, бигерәк тә янындағыһы бәләкәй булһа, шелтәле ҡараш ташлаусылар бар. Бына, имеш, үҫкәнен дә көтмәгән, аҡсаға ҡыҙығып, тағы ауырға уҙған.

Икенсе балаһы инде тыуып, коляскала йоҡлап ятһа һәм әсәй кеше транспортҡа инеп, өлкәнен ултыртырға буш урын эҙләй башлаһа... Ҡайһы берәүҙәр төртөп төшөрөр ине, валлаһи! Ә сабыйҙар өсәү булһа, «Барыһы ла һеҙҙекеме?» – тип ҡыҙыҡһыныу иң гонаһһыҙ һүҙҙәр. «Сегән таборы һымаҡ...» «Хәйерселек үрсетеп...» «Көтөүе менән өйөндә генә ятһа булмаймы икән?..» «Ниңә кәрәк булған? Хөкүмәт елкәһенә ултыртып...» Ҡайһы берәүҙәр тағы ла арттырып ебәрә әле: «Беҙҙең иҫәпкә йәшәйҙәр!» – тиҙәр. Йәнәһе, күп балалы ғаиләләргә ташламалар булдырыр өсөн башҡалар һалым түләргә мәжбүр. Кешеләрҙең уҫаллығына таң ҡалырһың.

 

Бөгөн балаһы икенән артҡан икән, тимәк, ул ғаилә йә уңышһыҙ (неблагополучный), йә аҙ керемле (малоимущий). Бала аҡсаһына өмөт итеп «үрсегәндәр», имеш. Күп балалы ғаиләләргә мөнәсәбәттең бына шундайы ҡасан барлыҡҡа килде һуң? Һәм ни өсөн?

Бала аҡсаһы ла, ташламалар ҙа «ташҡа үлсәйем» хәтле генә. Ә бала кәрәк-ярағы, коляскаһы, санаһы, кейеме «ат хаҡы» тора. Сөнки етештереүселәр бәләкәстәрҙең  тиҙ үҫкәнен белә. Яҙ кейгән аяҡ кейеме көҙгә ярамай. Ә баланы ялан аяҡ йөрөтөп булмай. Тимәк, ниндәй хаҡ ҡуйһаң да, атай-әсәй аласаҡ. Дарыуҙар менән дә шул уҡ хәл. Сабыйҙар йыш сирләй. Иммунитеты нығып, организмының ҡаршы тороусанлығы артҡансы дарыухана юлын бик күп тапарға тура килә. Балалар баҡсаһына, мәктәпкә киткән аҡсаны яҙып та, һанап та тормайым. Уныһы айырым һәм осһоҙ-ҡырыйһыҙ тема. Һүҙем башҡа хаҡында.

Бала тыуыу менән сиратҡа баҫһаң да, сабыйыңдың балалар баҡсаһына өс йәше тулмайынса китеренә өмөт бик аҙ. Ә «декрет аҡсаһы»н бер йәш тә алты ай тулыу менән туҡтаталар. Ғаилә эшләп йөрөгән бер атай аҡсаһына ҡарап ҡала. Билдәле, бындай хәлдә «сереп байып» булмай. Әммә өс бала тәрбиәләүселәр араһында етеш тормошта йәшәүсе уңышлы ғаиләләр ҙә күп бит. Хәйер, «етеш тормош» тигәнде һәр кем үҙенсә аңлай. Кемгәлер машиналы булыу ҙа етә, ә кемдер яхтаһыҙ интегә. Кемдер һәр балаға айырым бүлмә, сифатлы аҙыҡ, ҡиммәтле мәктәп, түңәрәктәр кәрәк, ти. Ә кемдер бала өсөн яҡшы йәшәү шарттары татыу ғаиләлә, йылы мөнәсәбәттәрҙә, атай-әсәй наҙында тип һанай.

Әле ҡасан ғына беҙҙең өләсәйҙәр итәк тултырып бала тапҡан һәм яңы ғүмер бүләк итә алыуы менән ғорурланып, башын юғары тотоп йөрөгән. Уларға еңел булғанмы? Юҡтыр. Йәндән йән яралыу бер ҡасан да еңел бирелмәгәндер. Әммә эргә-тирәләгеләрҙең хөрмәте барлыҡ ғазаптарҙы юйғандыр. Ни бары бер быуат һәм тормоштоң аҫты өҫкә килгән. Әйткәндәй, балалар һаны өстән артып китһә, дүрт, биш һәм унан да күберәк булһа, ул ғаиләгә ҡарата йәмғиәт битарафҡа әйләнә. Ни өсөн икәнен белмәйем, әммә иң күп һүҙҙе өс балалы ғаиләләргә ишетергә тура килә.

Артыҡ һүҙ ишетеп кәйеф ҡырмаҫ өсөн өсөнсөгә ауырға ҡалғанын һуңғы мөмкинлеккә ҡәҙәр йәшереп йөрөргә мәжбүр булғандар бар. Ә «аҡыллы кәңәш» бирергә тирә-яҡтағылар һәр ваҡыт әҙер. Туғандар ғынамы һуң?! Хатта акушер-гинекологтар ҙа был йәһәттән ҡалышмай.

– Улығыҙ, ҡыҙығыҙ бар, «Әсәлек капиталы» алғанһығыҙ. Өсөнсө бала һеҙгә ниңә кәрәк? – тип аптыратты табип. Ни тип әйтергә лә белмәнем. Хәҙер өсөнсөгә бала табыр өсөн рөхсәт һорарға кәрәкме икән ни? – тип ғәжәпләнгән ине бер йәш ханым.

Эш урынында күп балалы әсәйҙәргә мөнәсәбәт тағы ла ҡырҡыуыраҡ. Етәксе һәм хеҙмәттәштәре әле бер, әле икенсе балаһы менән «больничныйҙа» ятҡан, әле бер, әле икенсе балаһының йыйылышына сапҡан, телефон аша даими рәүештә уҡыусы балаларының хәлен белешеп торған (мәктәптән сыҡҡанмы, ҡайтып еткәнме, ашағанмы, дәресен әҙерләгәнме һ.б.) әсәйҙе, йомшағыраҡ итеп әйткәндә, «өнәмәй». Имеш, уның яҡшы һәм сифатлы эшләргә ваҡыты етмәй. Имеш, ул бер нәмәгә лә өлгөрә алмай. Балаларын түгел, хатта үҙен дә ҡарарға хәле ҡалмай. Шуға күрә «арҡырыһына йәйелә»... Бер балалы әсәй эшендә лә мәшәҡәт тыуҙырмай, балаһы ла ҡараулы, үҙенә лә ҡарап туймаҫлыҡ.

Ишле ғаиләлә бала, бәлки, аҙыраҡ уйынсыҡ күрәлер, иғтибарҙы ла туғандары менән бүлешергә тура киләлер. Әммә ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең «фаберже йомортҡаһы» һымаҡ өф итеп торған берҙән-бер балаһына ҡарағанда тәрбиәлерәк, итәғәтлерәк булып үҫәлер ул. Сөнки ҙур ғаиләлә балалар коллективта йәшәргә, кәрәк саҡта терәк булырға бәләкәйҙән өйрәнә. Эш рәтен дә белеп үҫә ул. Киләсәктә торлағын да, машинаһын да үҙенә булдырырға, үҙ көсөнә таянып йәшәргә тура киләсәген белә. Ата-әсәһенең бөтөн балаларын да йорт-фатир менән тәьмин итергә көсө етмәйәсәген аңлай. Ә әҙергә-бәҙер үҫкән «берләс»тәргә, ғәҙәттә, асҡыстарҙы ҡулдарына тотторалар.

Эй, күп баланы ғынамы һуң? «Әсәлек капиталы» бирелә башлағас, икенсеһен «аҡса өсөн генә табалар» тигән фекер киң таралды. Хәйер, дөрөҫлөктән ҡасып булмай. «Капитал» бирелгән беренсе йылдарҙа ысынлап та еңел аҡса яһарға уйлаусылар күп булған. Хатта яңы тыуған балаларҙың күпләп үлеү осрағы ла, статистика буйынса, шул йылдарға тура килә. Сөнки наркомандар, эскеселәр, аҡсаға алданып, күпләп бала тапҡан. Әммә, беренсенән, ул ажиотаж күптән үткән. Икенсенән, ғәфү итегеҙ, ике һәм унан да күберәк бала үҫтерергә теләүсе бүтән ғаиләләр улар өсөн яуап бирергә тейеш түгел.

«Аҡса өсөн табалар» тип фекер йөрөтөүселәр ғаиләнең бер генә бала тәрбиәләргә теләмәүен иҫәпкә алмай башланылар. Торлаҡ шартын яҡшыртыр өсөн мөмкинлек тыуа һәм ғаилә уларҙан файҙалана икән, был насармы ни? Билдәле, берәү ҙә ул аҡсанан баш тартмай. Әммә шуның өсөн генә бала ла тапмай.

«Әсәлек капиталы»на килгәндә, һуңғы йылдарҙа уға ла үҙгәрештәр тәҡдим итеүселәр бар. Мәҫәлән, «Аист на крыше» тигән ижтимағи ойошма вәкилдәре алдағы йылдарҙа көтөлгән «демографик соҡор»ҙо мөмкин ҡәҙәр еңелерәк сығыр өсөн 453 мең һумды икегә бүлеп, икенсе һәм өсөнсө балаға бирә башларға тәҡдим итә. Был өсөнсө бала табырға стимул буласаҡ, тиҙәр. Ә өс һәм унан да күберәк бала табыусылар һаны күп булған төбәктәрҙе әлеге программанан төшөрөп ҡалдырырға, өсөнсө бала өсөн түләүҙәрҙе (ҡайһы бер төбәктәрҙә быға тиклем түләнгән) бөтөрөргә тәҡдим ителә. Ошо төҙәтмәләрҙе индерһәләр, 2030 йыл аҙағына фаразланған һанға өҫтәп миллион ярым бала табырға мөмккиндәр (Авторҙар «Әсәлек капиталы»ның нәҡ 2030 йылға тиклем оҙайтылыуына өмөт бағлай). Етмәһә,  200 млрд һумды экономияларға ла мөмкин буласаҡ. Был документ Дәүләт Думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар эштәре буйынса комитетҡа тапшырылған. Уның яҙмышы нисек хәл ителер – әлегә билдәһеҙ.

Фәнни тикшереүҙәр университетының Демография институты фәнни хеҙмәткәре Алексей Ракша әйтеүенсә, «әсәлек капиталы» үҙенең “максимум”ын үтәгән. Программа ябылыуҙан ҡурҡып, икенсе бала табырға ниәтләгән ғаиләләргә «эште ҡыҙыуыраҡ тоторға тура килгән».

Социаль страховкалау дәүләт фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғаиләлә икенсе бала табыуҙың юғары нөктәһе 2016 йылдың йәйенә тура килгән. Ә хәҙер ҡапыл кәмей башлаған. «Әгәр ҙә ни ҙә булһа эшләмәһәк, йыл һайын тыуып килгән 2 млн бала урынына беҙ 1,3 млн менән генә тороп ҡаласаҡбыҙ, – ти Ракша

“Демографик соҡор” тигәндәре 2018–2019 йылдарға тура киләсәк, тиҙәр. Сөнки 90-сы йылдарҙа тыуғандар үҙҙәре лә әҙ, бала табырға ла ашығып бармайҙар. Шуға күрә әлеге соҡорҙан еңелерәк сығыр өсөн йөклөлөк ваҡытында һәм декрет ялында кредиттерҙы туҡтатып тороуҙарҙы ла, өсөнсө бала тыуғас, ипотекаға субсидиялар биреүҙе лә, «Әсәлек капиталы» ҡулланышын киңәйтеүҙе лә тәҡдим итәләр. Әлбиттә, был бары тәҡдимдәр генә, әлегә ташҡа баҫылған һүҙ юҡ.

Республикала беренсе бала тыуғас торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 300 мең һум күләмендә аҡса биреләсәге тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Йәш ғаиләләр шатланып ҡабул итте әлеге хәбәрҙе. Ҡуртымға фатир яллап  торған йә ата-әсәһе менән ҡыҫыҡ бүлмәлә торған йәш ғаилә өсөн бик ҙур бүләк был. Миңә ҡалһа, быға йәше лә, ҡарты ла һөйөнөргә тейеш. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пенсия йәшенә етеп килгән быуын вәкилдәре (әйткәндәй, теге 90-сы йылдар балаларының атай-әсәйҙәре) быны «йәш быуынды осондороу» тип ҡабул итә, шикелле. Имеш, улар заманында бала тапҡан өсөн аҡса булмаған, үҙҙәре тырышҡан, үҙҙәре үҫтергән. Балаһы тыуғас, дәүләт ярҙам күрһәтмәһә, шул уҡ «барыһын да үҙ көсө менән тапҡан» атай-әсәйҙәр ейән-ейәнсәренең торлаҡ шартын яҡшыртыуға байтаҡ өлөш индерергә мәжбүр буласаҡ бит...

Хөкүмәт тыуасаҡ балалар һанын һәр ваҡыт контролдә тоторға тырышҡан. Ҡасандыр быны балаһыҙлыҡҡа һалым түләтеү аша эшләһәләр, хәҙер, киреһенсә, бала тапҡан өсөн аҡса биреп башҡаралар. Сөнки киләсәк шул сабыйҙарға бәйле. Бала һаны аҙайған һайын киләсәктә эш көсөндәгеләр, һалым түләүселәр аҙая. Бөгөн «беҙҙең елкәлә йәшәйҙәр» кеүек һүҙҙәрҙән тартынмай «ут сәскән»дәр иртәгә олоғайып, шул балалар ҡулына ҡаласаҡ. Ана шул алдағыһын уйлап, кешеләр бөгөн миһырбанлыраҡ булһын ине. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тиҙәр. Берәү ҙә Ер йөҙөнә икенсе кеше өлөшөнә инеп тыумай.