Кеше һәм тәбиғәт
Илнур ЗАРИПОВ
ФАТИРҒА МИЛЕК ХОҠУҒЫ АЛЫУ

Күптәрҙең фатир һатып алғанда милек хоҡуғын теркәү буйынса һорауҙары килеп тыуа. Әлеге мәҡәләлә фатирҙы рәсми теркәү ҡағиҙәләре менән юрист Илнур ЗАРИПОВ таныштыра.

 

Фатирға милек хоҡуғын теркәү өсөн кәрәкле документтар

Фатирға хоҡуҡты рәсмиләштереү теркәү органына мөрәжәғәт итеүҙән башлана. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына (элекке атамаһы – Регистрацион палата) юлланғанда түбәндәге документтар мотлаҡ:

  1. Киләсәктә милеккә эйә булыусыларҙың һәр береһенең шәхес таныҡлығы.
  2. Милеккә хоҡуҡты раҫлаусы документ. Ул һатыу-һатып алыу, бүләк итеү, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу килешеүҙәре, цессия, приватизация һ. б. булырға мөмкин. Варианттарҙың береһе – мираҫ алыу тураһында таныҡлыҡ. Ҡыҫҡаһы, фатир аныҡ кеше милке итеп теркәлеүгә сәбәп булған бөтә документтар.

Иҫкәрмә! “Күсемһеҙ милек хоҡуғын дәүләт теркәүе буйынса” Законының (№ 122-ФЗ, 21.07.1997 й.) 4-се статьяһына ярашлы, фатирға хоҡуҡ алыуға йүнәлтелгән барлыҡ килешеүҙәр мотлаҡ дәүләт теркәүе үтергә тейеш.

  1. Фатирҙың техник һәм кадастр паспорттары, ҡаттарҙың экспликациялы планы кәрәк. Уларҙы фатир урынлашҡан район буйынса төбәк техник инвентаризация бюроһынан (БТИ) алырға мөмкин. Әммә был документтар фатирҙы беренсе мәртәбә теркәгәндә генә кәрәк. Хоҡуҡ теркәү буйынса берҙәм дәүләт реестрында (ЕГРП) мәғлүмәттәр бар икән, ҡабаттан техник һүрәтләмә тапшырыу мотлаҡ түгел. Ә фатирҙы үҙгәртеп ҡорорға теләгәндә улар талап ителә.
  2. Милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы түләү хаҡындағы квитанция.

Был документтар ниндәй осраҡта ла кәрәк. Милеккә хоҡуҡ нигеҙенә ҡарап был исемлектең артыуы ла ихтимал.

  1. Фатирҙы ҡулланырға хоҡуҡлы кешеләр исемлеге тураһында (ғаилә составы тураһында) справка.

6. Фатир залогта булһа йә ипотека килешеүе буйынса һатып алынһа, залог биреүсенең фатирҙы файҙаланыуға яҙма рөхсәте.

7. Фатир мираҫ итеп ҡалдырылған осраҡта, бүтән вариҫтарҙың нотариус менән раҫланған мөлкәттән баш тартыуы.

8. Әгәр фатир йә йорт мәҙәни ҡомартҡы икән, мәҙәни мираҫ объекты паспорты. Ҡайһы бер осраҡта тарихи-мәҙәни экспертизаның кәрәк булыуы ла ихтимал.

9. Милеккә хоҡуҡты өлөшләтә төҙөлөш килешеүе буйынса рәсмиләштергәндә, төҙөлөштө инвестициялағанда – фатирҙы ҡабул итеү-тапшырыу акты.

10. Әгәр теркәү процедураһы ышансылы кеше (доверенное лицо) аша башҡарыла икән, нотариус тарафынан раҫланған ышаныс ҡағыҙы.

 

Иҫкәрмә! Хоҡуҡты билдәләүсе документтар Росреестрға 3 данала тапшырыла, уларҙың һәр береһе төп нөсхә һанала.

Бүтәндәре – “төп нөсхә+күсермә” формулаһы буйынса һәм ҡабул итеү мәлендә теркәүсе тарафынан раҫлана. Милек хужаларының (ғариза биреүселәрҙең) паспорттары күрһәтеү өсөн генә кәрәк, күсермәһе талап ителмәй.

 

Фатирға милек хоҡуғын теркәү ваҡыты, тәртибе

Бөтөн документтар йыйылғас, милек хоҡуғын рәсмиләштереүҙе башларға мөмкин. Бының өсөн фатир урынлашҡан райондағы Росреестрға мөрәжәғәт итергә һәм дәүләт хоҡуҡ теркәүе тураһында ғариза яҙырға кәрәк. 122-се Федераль Закон шулай талап итә. Әммә ғәмәлдә ғариза яҙыуҙы теркәүселәр үҙ өҫтөнә ала – хаталар ебәрмәү һәм дөрөҫ тултырыу йәһәтенән был бик отошло.

Документтарҙы ҡабул иткәс, теркәүсе икенсе данала тейешле билдә ҡуя. Ошоноң менән эштең беренсе өлөшө тамамлана. Хәҙер көтөргә генә ҡала.

 

Законға ярашлы, фатирға милек хоҡуғын теркәү ваҡыты (документтарҙы ҡабул итеп, милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡ алғанға тиклем) 3 айҙан артмаҫҡа тейеш. Әммә, әгәр документтар шик тыуҙырһа, теркәү ваҡыты оҙайтылыуы йәки бөтөнләй туҡтатылыуы ихтимал. Бындай хәлдәр һирәкләп булһа ла осрай.

 

Яңы төҙөлгән йортта фатирға хоҡуҡты рәсмиләштереү

Был осраҡта иң мөһиме – документтар. Теркәү процесы документ комплектынан һәм уның юридик яҡтан таҙа булыуынан тора.

Яңы йорттағы фатирға милек хоҡуғын рәсмиләштереүҙе төҙөүсе компанияға ышанып тапшырырға йәки үҙ аллы башҡарырға мөмкин. Һуңғы вариантты һайлаһағыҙ, төҙөүсе һеҙгә түбәндәге документтар бирергә тейеш:

  • фатирҙы ҡабул итеү-тапшырыу акты;
  • төҙөлгән йортто ҡулланышҡа индереү һәм махсус дәүләт комиссияһы тарафынан ҡабул ителеүе тураһында документтар күсермәһе;
  • төҙөлөш эштәрен инвестициялау килешеүенең үтәлеше акты (акт реализации инвестиционного договора на производство строительных работ).

Иҫкәрмә! Документтарҙы алғанда уларҙың торошона иғтибар итегеҙ! 122-се Закондың 18-се статьяһы буйынса, Росреестр идаралығы тарафынан бысраҡ, төҙәтелгән, һыҙылған, насар уҡылған документтар ҡабул ителмәй.

Төҙөүсе ойошма кәрәкле документтарҙы биреүҙән баш тарта йәки мотлаҡ үтәлә торған эштәрҙе башҡармаһа, фатирға милек хоҡуғын рәсмиләштереү мәсьәләһе суд аша хәл ителә. Ҡалған яҡтары үрҙәге тәртип буйынса.

 

Ипотекаға алынған фатирға хоҡуҡты рәсмиләштереү

Фатир ипотека килешеүе буйынса алынһа, мөлкәт (йә бүтән күсемһеҙ милек) кредитты ҡайтарыу залогы булып хеҙмәт итә.

Шулай ҙа фатирға милек хоҡуғын рәсмиләштереү дөйөм тәртиптә башҡарыла, әммә күсемһеҙ милек объектына обременение һалына. Кредит буйынса бурыс ҡайтарылып бөтмәйенсә, милек хужаһына үҙ мөлкәте менән идара итеү сикләнә йәки залог биреүсе рөхсәте менән генә башҡарыла. Был һатыу-һатып алыуға ғына түгел, фатирҙы ҡуртымға биреүгә лә ҡағыла.

Росреестр идаралығына тапшырылған документтарға өҫтәп, үрҙә аталғандарынан тыш, заклад ҡағыҙы (күсмәй торған милекте закладҡа һалғанда төҙөлә торған рәсми акт) кәрәк буласаҡ.

 

Фатирға милек хоҡуғын теркәү күпме хаҡҡа төшә?

Торлаҡ йорттарға милек хоҡуғын теркәү өсөн дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәк, 2015 йылдан ул артты һәм 2000 һум тәшкил итә. Пошлина күләме һәм уны түләгәндә кемдәр ташлама менән ҡулланырға хоҡуҡлы икәне федераль ҡануниәт тарафынан билдәләнгән (РФ Һалым кодексының 333.33-сө статьяһы, 221-се ФЗ).

Ә бына фатирға милек хоҡуғын теркәү хаҡын аныҡ ҡына билдәләп булмай: уның өсөн документтар йыйырға һәм уларҙы рәсмиләштергән өсөн аҡса түләргә кәрәк. Юрист һәм нотариустарҙы йәлеп иткән осраҡта, уларҙың хеҙмәте өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә.

 

Фатирға милек хоҡуғын теркәү таныҡлығы

2015 йылға тиклем бындай таныҡлыҡ ҡәтғи отчет документтары рәтенә ҡарай ине. Иҡтисади үҫеш министрлығының 2013 йылдың декабрендә сыҡҡан 765-сы бойороғона ярашлы, 2015 йылдан документ формаһы үҙгәрҙе. Хәҙер ул дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең рәсми бланкы һәм дәүләт теркәүсеһе ҡултамғаһы менән раҫлана.

Номеры һәм серияһы таныҡлыҡтың артында ла ҡуйыла. Паспорт номерҙары күрһәтелмәй. Хәҙер граждандың тыуған көн датаһы, тыуған урыны, СНИЛС мәғлүмәттәре кәрәк. Йәнә документты электрон форматта теркәүсенең электрон ҡултамғаһы менән алырға мөмкинлек бар.