Сәнғәт һәм спорт
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Хазинаны эҙләй белеү мөһим… Драматургия һәм режиссура үҙәгенең уңыш сере нимәлә?

Башҡортостан Республикаһының Драматургия һәм режиссура үҙәге театр сәнғәте өлкәһендә өр-яңы күренешкә әйләнде. Был арттырыу түгел: ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында байтаҡ ижадсылар тап шуның арҡылы берләште. Миҙгел һайын тиерлек үткәрелгән семинар-лабораториялар ҙа хәҙер иғтибарҙы йәлеп итә: ниндәй яңы исем яңғырар һәм ниндәй һоҡланғыс пьеса ҙур сәхнәгә сығарылыр? Унда ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең ҡайһы төбәгенән билдәле шәхестәр килер икән?

Ысынлап та, беҙҙең дә ҡыҙыҡһыныуыбыҙ хаттин ашҡайны. Тамашасыны донъяһын онотторғансы көлдөргән йә иһә күҙ йәштәрен түгергә мәжбүр иткән сәхнә әҫәрҙәре нисек яҙыла? Талантлы драматургтарҙы ҡайҙан табырға? Был үҙәктең төп маҡсаты нимәлә? Ошо һәм башҡа бихисап һорауҙар менән Драматургия һәм режиссура үҙәгенең художество етәксеһе, Салауат башҡорт драма театрының баш режиссеры Зиннур Фәрит улы СӨЛӘЙМӘНОВҡа мөрәжәғәт иттек.  

 

– Зиннур Фәрит улы, был үҙәктең эшмәкәрлеге көндән-көн киңерәк танылыу ала бара. Уға нисек һәм ҡасан нигеҙ һалынды?

– Был турала күптән хыялланғайныҡ. Драматургияға йәштәр йәлеп ителһен, өр-яңы әҫәрҙәр яҙылһын, талантлы режиссерҙарыбыҙ артһын өсөн шундай махсус үҙәктең кәрәклеген төшөнә инек. Бер мәл театр продюсеры Әлиә Яхина менән уның программаһын төҙөргә баҙнат иттек. Әммә бының өсөн ниндәйҙер нигеҙ кәрәклеге һәр беребеҙгә асыҡ ине. Тиҙҙән шундай ҡарарға килдек – тәүҙә драматургия серҙәренә өйрәтеүсе семинар үткәрә башларға кәрәк.

Иҫегеҙҙәлер: үткән быуаттың 90-сы йылдарында Талҡаҫ күле буйында Наил Әсғәт улы Ғәйетбаев менән Дина Ғатау ҡыҙы Дәүләтшина етәкселегендә драматургтарыбыҙ өсөн бик шәп семинар эшләй башлағайны. Унда бихисап күренекле шәхестәр ҡатнашты, хатта ил кимәлендәге белгестәр йәлеп ителде. Мәҫәлән, Мәскәүҙән билдәле театр тәнҡитсеһе Валентина Борисовна Федорова килгәнен хәтерләйем. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙа Таңсулпан Ғарипова, Сәрүәр Сурина, Салауат Әбүзәров, Әминә Яхина, Хамит Иргалин, Сөләймән Латыпов, Владимир Жеребцов, Наталья Мошина һәм башҡа драматургтарыбыҙ барлыҡҡа килде, өр-яңы пьесалар яҙылды. Әммә бер мәл ниндәйҙер сәбәптән был семинар үткәрелмәй башланы.

– Һөҙөмтәлә һуңғы мәлдә йәш драматургтарға ҡытлыҡ барлыҡҡа килде…

– Йәшерен-батырын түгел: бөгөн драматургия өлкәһендә йәштәр юҡлығы асыҡ һиҙелә. Урта һәм өлкән быуындың әүҙемлеге генә ҡотҡарып килә. Мәҙәниәт министрлығында ла хәлде төшөндөләр һәм  тиҙҙән семинарҙы ҡабаттан тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уны ойоштороуҙа ярҙамлашыу бурысы беҙҙең иңгә йөкмәтелде. 2014 йылдың апрель айында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында драматургтарҙың тәүге семинары үтте. Бик күптәр унда ҡатнашырға теләк белдерҙе, тикшереүгә тиҫтәнән ашыу пьеса һайлап алынды. Тәүге аҙым шулай яһалды.

– Театр сәнғәтен һөйөүселәр өсөн ошондай берләштереүсе көс кәрәклеген был семинар раҫланы инде?

– Бындай башланғысҡа ихтыяж барлығына беребеҙҙә лә шик юҡ ине. Шуға ла үҙәкте ойоштороуҙы оҙаҡҡа һуҙманыҡ. Ҡатнашыусылар алдында билдәле режиссер Ольга Игоревна Субботина, театр тәнҡитселәре һәм белгестәре Валентина Борисовна Федорова, Павел Андреевич Руднев, драматургтар Родион Андреевич Белецкий, Фәрит Нәғим, Михаил Дурненков, Олег Багаев кеүек бөтә Рәсәй кимәлендә билдәле шәхестәр сығыш яһаны. Әлбиттә, баш ҡалабыҙҙың театр белгестәре Динә Ғата ҡыҙы Дәүләтшина, Галина Яковлевна Вербицкая ла бик күпкә өйрәтә. Шулай уҡ республикабыҙҙың театр тәнҡите киләсәге булып һаналған Рида Әсҡәт ҡыҙы Буранова менән Айһылыу Сынтимер ҡыҙы Сәғитова ла семинар тормошо менән ҡайнап йәшәй.

– Үҙәктең үҙенсәлеге нимәлә, һеҙҙеңсә?

– Талҡаҫтағы семинар драматургтарыбыҙ өсөн генә ойошторолғайны. Ә беҙҙең маҡсат киңерәк: төрлө уртаҡ проекттар аша театрҙарыбыҙҙы берләштереү, уларҙы яңы драматургтар һәм режиссерҙар менән таныштырыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, институттан яңы ғына диплом алып сыҡҡан режиссерҙы бер ҡайҙа ла киң ҡолас менән ҡаршыламаясаҡтар. Ә бында уға талантын күрһәтеү өсөн тулы мөмкинлек бирелә.

Беҙ уҙебеҙҙә йәшәгән режиссерҙарға куберәк ихтибар бирә инек, бына быйыл киңерәк ҡарарға булдыҡ, төрлө яҡтан саҡырҙаҡ, беҙҙең театр сәнғәте башҡа өлкәләр менән бергә ҡайнап йәшәһен өсөн.

Мәҫәлән, режиссерҙар лабораторияһында уларҙың эше менән яҡындан танышырға була. Быйыл да семинарҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһау өсөн Санкт- Петербург, Ҡазан, Тула ҡалаларынан ил кимәлендәге белгестәрҙе саҡырҙыҡ. Ҡаҙағстандың Ҡаҡшатау ҡалаһынан Фархатбек Ҡанафин килде, үҙебеҙҙең Фирғәт Ғарипов менән Айҙар Зарипов ҡатнашты.

– Эшмәкәрлегегеҙ ҡыҙыҡлы алымдар менән дә айырылып тора бит…

– Ысынлап та, бында төрлө проекттар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Алмас Әмиров, әҫәрҙәре бөтә ил буйынса ҡуйылған күренекле драматург Владимир Жеребцов һәм башҡалар үткәргән көҙгө оҫталыҡ дәрестәре лә күптәрҙе йәлеп итте. “Үҙебеҙҙекеләрҙе уҡыйыҡ!” сараһы ла барыһының да күңеленә хуш килде – бында пьесаларҙы ролдәргә бүлешеп уҡыныҡ, махсус акцияла республикабыҙҙа билдәле шәхестәр ҙә, йәш быуын да ҡатнашты. Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы янында сейә ағастарын ултыртыуыбыҙ ҙа бик күңелле үтте.

Республика башлығының грантына ойошторолған “Замандаш” театраль-фольклор экспедицияһы менән Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондарының тиҫтәнән ашыу ауылында булғайныҡ. Унда урындағы халыҡ менән яҡындан аралаштыҡ, пьесалар өсөн ҡыҙыҡлы темалар һәм сюжеттар эҙләнек. Ауылдағы халыҡтың бөгөнгө йәшәйешен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, төрлө ваҡиғалар тураһында ишетттек. Һәр беребеҙ был сәйәхәттән ниндәйҙер кимәлдә үҙгәреш кисереп ҡайтты. Драматург әҫәренең тормошсан булыуы зарур. Бармаҡтан һурып алып яҙылырға тейеш түгел.

Әлбиттә, шунда уҡ хазиналарға юлығырбыҙ тип өмөтләнмәнек. Әммә тәүге сәйәхәтебеҙҙән бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Уның һөҙөмтәһендә һәр ҡатнашыусы бәләкәй генә сәхнә әҫәре ижад итте. Айрат Абушахманов етәкселегендәге режиссерҙар семинар-лабораторияһы уларҙың һәр береһен сәхнәгә сығарҙы.

– Ә драматургтар өсөн семинар-лабораторияла кемдәр ҡатнаша ала? Әҫәрҙәре республика сәхнәләрендә ҡуйылырлыҡ авторҙар табылдымы?

– Беҙҙең үҙәктең эшендә театр сәнғәтенә битараф булмаған һәм драматургияла үҙ көсөн һынарға теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән әҫәрҙәр махсус баһалама аша үтә. Әгәр ҙә унда ниндәйҙер орлоҡ таба алһаҡ ҡына, авторы семинарҙа белемен тәрәнәйтеү хоҡуғына эйә була.

Ғөмүмән, уңыштарыбыҙ байтаҡ ҡына. Мәҫәлән, Ангиза Ишбулдина исемле драматург ҡыҙыбыҙ Екатеринбург ҡалаһында үткәрелгән “Евразия” конурсында еңеү яуланы. Шулай уҡ “На кисельном берегу” тип аталған әҫәре бөтә Рәсәй буйынса ун иң яҡшы пьеса иҫәбенә инде. Беҙҙең өсөн был ғорурлыҡ, әлбиттә. Әйткәндәй, йәш авторҙарыбыҙ араһында үҙҙәре башҡорт булһа ла, рус телендә ижад иткәндәр байтаҡ. Был да уйландырмай ҡалмай.

Әммә башҡортса яҙған талантлы авторҙарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Марат Мөхлисов исемле егеттең “Байрам көнө” тип аталған пьесаһын тикшергәйнек. Бик өмөтлө күренде. Ә “Поселок” тигән пьесаһы Екатеринбургтағы “Урал” әҙәби журналында баҫтырыласаҡ. Ш улай уҡ Марат “Любимовка” йәш драматургтар фестиваленә лә саҡырылды.

Семинарҙа Мөнир Ҡунафин, Сәрүәр Сурина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөһрә Бураҡаева, Шәүрә Шәкүрова, Әлмирә Мөхәррәмова кеүек урта быуын вәкилдәре лә ҙур теләк менән ҡатнашты. Анна Ерошина һәм Игорь Яковлев кеүек рус драматургтарының да ҡәләме ныҡлы күренә – мәҫәлән, һуңғыһының пьесаһы байтаҡ конкурстарҙа еңеү яулап өлгөрҙө.

Бер нисә пьесабыҙ сәхнәләштерелде лә инде. Мәҫәлән, Салауат дәүләт драма театрында Шәүрә Шәкүрованың “Гөлкәй бәхете” һәм Дамир Йосоповтың “Ҡырмыҫҡа иләүе” тип аталған пьесалары ҡуйылды. Ангиза Ишбулдинаның яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса инсценировкаһы Башҡорт дәүләт драма театрының сәхнәһенә сығарылды. Мөнир Ҡунафиндың пьесаһы ошо арала Стәрлетамаҡ дәүләт драма театры тамашасыһының иғтибарына тәҡдим ителәсәк. “Нур” татар дәүләт театрында Диана Ғиләжеваның әкиәте сәхнәләштерелде. Яңыраҡ Игорь Яковлев яҙған пьесаның Украинала ҡуйылғанлығын ишеттек.

– Сәхнә әҫәре Украина менән Рәсәй халҡын тоташтырыусы күпергә әйләнгән инде…

– Был яңылыҡҡа үҙебеҙ ҙә бик ғәжәпләндек, әлбиттә. Тимәк, дөрөҫ юлдан барабыҙ һәм семинарҙа ҡатнашыусыларҙың ижады донъяның төрлө төбәгендә көн итеүселәрҙе берҙәй ҡыҙыҡһындырасаҡ. Шуға ла, һис кенә лә икеләнмәйенсә, бөгөн үҙәк киң юҫыҡта эш башҡара, тиергә була.

Быйыл иһә семинар-лабораторияға ун бер пьеса һайлап алынды. Яңы авторҙарыбыҙ ҙа бар – мәҫәлән, Шаран районынан Маргарита Әхмәтова, Башҡорт дәүләт университеты студенты Зилә Солтанова, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айнур Ризванов һәм Зарема Вәлиева. Шулай һәр береһен алтын кеүек бөртөкләп тигәндәй йыябыҙ.

– Яҡшы сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡтың сәбәбе нимәлә икән?

– Драматургтарыбыҙ бөтөнләй юҡ, тип раҫлау дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, бик матур ижад итеүсе урта һәм өлкән быуын вәкилдәре бар. Ә бына йәштәрҙең юҡлығы – икенсе мәсьәлә. Бәлки, был заманда ынтылыштар һәм маҡсаттар ҙа башҡалыр, кем белә. Прозала һәм шиғриәттә ижад иткән йәштәр бихисап, ә бына драматургияла улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шул уҡ ваҡытта романың һәм шиғырҙарың йылдар буйы туҙан йыйып нәшриәттә ятыуы ихтимал, ә яҡшы пьесаны ҡулыңдан тартып тигәндәй аласаҡтар. Тиҙ арала әйтергә теләгән уйҙарың һәм фекерҙәрең спектакль рәүешендә халыҡҡа барып та етәсәк…

– Бәлки, авторҙарыбыҙға театрҙарыбыҙ тарафынан иғтибар етмәйҙер?  Сит өлкәләрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙекеләр боронғолоҡ менән артыҡ мауыға, тип һанамайһығыҙмы?

– Театрыбыҙҙың милли йөҙөнөң юғалыуына юл ҡуйылырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта тамашасыны донъя мәҙәниәтенән дә мәхрүм итергә хаҡыбыҙ юҡ. Беҙҙә урындағы авторҙарға иғтибар бүленмәй, ә башҡа төбәктәрҙә был йәһәттән хөрриәт тип белдереү – төптө хата. Бының өсөн репертуарҙарға күҙ һалыу ҙа етә! Һөйәкһеҙ тел ни һөйләмәҫ! Эйе, бөгөн йыш ҡына заманса ҡараш етмәй. Заманса яҙылған пьесалар кәрәк! Әйткәндәй, драматургия һәм режиссура буйынса семинар-лабораториябыҙ ошоно ла күҙ уңында тота. 

– Ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, пьеса – әҙәбиәттә иң ҡатмарлы жанрҙарҙың береһе…

– Эйе, театр сәнғәтенең махсус ҡағиҙәләре бар. Прозанан айырмалы, бында сәхнә ҡанундарын да белергә кәрәк. Төрлө сикләүҙәр ҙә бихисап – ошоно оноторға ярамай. Мәҫәлән, сәхнә әҫәрендә һәр һүҙҙең артына ниндәйҙер мәғәнә һалыныуы мотлаҡ. Һәр автор быға өлгәшә алмай, әлбиттә. Был – бик ҡатмарлы һәм яуаплы эш.

Яңы яҙыша башлаған күп драматургтарҙың төп етешһеҙлеге –геройҙары тарафынан үҙҙәрен борсоғанды туранан-тура әйттерәләр ҙә ҡуялар. Һөҙөмтәлә персонаждары ла тәбиғи түгел, ә догматик рәүештә сығыш яһаусы ғына. Ләкин, тормошобоҙҙа улай түгел бит! Шуға ла персонаждың әйтергә теләгәне ниндәйҙер хәрәкәт, хәл-ваҡиға, конфликт аша ла сағылырға тейеш…

Мәҫәлән, шундай сюжет – ғаиләле ир һөйәркәһе менән типтерә, имеш. Автор бының яманлығы тураһында әйтергә теләй. Әммә уның геройы сәхнәнән бындай ҡылыҡтың ярамағанлығы тураһында аҡыл ғына һата. Бының тамашасыға йоғонтоһо буласаҡмы? Юҡ, әлбиттә. Әгәр ҙә үҙ нәфсеһен тыя алмауы арҡаһында уның ғаиләһе тарҡалһа, ҡатынын да, һөйәркәһен дә юғалтһа, шул уҡ фекер һәр күңелде һиҫкәндерәсәк.

– Әммә тамашасыны көлдөрөү йә илатыу ғына төп маҡсат түгел. Һәр сәхнә әҫәрендә ниндәйҙер тәрәнерәк идеялар ҙа булырға тейештер, моғайын?

– Әлбиттә, һәр бер спектакль ниндәй ҙә булһа проблемаға арнала. Автор һәм режиссер күңелен өйкәгән мәсьәләне тамашасыға еткерә. Әммә быны нисегерәк башҡарырға? Бәлки, был ваҡиғанан көлгән комедия ашалыр? Йә иһә төрлө драматик ситуацияларға ҡоролған драма арҡылылыр? Әммә көлдөрөү йә илатыу өсөн генә сәхнә әҫәре ҡуйылмай. Ул саҡта бер ниндәй сюжет та кәрәкмәйәсәк, хатта бының мәғәнәһе лә булмаясаҡ. Мәҫәлән, комедиялар “Комеди клаб” сығышынан айырылмаясаҡ – халыҡты төрлөсә маймылланып ҡына көлдөрәсәктәр. Ә илатыу өсөн һинд музыкаһын ҡуйыу һәм ҡайғылы күренеште һүрәтләү ҙә етә. Әммә режиссер ҙа аңһыҙ түгел бит. Һәр проблема ниндәйҙер жанр арҡылы ғына тамашасыға еткерелә.

– Аҡылы булған һәр кем барыбер төшөнәсәк…

– Ни өсөн бөгөн күберәк комедия жанрына иғтибар бүленә? Сөнки тормошобоҙҙа былай ҙа ауырлыҡтар бихисап. Кеше үҙен ялмап алған ошо проблемаларҙан ҡасырға, саҡ ҡына булһа ла күңелен ял иттерергә ынтыла. Ихтыяж булғас, тәҡдим дә көттөрмәҫкә тейеш.

– “Бәйләнештә” селтәрендәге драматургия мәктәбе лә бик күптәрҙе йәлеп итте. Уның үҙенсәлеге нимәлә?

– Төрлө сәбәптәр арҡаһында баш ҡалаға юлы төшмәгән яҙыусылар ҙа байтаҡ. Бының сәбәбе ябай – күпселеге төпкөл райондарҙа көн итә. Әммә уларҙа ла драматург булыу теләге бик көслө. Беҙҙең дә һәр төбәккә барып етеүебеҙ бик икеле. Тап шул ваҡытта Интернет ярҙамға килә лә инде. “Бәйләнештә” селтәрендәге драматургия мәктәбенең үҙенсәлеге шунда – ундағы төркөм аша ваҡыты-ваҡыты менән төрлө йөкләмәләр һалабыҙ. Ҡатнашыусыларыбыҙ шуларҙы үҙ ваҡытында үтәп бара һәм беҙҙең тарафтан тәнҡит һүҙҙәрен ишетә. Бында ла лайыҡлы педагогтар тупланды – мәҫәлән, һәр кемдең Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Рида Буранова һәм Айһылыу Сәғитова кеүек тәнҡитселәр менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеге бар. Йөкләмәләр ҙә көндән-көн ҡатмарлаша. Мәҫәлән, яңыраҡ бер актлыҡ пьесала ҡәләмдәрен һынанылар. Әлеге мәлдә яҙмалары ентекле тикшереү үтә. Әлбиттә, һуңынан ҙурыраҡ күләмдә ижад итәсәктәр. Бәлки, ошо ысул менән дә яҡшы ғына сәхнә әҫәре яҙылыр һәм семинарҙа ҡатнашыр тип өмөтләнәбеҙ. Әлбиттә, уңыштар тураһында һөйләргә иртәрәк, сөнки әлеге мәлдә үҙ-ара фекер алышыу, белем туплау осоро бара. Был ҡабалан ғына башҡарыла торған процесс түгел. Төрлө файҙалы әсбаптар тәҡдим итәбеҙ. Минеңсә, Интернет аша ла был йүнәлештә һөҙөмтәле эшләргә мөмкин.

– Ысынлап та, ауылда көн иткән йәш ижадсы, үҙе уйлауынса, хәтәр шәп пьеса яҙҙы, ти. Әлбиттә, уны театр сәхнәһендә күргеһе килә. Уға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

– Иң тәүҙә яҙған пьесаһын беҙгә ебәрергә тейеш. Ниндәйҙер ойотҡо табылһа – был автор мотлаҡ семинарға саҡырыласаҡ. Юҡ, бер кем дә уның урынына пьесаһын яҙмаясаҡ. Быны тик үҙе башҡарырға тейеш. Беҙ ул артабан да камиллашһын өсөн ярҙам ҡулы ғына һуҙасаҡбыҙ.

– Был үҙәктең эшмәкәрлеге республикабыҙҙың театр сәнғәтен һиҫкәндереп ебәреү өсөн дә кәрәктер, моғайын…

–  Әлбиттә, был төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Башҡорт театрҙарында башҡорт авторҙарының пьесаларын сәхнәләштереү, яңы фекерҙәр, заманса яҙылған әҫәрҙәр табыу, театр сәнғәтен йәнләндереү... Йәғни, ҡалыптарҙан ҡотолоу. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнарға ярамай, сит фекерҙе лә ишетергә кәрәк. Ә бының өсөн аралашыу мотлаҡ. Шуға ла сит өлкәләрҙән дә белгестәрҙе саҡырҙыҡ.

– Бөгөн уңыштар байтаҡ. Яңы исемдәр асыуға ла өлгәштегеҙ. Киләһе маҡсаттар ниндәй булыр?

– Был башланғысыбыҙҙы артабан да үҫтереү, йәш режиссерҙар һәм драматургтар өсөн сәхнәгә илткән күпергә әйләнеү, республикабыҙҙың театр сәнғәтенә яңы һулыш өҫтәү. Эйе, бәлки теләктәрем үтә лә яңғырауыҡлы тойолор. Әммә махсус мөхит булдырмайынса быларға өлгәшеү мөмкин түгел. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙең үҙәктә сәхнә әҫәре ижад итергә теләге булған һәр кем драматург булып өлгөрә ала. Эйе, маҡсаттарыбыҙ ҙур, шуға ла эшләргә лә эшләргә кәрәк. Мең саҡрымлыҡ юл да бәләкәй генә аҙымдан башлана бит.