Яңылыҡтар
“Шоңҡар” журналының яңы һаны донъя күрҙе!

Тышлыҡты Рәсимә Әбдрәхимова исемле һылыу биҙәй. Уның менән Гүзәлиә Бай әңгәмә ойошторҙо.

Журнал Александра менән Инвир Хисаметдинова тураһында яҙылған “Туй ҙа мәҙәниәт була ала” мәҡәләһе менән асылып китә.

Быйыл – экология йылы. Ошоға бәйле Рәшит Зәйнуллиндың “Таҙартылмаған Рәсәй” мәҡәләһе бик урынлы.

Йәш автор Айһылыу Вәхитованың “Көсһөҙ заттар” тип аталған хикәйәһе лә күңелегеҙгә хуш килер.

“Ижад кухняһы” рубрикаһында талантлы яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова менән әңгәмә урын алған.

Насип Һаҡмаровтың шиғырҙары, Гөлсәсәк Саламатованың Бабичтың мөхәббәте тураһында яҙған мәҡәләһе лә һеҙҙе битараф ҡалдырмаҫ тип ышанабыҙ.

Даими авторыбыҙ Илдар Ғәбитов балаһыҙлыҡ буйынса һалым тураһында фекерҙәрен, үҙ ҡараштарын белдерһә, Г. Йосопова “Баланы нисек боҙабыҙ” тигән  мәҡәләһендә тәрбиә хаҡында яҙа.

Гүзәлиә Ғүмәрова ғаиләләге ығы-зығының нисә һум торғанлығын асыҡлап яҙған. Бер-беребеҙгә ауыр һүҙ әйтер алдынан ғаилә бюджетын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк икән. 

Төрлө еләк-емештән ҡайнатма әҙерләргә өйрәткән китапсыҡ бер быйыл ғына ярҙам итмәҫ әле, һәр йәй һайын кәрәк булыр.

Кескәйҙәр өсөн “Трансформерҙар” исемле ҡыҫҡа ғына әкиәт тә бар был һанда.

Гөлшат Ҡаһарманова  дарыу үләндәре белгесе Гөлназ Хәсәнова менән әңгәмә тәҡдим итә.

Шулай уҡ “Иман нуры”, “Янсыҡ”, “Танһыҡ әҫәр”, “Йөрәк сере” һ.б рубрикалары аҫтында сыҡҡан ҡыҙыҡлы мәҡәләләр ҙә тик һеҙҙең өсөн, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!