Янылыктар
Гөлнара Мостафина
2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды!
Ҡәҙерле дуҫтар!
2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу башланды!
«Шоңҡар» журналына ярты йыллыҡ яҙылыу хаҡы
- Почта яҙылыу агентлығы (ПАП) каталогы буйынса (индексы П2711) - 639 һум 78 тин (Бер айға – 106 һум 63 тин);
- Төбәк-ара яҙылыу агентлығы (МАП) каталогы буйынса (индексы – 73867) – 650 һум 04 тин (Бер айға – 108 һум 34 тин).
Шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша онлайн-яҙылыу мөмкинлеге лә бар. Был осраҡта почта бүлексәһенә барып йөрөргә кәрәкмәй, өйҙән сыҡмай ғына яҙылып та була! Бының өсөн сайттың «подписка» бүлегендәге исемлектән яратҡан баҫмаңды һайлап («Шоңҡар» 11-се биттә), артабан тәҡдим ителгән һылтанма аша үтергә генә кәрәк. «Шоңҡар»ҙың электрон варианты – 462 һум, ә баҫма вариантына яҙылыу 678 һум 24 тин тора. Бер айға ғына ла яҙылырға мөмкин. Хаҡы – 113 һум 04 тин.
Яратып уҡыған «Шоңҡар»ығыҙҙан айырылмағыҙ, дуҫтар!