Кеше һәм тәбиғәт
Сәйҙә Ғәбдинурова, Бөрйән районы, Мәһәҙей ауылы
Яҡташыбыҙ Еңеү парадында ҡатнашты

Сығышы менән Мәһәҙей ауылынан булған , бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ Айгөл һәм Сәит Сәйәховтарҙың улы Инсаф Сәйәхов Калининград өлкәһендә 336-сы Белосток диңгеҙ пехотаһында уңышлы ғына әрме хеҙмәтен үтәй. Ул хеҙмәт иткән часть командирынан ата-әсәһенә рәхмәт хаты, яҡшы һүҙҙәр генә килеп тора.

2017 йылдың мартында хеҙмәтендә юғары ҡаҙаныштарға ирешеп, иң өлгөлө һалдат исемлегенә инде. Ҡыҙыл майҙанда Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған парадта ҡатнашыуға әҙерләү өсөн, Инсаф Сәйәховты ла ваҡытлыса Мәскәү өлкәһе Алабино ҡалаһына күсерәләр.

Ул 9 май көнө Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы үткәрелгән мәртәбәле парадта ҡатнашып, алғы сафтарҙа атланы. Уға юғары ҡаҙаныштары , күрһәткән юғары һөҙөмтәләре өсөн “ Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығына арналған парадта ҡатнашҡан өсөн” миҙалы һәм Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығы айҡанлы миҙал менән бүләкләйҙәр. Был беҙҙең районыбыҙ, ауылыбыҙ өсөн генә түгел,тотош республикабыҙ өсөн оло ғорурлыҡ, оло шатлыҡ булды. Ҡайҙа ғына булһа ла , Инсаф үҙен һәр саҡ тәртипле, алдынғы, эшһөйәр, кешелекле һәм ярҙамсыл итеп күрһәтте.Уҡығанда ла яҡшы уҡыны, иптәштәре менән уртаҡ тел тапты.

Инсаф Сәйәхов - Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се һанлы Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында ат уйнатып, алдан барыусыларҙың береһе - олатаһы Айса Сәйәховтың вариҫы,заманындағы иң шәп “Ағиҙел” колхозының алдынғы шоферы Рәсүл Хәсәновтың, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Һәҙиә Хәсәнованың ейәне . Данлы нәҫелдән ул. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән матур мәҡәл бар халҡыбыҙҙа. Был әйтем тап Инсаф кеүек матур, үрнәкле ғаиләлә тәрбиә алған егеттәребеҙгә әйтелгән кеүек.

Инсафҡа хеҙмәтендә уңыштар, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Алдағы көндәрҙә лә ата-әсәһен, яҡташтарын, туғандарын матур эштәре менән ҡыуандырып торһон, имен-һау әйләнеп ҡайтһын , тигән теләктә ҡалабыҙ. Афарин, Ил-йортобоҙ бөркөтө – Инсаф!!!