Кеше һәм тәбиғәт
Айҙар МӘЖИТОВ, Баймаҡ районы
Ҡайын тарихы

         Башҡорт халҡын милләт булараҡ барлыҡҡа килтергән һәр ырыуҙың, йәшәгән урынына ғына хас булған тәғәйен  ағасы, ҡошо, тамғаһы, яу ораны, изге тәбиғәт ҡомартҡылары булыуы тураһында мәғлүмәттәр быуаттар аша быуындан быуынға тапшырылып килгән һәм юғалтмай һаҡланған. Ырыу атрибуттарын тикшереү һәм тергеҙеү буйынса  фәнни хеҙмәттәр башҡарған ғалимдарыбыҙ: Рәил Кузеев, Рим Янғужиндар башҡорт халҡына баһалап бөткөһөҙ хазина булырҙай алтын ҡомартҡы ҡалдырҙы…

Өмөтбай ауылының Әүлиә тауы тураһында матбуғат биттәрендә мәғлүмәттәр баҫылғанға күрә, уға ҡабаттан туҡталып тормайым, тик тауҙың түбәһендә Әүлиә ҡәбере булыуы, ә төньяҡ ипкелендә ҡурған ҡәберенең таш бағанаһы – менгир булыуы тураһында уҡыусыларымдың хәтеренә төшөрәм. Ауырыуҙарҙан, төрлө сирҙәрҙән дауалаусы Әүлиә тауы, ҡәбере, күле тураһында тирә-яҡ ауылдар ғына түгел, күрше райондарҙа, хатта республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәүселәрҙең хәбәрҙар икәнен ишетеп торабыҙ. Тимер аттарҙың тауға юл тапап бөтөүе килеүсе кешеләрҙең күп булыуын иҫбатлап тора. Тауҙың итәгендә, урман эсендә, ҙур булмаған аҡлан бар, әйтерһең дә, тәбиғәт тап ошо аҡланда машиналарҙы ҡалдырырға, сәй эсергә ишаралай кеүек. Артабан тауҙың түбәһенә тик йәйәүләп кенә күтәрелергә мөмкин. Килгән кешеләр тау башына күтәрелгәс, ҡыҙыл кирбестән ҡоролған Әүлиә ҡәбере янында әруахтарға бағышлап аят уҡый, ил-йортҡа именлек, үҙҙәренә һаулыҡ теләп хәйер тарата. Ауырыуҙарынан дауаланған Өмөтбай ауылы кешеһе Ишмурзин Ғилфан, әйткән аманатына тоғролоҡ һаҡлап, Әүлиә ҡәберен ҡыҙыл кирбес менән бурай. Сәй эскәндән һуң ергә ятып серем итеп алыу мотлаҡ үтәлергә тейешле йола һанала. Фәҡәт серем иткән ваҡытта ғына Әүлиә дауаһы килешә, тип һөйләй ололар.

Әүлиә тауы итәгендә беҙҙең яҡта һирәк осраған ҡара ҡайындар үҫә. Уҡыусыларым менән ҡайын сауҡалығын тикшереп сыҡҡандан һуң Әүлиә тауында өс ҡара ҡайын булыуын асыҡланыҡ. “Ни өсөн тәбиғәттә ҡара ҡайындар һирәк осрай? Халҡымдың был ағастарға ҡарата мөнәсәбәте нисек икән?” тигән һорау эҙләнеү эшемә сәбәп булды.

Элек-электән халыҡта аҡ ҡайын матурлығын ҡатын-ҡыҙ гүзәллеге менән сағыштырыу киң таралған. Күп кенә йырсылар ҡайындар урманында, ап-аҡ ҡайындар ҡосоп йыр башҡарырға ярата. Билдәле бер йырҙың “Аҡ ҡайынды ҡосҡанмын, мин уны һин тип торам” тигән  һүҙҙәре лә, матурлыҡ өлгөһө булараҡ, аҡ ҡайынға бағышлана бит.

 Ә ҡара ҡайындар тураһында халыҡ фольклоры ни һөйләй?

Рәсәй халыҡтарының легендалары менән танышып сыҡҡандан һуң, ҡара ҡайындың һөйгәнен, мөхәббәтен юғалтыусы ҡыҙ образы булыуын асыҡлайһың. Һөйгәнен һуғышҡа оҙатҡан ҡыҙҙың, үлем хәбәре алғас, аҡ ҡайын янында ергә ятып күҙ йәшен түгеүе һәм таң атыуға был бисара ҡыҙҙың ҡара ҡайынға әүерелеүе тураһында хәбәр тетрәндерә. Яҙҙар еткән һайын ҡара ҡайын һөйгәнен һағынып саф йәштәрен ҡоя, уның ҡайғыһын уртаҡлашып, аҡ ҡайындар ҙа йәшкә мансыла, имеш...

Бына ҡайҙан килә икән ҡатын-ҡыҙҙың бер-береһенең күҙендә йәш тамсыһы күреү менән, күңелдәре нескәреп, бергәләшеп йәшкәҙәүҙәре. Ҡайын миндегенең йомшаҡлығында ҡатын-ҡыҙ ҡулдарының шифаһын тояһың, ә ҡайын утын-күмеренең эҫелеге гүзәл заттарҙың мөхәббәт ҡайнарлығын күрһәтә кеүек.

Урман белгестәренең “тәбиғәт феномены булараҡ, ҡара ҡайындар тоҡом ҡалдырмай” тигән фекере лә иғтибарға лайыҡ.

Ҡара ҡайындарға ҡарата халыҡ та бер төрлө генә фекерҙә түгел. Быны, мәҫәлән, Таһир ауылы ҡара ҡайыны миҫалында күрергә була. Баймаҡ–Өфө трассаһының Солтанһырты түбәһендә ҡара һылыуҡай үҫә ине... Уны Таһир ауылы кешеләре ауыл күрке тип ҡабул итте, кәртәләп алды, янына эскәмйәләр эшләп ҡуйҙы. Ҡайын янында юлсылар туҡтап ял итә, теләк теләп ҡайын төбөнә тәңкә һала, ботаҡтарына ал таҫма үрә ине. Йәш парҙар ҡара ҡайын янында тоғролоҡҡа ант биреү йолаһын үтәне. Тик бер ваҡыт ҡара ҡайынды бысып ҡолатып ҡуялар... Ололар ҡара ҡайынға яман кешеләрҙең күҙе тейҙе, шуға ҡара ҡайын ҡороно, тигән фекерҙә булһа, йәш быуындың үҙ фекере – ҡайын янында биргән антын үтәмәй кейәүгә барғаны өсөн әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан һалдат ҡырҡҡан, имеш...

Ә шулай ҙа иң тапҡыр яуапты Таһир ауылы туҡталышында торған юлсы ҡатын еткерҙе, тип уйлайым. Был телдәр, алсаҡ ҡатын Солтанһыртҡа еткәнсе ауыл яңылыҡтарын һөйләп өлгөрҙө. Ҡара ҡайын тураһында һорауыма ҡатын ябай ғына итеп: “Ҡайынды ирҙәрен көнләшкән ҡатындар ҡырҡты”, – тип яуап бирҙе. Минең аптыраулы ҡарашыма, уйынлы-ысынлы итеп, ҡайһы бер ирҙәр, бер “яртыһы” булһа, икенсе яртыһына – ҡайын янына барыр ине, тип өҫтәп ҡуйҙы. Бына бит, аңла ҡатын-ҡыҙҙы: әле илай, әле көлә, әле көнләшә...

Был хәбәрҙе, әлбиттә, көләмәс шартында теркәп үтәм, ә мәҡәләмдең тәүге юлында телгә алған һәр ырыуҙың үҙ ағасы, ҡошо, ораны булыуы – тарихи факт. Билдәле күҙ табибы Эрнст Мулдашев, әңгәмә ваҡытында, ырыу ҡоштары мәрхүмдәрҙең йәнен әхирәткә оҙатыусы хеҙмәтен үтәй, тигән фекер әйткәйне. Ә бына мин, ырыу ағасы һәр ҡәүем тамырының быуаттар тәрәнлеген күрһәтә, тыуған ер-тупраҡ менән бәйләнеште сағылдыра, тип уйлайым. Ысынлап та, “тамыры ныҡ” тигән һоҡланыу һүҙе лә, “тамыры ҡороно” тигән ләғнәте лә ағасҡа түгел, әҙәмгә ҡарата әйтелә бит. 

Ағастарға һаҡсыл ҡараш беҙҙең көндәрҙә лә үтәлә, мәҫәлән, өйлөк ағасты тик ҡышын ҡар яуып, тәбиғәт йоҡоға талғас ҡына башҡарғандар. Урманға ингәс ҡороған ағасты “бисмилла” менән ҡолатыу йола булып торған (“ҡоро ағас ҡолатҡан”, “ҡармаҡҡа балыҡ ҡаптырған”, “ҡорбан салған” һүҙбәйләнештәре бер үк фекер ебе түгелме икән?). Яҙын иһә бөрө тирткән япраҡ ағастарын, ылыҫ бөрккән (теш бөрккән) ҡарағай-ҡарағас ағастарын күпләп ҡырҡыу ҡәтғи тыйылған. Быуындар берлеген күрһәтеүсе шәжәрәнең ағас рәүешендә эшләнеүе бушҡа ғына түгелдер. Шуға күрә һәр кем ырыу  ағасын ҡәҙерләгән, солоҡ ағастарына ырыу тамғалары һуғып аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлаған.

Ата-бабаларыбыҙҙың элек-электән ағас-ҡош атрибуттары аша тәбиғәтте һаҡлауға өндәүе бөгөнгө көндә лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала һәм беҙҙән тәбиғәтте ҡәҙерләүҙе үтенә.

Айҙар МӘЖИТОВ,

тарихсы, Баймаҡ районы.