Кеше һәм тәбиғәт
Ләйсән ШӘРИПОВА
“Ҡайҙа нәҙек, шунда өҙөлә”

Әлеге көндә халыҡ араһында неврология ауырыуҙарының ни тиклем таралғанын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Һаулығына иғтибар иткән һәр кемдең неврологка мөрәжәғәт итер өсөн сәбәбе барҙыр, моғайын. Тик был хаҡта бөтәһе лә белмәй, белгәндәре лә үҙ аллы дауаланыуҙы хуп күрә йә, үтер әле, тип сирҙе үҙ ағышына ебәрә. Ошо хаҡта һәм, ғөмүмән, халыҡ һаулығы тураһында Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге неврологы Иштимер Шәғәли улы ХУРАМШИН менән һөйләштек.

 

– Иштимер Шәғәли улы, халыҡ табибы исемен йөрөтөр шәхестең медицинаға килеү тарихы нисегерәк булды икән? Һәм ни өсөн неврология өлкәһен һайланығыҙ?

– Нәҫелебеҙҙә иң беренсе табип булып киткән кеше, ……… ағайым – Сәлим Сәләх улы Хурамшин. VIII класты тамамлағанда, ул миңә: “Ҡустым, беҙҙең булмышыбыҙға табип һөнәре тап килә, шуға ла, унынсынан һуң минең арттан медицинаға килһәң, яҡшы булыр”, – тигәйне.

Был кәңәш бик оҡшаны. Һәм ул, ысынлап та, яңылышмаған, беҙҙең нәҫелдә табиптар бихисап. Институтты 1974 йылда тамамланым. Ә йүнәлеште уҡыу барышында уҡ билдәләгәйнем. Тәүҙә хирург булыу теләге көслө ине. Төптәнерәк уйлағас, бының өсөн сәләмәтлегем етмәйәсәгенә төшөндөм. Ни өсөн тигәндә, ул ваҡытта ревматизм менән яфалана инем. хирургтар менән бергә ассистент булараҡ дежурға ҡалып ҡараным. Һәм бының үҙем өсөн ауыр икәнен аңланым. Неврология ла оҡшай ине, был йүнәлеш буйынса өҫтәлмә түңәрәктәргә йөрөнөм.

Институтты тамамлағас, тыуған яғыма – “Янған-Тау” шифаханаһына эшкә ебәрҙеләр. Баш табип ниндәй йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүемде һорағас, невролог булырға теләк белдерҙем. Унан ярты йылға Харьковҡа уҡырға ебәрҙеләр. Неврология буйынса махсуслашып ҡайттым. Шунан бирле, ғүмер юлымдың медицинанан ситләшеп торған бәләкәй бер өлөшөн иҫәпләмәгәндә, невролог булып эшләйем. Хаҡлы ялда булыуыма ҡарамаҫтан, хәҙер эшләүе бигерәк рәхәт. Сөнки элек диагноз ҡуйыуы, дауалауы бик ауыр ине. Хәҙер иһә бик күп яңы тикшереү ысулдары бар, дауалау процесын күҙәтеп була.

– Һеҙ – ҙур ҡәнәғәтлек менән эшләп йөрөүсе табип ҡына түгел, уйлап табыусы ла…

– 1994 йылда “Янған-Тау” шифаханаһына баш табип итеп тәғәйенләнеләр. Унда байтаҡ эш башҡарҙым, тип иҫәпләйем. Ни өсөн тигәндә, ул саҡтағы профсоюз шифаханаларын хәҙерге кимәлгә еткереү бурысы тап беҙ эшләгән ваҡытҡа тура килде һәм иң элек беҙҙең шифахананы үҙгәртеү мөмкинлеге булды. Европа кимәленә еткерер өсөн бик күп көс һалырға тура килде.

Билдәле, яңы дауалау ысулдарына мохтажлыҡ тыуҙы. Төрлө ысулдар шул рәүешле уйлап табылды. Етештереү өлкәһендә һәм дауалау йәһәтенән 10-ға яҡын яңы ысул индереп өлгөрҙөм.

Әле лә ундай уйлап табыуҙар бар, тик уларҙың күбеһе башта һәм ҡағыҙҙа ғына. Тормошҡа ашырырға аҡса кәрәк. Уларҙың барыһы ла тиерлек медицина, бигерәк тә реабилитация өлкәһенә ҡағыла. Инвестор табылһа, ҡайһыһы отошлораҡ, шуны һайлап бойомға ашырырға мөмкин булыр ине, әлбиттә.

Ни өсөн тигәндә, әлеге мәлдә етәкселәр медицина аппараттарын бик ҡыйбат хаҡҡа сит илдәрҙән һатып алыуҙы өҫтөн күрә. Ә мин тәҡдим иткәндәрҙең барыһы ла бик ябай, күпкә (100-әр тапҡырға) арзанға төшә лә бит… Ҡулланылышы буйынса ла сит илдекеләрҙән һис тә ҡалышмай. Һүҙ өйҙә ҡуллана торған реабилитация аппараттары тураһында бара. Әлеге ҡыйбатлы аппараттар республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Теләгән һәр кем унда курс үтә алмай, ауырыу үткәргәндән һуң, йә бер нисә йылға бер мәртәбә генә эләгеүе ихтимал. Бының файҙаһы аҙ. Ә инсульт үткәргәндән һуң, мәҫәлән, даими шөғөлләнергә кәрәк.

– Инсульт тигәндән, был сирҙең йәшәреүен күҙәтәбеҙ. Сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?

– Ысынлап та, йәштәр араһында ҡан тамырҙары ауырыуҙары йышайҙы. Сәбәбен, әлбиттә, генетикаға ғына ҡайтарып ҡалдыра алмайбыҙ. Сөнки генетик шарттар элек тә, бөгөн дә, киләсәктә лә бер төрлө буласаҡ. Неврология ауырыуҙарының йәшәреүен стресҡа килтергән хәлдәрҙең артыуына бәйләр инем. Эш табыуы, эш урынын һаҡлау еңел түгел хәҙер, ҡыҫҡартыуҙар, бүтән замана шауҡымдары эҙемтәһе лә сәбәпселер.

Йәнә бер яғы бар – экологияның насарайыуы. Бигерәк тә ҡалала йәшәүселәргә нығыраҡ янай был. Бер генә миҫалда ҡарап үтергә мөмкин. Бер заман ҡурғаш ныҡ таралып, донъя кимәлендә зыян килтерҙе. Америка геохимигы К. К. Паттерсон бар ғүмерен тиерлек шуға арнап, был бәләне туҡтата алды. Бөгөн ошондай хәл терегөмөш менән. Беҙ уны еңә алмайбыҙ. Мәҫәлән, терегөмөш менән лампалар күпләп сығарыла. Файҙаланғандан һуң уларҙы тапшырыу өсөн аҡса түләргә кәрәк. Кем аҡса түләп, янған лампаны тапшырып йөрөһөн инде! Был – юғары кимәлдәге аҡылһыҙлыҡ, тип һанайым. Шуға ла кешеләр лампочкаларҙы бүтән ҡалдыҡтар менән бергә ташлай. Ә терегөмөш, билдәле, иң көслө ағыулы химик элементтарҙың береһе. Башҡа металдарға ҡарағанда зыяны күпкә ҙур. Шундай экологик күренештәр бик күп. Шулар менән көрәшмәй тороп, хәлде яҡшырта алмаясаҡбыҙ.

Элек кешеләр ауыр эш башҡарһа ла, ашаған аштары зарарлы булмаған, таҙа мөхиттә йәшәгән. Шуға ла ауырыуҙары ла һуңыраҡ килгән.

Тағы бер сәбәбе – йәштәрҙең үҙҙәрен үҙҙәре һаҡламауы. Спиртлы эсемлек, тәмәке, бүтән алйытҡыстар менән мауығыуҙары ла йоғонто яһаймай ҡалмай, әлбиттә. Бала саҡтағы шаярыуҙар аҙаҡ һаулыҡта сағылыш табыуын, тәүге тәмләп ҡарауҙа уҡ бәйлелек барлыҡҡа килеүен аңлап бөтмәйҙәр шул. Әйбер тишелеп, уны күпме генә ямама, ул элекке хәленә кире ҡайтмай. Организм менән дә шундай уҡ хәл.

– Бөгөнгө көн пациенттары күберәк нимәгә зарлана?

– Йышыраҡ периферия нервылары сирҙәре – невралгия, радикулиттарҙың төрлө варианттары менән килә. Икенсе урында ҡан тамырҙары сирҙәре менән яфаланғандар, инсульт алды йә инсульт үткәргәндән һуң мөрәжәғәт итеүселәр тора. Күберәк олораҡ йәштәгеләр килә. Кемдеңдер хәтере яңылыша, кемеһенең башы әйләнә. Ҡулдан килгәнсе дауаларға тырышабыҙ. Ләкин дарыуҙарға хаҡтар артыуы, тормоштоң ҡиммәтләнеүе арҡаһындалыр, күптәрҙең тәғәйенләнгәндең бер өлөшөн генә һатып алырға мөмкинлеге бар. Һуңғы йылдарҙа пациенттарҙың һаны аҙайыуын да ошоноң менән аңлатырға булалыр.

– Ирҙәр күберәк мөрәжәғәт итәме, ҡатындармы?

– Ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән йәш ирҙәр йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Ҡатындар баш ауыртыуына зарланыусан. Йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың көсөргәнешле эш һөҙөмтәһендә иммунитеттары түбәнәйә һәм баш ауыртыуы көсәйә.

– Тәртибенә килгәндә, мәҫәлән, баш ауырта икән, тура неврологка килергә мөмкинме, әллә тәүҙә терапевтан йүнәлтмә алырғамы?

– Сит илдә, мәҫәлән, һәр ғаиләнең үҙ табибы була. Нимә генә булмаһын, улар иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итә һәм ул дауалай, һаҡлай, ниндәй белгескә барырға кәрәклеген әйтә. Беҙҙә мәсьәлә икенсерәк ҡоролған. Кеше үҙенең участка терапевына яҙылып, унан йүнәлтмә алып, неврологка килеп еткәнсе хәлдең ҡатмарлашып китеүе ихтимал. Беҙҙең илдә тура мөрәжәғәт итеү дөрөҫөрәк, отошлораҡ булып сыға. Сөнки унан-бынан урап килгәнсе байтаҡ ваҡыт, һөҙөмтәлә беҙгә сирҙең үҙе түгел, уның ҡатмарлашҡан хәле килеп етә. Дауалау ауырлаша, хатта мөмкин булмай сыға ҡайһы саҡта.

– Арҡа ауыртыуы ла неврологияға бәйлеме?

– Арҡа ни өсөн ауырта? Йыш ҡына уны остеохондрозға ҡайтарып ҡалабыҙ. Был – гипердиагностика. Арҡа ауыртыуы – күп осраҡта арҡа, бил мускулдарына һыуыҡ үтеү, ауыр хеҙмәт, ауыр күтәреү һөҙөмтәһе. Беҙ хәҙер дорсопатия (лат. дорсум – арҡа, патия – ауырыу) тигән терминды ҡулланабыҙ.

Арҡа ауыртыуының төп сәбәбе мускулдарҙамы, умыртҡа һөйәгендәме, әллә уның быуынындамы, һеңерҙәме? Тәүҙә ошоно асыҡларға кәрәк.

Йәнә ниндәй ауырыу-ауыртыуҙар неврологка барырға кәрәк, тигән уй тыуҙырырға тейеш?

– Иҫтән яҙыу; баш, арҡа, күкрәк тирәһе ауыртыу; аяҡ-ҡулдарҙың ойоуы, өшөүе; хәрәкәт координацияһы боҙолоу (атаксия); йоҡоһоҙлоҡ; терһәк, быуындар ауыртыуы, шешеүе, шыҡылдауы – неврологка мөрәжәғәт итергә сәбәп.

– Һеҙгә ниндәй тикшереүҙәр үтеп килеү яҡшыраҡ?

– Тикшереү үтер алдынан тәүҙә табип менән кәңәшләшеү дөрөҫөрәк. Сөнки ниндәй тикшереү үтергә кәрәклеген һәр кем белмәй. Йыш осраҡта беҙгә МРТ (магнит-резонанс томографияһы) үтеп киләләр. Шулай ҙа беҙгә кәрәк әйберҙәр ситтә тороп ҡала. Яңынан тикшереү үтергә ебәрергә мохтажлыҡ тыуа. Был – тағы аҡса, тигән һүҙ. Мөмкин булһа, башта табипҡа килегеҙ. Эш үтә ҡырҡыу булмаһа, тәүҙә дауалап ҡарайбыҙ. Сөнки, әгәр ауыртыу мускулдарға бәйле булһа, МРТ үтеүҙең бөтөнләй кәрәге юҡ. Үтмәһә, йүнәлтмә бирергә була. Һәм тикшереү үткәндә нимәгә иғтибар итергә, өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген билдәләп ебәрәбеҙ.

– Бөтә ауырыуҙар ҙа нервынан, тигән ҡараш йәшәй. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?

– Эйе, бар ауырыуҙар ҙа нервынан, бер нисә сирҙән башҡа, тип шаярталар. Ысынлап та, бында дөрөҫлөк күп. Ни өсөн тигәндә, ҡайҙа ғына барһаҡ та, ниндәй генә эш башҡарһаҡ та, ауыр хәлдәр кисерһәк тә, әрләшһәк-илашһаҡ та – барлыҡ хис-тойғоларҙы иң тәүҙә нервы системаһы ҡабул итә, эшкәртә. Уйҙар, фекерҙәр башта тороп ҡала һәм был тойғолар, көслө стресс кисереү иң беренсе иммунитетты ҡаҡшата. Тәү сиратта гипертония барлыҡҡа килә, икенсе урында яман шеш ауырыуҙары тора. Яман шеш күҙәнәктәре кешелә һәр ваҡыт барлыҡҡа килеп тора, иммунитет уларҙы үлтерә бара. Ә ул хәлһеҙләнгәс, насар күҙәнәктәр менән көрәшергә, уларҙы юҡҡа сығарырға көсө етмәй. Йәғни тегеләр үрсеп китә. Ауырыуҙар шул рәүешле барлыҡҡа килә. Нервыларға бәйле булыуы ошонда.

Шәкәр сире артты хәҙер. Ул да иммунитет кәмеүенә бәйле. Ашҡаҙан аҫты биҙе насар эшләй башлай. Йәнә кемдәлер сей яра (язва) барлыҡҡа килә. Бактерия сәбәпсе тиһәк тә, эмоциональ шарттарҙың да йоғонтоһо юҡ түгел. Һәр организмдың йомшаҡ яҡтары бар. “Ҡайҙа нәҙек, шунда өҙөлә”. Шул йомшаҡ урын иң беренсе ҡабул итә һәм сирләй башлай. Кешенең холҡо, нәҫел үҙенсәлектәре лә булышлыҡ итә, әлбиттә.

– Иммунитетты арттыра торған дарыуҙарға нисек ҡарайһығыҙ?

– Иммунитет кәмегәндә организм уны үҙе күтәрергә тырыша. Шулай ҙа, мәҫәлән, йыш сирләгән балаларҙа йәки бик ауыр ваҡытта иммунитетҡа әҙерәк ярҙам итеп ебәрергә кәрәк. Тик уларҙы оҙаҡ ваҡыт эсергә ярамай. Юғиһә организм ярҙам иткәнде көтөп тик ултырасаҡ. Әҙерәк кенә дарыу эсеп алғас, төрлө күнегеүҙәр ярҙамында был эште дауам иттереү фарыз. Физик күнегеүҙәр эшләп, һыуҙа йөҙөп иммунитетты күтәрергә мөмкин. Шулай ышаныслыраҡ була. Халыҡ медицинаһында был йәһәттән андыҙ тамыры кеүек шифалы үләндәр ҙә күп бит. Шуларҙы белеп файҙаланыу яҡшы. Ә дарыуҙарҙы иһә табиптар менән кәңәшләшеп кенә эсһендәр ине.

– Ҡан тамырҙары ауырыуҙарын кәметеү йәһәтенән нимәләр кәңәш итер инегеҙ?

– Бында беҙ ярҙам итә алмай торған өлөшө бар. Әйтәйек, кешенең енесенә бәйле, йәғни гормонына ярашлы ауырыуҙарына үҙгәреш индерә алмайбыҙ. Йәш үҙенсәлеге – уны шулай уҡ кәметеп булмай. Социаль хәлен үҙгәртә алмайбыҙ. Милли һыҙаттарына ла тиҙ арала йоғонто яһап булмай.

Шулай ҙа үҙгәртергә мөмкин булған яҡтары бар. Мәҫәлән, тән ауырлығы. Мөмкин тиклем кәметергә, тик самалап ҡына. Эс тирәһенә май ултырыу – иң насары. Бот һәм янбашҡа май ултырыуҙан артыҡ ҡурҡмаһағыҙ ҙа була, ә ҡорһаҡҡа май йыйылыу хәүефле. Ҡан баҫымы. Быға күптәр әһәмиәт бирмәй. Юғары булһа, нормаға килтерергә кәрәк – инсульт, инфарктты кәметеүҙәге беренсе һәм төп аҙымдарҙың береһе был. Артабан – холестерин миҡдары. Һуңғы йылдарҙа холестеринға артыҡ баҫым яһап ташланыҡ. Ғалимдар әйтеүенсә, тормошта улай уҡ ҡурҡыныс булмай сыҡты. Түбән тығыҙлыҡтағы һәм юғары тығыҙлыҡтағы холестеринды айырып йөрөтәләр. Түбәнгеһе күбәйгән осраҡта ғына зарарлы (атероген фактор) тип атай алабыҙ. Холестерин миҡдары 5-6, 7-гә етергә мөмкин. Шунан артыҡ булғанда кәметеү фарыз.

Тәмәке тартыу, билдәле, ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағанда ауырыуҙарҙан алыҫлашырға мөмкин. “Самалап эсеү” тигән төшөнсә бар ҙа ул, тик “самалап” тигән һүҙҙең сиге юҡ беҙҙә. Аҙнаһына бер-ике мәртәбә 100-150 г эсергә мөмкин тиһәң, 0,5-1 литр тип аңлана. Менталитет башҡасараҡ шул беҙҙә.

Ошо үҙгәртә ала торған шарттарҙы халыҡ үҙе күҙ уңында тотһа, ҡан баҫымын, шәкәр сирлеләр шәкәрен  тикшереп торһа, диета буйынса туҡланһа, хәүефте кәметеп була. Тонометр, глюкометрҙар ҡыйбат түгел бит.

Холестериндың ниндәй ашамлыҡтарҙа бигерәк тә күп булыуын белергә кәрәк. Балыҡ ашарға ҡушабыҙ, әммә ҡайһы төр балыҡтарҙа холестерин күп. Шулай уҡ һыйыр, сусҡа итендә байтаҡ. Әгәр ҡыртышын ашамаһаң, ҡаҙ, өйрәк итендә күп түгел. Холестериндың иң әҙе йылҡы итендә икәне борондан билдәле. Атай-олатайҙарыбыҙ белмәй ашамағандыр. Һимеҙ ҡалъялар һоғонғанда артынан ҡоротлап һурпа эсеү йолаһы ла бушҡа түгел бит. Һимеҙ аштарҙы ҡоротлап ашағанда холестерин миҡдарын кәметергә мөмкин. Үҙем эксперимент эшләп ҡараным, 1 ай буйына 1 аш ҡалағы ҡоротто 1 стакан һыуға иҙеп кистән эстем. Холестеринды кәметеүгә өлгәштем. Беҙҙең халыҡта генетик яҡтан нығытылған күренеш был.

Диңгеҙ ашамлыҡтары файҙалы, сөнки беҙҙә йод аҙ. Мәҫәлән, аҙнаһына бер мәртәбә булһа ла диңгеҙ кәбеҫтәһен ашау яҡшы.

Ауырыуҙың билдәләре бар икән, диагноз ҡуйырға маташырға түгел, ә табипҡа мөрәжәғәт итергә сәбәп икәнен онотмаһындар ине.