Шөғөл һәм күңел
Айлина КИЛДЕБАЙ
Һин теләгәнсә генә булмағас…

Театрҙа ултырам. Антракт ваҡыты. Артта талғын ғына итеп ир менән ҡатын һөйләшә. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡатын гөрөлдәтеп кенә көлөп ебәрә, эргәһендәге кешене иғтибарлап тыңлай, баһаһын белә кеүек тойолдо. Кеше хәбәрен тыңларға ярамаһа ла, ҡолаҡтарым ҡарыша. Ғәйбәт, буш һүҙ һөйләшһәләр сығып йөрөп килер инем, бәлки. Юҡ, быларҙың хәбәренән айырыла алмайым да ҡуям. Бер нисә тапҡыр уларҙың йөҙҙәрен күрергә теләп артҡа әйләнергә лә уҡталып ҡуйҙым. Ҡыйманым, ҡолаҡ сите менән генә тыңлап ултырыуымды һиҙерҙәр тинем. Һиҙһәләр, шып туҡтарҙар йә шыбырлауға күсерҙәр.

Тауыштары буйынса инде иллене уҙған һымаҡтар. Фекерләүҙәренә ҡараһаң, күпте кисергән кеүектәр. Был икәүҙә мөхәббәтме, хөрмәт кенәме – аңламаным. Әммә шул хәтлем йылы мөнәсәбәттәр шаһиты булыуыма күңел кинәнесе кисерҙем.

Баштан уҡ тыңламаным бит мин уларҙы. Апайҙың матур ғына итеп, тыйнаҡ көлөп ниҙер һөйләүенән һуң, ир: “Бөйөк ҡатын һин”, – тине. Гүзәл зат йәнә көлөп ебәрҙе. “Ни бары ябай ҡатын инде”, – тигән булды. Көслө зат уның бөйөклөгөн иҫбатлаған һүҙҙәр әйтте – йүнләп ишетмәнем. Һине осратҡас ҡына күңелем тынысланды, тиеберәк һөйләүен аңланым. Хәбәренә ҡарағанда, айырылған икән был ағай. Уның ҡәҙерен белмәгәндәр, ергә һалып тапағандар. Хәләл ефете ситкә йөрөргә яратҡан. Ә ҡатындың ире мәрхүм булып ҡалған.

Икәүһендә лә бигүк ябай булмаған яҙмыштыр, әллә күпме яҡындары, бала-сағалары барҙыр… Ҡасандыр үҙ йәрҙәре менән гел бергә булырға хыялланып, яратышып ҡына өйләнешкәндәрҙер. Ләкин улар теләгәнсә генә килеп сыҡмаған.

 – Йәшәй алманыҡ. Сепрәк, мәмәй инем мин уның өсөн. Гел башҡалар менән сағыштырҙы. Кемдер ҙурыраҡ йорт һалған, күрше текәрәк машинала елдерә. Ә мин өйҙә сүкеш тә тотмайым. Аҡсалы урында эшләгәс, кеше яллауҙы хуп күрҙем. Ғүмер буйы кәмһетте. Минең бер иғтибарыма ла иремәне, бүләктәремә ҡыуанманы. Тора-бара уға ярап булмаҫын аңланым. Йомортҡанан да йөй эҙләй ҙә баһа! Һуңға табан балалар ҙа тынысһыҙланды, минең дә түҙемлегем һынды. Бар донъяһын үҙенә ҡалдырып сыҡтым да киттем. Балалар ҙур инде, әллә ни ауыр кисермәнеләр, шикелле. Беҙҙең татыу йәшәмәгәнде һиҙә ине улар.

Ир быларҙы тыныс тауыш менән, ябай хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгән кеүек кенә бәйән итте.  

Ошо урында бер таныш апайҙың әйткәндәре лә иҫкә төшә. Ул үтә иркә булған икән. Кейәүгә сыҡҡас та шул холҡон ташлай алмаған. Ирен үҙ көйөнә генә бейеткән. Кәрәкһә үсеккән, әрләшкән, тиҫкәреләнгән. Тормош иптәшенең  үлеп яратҡанын белгәнгәме, иркен ҡыланған. Бер саҡ ире: “Мин ғаилә ҡорғас яратышып ҡына, татыу, рәхәт кенә йәшәрбеҙ тип уйлағайным. Ул минән генә тормай икән”, – тип моңһоу ғына итеп әйтеп ҡуйған. Апай тап ошо мәлдә генә үҙен дөрөҫ тотмағанлығын  аңлай.  Хәленән килгәнсә холҡон үҙгәртергә тырыша. Әммә кеше тулыһынса үҙгәрә аламы икән?

Әлеге, артымда ултырған парға әйләнеп ҡайтайыҡ.

 - Беҙ, ҡатын-ҡыҙ заты, ирҙәрҙән күпте көтәбеҙ шул. Ҡыҙ саҡтағы хыялдарыбыҙ аҡланмаһа,  аҡбуҙатҡа атланған принц тигәнебеҙ ҡәҙимге генә кеше булып сыҡһа, уны төрлөсә хыялыбыҙҙағы батша улына яҡынлаштырырға тырышабыҙ. Әйтерһең дә, ул скульптура, кәрәкмәгән урындарын алып ташлап, етешмәгән ерҙәрен өҫтәргә. Үҙебеҙ хаҡында тулыһынса онотоп, ирҙе үҙгәртә башлайбыҙ.

Эргәһендәге кеше был һүҙҙәрҙе ишеткәс бер аҙ тынып ҡалғандай булды. Әллә уйланамы? Хәбәрҙәре майлап ҡуйғандай һис ҡытыршылыҡһыҙ, тәбиғи генә дауам итә ине бит. Әллә бөйөк ҡатындан бындай һүҙҙәрҙе ишетеү ауырмы уға? Белмәйем. Әммә ҡатын дауам итте:

 – Мин дә иптәшемдән күпте талап иттем. Ҡатын бәхете – ирҙән тип ҡабатларға яраттым. Ғаиләбеҙҙең бәхете унан ғына тора икәнлегенә инанған инем. Китапҡа мөкиббән киткәнлеген яратманым. Ашарға бирмә – гәзит-журналһыҙ йәшәй алмай. Бүтән ирҙәр машина йүнәтер ине, был китапханаға сығып китә. Үҙенең белмәгән нәмәһе юҡ ине бахырҡайҙың. Ана шул белемеңде ҡуллана, аҡса эшләй белмәйһең тип тә ризаһыҙланып алам. Кешегә бигерәк ихлас булды. Бурыстары башынан ашһа ла, һуңғы ыштанын сисеп бирергә әҙер ине. Ерҙән түгел, күктән йөрөгән һымаҡ ине. Үҙе бер ауыр һүҙ әйтмәне. Барыһын да эсенә йыйып ҡына йөрөгән булғандыр инде. Инфаркт аяҡтан йыҡты.

“Бына һиңә бөйөк ҡатын! Ирен гүргә тыҡҡан бәндә бит был.” Кемдер ошондай һығымта яһар. Әммә уны тап ана шул хаталары, ул хаталарҙан тыуған һыҙланыуҙары, йоҡоһоҙ төндәре, үкенестәре тормошто тәрәндәнерәк аңларға  ынтылырға мәжбүр иткән бит! Ошо юғалтыуы булмаһа, рухи яҡтан үҫешеү уйына ла инмәҫ ине, бәлки. Ана бит, хәбәрҙәрен дингә, Изге китапҡа бәйләп һөйләй. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәре, күп уҡыуҙары менән бүлешә. Теге ир тап шуның өсөн, бөйөк ҡатын һин, тине бит! Тимәк, ир ҙә рухи үҫеш өҫтөндә. Йәки, әлеге ваҡытта үҙенә тиңде тапҡан. Улар бер тулҡында йөҙә.

Артыма ҡайырылып бер ҡарармын, тинем үҙемә. Антракт бөттө, мауыҡтырғыс спектакль дауам итте. Ундағы донъя эсенә инеп киткәнмен. Спектакль тамамланыуға шунда йәшәй инем инде. Артымда ғына ултырған ир менән ҡатын хәтерҙән сыҡҡан да ҡуйған.

Йәнә ике көн тамаша шауҡымы менән йөрөнөм. Шунан һуң бер эшлекле осрашыуға саҡырҙылар. Икәүһе ирҙәренән айырылған ҡатын ине. Ҡарап тороуға бынамын тигәндәр. Һөйгәндәре икенсегә сығып киткән. Тормошҡа ҡараштары, йәшәү принциптары буйынса аҡыллы ғына күренәләр. Өҫтәге геройым кеүек үҙҙәрен тәртипһеҙ ҙә тотмағандар. Ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн рух таҙалығы ғына етмәй, тимәк. Бәлки, журнал уҡыусыларыбыҙ беләлер? Нисек уйлайһығыҙ, ғаилә ныҡлы булһын өсөн нисек йәшәргә кәрәк?