Заман заңы
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
Һулағаныбыҙ һауамы?

Нисек ағыуланғаныбыҙҙы йыш ҡына һиҙмәйбеҙ шул…

 

Бер йәй иртән машинам янына сыҡтым да ғәжәпкә ҡалдым – төн эсендә “тимер атым” туҙан ҡатламы менән ҡапланғайны. Саң ямғыры яуғанмы ни? Хатта ҡышын ҡар алған щетка менән таҙартып сығырға тура килде. Ошо осраҡтан һуң күңелдә шик тыуҙы: машинаны ҡаплаған был бысраҡ һиҙҙермәйенсә үпкәгә ултырмаймы? Саф һауа һулайбыҙ тип үҙебеҙ ҙә белмәйенсә саң йотоп йөрөмәйбеҙме?

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында белдереүҙәренсә, бөгөн Ер шарында йәшәүсе ун кешенең туғыҙы ағыулы һауа һуларға мәжбүр. Көньяҡ-көнсығыш Азияла, Тымыҡ океандың көнбайышында, мәҫәлән, Ҡытай, Һиндостан, Малайзия һәм Вьетнам кеүек илдәрҙә хәл үтә лә ҡатмарлы, баҡһаң. Шулай уҡ Европаның ҡайһы бер дәүләттәрендә һәм Рәсәйҙә һауалағы ағыулы матдәләр йыш ҡына тейешле кимәлдән артып китә.

Мәҫәлән, һауаның бысраныуы Францияла йыл һайын ҡырҡ меңдән ашыу кешенең үлеменә килтерә. Ни бары тәмәке тартыу (78 мең кеше) һәм алкоголь ҡулланыу ғына (49 мең кеше) был илдә күберәк ғүмерҙе ҡыя. Ҙур ҡалаларҙа көн итеүселәр – төп зыян күреүселәр. Быға заводтар, электр станциялары эшмәкәрлеге һәм, әлбиттә, автомобиль һанының артыуы булышлыҡ итә. Шулай ҙа, белгестәр фекеренсә, әгәр ҙә һауа сифатын биш процентҡа ғына яҡшыртҡанда, меңләгән ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға булыр ине.

Әлбиттә, Франция һауаның бысраныуынан зыян күргән берҙән-бер ил түгел. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында белдереүҙәренсә, бөгөн Европа ҡалаларында көн итеүселәрҙең 95 проценты хәүефһеҙлек нормаларына бөтөнләй тура килмәгән һауа һуларға мәжбүр.

Ер шарының башҡа ҡитғаларында хәл тағы ла хәтәрерәк. Был һандарға ышаныуы үтә лә ауыр кеүек – әммә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы тикшеренеүҙәрендә асыҡланыуынса, һауа бысраныуҙан йыл һайын донъяла 5,5 миллион кеше һәләк була! Ә был үлемдәрҙең яртыһы тиерлек Ҡытайҙа һәм Һиндостанда теркәлә. Ағыулы һауа Ҡытайҙа ғына йыл һайын яҡынса 1,6 миллион кешенең ғүмерен өҙә, йәғни көнөнә генә 4400 кеше һәләк була! Һиндостанда иһә ошо сәбәпле йылына 1,4 миллион кеше теге донъяға оҙатыла. Табиптар раҫлауынса, бысраҡ һауа менән тын алыу йөрәк-ҡан тамырҙары һәм үпкә сирҙәренә, инсультҡа, яман шешкә, башҡа бихисап ауырыуҙарға килтереүе ихтимал. Шулай уҡ йыш ҡына тын алыу һәм нервы системаһын да ҡаҡшата. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың, оло быуындың һәм балаларҙың сәләмәтлегенә үтә лә кире йоғонто яһай.

Һауаның бысраныуы – Рәсәй өсөн дә иң ҡатмарлы һәм мөһим мәсьәләләрҙең береһе. “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2015 йылда илебеҙҙәге иң бысраҡ һауалы ҡала булып Чита билдәләнгән. Унда бензапирен күләме рөхсәт ителгән кимәлдән 34 тапҡырға артып киткән! Ә икенсе урынға сыҡҡан Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла иһә 24 тапҡырға күберәк!

Рәсәйҙә һауаны бысратыусы төп сығанаҡ – әлбиттә, химия һәм нефть химияһы, ҡара һәм төҫлө металлургия заводтары. Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының докладына ярашлы, 2015 йылда Рәсәйҙең 44 ҡалаһында (йәғни ҡалаларҙың 20 процентында) һауаның бысраныуы юғары һәм үтә лә юғары кимәлдә тип табылған. Тикшеренеүҙәр үткәрелгән 147 ҡалала иһә (59 процент) һауалағы ағыулы матдәләр күләме рөхсәт ителгәндән яҡынса бер тапҡырға булһа ла артҡан. Ә был ҡалаларҙа бөгөн йәмғеһе 50,7 миллион кеше көн итә! ТАСС мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, һауаһы үтә лә бысраҡ ҡалаларҙың яртыһынан күберәге Уралда һәм Себерҙә урынлашҡан. Уның иҫәбенә Магнитогорск, Силәбе, Златоуст, Екатеринбург, Каменск-Уральск, Краснотурьинск, Түбәнге Тагил һәм башҡа ҡалалар инә. Был ҡалалар һауаһының бысраҡлығы ла бензапирен концентратының үтә лә юғары күләмдә булыуына бәйле.

Һуңғы тиҫтә йылда һауаны бысратыу яҡынса 13,2 процентҡа кәмегән, тип билдәләнә ошо уҡ докладта. Атмосфераһы үтә лә бысраҡ тип табылған ҡалалар һаны ла һуңғы биш йылда аҙайғандан-аҙая. Нисек быға өлгәшелгән һуң? Баҡһаң, һауабыҙ сафлана тип шатланырға иртәрәк. Был ыңғай күренеш ни бары “Роспотребнадзор”ҙың зыянлы матдәләр концентратының тәүлек нормаһы тураһындағы нормативына үҙгәреш индереүе менән генә бәйле. Тап ошо ҡайһы бер ҡалаларҙағы һауаны формаль рәүештә “таҙартҡан” да инде.

Эре сәнәғәт кенә түгел, автомобиль төтөнө лә һауабыҙҙы ағыулаусы төп сәбәптәрҙең береһе. Мәҫәлән, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа атмосфераны 93 процентҡа тап шул бысрата. Әлбиттә, быға транспорт паркының йылдан-йыл артыуы ла булышлыҡ итә. Шуны ла оноторға ярамай – автомобиль бер литр бензинды яндырыу өсөн яҡынса 200 литр кислород сарыф итә. Был тәүлегенә кеше һулағандан да күберәк. Мәҫәлән, йылына 15 мең километр үткән автомобиль яҡынса 1,5–2  тонна яғыулыҡ һәм 20–30 тонна кислород яндыра. Шулай уҡ автомобиль барлыҡҡа килтергән саң туҙаны менән һауаға кремний, тимер оксиды, барий кеүек ағыулы матдәләр ҙә күтәрелә. Бынан тыш атмосфераға яҡынса ун килограмм резина оҙатыла икән!

Ә үҙебеҙҙә хәлдәр нисек? Мәҫәлән, былтыр бөтә күкте ҡаплап алған билдәһеҙ төтөн халыҡты бик ныҡ шомландырғайны. Республика етәкселеге быны Себерҙәге ҙур урман янғындарының һөҙөмтәһе тип аңлатты. Йәнәһе, антициклон арҡаһында уларҙың төтөнө беҙгә лә килеп еткән. Әммә бындай яуап менән бөтөнләй килешмәгәндәр ҙә булды.

Мәҫәлән, Башҡортостан экологтары союзы рәйесе Александр Веселов белдереүенсә, Себер янғындары төтөнөнөң республикаға килеп етә алыуы бик икеле. Бының үҙебеҙҙең сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булыуы ғына мөмкин. Әйткәндәй, был билдәһеҙ төтөн ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа яман шеш  менән ауырыусылар һаны кинәт арта. Эколог белдереүенсә, бының төп сәбәбе – һулаған һауабыҙҙың йылдан-йыл нығыраҡ ағыуланыуы.
Быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәй. Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының докладына ярашлы, 2015 йылда Башҡортостан Волга буйы федераль округында һауаны иң ныҡ бысратыусы төбәк тип табылған. Мәҫәлән, атмосфераны бысратҡан ағыулы матдәләр күләме биш йыл дауамында ғына 720,7 мең тоннанан 886,6 мең тоннаға еткән. Һауаны бысратыуҙы стационар сығанаҡтар 12,2 процентҡа арттырһа, транспорт 35,2 процентҡа арттырған тип күрһәтелә был докладта. Әлбиттә, ”Башнефть”, ”Башкирэнерго”, “Сода” кеүек сәнәғәт предприятиелары төп зыян килтереүселәр иҫәбендә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында ғына һауаға сығарылған ағыулы матдәләр күләме 48 мең тонна тәшкил иткән.

“Роспотребнадзор” мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә генә 500 меңдән ашыу кеше зыянлы сәнәғәт йоғонтоһона дусар. Бының сәбәбе асыҡ – заводтар менән торлаҡ кварталдар бик яҡын урынлашҡан. Шуға ла ялыуҙарҙың 70 процентынан ашыуы ҡаланың Орджоникидзе, Калинин һәм Октябрь райондары халҡынан килә икән.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, 2000 йылдарҙың уртаһынан алып беҙҙә лә һауаны бысратыусы төп сәбәп – автотранспорт. Мәҫәлән, 2001 йылда һауаға ырғытылған сәнәғәт ҡалдыҡтары күләме 194 мең тонна булһа, 2015  йылда 140 мең тонна тәшкил иткән. Бының сәбәбе – тәбиғәтте ҡурсалау программаларының тормошҡа ашырылыуы, сәнәғәт предприятиеларында ҡорамалдарҙың яңыртылыуы ғына түгел, әлбиттә, ә етештереү күләменең кәмеүе лә. Мәҫәлән, 2004 йылда “Химпром” заводы үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты һәм был һулаған һауабыҙҙы бер аҙ ғына булһа ла таҙартты.

Һауабыҙҙы бысратыу кәмеһен өсөн таҙартыу ҡорамалдарына ла аҡса һалынырға тейеш. Республика етәкселеге белдереүенсә, былтырғы йылда ғына сәнәғәт предприятиелары ошо маҡсатҡа 2,5 миллиард һум сарыф иткән. Бындай инвестициялар ағыулы матдәләр күләмен йылына 20 мең тоннаға кәметеү мөмкинлеген биргән. Әммә Рөстәм Хәмитов фекеренсә, триллионлап табыш алған предприятиелар тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға күберәк аҡса тотонһа ла бөлмәйәсәк.

Әлбиттә, сәнәғәт предприятиелары хужаларының һауабыҙ сафлығы тураһында борсоласағына ышаныс юҡ. “РБК-Өфө” яҙыуынса, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һауа бысраныуының 80 проценты кеше факторына һәм техник регламентты боҙоуға бәйле. Баҡһаң, ҡайһы бер сәнәғәт предприятиелары ағыулы матдәләрҙе йыйып-йыйып килгәндән һуң бер юлы (залповый выброс) һауаға ырғыта. Йыш ҡына был төндә йә ял көндәрендә башҡарыла. Баҡһаң, ошо ысул заводҡа һауаға сығарылған ағыулы матдәләр күләмен аҙайтып күрһәтеү һәм тәбиғәтте бысратҡан өсөн түләүҙе кәметеү мөмкинлеген бирә…

Эйе, һәр кемебеҙ беренсе һулышынан һуңғыһына тиклем саф һауа һулап йәшәргә тейеш кеүек тә бит. Әммә көнитмешебеҙ бөтөнләй башҡа ысынбарлыҡта шул. Бөгөн яһалма аҙыҡ-түлек менән туҡланабыҙ, шыйыҡсаны хәтерләткән һыу эсәбеҙ, хатта һулаған һауабыҙ ҙа ағыулы матдәләр менән тулы. Бынан һуң дауаханаларҙың туп-тулы булыуына һәм ҡиммәтле дарыуҙарға ихтыяж кәмемәүенә нисек ғәжәпләнәһең. Ә кемдер ошо мәлдә балаһын яман шештән ҡотҡарыу өсөн һуңғы мөлкәтен һата һәм халыҡтың ярҙам итеүенә өмөтләнә. Эйе, бер баланы, бәлки, ҡотҡарырбыҙ. Ә тыуасаҡ балаларҙы, килер быуынды кем ҡотҡарыр? Атай-олатайҙарыбыҙ ҡалдырған саф һауалы, саф һыулы йәнтөйәгебеҙҙе долларҙарға алмаштырған әтрәгәләмдәр был турала уйламаясаҡ, улар шул уҡ Швейцарияға (һауа таҙалығы буйынса донъяла беренсе урынды биләй) ҡасып ҡотоласаҡ, әлбиттә. Ә бына беҙгә уйланырға урын бар…

 

“Форбс” журналы донъяның экологик йәһәттән иң таҙа илдәренең рейтингыһын төҙөгән. Уларҙы һауаның таҙалығы, һыуҙың сифаты ғына түгел, хатта пестицидтар ҡулланыу-ҡулланмау кеүек дөйөм 25 критерий буйынса баһалағандар.

  1. Швейцария
  2. Швеция
  3. Норвегия
  4. Коста-Рика
  5. Колумбия
  6. Яңы Зеландия
  7. Япония
  8. Хорватия
  9. Албания
  10.  Израиль