Шөғөл һәм күңел
Айлина КИЛДЕБАЕВА
Һәр кем үҙе өсөн яуап бирә

Йәнегеҙ өсөн яуаплылыҡ үҙегеҙҙә. “Иғтибарлы булығыҙ, һәр кем үҙе һәм ҡуйылған бурыстары өсөн яуап бирәсәк. Тура юл менән барыусыға унан ситкә тайпылған зыян яһай алмаҫ”. (Изге Ҡөрьән, 5:105).

Кешеләр араһында ошолай тиеүселәр бар: “Беҙ Юғары Көскә һәм Ҡиәмәт көнөнә ышандыҡ”. Әммә улар мөьмин түгел. “Ышанабыҙ тип әйтеп Хоҙайҙы һәм уға инаныусыларҙы алдарға теләйҙәр. Әммә үҙҙәрен алдағандарын ғына аңламайҙар”. (Изге Ҡөрьән, 2:8,9).

Мәҫәлән, кемдер докторлыҡ дәрәжәһен оҙайлы, ентекле, мөһим эше өсөн түгел, ә файҙалы бәйләнештәре ярҙамында ғына алһа, кемде алдай? Әлбиттә, тик үҙен. Ғалимдар араһындағы тәүге дискуссияла уҡ тейешле белеме юҡ икәнлеге асыҡлана. Эшенең баш һүҙе менән тышлығы бар, ә эсе буш, яҙғандары исем өсөн. Гәүһәр ялтырауығы бар, ә ҡиммәтле ташы юҡ.

Шуның кеүек, кеше үҙен иманлы һанап та, йөрәге иман нуры менән балҡымай икән, ул Хоҙай ҡушҡан эштәрҙе үтәүҙән алыҫ, намаҙ ҙа ҡыла алмай. Изге Ҡөрьән үҙ-үҙеңде алдауҙың, рухһыҙлыҡтың сәбәптәрен асып һала. “Уларҙың йөрәгендә – сир...”. (Изге Ҡөрьән, 2:10).

Хәҙер сирҙең үҙен һәм барлыҡҡа килеү сәбәбен асыҡларға тырышайыҡ. Мәҫәлән, кешене еүеш соҡорға төшөрөп ҡуйып, оҙаҡ ваҡыт ҡалған-боҫҡан ризыҡ ашатһалар, ул һау була аламы?

Әхлаҡһыҙлыҡ уратып алған мөхиттә йәшәп рухи ятан үҫешеүе бик ҡатмарлы. Эскелек, тәмәке, компьютер уйындары, ришүәтселек, һатлыҡйәнлек, хыянат кеүек күренештәр уртаһында ҡайнағанда, рухи сәләмәтлек тураһында һүҙ йөрөтөүе мөмкин дә түгел. Һауығыу өсөн был мөхитте үҙ итмәҫкә, унан сығыу юлдарын эҙләргә кәрәк. Һәр кем үҙен ҡотҡарыу сараһын тапһын. Сир аҙып, бөтөнләй тормошоңа хужа

булып алмаһын! Үҙ-үҙеңә битарафлыҡ арҡаһында ике донъяның да рәхәтлектәренән ҡолаҡ ҡағыуың бар.

Ике йөҙлөлөктө фаш итергә яраймы?

Юҡ, сөнки һин икенсе кешенең күңелен, йөрәген асып ҡарай алмайһың. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, иманы булмаған, изге ғәмәлдәр ҡылмаған, дөрөҫлөктән тайпылған, сабырһыҙ кешеләрҙең эштәре харап. Мосолман тик яҡшы ғәмәлдәр генә ҡылырға тейеш. Эргәһендәгеләрҙе ике йөҙлөлөк гонаһынан ҡотҡарыр өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләү – бурысы. Ә инде быға күҙ йомоп ҡарау – уларҙы упҡынға этеп төшөрөү менән бер. Әгәр ҙә бер-беребеҙҙе ике йөҙлөлөктә ғәйепләп, арабыҙҙа ғауға, низағ сығарһаҡ Иблис өсөн бөтөнләй көсһөҙгә әйләнәсәкбеҙ. Уға был осраҡта беҙҙе юлдан яҙҙырыуы анһатыраҡ буласаҡ.

“Нисек инде?” – тип һорарһығыҙ. Эйе, хәҙис бар. Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм ике йөҙлөлөктө ошолай тасуирлай:

– вәғәҙәһен үтәмәй;

– алдаша;

– ышанысты аҡламай;

Был хәҙис аша ошо сифаттары булған кешене ике йөҙлөгә тиңләй алабыҙ түгелме? Уныһы шулай. Әммә иң тәү сиратта үҙебеҙҙә ошо сифаттар юҡмы икәнлеген асыҡларға кәрәк. Ашығыс һығымталар яһау бик хәүефле. Ғәйепләмәгеҙ – ғәйепһеҙ булырһығыҙ!

Мәсьәләнең төбөнә төшмәйенсә, дәлилдәр булмайынса, үҙ күҙҙәрең менән күрмәйенсә кемгәлер баһа ҡуйыу – оло яңылышыу.

1. Әгәр мосолман вәғәҙә биреп тә үтәмәһә, үҙен ике йөҙлөлөккә яҡынайта, әлбиттә. Тик түбәндәге аятты ла оноторға ярамай. “Юғары зат көсөбөҙ етмәҫтәйҙе иңгә һалмай”. Тимәк, кеше етди сәбәптәр арҡаһында вәғәҙәһен үтәй алмауы ла ихтимал.

2. Алдаша икән, тимәк ике йөҙлө. Эйе, булыуы ихтимал. Әммә Изге Ҡөрьән һәм Сөннәт юлы менән барыусы кешеләргә

һаҡһыҙ хаталаныу һәм онотоусанлыҡ ғәфү ителә. Кешенең хәтеренән сығыуы йә хаталаныуы ла бар бит.

3. Ышанысты аҡламай икән, ике йөҙлө, тибеҙ. Әммә барыбыҙ ҙа бик ҡатмарлы осраҡтарҙа тыйылғанды үтәргә ярағанлығын белә. Хәлдең ни тиклем ауыр булғанлығына ҡарап йомшартыу сараһы эҙләнә. Шуға күрә, мосолман көсөргәнешле хәл арҡаһында ышанысты аҡлай алмауы ла бик ихтимал.

Кешенең ысын хәлен белмәйенсә, тәнҡит күҙлегенән ҡарарға ашыҡмайыҡ әле. Бер-беребеҙгә асыулы уйҙар, шик-шөбһә артҡан һайын, Хоҙайҙың үҙебеҙгә ҡарата асыуы артыр. 49-сы сүрәнең 12-се аятында әйтелгән һүҙҙәр быға асыҡ иҫбатлау булып тора:

“Шикләнеүҙәрҙән, дәлилһеҙ-ниһеҙ бүтәндәр хаҡында алама уйлауҙан һаҡ булайыҡ Ҡайһы бер уйҙарҙың, һығымталарҙың, икеләнеүҙәрҙең гонаһ икәнлеген онотмайыҡ.

Кире осраҡта иһә, Аллаһтың ғәфү итеүен һорағыҙ, Ул ярлыҡар.

Аллаһты гел иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Ул да һеҙҙе онотмаҫ”.

 

Имам Шамил Әләүетдиновтың “Камиллыҡҡа һәм иманға юл” китабы файҙаланылды.