Кеше һәм тәбиғәт
Наил ЮЛДАШБАЕВ
Әхлаҡлылыҡ тураһында уйланыуҙар

Эш буйынса район үҙәгенә барғанда, элекке уҡыусымды осраттым. Ул, юғары уҡыу йортон тамамлап, бөгөнгө көндә үҙ һөнәре буйынса республикабыҙҙың бер ҡалаһында яҡшы ғына урында эшләп йөрөй. Һөйләшеп киттек. Эше тураһында һораша башлағас, көтмәгәндә:

– Хөрмәтле уҡытыусым, был тормошта һеҙ өйрәткәнсә йәшәп булмай ҙа инде… – тип әйтеп һалмаһынмы!..

– Аңлап етмәйем… – тинем мин, аптырап.

– Һеҙ һәр ваҡыт, ғәҙел булығыҙ, алдашмағыҙ, дөрөҫтө һөйләргә өйрәнегеҙ, үҙ фекерегеҙҙе әйтергә ҡурҡмағыҙ, тип беҙгә тәрбиә бирә торғайнығыҙ. Улай булмай ул! Ғәҙел булам тип, дөрөҫтө һөйләй башлаһаң – эшһеҙ ҡаласаҡһың! Беҙҙең эштә бөтәһе лә киреһенсә: етәксегә ҡойроҡ болғап, юхаланып йөрөһәң, уның һәр бер фекерен хуплаһаң, янына инеп ғәйбәт һөйләһәң – һин яҡшы хеҙмәткәр…

Мин нимә әйтергә лә белмәнем. Уның һүҙҙәрендә, ысынлап та, дөрөҫлөк бар: бөгөнгө көндә тыныс ҡына эшләйем һәм йәшәйем тиһәң, тормоштағы һәм эштәге ғәҙелһеҙлектәрҙе күрмәмешкә һалышып, ауыҙыңды йомоп ҡына йөрөргә кәрәк. Шулай итмәһәң, иртәгә һинең менән нимә булырын бер шайтан белә.

Ошо урында шундай һорау тыуа: бәлки, бөгөн беҙ, уҡытыусылар, дөрөҫ тәрбиә бирмәйбеҙҙер? Ошоға тиклем йәшәп килгән әхлаҡи ҡиммәттәрҙән баш тартып, беҙгә, киреһенсә, балаларҙы алдашырға, юхаланырға, ялағайланырға, көнләшергә, ғәҙелһеҙлеккә күҙ йоморға өйрәтергә кәрәктер? Ни өсөн тигәндә, шундай сифаттарға эйә булған кешеләр бөгөн, башлыса, яҡшы йәшәйҙәр һәм тыныс ҡына эшләйҙәр һымаҡ. Юғиһә беҙҙең тарафтан, яҡшы кеше булығыҙ, ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, тип тәрбиә алған йәштәр үҙ аллы томош башлау менән, ғәҙелһеҙлектәргә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ проблемаларға юлыға. Күптәре ауырлыҡтар аша бөгөнгө ысынбарлыҡҡа яраҡлашып китә, ә бына ҡайһы берҙәре, ғәҙел булам тип, ғүмер буйы көрәшә. Уларҙың да күбеһе ваҡыт үтеү менән йә бөгөлөп һына, йә эскелеккә һалыша, йә бөтөнләй был яҡты донъянан үҙ теләге менән хушлаша…

Шуға, мин әйтәм, бөгөнгө мәктәптәрҙә ошоға тиклем яҡшы тип аталған кешелек сифаттарын – насар, насарҙарын яҡшы тип йәш быуынға еткерергә кәрәктер? Нисек уйлайһығыҙ, ошо мәҡәләне уҡыусылар, дөрөҫ фекер йөрөтәмме?

Әлбиттә, дөрөҫ түгел. Ундай тәрбиә кешелек йәмғиәтен бер ваҡытта ла яҡшылыҡҡа алып килмәй. Сөнки әхлаҡи ҡиммәттәр уҡытыусылар тарафынан бөгөн уйлап сығарылмаған, ә кешелектең меңәр йылдар буйы уттар-һыуҙар кисеп, күҙ йәштәрен ағыҙып, ҡандарын ҡойоп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татый-татый йыйған рухи байлығы ул. Шуға бөтә булған аҡыл эйәләре һәм алдынғы ҡарашлы кешеләр әхлаҡһыҙлыҡтың ниндәй афәттәргә килтереүен бик яҡшы белгән. Һәм тормошобоҙ тыныс аҡһын, кешелек йәмғиәтендә фажиғәле ваҡиғалар булмаһын тип, тип әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға, быуындан быуынға ҡалдырырға тырышалар.

Мин тағы ла шуны өҫтәп әйтә алам: тәбиғәт үҙе кешеләрҙән әхлаҡи ҡиммәттәргә эйә булыуҙы талап итә – шул ваҡытта ғына кешелек тәбиғәт менән гармонияла йәшәй ала. Ә тәбиғәткә күҙ һалығыҙ әле – бөтә ерҙә лә сафлыҡ һәм ғәҙеллек бөркөлөп тора: һәр бер йән эйәһенең үҙ биләмәһе, һәр бер үҫемлектең үҙ урыны һәм емеше бар; һәр береһе тәбиғәттән үҙенә етерлек кенә ала – ҡомһоҙланмайҙар. Ялағайлыҡ, алдашыу, көнләшеү улар өсөн ят күренеш. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: урманда бейек булып үҫкән муйыл янында, ғәҙәттә, балан ағастарын йыш күрергә мөмкин. Улар, тәпәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ғорур рәүештә сәскә ата, үҙҙәренең ҡып-ҡыҙыл емештәрен бирә; бер ҙә муйыл ағасына оҡшайбыҙ тип, уға баш эйеп, юхаланып, муйыл емеше биреп ултырмай. Ғөмүмән, бөтә тереклек тулыһынса тәбиғәт законына буйһона.

Тәбиғәт кешеләрҙән дә ғәҙеллек һәм сафлыҡ талап итә. Сөнки кешеләр ҙә бит тәбиғәттең бер компоненты. Шуға улар дөйөм закондарға буйһоноп, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы менән гармонияла йәшәргә тейеш. әгәр инде тәбиғәттең ниндәйҙер бер компоненты шул закондарҙы үтәмәй икән, тәбиғәт үҙе үк уны төрлө юлдар менән “дауаларға” тырыша йәки бөтөнләй юҡҡа сығара. Был

күренеште мин “тәбиғәт иммунитеты” тип атайым. Белеүебеҙсә, иммунитеттың төп маҡсаты – тәндә барлыҡҡа килгән ниндәйҙер ауырыуға ҡаршы көрәшеү. Ул һәр үҫемлектә һәм һәр йән эйәһендә була. Ә үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһы – бөтәһе бергә бар тәбиғәтте барлыҡҡа килтерә. Шулай булғас, тәбиғәт үҙе бер ҙур тере организм. Уның да үҙ иммунитеты бар булып сыға, ә уның төп бурысы – тәбиғәттә барлыҡҡа килгән, уның эсендәге гармонияны боҙған ауырыуҙарҙы юҡ итеү.

Кешелек йәмғиәтендәге әхлаҡһыҙлыҡ тәбиғәттең тәнендә барлыҡҡа килгән “ауырыу” ул. Шуға тәбиғәт иммунитеты һәр ваҡыт шул бысраҡты юҡ итергә тырыша. Башта төрлө ауырыуҙар ебәреп һәм ҡурҡыныс катаклизмалар ярҙамында кешеләрҙе иҫкәртә. Мәҫәлән, ер тетрәүҙәр, цунамиҙар, йылғаларҙың ташыуы, көслө өйөрмәләр, ҡоролоҡ, СПИД… – былар барыһы ла тәбиғәт иммунитетының кешеләрҙәге әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы көрәшенең күренеше. Әгәр инде боҙоҡлоҡ кәмемәй, киреһенсә, көсәйә барһа, тәбиғәт боҙоҡ кешеләрҙән ҡотолоу һәм башҡаларын аҡылға ултыртыу өсөн уларҙы үҙ-ара һуғыштыра башлай.

Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш кешеләрҙе аҡылға ултырта… Һуғыштан һуң күңелдәрендә сафлыҡ, изгелек өҫкә ҡалҡып сыға һәм улар ғәҙеллеккә ынтыла башлай. Был күренеш ниндәйҙер кимәлдә елле-дауыллы һәм йәшенле ямғырҙан һуң яҡтырып, йәшәреп киткән тәбиғәтте хәтерләтеп тә ҡуя. Әлбиттә, был юлдарҙың дөрөҫ булыуын теләмәйем – миңә һуғыш кәрәкмәй. Ләкин тормошобоҙҙағы бик күп күренештәр уның дөрөҫлөгөн иҫбатлаған һымаҡ шул.

…Мәҫәлән, йыш ҡына оло быуын кешеләренең: “Элек, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, колхоз йыйылыштары, мәктәптәге педсоветтар, уҡытыусыларҙың август кәңәшмәләре бик шаулы үтә торғайны; нимәнелер тәнҡитләп, ғәҙеллек талап итеп, теләгән бер кеше ҡыйыу рәүештә үҙ фекерен әйтер ине”, – тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Иң ҡыҙығы: шул йыйылыштарҙа ултырған етәкселәр уларҙы бик иғтибар менән тыңлаған һәм ғәҙел ҡарарҙар сығарған! Белеүебеҙсә, ул ваҡытта бит эшсе, колхозсы, уҡытыусы, шулай уҡ төрлө кимәлдәге

етәкселәр булып яңы һуғыштан ҡайтҡан кешеләр эшләгән. Ә бөгөнгө йыйылыштар бөтөнләй икенсе төрлө үтә…

Ни өсөн мәҡәләмдә “әхлаҡлылыҡ” һүҙе менән “етәксе” һүҙен бергә ҡушып һөйләргә тырышам? Дөрөҫ, әхлаҡһыҙлыҡ ябай кешеләргә лә, ниндәйҙер вазифа биләгәндәргә лә бер үк кимәлдә инеп ояларға мөмкин. Ләкин улар араһында айырма бар. Ябай кеше әхлаҡи яҡтан боҙоҡ булһа, уның яуызлыҡ радиусы артыҡ ҙур булмай: ғаиләһенә, үҙенә, дуҫтарына, бергә эшләгән иптәштәренә проблемалар тыуҙырыуы ихтимал. Ә бына етәксе кеше әхлаҡи яҡтан боҙоҡ булһа – ҡурҡыныс. Сөнки уның ҡулы аҫтында йөҙәрләгән, меңәрләгән, хатта миллионлаған кеше эшләй. Уларға ла шул етәксенең ғәҙел булмаған бойороҡтарын, ҡушҡан эштәрен үтәп, әхлаҡһыҙлыҡ юлына баҫырға тура киләсәк. Бына был миллионлаған кешенең боҙоҡ юлдан барыуы, әлбиттә, тәбиғәттәге гармонияға кире тәьҫир итмәй ҡалмай.

Әгәр инде етәксе әхлаҡи яҡтан тәрбиәле булһа, ябай боҙоҡ кешенән йөҙ, хатта мең тапҡырға яҡшыраҡ, сөнки меңәрләгән кешеләр уның артынан эйәрәсәк.

Был мәҡәләне яҙып, нимә әйтергә уйлайым һуң?

Йыш ҡына тормошта йәки эштә булған ғәҙелһеҙлектәрҙе, төрлө бысраҡлыҡтарҙы күрһәк тә, өндәшмәй ҡалырға тырышабыҙ. Имеш, ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ бар, уларҙы кем ҡарар, киләсәктәрен кем ҡайғыртыр һ. б. Ләкин бөтәһе лә киреһенсә шул: беҙ бөгөн өндәшмәйбеҙ икән, балаларыбыҙҙың киләсәген бөтөнләй уйламайбыҙ. Сөнки бөгөн әхлаҡһыҙлыҡтың тамыр ебәреүенә юл ҡуябыҙ икән, иртәгәһе көндә буласаҡ фажиғәле ваҡиғаларға ыңғай шарттар тыуҙырабыҙ, тигән һүҙ. Йәш быуынды дары мискәһенә мендереп ултыртабыҙ. Ул ваҡытта инде атай-әсәйҙәрҙең балаларының киләсәге өсөн тип төҙөгән ике-өс ҡатлы йорттары, һатып алған машиналары бер нисә минут эсендә ер менән тигеҙләнергә, көлдәре күккә осорға мөмкин. Әгәр ысын мәғәнәһендә балаларыбыҙҙың киләсәген уйлаһаҡ, беренсе сиратта рухи

байлығыбыҙҙы – мәңгелек әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡларға һәм уларҙы йәш быуынға тапшырырға тейешбеҙ…

Тик бының өсөн бөгөнгө мәктәптәрҙә алып барылған тәрбиә эштәре генә етмәй. Ә кешелектең әхлаҡи ҡиммәттәре тормошобоҙҙоң һәр мөйөшөнән: заводтарҙан, фабрикаларҙан, урамдарҙан, магазиндарҙан, баҙарҙарҙан, шулай уҡ етәкселәрҙең кабинеттарынан да бөркөлөп тороуы кәрәк. Мәктәпте тамамлап сыҡҡан йәш кеше, нисек был тормошҡа яраҡлашайым икән, тип ҡайғырмаһын; киреһенсә, әхлаҡи ҡиммәттәргә эйә булыуына ғорурланып, үҙен һыуға ебәрелгән балыҡ һымаҡ тойһон.