Әҙәбиәт һәм ижад
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА
Әүермән (Повестың аҙағы)

...Бахтин Зияфанан иренең телефон һанын алып, үҙе шылтыратты. Юрист белемле, элекке ҡатыны менән улына ярҙам итә алыр, бәлки, тип уйланы тәфтишсе. Моғайын, балаһы яҙмышына битараф ҡалмаҫ.

Килдин икенсе көндө үк килеп етте. Бахтин аша эштең асылына төшөнгәс тә, ғаиләһе менән осрашыуға рөхсәт алды. Зияфа менән күрешеүҙәре ҡәҙимгесә генә булһа ла, улын күргәс, Килдиндың йөрәге алҡымына тығылды: “Ошо баланан мин баш тарттым. Нисек үҙ ғәйебемде юйырға? Был мөмкин түгел. Гонаһты юйып буламы ни? Айырыуса, үҙ ҡаның, балаң алдындағы гонаһты... Карьера, тинем, әллә ни эш ҡыйрата алманым. Өйләнһәм дә, Зияфанан яҡшыраҡты тапманым. Хәҙер мин нисек тә уларҙы ҡотҡарырға тейеш”.

— Элекке ҡатынымды һәм улымды үҙем яҡларға теләйем, — тип белдерҙе ул полковникка инеп. — Әле уларҙың эшен алып барған Хамовҡа ышанмайым. Уға тиҙерәк енәйәтсене табып, эште йәһәтерәк ябырға кәрәк. Ни өсөн эште Бахтиндан алдығыҙ?

— Мин һеҙҙең алда отчет бирергә йыйынмайым. Кемгә ниндәй эш тапшырырға үҙем беләм, — тип дорфа ғына өндәште полковник.

Килдин бәхәсләшеп торманы, үҙ тикшереүен башланы.

Ул арала Хамов эште судҡа тапшырып та ҡуйҙы. Быға тиклем ҡылынған енәйәттәр ҙә Ғәзиз Килдин иҫәбенә “теркәлде”. Юғарыға урындағы полицияның һөҙөмтәле һәм “яҡшы” эше хаҡында рапорт бирелде.

Шаһиттарҙың өсөһө лә “енәйәтсене” таныны, Рәйфә иһә уларҙың икәү — әсәле-уллы булыуын тәҡрарларға онотманы, шуға күрә әлеге йөҙ меңдең кәм тигәндә яртыһына дәғүә итте. Хамов тәүҙәрәк икеләнгән ике ҡатынға: “Әгәр хәтерегеҙҙе яңыртып, бөтә шик-шөбһәгеҙҙе онотһағыҙ, йөҙ мең өсөгөҙгә тигеҙ бүленәсәк”, — тип вәғәҙәләне. Ошо һөйләшеүҙән һуң шаһиттар икеләнеүҙе “онотто”. Уйлап ҡараһаң, улар бары кемдеңдер енәйәт яһалған урынға барып етмәҫ элек кире боролоп йүгереүен генә күргән. Уныһы ла икенсе көндө. Әммә хөкөмдар бында төп дәлил итеп бисара Ғәзиздең үҙ ғәйебен таныуын алға һөрҙө...

 

1995–2000 йылдар.

Кескәй Морат “бурҙар мәктәбе”нә килеп эләкте. Нисек хәйер һорашырға, үҙеңде йәлләтер, кешене ышандырыр өсөн ҡайһылайыраҡ ҡыланырға, транспортта нисек итеп һиҙҙермәй генә сумкаға, кеҫәгә төшөргә, тотола ҡалһаң, нишләргә — бөтә был уғрылыҡ “фәнен” өйрәнеү өсөн уның кесе йәштә булыуы бик ҡулай ине. Тал сыбығы кеүек кенә ине әле ул, ҡайҙа бөкһәң дә бөгөлә. Тамағы туйған, әсәһенең өҙлөкһөҙ эсеүенән, үҙен ҡағып-һуғыуынан ҡотолоп, иркен тын алған малай “фән”де тиҙ үҙләштерҙе. Бандиттарҙың кеше талау сәхнәләрендә шундай килештереп уйнай ине Алик-Морат, ысын актер тип торорһоң. Тик бер генә мәртәбә унда үҙҙәре талаған ҡатынға ҡарата йәлләү кеүек хис тыуҙы.

Автобусҡа инеүселәр араһынан улар ҡорбанды алдан уҡ билдәләй. Ғәҙәттә, аҡсалы кеше бүтәндәрҙән айырылып тора. Кейеме менән түгел, әлбиттә. Бай, ҡупшы кейенгәндәр, киреһенсә, үҙҙәре менән ҙур аҡса алып йөрөмәй. Бында кешенең кәйефендә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә үҙгәреш күрә белергә кәрәк. Янында ҙурыраҡ төшөм йөрөтөүсе яңы йыл табынында шампан шарабы күтәргән әҙәмде хәтерләтә. Еңелсә ҡыҙмаса һымағыраҡ хәлдә була ул. Унан инде ҡорбандың йәшенә, енесенә ҡарап, репертуарҙағы спектаклде һайларға ғына ҡала.

Был юлы автобусҡа ултырыусы урта йәштәрҙәге ҡатын ине. Ябай тунда, башында — дебет шәл. Буш урын булмау сәбәпле, ул аулағыраҡ урынға барып баҫты. Өс юлбаҫар һиҙҙермәй генә, ҡәҙимге пассажирҙар сүрәтендә, уны уратты. Араларында бер ҡыҙ ҙа бар. Морат буласаҡ ҡорбан эргәһендә “эләгеп”, йығылып китте. Уй ҙа уй килеп, тора алмай ятҡан кеше булды. Берәү урынынан ҡуҙғалманы һәм “бәләгә ҡалған” малайға ярҙамға ашыҡманы. Әлеге ҡатын ғына Моратҡа ташланды:

— Балаҡай, ни булды? Берәй ерең ауырттымы?

Бер ҡатлы, шәфҡәтсел ҡатынҡай малайға аяғына баҫырға булышҡан арала ике бандит уның сумкаһынан ҙур ғына аҡса муҡсайын сәлдереп тә өлгөрҙө. Йығылған малайҙы йәлләп, тик бер миҙгелгә генә ҡулындағы әйберен онотоп киткәнен, ике әҙәмдең ул арала сумкаһын янбаштары менән ҡыҫып алыуын ҡапыл аңланы ла аңлауға, тик һуң ине инде. Табышты бурҙарҙың береһе һиҙҙермәй генә кәсептәш ҡыҙға тоттороп өлгөргәйне, ә тегеһе ул арала автобустан һикереп төшөп тә ҡалды. Аҡсалы муҡсай иһә уның менән бергә төшкән үҫмерҙең ҡулына күсте. Күҙ асып йомған арала булған был хәлде бер кем күреп тә, аңлап та өлгөрмәне. Төп талаусылар ҡымшанмай ҙа тып-тыныс ҡалдылар.

—       Аҡсамды! Аҡсамды алдылар! — Ҡатын тәүҙә теге икәүгә барып йәбеште. — Бирегеҙ аҡсамды!

—       Ханым, һеҙ нимә?! Иҫәрләнеп бараһығыҙмы әллә? Ниндәй аҡса таптыраһығыҙ беҙҙән? — Береһе йөҙөнә аптырау ҡатыш асыу сығарып өндәште.

—       Тентегеҙ һуң, улай бәлә һалып ҡысҡырғансы, — тип тыныс ҡына өндәште икенсеһе.

Ысынлап та аҡылынан шашыр сиккә еткән бисара бурҙарҙың кеҫәләрен ҡапшай башланы. Әммә ҡулына үҙенең көшөлөгөнә оҡшаған әйбер һуғылманы. Ахырҙа, ҡатын пассажирҙарға, кондукторға, водителгә ялбарып ҡараны:

— Зинһар, ярҙам итегеҙ!

Уның аһ-зарына берәү ҡолаҡ һалманы. Меҫкен зыян күреүсе, ҡапыл ниҙер хәтерләп, ҡарашы менән үҙе иҙәндән торорға булышҡан малайҙы эҙләне, әммә унан елдәр иҫкәйне. “Теге бала юрый ҡолаған, ә мин, аңра, уға ярҙам итәм”, — тип әсенеп уйланы ҡатынҡай. Әлбиттә, милиция уға “ярҙам итә алманы”. Береһе хатта мыҫҡыллы йылмайып: «Ә ул тиклем аҡса бар инеме һуң һеҙҙә? Булһа, ҡайҙан килгән?” — тип кәмһетте, таланыусының өҫ-башын күҙҙән үткәреп.

Табыш, ысынлап та, ҙур ине. Мал-тыуарын, йортон һатып, ҡала ситендә бер бүлмәле булһа ла фатир алырға килеүсенең барлы-юҡлы монаяты күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты. Ә бурҙар ул көндө “геү” килеп байрам итте. Мораттың алдына һәр төрлө тәмлекәстәр ҡуйылды. Ә малайҙың күҙ алдынан үҙенә ярҙамға ташланған апайҙың ҡарашы китмәне: шундай яғымлы, йәлләп ҡарай ине ул күҙҙәр. Тамағына ла аш барманы, өлкәндәрсә ауыр уйға батып, ултырҙы ла ултырҙы Морат. Күҙҙәренә ҡарамаҫҡа кәрәк булған, уны бит шулай өйрәтәләр: бер ҡасан да ҡорбандың күҙенә ҡарамаҫҡа. Хәйер һорашҡанда инде, киреһенсә, илағың килмәһә лә, йәшеңде һығып сығараһың, эргәңдән үтеүселәргә мөлдөрәп ҡарайһың. Улар һиндә сараһыҙҙың көнөнән урам сатына баҫыусы һәйбәт малайҙы күрергә тейеш. Көҙгө һалҡын быҫҡаҡ ямғырҙа ла, ҡышҡы сатлама һыуыҡта ла, өшәнес елдәре менән үҙәккә үткән мыжыҡ яҙҙа ла, эҫе ҡояш нурҙарын мейегә энәләй батырған йәйҙә лә теләнселәп тороуға ҡарағанда “театр уйнау”, хәүефле булһа ла, күңеллерәк, әлбиттә. Тик бына бөгөн...

Тәүге йылдары Морат әсәһен һағынды. Барыбер был донъяла иң яҡын кешеһе — ул, үҙ балаһын башҡа һыймаҫ хәсрәт-ғазапҡа дусар иткән әсәһе ине. Һәр хәлдә Морат шулай уйлай. Уға һигеҙ-туғыҙ йәштәр булғандыр, бер көндө ул хәйер һорашырға элек йәшәгән йортона яҡыныраҡ урынды һайланы. Үҙен даими күҙәтеү аҫтында тотоуҙарын белә ине ул, шулай ҙа, хис-тойғоһона баш була алмай, таныш подъезға йомолдо. Икенсе ҡатҡа күтәрелде. Ишек эстән элеүһеҙ. Малай һаҡ ҡына баҫып, эскә үтте. Уҡшытҡыс һаҫыҡ еҫ, алдағы билдәһеҙлек тә туҡтатманы уны. Әсәһенә усына йомарлаған йөҙлөктө генә тотторор ҙа кире боролор.

Өйҙә ытырғаныс күренеш. Иҙәндә бер нисә иҫерек аунай, сәсе-башы тумарҙай туҙғыған әсәһе стенаға һөйәлеп ултырған да йыр һуҙып маташа. Ҡапыл ул Моратты күреп ҡалды. Таныны.

— Аһ, эттән тыуған нәмәкәй! Ашап-эсергә ҡайттыңмы, оңҡот! Кисә сығып киткәйнең, бөгөн саҡ килә ята, бәлә! Ҡайҙа йөрөнөң һәптәндәп?!

Әсәһенең әсе сәрелдәүенән өркөп, малай тышҡа атлыҡты. Хатта ваҡыт иҫәбен дә юйған ине эскесе бисә. Өс-дүрт йыл элек сығып китеп ғәйеп булған улын кисә генә юғалған тип һандырай.

—               Туҡта! Туҡта, тием, һиңә! — Мәүүә урынынан торорға ынтылып ҡараны ла, булдыра алмағас, кире лыпын ултырҙы.

Ишектән атылып килеп сыҡҡан Морат күҙәтеүсегә бәрелде. Тегеһе малайҙы елтерәтеп тотоп алды.

—               Бында нишләп йөрөйһөң, Алик?! Ниңә эш урыныңды ташлап ҡастың ?!

—             Мин ҡасманым. Унда минең әсәйем...

—            Мине ошонда көт, китмә бер ҡайҙа ла! — Күҙәтеүсе Моратҡа ҡаты ғына бойорҙо ла фатирға инеп китте.

Мәүүә тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ишеккә ыңғайлай ине.

—            Ҡайҙа теге мөртәт?! Мине, әсәһен, аҫрарға тейеш, ә ул ҡасып йөрөй. Алиментҡа бирәм эт балаһын!

Күҙәтеүсе иҙәндә аунашҡан иҫеректәрҙе төрткөсләп сығарып ебәрҙе.

—            Туҡта, һин кем бында хужа булырға, ә?! — Бисә иргә ябырылды.

—            Хәҙер ашарға ла, эсергә лә алып киләм.

—     Эсергә бөтә лә ҡуя, күберәк ал. – Морат-Алик күҙәтеүсене көтөп тора ине.

—            Дә-ә-ә... Тамам алйыған бит әсәйең. Күптән эсәме?

—                 Мин иҫ белгәне бирле. — Мораттың тамағына төйөр тығылды. — Мин уның хәлен белергә индем, ә ул... Ә ул... — Малай сикәләре буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен усы менән һыпырҙы.

—            Мине тыңла. Һинең бында килеп йөрөүеңде Хужаға ла, бер кемгә лә әйтмәйем, юғиһә һиңә бик насар булыуы ихтимал. Башҡаса әсәйең эргәһенә барма, ул барыбер һине яратмай. Берәй бәләгә ҡалырһың. Һине йәлләйем, — күҙәтеүсе малайҙың башынан һыйпап алды. — Аңланыңмы?

—            Аң-аң-аңланым...

— Аңлаһаң, йүгер эш урыныңа!

Ә бер нисә айҙан сос әҙәм Мәүүә менән Мораттың фатирын үҙ исеменә күсереп, ҡатынды психик сирлеләр дауаханаһына оҙатты. Бер нигә лә бәйләнерлек түгел ине, ул бөтәһен дә закон буйынса, таҙа эшләне. Тәүҙә бикләп тотоп, ҡатынды айыҡтырып алды, ашатты-эсерҙе. Икәүләп өйҙө таҙалап, йүнәттеләр. Унан өйләнештеләр, фатирҙы ир үҙ исеменә хосусилаштырҙы, ай самаһы үткәс, Мәүүәне күҙенә йәшел шайтандар күренгәнсе эсерҙе лә дауаханаға шылтыратты. Фатирҙы һатҡан саҡта бәлиғ булмаған Мораттың исеме ишетелә биреп ҡуйҙы, әммә өс-дүрт йыл элек юғалған малайҙы күршеләр шаһитлығында “яҡты донъяла юҡ” тип танынылар. Шул ғына.

 

2013 йыл.

...Төнгө ҡала ауыр ботинкалар тауышынан дөп-дөп яңғырап тора кеүек. Әллә тотош ҡаланы оло хәүеф һәм ҡурҡыу хәлендә тотҡан йыртҡыстың үҙ йөрәге шулай ҡағамы? Ул бит үҙенә һунарға сыҡҡандарын белә, уға ла ҡурҡыу тойғоһо ят түгел. Ҡылған енәйәттәрен бүтән берәүгә япһарып ҡуйҙылар ҙа бит, тик был ғына уны хәҙер алдына ҡуйған юғары маҡсатынан кире күндерә буламы? Ҡатын-ҡыҙ был ергә гонаһ ҡылыр һәм ирҙәрҙе аҙҙырыр өсөн генә ебәрелгән, тимәк, уларҙың йәшәргә лә хаҡы юҡ. Айырыуса, уның әсәһенә оҡшағандарының ғәйебе оло. Ул енәйәт эшләмәй. Киреһенсә, ерҙе әшәке йән эйәләренән таҙартып, игелек ҡыла. Бөтә донъяла тик ирҙәр ҡалһа, йәшәүе ҡайһылай еңел булыр ине. Юҡҡа ғына боронғо ғәрәптәр донъяға килгән бер ҡыҙҙы ҡомға күмеп тормаған. Улар бисә халҡының асылын аңлай белгән. Уның кеүек.

Йыртҡыс һиҙгер һәм аяуһыҙ: ҡорбандарын иң аулаҡ урында ҡулға төшөрә. Ҡайҙандыр ҡунаҡтан ҡайтып килгән бисә менән дә шулай булды. Ул бисә йыртҡыстың үҙ әсәһенә шул тиклем оҡшаған ине.

— Һин ҡанһыҙ! Мин һине күралмайым! — Бысағын һелтәгән һайын йыртҡыс бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай. — Һин ғәйепле барыһына ла!

Иртәгәһенә ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен дәрескә ашығыусы студенттар табып алды.

Әсәле-уллы Килдиндар был мәлдә язаға тарттырылғандар ине инде. Зияфа ете йылға хөкөм ителде, ә Ғәзизде иҫәрҙәр йортона ябып ҡуйҙылар.

—        Полковник! Мин әүермән буйынса эште ҡайтанан ҡуҙғатырға рөхсәт биреүегеҙҙе үтенәм! Енәйәтсе һаман иректә, әле әллә күпме ҡорбандар булыр, ә ғәйепһеҙ кешеләр ҡаты язаға тарттырылды! — Бахтин бик ярһыған ине, түрә менән тейешле субординация һаҡлап торманы.

—            Ғәйеплеләр үҙ язаһын алды, ә яңы енәйәт атҡарылған икән — тимәк, яңы енәйәтсене эҙләргә кәрәк! — Полковниктың тауышы ҡоро яңғыраны.

—            Ә һеҙ беләһегеҙме, полковник әфәнде, ҡорбандар бер үк бысаҡтан һәләк булғанын?! Һәм яза эҙҙәре лә бер иш, берҙәй көс ҡулланылған, бер урынға ҡаҙалған...

Полковник өнһөҙ ҡалды. Быныһы инде эште яңынан ҡуҙғатыуға етди дәлил ине.

—            Тәҡдимең, капитан!

—     Миңә ҡайтарығыҙ был эште. Был юлы мин талап итәм!

Фәтих Килдин, Зияфаны ултыртып, ә улын “һары йортҡа” бикләп ҡуйғастары, тән йоҡоларын юғалтты. Элекке ғаиләһе алдында үҙен сикһеҙ ғәйепле тойоу өҫтөнә унда һуңлап, бик һуңлап атайлыҡ тойғоһо ҡабынғайны. Улын беренсе тапҡыр яҡындан күреү ирҙең күңелен төбө-тамырынан аҡтарып ташлағандай булды. Зияфа менән Ғәзиздә “енәйәтселәрҙе” таныған Рәйфәне эҙләп тапты. Апаруҡ ҡырын тейәп алған бисә яҙмышына, полицияның да үҙен алдауына зарланды.

—              Һеҙ бит берәүҙе лә күрмәгәнһегеҙ ул кистә, ни өсөн алдаштығыҙ? — тип төпсөндө Фәтих.

— Күрмәгән ҡайҙа, күрҙем! Ул теге эшем эйәһе бисә менән улы ине! — тип ҡырталашты Рәйфә.

—              Күрмәгәнһегеҙ. Һәм мин быны иҫбат итәм. Ул саҡта һеҙҙе хөкөмгә тарттырасаҡтар. Ә аҡсаға өмөт итмәгеҙ...

Тырышып эҙләй торғас, Фәтихкә шул мәғлүм булды: фажиғә көнө Рәйфә, ғөмүмән, ҡалала булмаған, төпкөл ауылдарҙың береһендә йәшәгән туғандарына киткән. Бына һиңә мә! Был бик тә ҡиммәтле дәлил ине. Килдин бөтә һөйләшеүҙәрҙе, асыҡланған һәр нәмәне теркәп, диктофонға яҙҙырып барҙы, Бахтинға еткерә торҙо. Ләкин берҙән-бер көн Фәтих Килдин үҙе юҡҡа сыҡты. Әйберҙәре ҡунаҡханала тороп ҡалған, үҙе иһә күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды. Телефоны ла яуап бирмәй. Бахтин ни уйларға ла белмәне. Ғаиләһенең өй телефонын табып, шылтыратып ҡарағайны, сәрелдәк бисә тауышы:

—              Ул ни ҡасандан бирле элекке бисәһендә ята, — тип яуап бирҙе.

Бахтин көнсөл ҡатынға ни ҙә булһа аңлатып маташманы, әгәр ҡайтып инһә, миңә хәбәр итһен, тиеү менән сикләнде.

Ул арала Бахтиндың машинаһының быялаларын көл итеп онтап киттеләр. “Ҡорос атын” яҡындағы оҫтаханаға алып барып ҡуйҙы ла, тәфтишсе эшкә автобуста китте. Ингәс тә ул артҡы рәттәрҙең береһендә ултырған егеткә иғтибар иткәйне. Һонтор буйлы икәнлеге күренеп тора, ҡырлас танаулы. Кеше күп булыу сәбәпле баҫып торған Бахтин һиҙҙермәй генә әлеге егетте күҙәтә башланы. Бына егет эргәһендә генә, терәлеп тиерлек баҫҡан йәш ҡатынға урын биргән кеше булып торҙо ла, шул ыңғайы уның сумкаһынан ниҙер алып өлгөрҙө, унан сығыр яҡҡа йүнәлде.

Уның артынса Бахтин да ишеккә ынтылды. Егет инде автобустан һикерҙем тигәндә, тегенең ҡулдарынан матҡып тотоп алды ла водителгә ишектәрҙе ябырға ҡушты. Автобуста ығы-зығы ҡупты.

—             Сумкағыҙҙы ҡарағыҙ, — тине Бахтин ҡатынға.

—             Уй! Аҡсам юҡ, талағандар! — Ҡатын сеңләп илап ебәрҙе.

—             Аҡсағыҙҙы кире алырһығыҙ, әйҙәгеҙ, минең менән...

Бур Бахтиндан ысҡынырға маташып ҡараны, әммә кесе йәштән спорт менән шөғөлләнгән капитандың ҡыпһыуырҙай ҡулдары уға ҡойроҡто һыртҡа һалырға ирек бирмәне.

Полицияға килгәс, акт төҙөлдө, ҡатындың көшөлөгө ҡайтарып бирелде һәм кеҫә ҡарағын ябып та ҡуйҙылар.

—               Яңылышлыҡ булды, эш хаҡы бирмәгәстәре, тәү тапҡыр урлаштым һәм тотолдом, — тип үҙен йәлләтергә тырышты ҡараҡ. — Башҡа бер ҡасан да улайтмам, зинһар, ебәрегеҙ мине!.. Балам, ҡатыным ас ултыра...

Бахтинға бурҙың кемлеген асыҡларға кәрәк ине, тегеһенең бер генә документы ла булмай сыҡты. Адресын да төрлөсә бутап маташты, ахырҙа, берәҙәк мин, урамда йәшәйем, тип ҡаңғыртты. Өҫ-башы берәҙәккә оҡшамағайны, кеҫә талауының да тәү тапҡыр түгеллеге күренеп тора. Нисек сос ҡыланды ул автобуста, берәү һиҙмәне. Бәлки, бүтән ваҡытта Бахтин да уға иғтибар итмәгән булыр ине, тик әлеге бик һирәк әҙәмдәрҙә осрай торған ике метрлыҡ һонтор кәүҙә... Башҡаларҙан буй-һыны менән ныҡ айырылып торған көйөнсә уғрылыҡ ҡылыуға баҙнат иткән икән, моғайын, ул үҙенең тотолмаҫына ышанған әҙәм. Ә бит, ысынлап та, һис кем һиҙмәне.

Уғры атаған исем-фамилияны йөрөткән кеше бер урында ла теркәлмәгән.

—       Ысын исемең кем? — тине сираттағы һорау алыуҙа Бахтин.   – Дөрөҫөн әйтмәһәң, үҙеңә үпкәлә. Сөнки һин урлашыуҙа ғына түгел, сериялы үлтереүҙә ғәйепләнәһең.

—             Нин... ниндәй үлтереүҙә? — Бурҙың йөҙө үҙгәрҙе, теле тотлоҡто.

—            Күпләп кеше үлтереүҙә, һинең намыҫыңда тиҫтәләгән ҡорбан.

—            Юҡ, мин бер ҡасан бер кемде үлтермәнем! Һеҙҙең мине ғәйепләргә бер дәлилегеҙ ҙә юҡ!

—            Бар. Өҫтәүенә, шаһиттар ҙа бар. Бына һинең улар күрһәтеүе буйынса яһалған фотороботың. — Бахтин компьютер экранына күрһәтте.

Ҡараҡ тамам бөршәйҙе.

—            Һеҙ ниндәй шаһит тураһында әйтәһегеҙ? Улар нимә күргән?

—             Мин уларҙы төштән һуң саҡырам. Ә хәҙер һин бөтәһен дә асыҡтан-асыҡ һөйләйһең. Хөкөм ҡарары сығарғанда был иҫәпкә алынасаҡ.

—            Һеҙ миңә нахаҡ тағырға теләйһегеҙ. Эйе, мин — бур, кеҫә буры. Тик үлтереүсе түгел.

—            Ярай. Әйт улайһа, 25 июль кис ҡайҙа булдың?

—            Иптәш... Гражданин капитан, ул көнгә хәтһеҙ заман үткән бит, ҡайҙан хәтерләргә тейеш мин?!

—                Хәтерләргә тейешһең. Хәтерләмәһәң, үҙең өсөн. Иҫеңә төшөрәм, ул кис көслө ямғыр яуҙы. Бик ҡыйын булһа ла, хәтереңде яңыртырға тура килер.

—        Ә-ә-ә... Беләм мин ул хәтерләтеү ысулдарығыҙҙы. Ҡылмағанды ҡылдым тиерһең...

—            Уйларға бер сәғәт, — Бахтин дежур полицейскийға боролдо.

—       Алып сығығыҙ!

Камерала Алик-Морат тәрән уйға ҡалды. Быларға бөтәһен дә асып һалыр ине, башынан һыйпамаясаҡтар. Бурҙарҙың үҙ хөкөмө үҙ ҡулында. Ултыртһа, ултыртһындар, башҡаларҙың исемен дә, йәшәгән урынын да атарға ярамай. Ә кеше үлтереүҙә ғәйепләп, оҙайлы срокка ябып ҡуйһалар? Йәки ғүмерлеккә... Иң ҡулайы — өлөшләтә ялған һәм осмот дөрөҫлөк, тигән фекергә килде ул уйлана торғас. Һорау алыуға ҡабат саҡырғастары, икеләнеп-нитеп торманы:

—             Бөтәһен дә һөйләйем, — тип белдерҙе. Бахтин һиҙҙермәй генә диктофон ҡабыҙҙы.

—     Мин атайымды хәтерләмәйем. Булғанмы ул, юҡмы. Иҫ белә башлағанда әсәйем бик ныҡ эсә ине. Өйҙә бер ваҡытта ла үҙәк ялғарлыҡ та ризыҡ булманы. Өс-дүрт йәштән хәйер һораша башланым. Хәйергә төшкән аҡсаны ла әсәй тартып ала торғайны. Эсеренә бөтһә, мине урамға теләнселәргә ҡыуа. Хәйер, быларҙың һеҙгә ҡыҙығы юҡтыр. Ҡыҫҡаһы, бер көн мин өйҙән ҡастым. Йорт подвалдарында ҡунып йөрөнөм. Унда бик һыуыҡ түгел, һине ҡыйнаусы ла юҡ. Тора-бара урлаша башланым, сөнки, күрәһегеҙ, минең кәүҙә менән хәйергә өмөт итеүе еңел түгел. Бына шул.

Әлбиттә, Морат үҙенең аяҡһыҙ ғәрип сүрәтенә инеп теләнселәүен йәшерҙе. Ул саҡта уны оҙатып йөрөүсе ҡыҙҙы еңел табырҙар ине.

Ә Бахтин һиҙә: бик мөһим нәмәләрҙе йәшерә ҡараҡ, кескәй малайға бер үҙенә урамда иҫән ҡалыу һәм әле алда ултырған баһадир уҡ булмаһа ла ярайһы көслө, оҙон буйға етеү, ай-һай...

—            Ә шайка?

—            Ниндәй шайка?

—       Һин бит яңғыҙ ғына урлашып йәшәмәгәнһең. Өҫтөң ҡараулы. Тимәк, подвалда көн күреүең дә бик икеле.

—         Ә мин көнлөккә ялланып эшләп та алам. Йөк ташыусы, урам һепереүсе булып.

—                            Элек йәшәгән урының?

Был юлы Алик-Морат йәшереп торманы. Әммә ул әйткән адрес буйынса бөтөнләй икенсе кешеләр йәшәй булып сыҡты. Мораттың әсәһенә өйләнгән булып, фатирға хужа булып алған бәндә күптән уны һатып ебәргәйне инде. Күрше-тирәлә йәшәүсе олораҡтар, ысынлап та, бында ҡасандыр бәләкәс улы менән эскесе ҡатын йәшәүе, берҙән-бер көн малайҙың юҡҡа сығыуы хаҡында һөйләнеләр. Йәнә шул: теге яуынлы кистә егет ҡаланың бөтөнләй икенсе районында йәшелсә базаһында бил бөккән, имеш. Шаһиттары ла етерлек табылды. Асылда, шайкала кемгә лә булһа алиби булдырыр өсөн, ваҡыт-ваҡыт берәй урында күмәкләп эшләп алыу ғәҙәти күренеш ине. Моратҡа килгәндә, ул кистә ысындан да базала йәшелсә ташыны. Ул “хеҙмәттәштәре” менән инкассатор машинаһына һөжүм итеүсе төркөмгә алиби булдырҙы. Баҡтиһәң, үҙен дә ҡотҡарған, имеш.

Шулай ҙа Бахтин ҡулға алыныусыны ике шаһит ҡатын менән күҙләштерҙе. Вәғәҙә ителгән утыҙар мең һумды алыуҙан ваз кискән шаһиттар:

—                            Шул! Үҙе! Теге мәл яңылышҡанбыҙ, бына ошо кешене тап иттек енәйәттең икенсе көнөндә, — тип бер тауыштан белдерҙе.

— Ни өсөн боролоп кире йүгерҙегеҙ? — тип ҡапыл ғына һораны Мораттан Бахтин.

—                            Халыҡ тигенгә күп йыйылмағандыр, тип уйланым да... Етмәһә, полиция шунда уралана ине. Нимәгә миңә артыҡ күҙгә салыныу.

Ҡаланан бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа ҡушылып, Морат ваҡытлыса иреккә ебәрелде. Уның артынан күҙәтеү булдырылды. Теүәл бер аҙна тигәндә, полиция бурҙар төркөмөнөң эҙенә төшөп, күбеһен ҡулға алды. Бер нисәүһе генә ҡасып ҡотолдо. Шулай итеп, әүермәнде эҙләү дәүерендә кеше талаусы шайка хөкөм алдына баҫты. Үлтереүсене аулау эше йәнә көрсөккә килеп терәлде.

 

1990–1991 йылдар.

Камил, Ғәййәрҙең тәүге бисәһенән ҡалған улы, тамам ынйытты Риманы. Ире алдында яҡшатланып, һуңғы ваҡытта асыҡтан-асыҡ ҡул күтәрмәһә лә, абышҡаһы берәй ары юлланыу менән йоҙроҡтай ғына сабыйға көн күрһәтмәне яһил. Тегеһе ни, теле лә йүнләп асылмағас, балалығына ла барып, буҫығып илай-илай ҙа, атаһы әйләнеп ҡайтҡансы, рәнйеүен онота. Етмәһә, бисәкәй хәйләкәр ҙә булып сыҡты: ире ҡайтыр алдынан ғына малайҙы йә тәтәй, йә тәм-том менән әүрәтә. Балаһының: “Мына тәт-тәт, мәмәй, әннә билде”, — тип тәтелдәүенән Ғәййәр майҙай ирей ҙә китә, Риманың, ниһайәт, аҡылға килеүенә, улын үҙ итә башлауына ҡыуана. Бала өҫтөнә тағы ниндәй ҡатын тапмаҡ кәрәк? Берәү ҙә сит сабыйҙы яратырға тормай. Шулай үҙен йыуата ир. Өҫтәүенә, һуңғы осорҙа Ғәййәр ныҡ ҡына төшөргөләй ҙә башланы. Бығаса ла бигүк айныҡ түгел ине лә, әммә тора-бара эсмәгән көндәре һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Йәшләй генә вафат булған тәүге ҡатыны алдында үҙен сикһеҙ ғәйепле тоя ине ул. Бик рәнйетте ул улының әсәһен, йәшләй яратып алғанын, ай, рәнйетте-е-е... Ауыҙ асып, ҡаршы өндәшмәҫ ине, бахырың. Үҙен ҡан ҡаҡшатҡан бәндәгә лә ҡаршылаша белмәне кәләше, әллә оҙаҡ йәшәмәҫен һиҙенде, хәшәрәт һүҙҙәр менән кәмһетһә лә, йоҙороҡ күтәрһә лә, башын баҫып, шым ғына илар-илар ҙа бөтөр ине. Күрше-күләнгә сығып, йәүкә һалып, зарланып та йөрөмәне, иренең асыҡтан-асыҡ бүтәндәр менән типтереүенә лә өндәшмәне. Шуға үкенә хәҙер Ғәййәр, ҡәҙерен белмәгән тәүге ҡатынының. Быныһы ла улай уҡ баш күтәреп, яр һалып бармай инде былай, әммә ирҙе ундағы ҡылансыҡлыҡ, яһалмалылыҡ һағайта. Һүҙен һүҙ итә лә белә, хас та юха йылан, уңыңа сыға, һулыңа, муйыныңа һарыла, йөҙ сүрәткә инә, барыбер үҙенекен итә. Үҙе артынан үҙе ҡорота белә инде.

«Ир балаһын ир һөймәй» тигәндәре әллә ни хаҡ түгел икән. Хәҙер Ғәййәр шундай фекерҙә. Римаһының улын һис ят күрмәне баштан уҡ, әллә үҙенең улы барлығын иҫтә тотопмо... Рузил тәү көндән тиерлек, атай, тип һырығып бара. Айыҡ мәлендә, әлбиттә. Ир иҫереп ҡайтһа, малайҙарҙың икеһе лә шып-шым мөйөшкә боҫа ла, ситтән генә аталарын ҡурҡып күҙәтә. Сөнки ҡырын тейәп алған Ғәййәрҙең холҡо эт ашағыһыҙ. Римаһы ла абышҡаһына ярарға тырышып, һарауһыҙ ҡылана. Утығып, донъяның әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татып иргә сыҡҡан бисә нисек тә ҡуштан булырға, ошонда нығынырға ынтыла. Теге көндәге ыҙғыштан һуң Камил өсөн тауыш ҡупҡаны юҡ былай.

Рузил быйыл мәктәпкә барырға йыйына. Әсәһе, улын эйәртеп, баҙарға сыҡты, уҡыу кәрәк-яраҡтары алды. Малайға бигерәген дә буяу ҡәләмдәре оҡшаны. Камил ағаһының әйберҙәренә күҙе ҡыҙып ҡарап торҙо. Рима үгәй улына күңел өсөн булһа ла бер ни ҙә алмағайны.

— Әсәй, Камилға ла буяуҙар менән альбом алайыҡ, — тип инәлде Рузил. — Уның да рәсем төшөргөһө килә бит.

Рима улының мыжыуын ишетмәмешкә һалышты. Ҡолағы ярпайған Камил ҡурҡып ҡына үгәй әсәһенең ни әйтерен көттө. Бала аҡылы менән ул ҡатындың үҙенә икенсе төрлөрәк мөнәсәбәттә булыуын һиҙенә, тик ағаһы менән үҙе араһында ниндәй айырма барлығын аңлай алмай. Малайҙың бик тә рәсем яһағыһы килә, күрше малайҙарҙың өйөндәге төҫлө китаптарға, һәр төрлө уйынсыҡтарға ҡыҙығып ҡарай, әммә был хаҡта өндәшергә ҡурҡа. Хәйер, йүнләп һөйләшә белмәгән кескәй бала үҙенсә шулай уйлай, асылда, теле менән фекерен йә ниндәй ҙә булһа теләген бүтәндәргә барыбер еткерә алмаҫ ине. Еткерһә лә, Рима, үҙендә үгәй әсәнең бөтә кире һыҙаттарын туплаған бисәкәй, уға ҡолаҡ та һалмаҫ ине. Унан, үҙҙәре лә уҡырға яратмаған ир менән ҡатын балалары өсөн китап һатып алыуҙы бушҡа аҡса туҙҙырыу тип ҡабул итәләр.

— Һиңә буяу ҡәләмдәре нимәгә кәрәк?! — тип екерҙе Рима, Камилға аҡырайып ҡарап, тегеһе бер ни өндәшмәһә лә. — Тәүҙә уҡырға төш, күҙ көйөгө.

Үҙе эстән генә: “Уғаса дөмөкһәң, шәберәк булыр ине”, — тип мығырҙаны.

Рузил буяуҙарының бер нисәүһен ҡустыһына тотторҙо: мә, һин дә һүрәт төшөр... Римаға был хәл оҡшамаһа ла, ни ҙә булһа өндәшергә өлгөрмәне, ире ҡайтып инде.

—        Бына, улдарыбыҙға фломастер алдым әле, — тип йылманланы йылан аяғы киҫкән бисә.

Өлкәндәр гел генә шулай алдашамы икән? Әсәһе ни өсөн атаһы алдында бер башҡа, ә ул өйҙә юҡта икенсе төрлө ҡылана? Рузил әсәһен бик ярата, әммә ғәзиз кешеһенең ҡылыҡтарын аңлай алмай яфалана.

Бер көндө ишек алдында сай-сой иткән тауышҡа сыҡһалар, ҡайҙандыр бәләкәй генә, йомроҡай ғына көсөк килеп ингән. Эйәһе аҙаштырып ҡалдырғанмы, әллә үҙе аҙашып килеп сыҡҡанмы – кем белә инде.

—      Эй-й-й, бәпәй! — Камил йүгереп барып көсөктө күтәреп алды. Көсөк малайҙың ҡулдарын, битен яларға кереште. Үгәй улының ҡыуанысын күреп, асыуҙан ҡара янған бисә, ире алдында ташып барған нәфрәтен күрһәтмәҫ өсөн, уртын сәйнәй-сәйнәй кире инеп китте. Малайҙар шатлыҡтарынан көсөк тирәләй сәпәкәйләп һикерәндәргә керештеләр. Улар икеһе лә сикһеҙ бәхетле ине был мәлдә.

Ишек алдына үҙ белдеге менән килеп ингән эт-бесәйҙе ҡыуырға ярамай, ти торғайны Ғәййәрҙең әсәһе. Малайҙарға бер йыуаныс булыр, әйҙә, ҡалһын, тип уйланы ир.

Ә бисә күңелендә хәсислек яралды. Ул абышҡаһының сығып китеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Һыуынған сәйен яҙа-йоҙа һемереп, тегеһе эшкә юлланыуы булды, Рима юҡ йомошто бар итеп, үҙ улын күрше урамдағы кибеткә ебәрҙе. Унан ҙур тасҡа тултырғансы һыу ҡойҙо ла Камилды саҡырҙы. Малай ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына атлап, тас эргәһенә килде. Ниндәйҙер ҡурҡыныс булырын һиҙгән кескәй йөрәге дарһылдап тибә башланы.

—       Бына, ҡарап тор! Бер заман һиңә лә шул буласаҡ, ҡыутомшоҡ! — Рима, йыуан бармаҡтары менән көсөктөң елкәһенән батыра тотоп, томшоғон һыуға тыҡты. Меҫкен мәхлүк тыпырсынырға кереште, бисәнең ҙур, ибәтәйһеҙ ҡулдарынан йәнтәслим ысҡынырға маташты.

—            Әннә-ә-! Бәпә-ә-әй! — Камил үҙәк өҙгөс тауыш менән илап ебәрҙе.

—            Ҡара, ҡара, ана, нисек үлә!

Нимәгәлер әүрәп, йорттан алыҫлашырға өлгөрмәгән Рузил, тауышты ишетеп, кире йүгереп килде. Әсәһе ҡустыһын рәнйетәлер, тип уйлап боролғайны, ә Камил үкһей-үкһей ошонда уҡ баҫып тора. Рузилдең иң элек күҙенә салынғаны — әсәһенең оло ҡәнәғәтлек кисергән ялпаҡ йөҙө, бит алмаларына уҡ төшөп торған түңәрәк быялалы күҙлеге булды. Иҫ киткес бер кинәнес менән ул ниҙер эшләй ине. Яҡыныраҡ килде малай, үрелеп ҡараны. Тасҡа батырылған көсөк йәнә бер-ике тапҡыр тыпырсынды ла тынып ҡалды. Үҙен күкрәгенә ҡыҫып яратҡанында ла бындай шат, кинәнесле ҡиәфәтен хәтерләмәй малай әсәһенең. Бисә иһә эргәһендә генә иҫе-аҡылы китеп ҡарап торған үҙ улын абайламаны ла:

—            Бына, күрҙеңме, ҡайһылай рәхәт йән алыу! Күрҙеңме?! Һин дә шулай дөмөгәсәкһең!

Үгәй улына екергән бисә шунда ғына үҙ улын аңғарҙы:

—             Ә һин нишләйһең бында?! Мин һине магазинға ебәрҙем түгелме?!

Рузил ләм-мим өндәшмәне, шым ғына баҡса яғына ыңғайланы. Әсәһенең йөҙө, ҡарашы аптыратҡайны малайҙы. Йәнә лә күкрәгендә нимәлер өҙөлгән кеүек булды ете йәшлек малайҙың. Ул берсә көлдө, берсә иланы. Ҡараңғы төшкәнсе бөтәһенән йәшеренеп, бесәнлектә ятты.

 

2013 йыл.

Көндәрҙән бер көн Бахтиндың бүлмәһендә телефон шылтыраны.

—            Миңә, маньякты һеҙ эҙләй, тинеләр...

—            Тыңлайым.

—               Тыныслыҡ урамындағы егерменсе йортҡа килһәгеҙ ине. Телефон аша бер нәмә лә әйтә алмайым.

Тауыштан ниндәйҙер хәүефле хәл булғанлығын тойҙо Бахтин. Ярҙамсыһы менән адрес буйынса юлландылар. Килһәләр, йорт хужаһының ҡобараһы осҡан, ҡатыны иһә илап шешенеп бөткән.

—                Бик ҡурҡыныс табышҡа юлыҡтыҡ, — тине ир, тауышы ҡалтыранып. — Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, тәүҙә һөйләйем. Унан... Ҡыҫҡаһы, беҙ был йортто аҙна элек кенә һатып алдыҡ. Күрәһегеҙ, бик күркәм, иркен урында ултыра, аулаҡ. Ә хаҡы осһоҙ. Күптән инде тынысыраҡ урында йәшәргә, өй эргәһендә баҡса үҫтерергә хыяллана инек. Тәүҙәрәк бер ни һиҙмәнек. Ике-өс көн элек ауыр еҫтән тын алғыһыҙ була башланы. Ҡарамаған ер ҡалманы. Ә кисә... — Ир көрһөнөп ҡуйҙы. — Баҡса артындағы ҙур соҡорҙа... серей башлаған мәйеттәр өҫтөнә барып сыҡтыҡ. Өсәү... Береһе бала ғына. Ә ирҙе күптән түгел үлтергәндәрҙер, бик бирешмәгән.

Соҡорға яҡын барырлыҡ түгел ине. Бахтин, полицияға шылтыратып, махсус бригада ебәреүҙәрен һораны. Ир – ҡатыны менән улын ҡотҡарырға килгән Килдин булып сыҡты. Ҡалған икәүһе — көпә-көндөҙ юҡҡа сыҡҡан бәләкәс ҡыҙ менән алтмыш йәштәрҙәге ҡатын.

—       Йортто һеҙгә кем һатты? — тип һоранылар, полиция бүлексәһенә килгәс, өй хужаһынан.

—           Йәш ғаилә йәшәгән унда. Бик ашығыс һатырға кәрәк, яңы эштә көтәләр, шуға хаҡын төшөрәбеҙ, тинеләр. Шатланып риза булдыҡ, хәҙер айырым йорттар бик ҡиммәт тора бит.

—           Ниндәйерәк кешеләр ине һуң? Ҡарап тороуға, тием...

—           Ҡәҙимге инде, бер ниндәй шик төшөрлөк түгел.

Йорттоң элекке хужалары ҡаланан күсеп киткән, имеш. Йыраҡтағы төпкөл бер ауылға барып төпләнгәндәр. Өс көн эсендә уларҙы полицияға килтереп еткерҙеләр.

—           Йә, һөйләгеҙ, — тине Бахтин, йәш ир менән ҡатынға ҡарап. — Енәйәт эҙен нисек йәшерергә булдығыҙ? Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигәнде ишеткәнегеҙ юҡмы? — Тәфтишсе был икәүҙең үлтереүселәр булыуына ахырынаса ышанып етмәй, кем генә йәшәгән йорто эргәһенә эҙ йәшерһен, әммә барыбер тикшерергә кәрәк. Бәлки, үлтергәндәрҙер ҙә ситкә илтеп өлгөрмәгәндәрҙер. Ул саҡта башҡа ҡорбандарҙың ҡаны ла ошо икәүҙең ҡулында була түгелме? Килдин енәйәтсенең эҙенә төшкән, ә йыртҡыс быны һиҙеп ҡалған һәм уның үҙен һәләк иткән, тимәк. Тик шуныһы, әле алдында ултырған ир урта, хатта тәпәнәгерәк кәүҙәле. Бәлки, бөтә был енәйәт теҙмәһе бер нисә әҙәмдең эшелер? Һәр хәлдә әлеге баҡса артындағы соҡорҙағы ҡурҡыныс табыш яҡын-тирәлә йәшәүсегә күрһәтә. Ҡыҙ бала ла, ҡатын да ошо райондыҡы бит. Енәйәтсе ҡорбандарының кәүҙәһен әллә ҡайҙа ситкә алып китеп маташмаған. Фәтих Килдин да әүермән артынан үҙе бында килеп сыҡҡандыр.

—             Беҙ ул йортто йыл ярым элек кенә бөтөрөп сыҡтыҡ, — тип капитандың уйҙарын бүлде шик аҫтына алынған йәш ир. — Хыял ҙур ине. Баҡса үҫтерәбеҙ, балыҡ үрсетәбеҙ, тип уйланыҡ. Теге соҡорҙо ла быуа быуырға ҡаҙый башлағайныҡ. Аҙаҡ ҡул теймәне, аҡса ла самалы, ә соҡор ята бирҙе. Бер көндө көрәк менән булһа ла быуаның майҙанын билдәләйем тип төштөм. Сыбыҡ-сабыҡ тултырылғанды күреп, тәүҙә аптыраным. Ипләберәк ҡараһам, унда... үҙегеҙ беләһегеҙ.

—             Ә ни өсөн полицияға хәбәр итмәнегеҙ?

—             Ҡурҡтыҡ. Полиция яҡшылап тикшереп торамы ни? Бына бит, әле лә...

—             Ә һеҙ, бер ҡасан бер ни асыҡланмаҫ, тыныс ҡына йәшәп тик ятырбыҙ, тип уйланығыҙ инде.

—             Ҡайҙа инде тыныс йәшәү! — Һүҙгә ҡатын ҡушылды. — Күҙ алдынан китмәй ул ҡурҡыныс күренеш.

—             Бер ниндәй хәүеф-хәтәр, тауыш-фәлән ишетмәнегеҙме ни?

—             Соҡор йорттан алыҫ та инде. Ишетелмәй бер ни ҙә. Кис телевизор ҡабыҙаһың, етмәһә, тәҙрәләр ҡатлы.

Бик оҫта һөйләйҙәр. Ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан, ләкин әйткәндәре дөрөҫкә лә оҡшап ҡуя. Ҡултамғаларын алып, ул-был асыҡланғансы ҡайтарып торорғамы, әллә икеһен дә һаҡ аҫтына алырғамы? Мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителде: йәш ҡатын йөклө булып сыҡты. Уны ауылға ҡайтарҙылар, ирен алып ҡалдылар.

Әлеге хәлдән һуң аҙна үттеме-юҡмы, ҡала баҡсаһында йәнә бер ҡорбан табылды. Бәхеткә күрә, ул тере булып сыҡты. Әүермәнде берәй нәмә өркөткәнме, әллә ҡатын үҙе нығыраҡ булып сыҡҡанмы, ҡалай ғына булмаһын, ул өсөнсө көндө ҡала дауаханаһында иҫенә килде. Күп ҡан юғалтыу сәбәпле, бик хәлһеҙ ине ул, шуға күрә табип тағы ике көн яралы эргәһенә индермәне. Ниһайәт, Бахтинға уның менән күҙмә-күҙ осрашырға насип булды. Теге көнө, баҡсала ҡорбанды тапҡанда, капитан уның йөҙөнә иғтибар итмәгән, ахыры, әле ҡапыл тертләне: кемде хәтерләтә һуң был ҡатын? Шундай таныш йөҙ... Уның күҙ алдынан әүермән ҡулынан һәләк булғандарҙың фотоһүрәттәре уҙҙы: бөтәһе лә бер төҫтәрәк, яҫы битле, нәҙегерәк тура танаулы, ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙарына тартым ҡиәфәтле. Килдинды иҫәпкә алмағанда, әлбиттә. Ғөмүмән, ул был ҡанлы сафҡа осраҡлы килеп эләккән кеше.

—            Һеҙ күлмәктә тыуғанһығыҙ, йыртҡыс ҡулына эләгеп тә иҫән ҡалған берҙән-бер кеше, — тине Бахтин, тынлыҡты боҙоп.

—            Юҡ, икенсе...

—            Нисек икенсе?

—            Миңә бысаҡ ҡаҙар алдынан ул үҙе шулай тине. Мин бик инәлдем, балаларым барлығын әйттем. Ә ул миңә: “Һеҙгә әсә булырға ярамай, шулай уҡ йәшәргә лә”, — тип ыҫылданы. Бер генә ҡыҙҙы үлтермәй иҫән ҡалдырыуын әйтте, ул һеҙгә лә, башҡаларға ла оҡшамаған ине, шуға ебәрҙем, ә һиңә ҡотолоу юҡ, тине.

—            Һүрәтләй алаһығыҙмы енәйәтсене?

—       Оҙон. Ябыҡ. Баҡсала бигүк яҡты түгел бит, бүтән билдәләрен әйтә алмайым. Ә-ә-ә... Тағы... Тауышы тамаҡ төбөнән ғыжылдабыраҡ сыға.

...Аҙна эсендә йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йәш ирҙе иреккә сығарҙылар. Сауҙагәр ҡатын менән улының эше ҡайтанан ҡаралып, Зияфа азат ителде. Әммә сире кинәт көсәйеп киткән улы Ғәзиз күпмелер ваҡытҡа “һары йортта” бикле ҡалды: уға махсус дауа талап ителә ине.

Бер юлы өс мәйет йәшерелгән соҡорға биш йөҙ метр самаһы алыҫлыҡтағы өйҙән һонтор, арыҡ кәүҙәле утыҙ йәштәр тирәһендәге ирҙең сығыуын Бахтин машинаһынан күҙәтеп ултырҙы. Уның эҙенә кисә төшкәйне ул. Йорт һалырға тип юллаған участкаһын рәсмиләштерергә ер комитетына ингәйне. Шунда күрҙе теге ирҙе. Һорғолт костюм-салбарҙа, галстук таҡҡан, килеүселәр менән бик итәғәтле һөйләшә. “Ҡустым, һинең йомошоңдо иң тәүҙә үтәрмен”, — тигәйне капитанға, бер аҙ сәйерерәк ҡарап. Бахтин нимәгәлер албырғап, боролоп ҡараһа, ер үлсәүсенән елдәр иҫкәйне. “Саҡырыу буйынса китте”, — тине шунда ултырған икенсе бер егет.

—                Һеҙ миңә уның адресын бирмәҫһегеҙме икән? — тип һораны Бахтин. — Миңә бик ашығыс кәрәк бит әле.

—             Улай ашыҡҡас, шул уҡ эште мин дә башҡара алам, — тине егет.

—             Тәүҙә Дүсәев менән һөйләшкәс, уның алдында уңайһыҙ булыр бит әле, — тигәс, егет Дүсәевтың адресын бирҙе.

Һәм бына Бахтин уны күҙәтә. Ҡапҡанан сыҡҡас, Дүсәев тәмәке тоҡандырҙы һәм капитандың машинаһы яғына ҡарап тора башланы. Машина тәҙрәләре ҡарайтылған, эстәге кешене тыштан күреп булмай. Унан, Бахтиндың “Жигули”һы урам аша, бөтөнләй икенсе йорт ҡаршыһында тора бит. “Ҡанһыҙ бәндәлә йыртҡыс уяулығы була тигәндәре әллә ысынмы икән?” — тип уйлап өлгөрмәне капитан, Дүсәев туп-тура уға ҡарап атланы. Бахтин, пистолетын кобураһынан сығарып, ҡоралын ҡыҫып тотҡан уң ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан кеше булды ла ҡабаланмай ғына машинаның ишеген асты.

—             Бына был осрашыу! — тигән булды ул аптыраған кешеләй. — Миңә һеҙ кәрәк инегеҙ. Әллә ошо яҡта йәшәйһегеҙме?

—             Камил, — тине ҡарлығыңҡыраған тауыш менән Дүсәев. — Ҡустым... Әйҙә, һәпәләк уйнамайыҡ. Һин миңә килгәнһең...

—             Минең исемде беләһегеҙ, ә мин һеҙҙекен белмәйем дә, — Бахтин машинаһынан сыҡты.

—             Һин дә беләһең минең исемде. Беҙ бит ағалы-ҡустылы. Әйҙә, килгәс, өйгә рәхим ит. Үҙең донъяға килгән өйгә...

—             Туҡтағыҙ әле... Һеҙ миңә яҡшылап аңлатығыҙ. Беҙ нисек ағайлы-ҡустылы? — Минут эсендә Бахтиндың арҡаһы тирләп сыҡты, аяҡтарына ауыр таш таҡтылармы ни — атларлыҡ та хәле ҡалманы.

—             Күп тапҡырҙар уҡталдым эшеңә инеп, яңынан танышып сығырға. Тик беҙ бит ғәҙеллек бизмәненең ике үлсәмендә. Тартындым. Әйҙә, әйҙә, минең нисек йәшәгәнде күр.

Бахтиндың Дүсәевҡа эйәрмәй сараһы ҡалманы. Ул әле ни уйларға ла белмәй ине. Йорт та, уның хужаһы ла капитанға таныш түгел. “Һин донъяға килгән өй”, — ти. Камил иһә үҙе тәрбиәләнгән балалар йортон ғына хәтерләй. Берәй хаслыҡ уйлап, юрый ҡыланамы Дүсәев, әллә, ысынлап та, Камил Бахтиндың йәшелгә буялған ошо йортҡа, алдан тупһанан менеп барған, инде ҡасандан бирле полиция тота алмаған һәм күпме ғәйепһеҙ ҡатын-ҡыҙҙың, Килдиндың ғүмерен ҡыйған, әммә үҙе һис тә йыртҡыс бәндәгә оҡшамаған Дүсәевҡа берәй бәйлелеге бармы? Юрый өйөнә индереп, бәлки, ул Бахтинды ла юҡ итмәкселер?

—             Ҡустым, ҡурҡма минән, һиңә бер зыяным да теймәҫ, — тип артына боролоп ҡараны Дүсәев.

Капитан йәнә һиҫкәнде. Әллә уйын уҡый инде?

— Ҡурҡҡан кешенең һулышы, тын алышы үҙгәрә, атлауы ла, — тине Дүсәев.

Ҡараңғыраҡ, бөтә әйбер тәртиптә, йыйнаҡ булыуға ҡарамаҫтан, сәйер бер ҡотһоҙлоҡ, һалҡынлыҡ бәреп торған йортҡа инделәр. Танауға кимерйеү еҫ килеп бәрелде. “Хәйерселек, мохтажлыҡ еҫе, — тигән уй килде Бахтинға. — Бөтә нәмә бар, ә еҫ ҡара фәҡирлектә йәшәгән әҙәмдәрҙең өйөндәге кеүек. Юҡ, яңылышам, бында йән өшөткөс, күңелгә хәүеф һалыр шыҡһыҙлыҡ”.

Дүсәев төпкө бүлмәнең ишеген асты. Тәҙрә эргәһендәге тәгәрмәсле ултырғыста сал сәстәре туҙған ҡарсыҡ ултыра ине.

—              Таныныңмы? — тип өндәште уға Дүсәев.

—                  Ка... Ка... Камил? Был һинме? Үҫкә-ә-ән... Олпатлана төшкән...

—              Был әсәй йораты була, — тине Бахтинға Дүсәев. — Һинең менән минең әсәй.

—              Әсәй?! Ул иҫәнме ни?! Миңә әсәйең дә, атайың да үлгән, тигәйнеләр.

—              Ә-ә... Эйе... Яңылышам. Әсәй минеке. Ә һиңә — үгәй. Ул үгәй була белде-е-е.

Тәүҙә ҡарсыҡ һымаҡ күренһә лә, бигүк ҡарт түгел икән дә был ҡатын. Ҡараңғы бүлмәгә күҙе өйрәнгәс, инде Камилдың күңелендә бер ниндәй шик ҡалманы: Дүсәев — үлтереүсе. Маньяк. Йыртҡыс. Әсәй тигәне йөҙө менән уның ҡулынан һәләк булған ҡорбандарҙы хәтерләтә.

Камил эргәһендә баҫып торған Дүсәевҡа күтәрелеп ҡараны.

—              Тимәк, был һин?! Ни өсөн?! Әйт, ни өсөн ҡылдың һин ул яуызлыҡтарҙы ?!

—              Эйе, был мин. Мин уның, — Дүсәев әсәһенә ымланы, — үсен алдым. Йәшәү биргән әсәйемә ҡулым күтәрелмәне. Ниндәй генә булмаһын, ул бит мине тапҡан, баҡҡан. Һәр ҡорбаным өсөн мин уның алдында отчет бирҙем, уның һайын башындағы аҡ сәстәре күбәйҙе, йөҙөндәге сырышы тәрәнәйҙе.

—              Ниңә?! — Камил, үҙе лә һиҙмәҫтән, әсенеп, асырғанып өндәште. — Ни өсөн ундай ҡанһыҙлыҡ?! Ғәзиз кешеңдән нисек улай үс алырға мөмкин?!

—               Нисек, тиһеңме? Һин ысынлап бер ни хәтерләмәйһеңме? Хәйер, бөтөнләй бәләкәс инең шул. Үлтерергә мине ул өйрәтте. Эйе! Һинең яратҡан көсөгөңдө күҙ алдыңда һыуға батырғанда, мин уның йөҙөндәге ҡәнәғәтләнеү хисен күреп, тәүҙә ҡотом осто.

—                 Етте һиңә! — Ҡатын улына ҡысҡырҙы. — Етте! Кит төрмәңә, башың шунда сереһен!

—                 Эй-й, әсәй, миңә хәҙер баш сереүе ҡурҡыныс түгел, күңелем серегәндә ауыр ине. Тик һин уны һиҙмәнең. Атайҙы, Камилдың атаһын, иҫереп йоҡлап ятҡанында битенә яҫтыҡ һалып үлтергәс, икенсе көнө һин йырлап йөрөнөң.

— Күрҙеңме?! Һөйҙәмә бушты! — Рима йәнә ҡысҡырҙы.

— Мин бит алйот түгел инем әле ул саҡта. Карауат янында иҙәндә аунап ятҡан мендәрҙе күргәс тә аңланым. Ана, ул ғына аңламаны ла, белмәне лә. Үҙен балалар йортона алып киткәндәрендә лә иҫе китмәне. Тәүҙә мин бесәй үлтереп ҡараным. Аҙағынан үлгән бесәйҙең башынан һыйпай-һыйпай иланым. Һин эргәмә килдең дә, ултырма алъюҫыҡҡа буҙлап, тип, үле бесәйҙе сүплеккә ырғыттың. Ә үлем күреп кинәнес кисереү миңә һуңғараҡ килде. Һиңә оҡшаштарҙың йәнен ала башлағас...

— Камил! Балаҡай! Ҡулға ал, ултырт шуны төрмәгә! Мине фалиж һуҡты, урамды, кешеләрҙе күргәнем юҡ. Ул мине сығармай, ашатмай, ҡурҡыта...

—              Юҡ, әсәкәйем, Камил мине төрмәгә алып китергә килмәне. Ул мине атып ҡына үлтерәсәк. Шулай бит, ҡустым?

—               Мин һиңә хөкөмдар түгел. Бөтәһен дә суд хәл итә.

—              Һин мине атырға тейешһең. Эх, мин бит һине иң яҡын ҡустым күреп яраттым. Атайың мине ситләтмәне. Һине гел йәлләй торғайным, ана, ул туҡмағанда. Ә бөгөн мине һин йәллә: ат, үлтер мине! Арыным мин, ҡустым! Йыртҡыс булып йәшәп арыным. Кешеләр араһында урын юҡ миңә, улар донъяһына юл бынан егерме йыл элек ябылды, — Дүсәев костюмын, галстугын һалып ырғытты, күлдәгенең иҙеүҙәрен ысҡындырҙы. – Ат, тиҙәр һиңә!

Камил кеҫә телефонынан полицияға бәйләнеш эҙләй башлаған арала, Дүсәев ишеккә ташланды. Капитан уның артынан ынтылды. Шул саҡ Дүсәев нимәгәлер эләгеп, йығылып барып төштө. Бахтиндың уның аяғына төҙәп атҡан пуляһы башын ярып үтте... “Ашығыс ярҙам” машинаһы килгәндә, Дүсәев йән биргәйне инде. Полиция ла килеп етте.

—              Ул минең берҙән-бер баламды үлтерҙе! Үлтереүсе! Хәҙер мине кем ҡарар?! А-а-а... — Рима Дүсәева ултырғысынан иҙәнгә ауып төштө лә үкһеп иларға кереште.

...Әүермән юҡ ителде. Капитан Камил Бахтин уның хөкөмгә барып етмәй һәләк булыуына ҡыуанғандай ҙа була, шул уҡ ваҡытта нимәләлер үҙен ғәйепле һанай. Бәғзе мәл башына сәйер уй килә: Рузил Дүсәевтың юлында эләгеп йығылырлыҡ бер ни тапманы бит ул, бәлки, Камилдың уға атмаҫын белеп, юрый абынғандыр?..

Ҡалай ҙа, ҡала тынысланып ҡалды.