Әҙәбиәт һәм ижад
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА
ӘҮЕРМӘН

Кәнтәй өс көсөк килтерҙе. Аңғармай ҙа ҡалды, икәүһен малайҙар сәлдерҙе. Өсөнсөһөн инәләре теше-тырнағы менән ҡурсаланы. Аяҡ тауыштары ишетелеү менән, бәләкәсен һыртынан тешләп, кибет болдороноң аҫтына йәшеренде. Ямғырҙан йә һыуыҡтан ҡасып, эт көсөгө менән шул тирәгә һыйына, ыжғыр елдәрҙән балаһын яшыҡ кәүҙәһе менән ышыҡлай.

Аяҙ, йылымыс көндәрҙең береһендә кеше йөрөгән урамға сығырға йөрьәт итте кәнтәй. Халыҡ мыжғып тора. Оло юлдан, геү ҙә геү килеп, бер туҡтауһыҙ машиналар саба. Бындай ғәрәсәттән өрккән көсөк эләгә-тәгәрәй инәһе артынан йүрмәләй, тороп ҡалмаҫҡа тырыша.

—Ҡара, ҡара, ниндәй матур көсөк!

—Йомороҡай ғына үҙе!

—Әйҙә, алып ҡайтабыҙ!

—Әсәй барыбер рөхсәт итмәйәсәк, ул бит эт яратмай ҙа...

—Ә беҙ уны аҙаҡ баҙарға сығарып һатырбыҙ.

—Ярай һуң...

Көсөгөн күтәреп алған малай артынан кәнтәй эт тә ҡыуана-шатлана эйәрҙе: бына бит, бәләкәсенә лә, үҙенә лә эйә табылды! Хәҙер уны туйғансы ашатырҙар, нисәмә көн ас йәшәүҙән ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалған тәненә көс ҡуныр, имсәктәренә һөт төшөр, шунан ул көсөгөн туйғансы имеҙер, уға бит үҫергә кәрәк...

Эттең хыялдарын ауыр ғына ботинкаларҙың ҡабырғаларына һыңҡылдата тибеүе бүлдерҙе:

—Һин ҡайҙа бараң, сволочь!

—Һин нимәгә беҙгә, а-ну, шыл бынан!

Тәүҙә кәнтәй, күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап, малайҙарға аңлатырға тырышты: көсөгө менән икеһен айырырға ярамай! Асығып, өшөп һәләк була бит бәләкәсе! Өсәүҙән бер үҙе тороп ҡалды, зинһар өсөн, айырмағыҙ беҙҙе!

Малайҙар этте миһырбанһыҙ рәүештә ҡаҡҡылай-типкеләй башлағас, тегеһе ырылдап уларға ташланды: бирмәйем, йәнәһе, баламды! Бирмәйем! Көсөк өсөн әрһеҙ алыш китте. Малайҙар эттән йәһәтерәк ҡотолоу өсөн йорт ишегенә ташланды, әммә көсөктө ҡулдан ысҡындырманылар. Кәнтәй берәүһенең салбар балағынан эләктереп, йырта тартып алды. Йорттан сығып килгән ир улының ялбырап төшкән йыртыҡ балағын, уға абалап өргән мәжлүм генә эт йоратын күреп, бар көсөнә уның эсенә төбәп типте, тик ауыр аяҡ эскә түгел, алғы тәпәйгә тейҙе, үҙәгенә үткән ауыртыуҙан кәнтәй сүгәләп барып төштө, шыңшый-шыңшый һынған ботон яларға кереште. Ул арала малайҙар подъезға инеп сумды. Көсөгө иҫенә төшөп, кәнтәй шыуышып ишеккә килде, сыйнай-сыйнай, һау тәпәйе менән тырнап, ярҙам көткәндәй, ботон тибеп һындырған әҙәмгә күҙҙәрен мөлдөрәтте.

— Һин шулаймы әле! Шыл бынан! — Ир эткә йәнә типте. Шулай типкеләй-типкеләй, инде атларлыҡ та хәле ҡалмаған кәнтәйҙе ары ҡыуҙы.

Аҙна буйы йорт ишегенә ҡарап ятты эт, һоро күҙҙәренән субырлап йәш аҡты. Үткән-сүткәндән шәфҡәт һорағандай, йән әсеһе менән бер-ике олоно ла, тамам миктәгән бисара көндәрҙән бер көн йән бирҙе.

Ә малайҙарҙың әсәһе, улдары өйҙә юҡта, әле йүнләп ашай ҙа белмәгән көсөктө сүп-сар йәшнигенә сығарып ырғытты.

Уның артынса ҡый түгергә сыҡҡан күрше ире, көсөктө сүп һауытынан сығарып, ситкәрәк быраҡтырҙы: әйҙә, мәхлүк, үҙ йүнеңде үҙең күр...

Йәнә бер ҡатын, эт балаһының әле үҙ аллы йәшәй алмаҫын күреп, уны фатирына алып ҡайтты һәм, аҙна-ун көн тотҡандан һуң, әлдән-әле бысранған иҙәнен һөртөүҙән ялҡып, көсөктө ҡабат урамға сығарып ебәрҙе.

Яҡты донъяға килгәне бирле эт типкеһендә көн күргән көсөк, артабан да әҙәм балаларының шәфҡәтенән битәр яуызлығын татый-татый, үҙенсә йәшәй башланы. Берәүһе уға әпәй киҫәге ырғытһа, бишәүһе ситкә тибеп осорҙо. Тора-бара көсөк уҫал һәм аяуһыҙ йыртҡысҡа әүерелде...

 

1990 йыл.

...Сабый илауы һауаны ярҙы. Йоҙроҡтай ғына йән эйәһенең йөрәк ҡыҫып сыҡҡан һыҡтау тауышы, таш стеналарға бәрелеп, кире ҡаҡлыҡты ла ярым асыҡ торған тәҙрә аша тышҡа, һалҡын декабрҙең йән өшөткәс ҡуйынына урғылды.

А-а-а! Урамдан үтеп барған ҡатын илау тауышы яңғыраған тәҙрәгә бер килке ҡарап торҙо ла, үҙ уйҙарына бирелеп, ары атланы. Баҡтаһы ҡойолған әргендек эт кенә, тәҙрә аша эскә һикерергә теләгәндәй бер-ике тапҡыр ырғандап алғандан һуң, оҙонса моронон күккә һоноп, тамаҡ төбөнән һыҙылған әсе тауыш менән олой башланы, һыҙланыу һәм рәнйеү ауаздары бергә ҡушылып, тетрәткес көй хасил итте: ул әллә был донъяға ауыр үпкә булып, әллә яҙмыш келәүенә ҡәһәр булып яңғыраны — бер кем һиҫкәнмәне. Ығы-зығылы мәшәҡәт тулы ҡала үҙенсә йәшәй бирҙе. Берәүҙә берәүҙең эше юҡ. Һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл: йүгерә, ҡабаланып-ярышып мал таба, берен-бере ҡыйнай, тыуа һәм үлә...

— Аһ, ер йотҡоро нәмәкәй! Ни тип аҡыраһың ул, ә?! Тауышың тауышмы!

Кисәге һыйланыуҙан шешенеп бөткән, сәстәре ялбыраған шөҡәмһеҙ бисә сабыйға екерҙе: “Анһат һиңә аҫтыңа кәкәй итеп, әҙергә-бәҙер шарылдап ятырға! Мин ҡалайтайым, ә?! Баш төҙәтергә бер тамсы ҡалдырмаған бит анауы оңҡоттар!”

Шулай һөйләнә-һөйләнә, бисәкәй ҡалтыранған ҡулдары менән өҫтәл аҫтында тәгәрәшкән шешә төптәрен ҡараштырҙы. Рәт сыҡмағас, ҡул һелтәп, йылдар буйына йыйылған керҙән ҡаҡашып, ҡара-һоро төҫкә ингән түшәк ғәләмәтенә барып ултырҙы. Бүлмәлә карауат та юҡ ине, уны бисәкәй былтыр уҡ бер ярты көмөшкәгә алмаштырҙы. Асығыуҙан да, еүеш, ҡатып бөткән йүргәктең бешкән боттарын әсеттереүенән дә һыны ҡатып илаған бала, ниҙер аңларға теләгәндәй бер аҙ ғына шымып торҙо ла, тағы  ярһыбыраҡ аңҡылдарға кереште.

— Аһ, эт балаһы! Бәреп кенә дөмөктөрөр инем үҙеңде, әҙ-мәҙ аҡсаң килеп тормаһа! — Бисәкәй, өс айлыҡ ҡына сабыйын һелкетә тартып күтәреп, ағыулы имсәген тәнәйҙең ауыҙына ҡаптырҙы.

Көмөшкә менән һыра өҫтөнә тәмәкенән дә күскән зәһәр ыу, сабыйҙың кескенә ирендәре аша үтеп, мейеһенә таралды. Ләкин нарасыйға барыбер ине, тамағы туйһа булған, бөтә теләге әле ризыҡ ейеүгә генә йүнәлгән, донъя емерелеп, ерҙең аҫты өҫкә өйләнмәйме...

 

2013 йыл.

Ҡала өҫтөнә эңер түшәлә. Нәҙберек ҡояш нурҙары тамам һүрәнәйеп, офоҡ буйлап алһыу-ҡыҙыл ҡорған булып йәйелде. Бынан бер нисә минут элек кенә сағыу яҡтылыҡта балҡыған донъяны ҡараңғылыҡ еңгәндән-еңә бара. Бына шаңдаҡтың һуңғы сағылышын да әрһеҙ тән үҙенең ҡуйы, ауыр ҡанаттары менән япты.

Төнгө асфальт аяҡ тауыштары аҫтында туҡ-туҡ һелкенә һымаҡ. Кемдер йүгерә. Кәнде йоҡомһораған ҡалаға йыртҡыс һунарға сыҡты. Ҡала ерендә эйәһеҙ эт күп бит хәҙер. Ҡасандыр әҙәм балаһының үҙенә күрһәткән миһырбанһыҙлығына улар ҙа яуызлыҡ менән түләй: ауҡанда аңдып тороп, ә бәғзе мәл хатта асыҡтан-асыҡ, күҙ алдында ҡорбанына ташлана һәм үткер тештәрен уның боғаҙына батыра. Әлеге ҡорбандың эт яҙмышына бер генә ҡыҫылышы ла юҡ та инде, әммә бәғере ҡатып, аҙарынған йыртҡыс өсөн барса бәндәләр бер сүрәттә шул.

Әле бына әүермән йәнә ауға сыҡҡан. Күкрәген ярып барған нәфрәткә сыҙамай, тәүҙә урам буйлап сабып уҙҙы. Шунан һағыраҡ аҙымдар менән ҡала баҡсаһына яҡынайҙы. Күкрәп сәскә атҡан хуш еҫле күксиндәр араһынан һүрән генә яҡтыртылған һуҡмаҡҡа күҙ һалды. Төн йыртҡыстарҙың ғына түгел, ғашиҡтарҙың да мәле, шуға күрә ҡон көҫәгәндәр ҡорбанын ҡайҙа тап итерен яҡшы белә. Ана, тар һуҡмаҡта егет менән ҡыҙ күренде. Етәкләшеп киләләр. Ҡыҙ ҡулындағы сәскә гөлләмәһен еҫкәп-еҫкәп ала. Уны егете ошо баҡсала үҫкән гөлдәр араһынан йолҡҡандыр, ахыры. Шуға оҡшап тора. Ә ҡыҙҙың бында эше юҡ: ул бәхетле һәм шат, мөхәббәттең илаһи бейеклегендә йөҙә. Уның өсөн эргәһендәге һөйгәненән дә һәйбәтерәк, көслөрәк, аҡыллыраҡ кеше юҡ. Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ, шулаймы икән. Әгәр ҡыйыу һәм тоғро икән егет, алыш бигүк еңелдән булмаҫ. Хәйер...

Йыртҡыс алға көтмәгәндә һикерҙе. Ҡурҡышынан ҡыҙ ҡысҡырып ебәрҙе. Әүермән ырғыған ыңғайға егетте бәреп йыҡты. Ҡыҙы уға ярҙамға ташланды, һөйгәнен торғоҙорға маташты. Ул арала үҙе тороп баҫҡан егеттең алҡымынан алған әүермән: “Хәҙер үк юғал бынан, мин һиңә ғүмер бүләк итәм!” — тип ыҫылданы. Ҡалайтырға ла белмәгән кешеләй, егет ҡыҙға боролоп ҡараны, бер аҙ икеләнгәндәй итте лә кинәт тороп йүгерҙе. Төнгө яҡтыртҡыс һүрәнлегендә табандары ғына ялтырап ҡалды.

Бындай ҡурҡаҡлыҡты көтмәгән ҡыҙыҡай, быуындары хәлһеҙләнеп, ергә сүгәләне. Нисек?! Нисек ташлап ҡасты уны берҙән-бере? Әле генә бит улар киләсәккә береһенән-береһе яҡтыраҡ хыялдар ҡора инеләр, наҙлы һөйөү тойғоһонан иҫереп, ер йөҙөндәге иң йылы һүҙҙәр менән алмашалар ине. Ҡыҙ күңелендә әлегә асыу ҙа, нәфрәт тә юҡ, бары тик сикһеҙ аптырау, башына һыймаған был хәлдән албырғап, юғалып ҡалыу сағыла ине уның бөтә ҡиәфәтендә.

Йыртҡыс, бәпкә яҫҡыған төйлөгәндәй, ҡыҙҙы әйләнеп сыҡты, унан йәмһеҙ итеп екерҙе:

— Тор!

Быуындан яҙған ҡыҙыҡай көс-хәл менән күтәрелеп ҡараны, битараф ҡына тороп баҫты. Оҙон керпектәрен һирпеп, йәнә йыртҡысҡа баҡты. Ҡыҙҙың ҡарашында ҡурҡыу әҫәре күрмәгән әүермән баҙай төштө. Был уның бишенсе ҡорбаны. Әммә тәү тапҡыр уға ҡурҡмай тура ҡарайҙар. Ҡағиҙә буйынса ул иларға, ҡысҡырырға, тартҡылашырға, ярлыҡау һорап ялбарырға тейеш ине. Ә ҡыҙ уға текәлгән дә ҡатҡан.

— Ә һин ышандыңмы уның һине яратыуына? Күрҙеңме, нисек тайҙы һине ҡалдырып? — Яуап көтмәй ине әүермән, әммә ҡыҙ телгә килде:

—    Эйе, ышанғайным. Ул мине ярата ине бит! Мин дә... Ҡурҡты...

Бышылдап ҡына әйтте был һүҙҙәрҙе ҡыҙ, күҙ асып-йомған арала бөтәһенең дә селпәрәмә килеүенә һаман ышанып та етмәй ине, буғай.

—    Рәхмәт әйтәйемме һиңә, ҡәһәр уҡыйыммы? Һин минең күҙҙәремде астың, ләкин уның ысын йөҙөн хәҙер белдем ни ҙә, белмәнем ни. Һиңә тап булмаһаҡ, бәлки, тормош үҙ яйы менән, көйлө генә китеп тик ултырыр ине... Йәшәгем дә килмәй хәҙер, ул да һатҡас, кемгә ышанырға? — Унан балаларса самимилыҡ менән һорап ҡуйҙы: — Берәүгә лә ышанмайынса йәшәп булмай ҙа инде, ибет? — Ҡыҙҙың сикәләре буйлап йәш тәгәрәне.

Ғүмерен аяп ялыныр урынға фәлсәфә һата. Йыртҡыс һуҡмаҡ ситендәге үләнгә ултырҙы. Ҡуйынындағы бысағын һәрмәне. Үҙе ипләп кенә ҡыҙҙың йүгереп ҡасып китерен көттө. Һәр кем йәнен аяп шулай эшләр ине. Ҡотола аламы, юҡмы — уныһы икенсе мәсьәлә. Ҡыҙыҡай өсөн иһә йәшәүҙең мәғәнәһе юғалды. Уны бөгөн, бына әле генә иң ғәзиз күргән кешеһе һатты. Һаман был хәл уның башына һыймай ине. “Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, бергенәм, һинең өсөн үлергә лә әҙермен”, — тигән һүҙҙәре алдыҡ ҡына булдымы икән? Ә бит ул үҙе һөйгән егете өсөн бик-бик ҡурҡты баяғы. Йәнен алһалар ҙа, ҡыҙ уны ҡалдырып йүгермәҫ ине. Тәүҙә ул егеттең ҡотолоуына ҡыуанған да һымаҡ булғайны. Ә хәҙер йәнен әсе рәнйеү хисе өттө.

Әүермән ҡаш аҫтынан ҡыҙҙы күҙәтеүен белде. Ниҙер булды уға, ғәҙәттәгесә ҡанһыҙлыҡ менән ҡорбанына ташланыуҙан нимәлер тотоп ҡалды. Әгәр ҡорбаны тороп сапһа, тимәк, ул уйнай, ваҡыт һуҙа, берәйһенең килеп сығырына өмөт итә. Әммә йыртҡысҡа уны ҡыуып етеүе ике тин бер аҡса. Ул саҡта икеләнергә түгел, бөтәһе лә алдан уйланылғанса: йыртҡыс һәм ҡорбан уйыны. Тик ҡыҙ урынынан ҡуҙғалманы, йәлләтенә ҡарап тора бирҙе.

—  Һине лә һаттылармы? — Ҡыҙҙың көтөлмәгән һорауынан әүермән һикереп торҙо.

—  Ә һин уны ҡайҙан... белдең?

—     Яҡын кешеһе хыянат иткән әҙәм балаһына бөтәһе лә барыбер. Аяҡ астыңда ер уйыла, йәшәгең килмәй, бөтә донъяға үсле нәфрәт менән ҡарайһың. Ә бит башҡалар ғәйепле түгел.

—   Эйе, мине лә һаттылар. Иң-иң ғәзиз кешем. Ә һин... нимә миңә аҡыл өйрәтәһең? Тай бынан! Төнөн йөрөмә башҡаса. Икенсе юлы аямауым да бик ихтимал.

—         Яҡты урамға ғына сыҡҡансы... Мине оҙатып ҡуймайһыңмы?

—       Кит эргәмдән! Кит, тием һиңә! — Ҡурҡыныс итеп ҡысҡырҙы йыртҡыс, әйтерһең, уның йәнен йөҙ, мең өлөшкә өҙгөсләйҙәр, иҙәләр, бына-бына ул бөтә түҙемлеген юясаҡ һәм ҡуйынындағы оҙон бысағын йәнә тартып сығарасаҡ. — Кит бынан!

Ҡыҙыҡай шәп-шәп атлап китеп барҙы. Хәҙер, һөйгәненең үҙен ташлап ҡасыуынан шаңҡыу кәмей төшкәс, уға һәр кемдә була торған хис–ҡурҡыу әйләнеп ҡайтты. Бынан бер нисә минут элек кенә ғәрлегенән, хәсрәтенән хатта йәшәгеһе килмәгән ҡыҙ кинәт аңына килеп, үҙенә ниндәй оло хәүеф янағанын төшөндө. Артҡа боролоп ҡарарға ла, йүгерергә лә ҡурҡты. Арҡалары зымбырланы, түбә сәстәре үрә торҙо. “Эй, Хоҙайым, тағы бер йөҙ метрҙы үтергә генә көсөм етһә...” — Үҙ алдына шулай шыбырлаған ҡыҙҙың ауыҙы кипте, теле аңҡауына йәбешкәндәй булды.

...Йыртҡыс был мәл үләндә тәгәрәй-тәгәрәй олой ине: ысҡындырҙы, ысҡындырҙы! Ни булды бөгөн уға, нишләп бығаса ҡыланмағанды ҡыланды?! Ләкин ҡорбаны артынан тороп сапманы, үләнде йолҡҡослай, ҙур йоҙроҡтары менән ерҙе туҡмай башланы. Ҡан көҫәгән күңеле бына-бына уны тотош көлгә өйләндерәсәк, иҙеп юҡҡа сығарасаҡ, йыртҡыс күкрәк ситлегендә әлеге минутҡа тиклем кисермәгән һыҙланыу-әрнеү тойҙо. Ҡайҙалыр алыҫта, ҡараңғы күкте һыҙып, ниҙер яҡтырғандай булды ла ҡабат юҡҡа сыҡты, төпһөҙ ҡара упҡынға йотолдо.

 

1990 йыл.

...Рима йән асыуы менән үгәй улын этәреп ебәрҙе. Ике йәшлек кенә сабый, аяҡ аҫтында ятҡан ташҡа һөрлөгөп, йығылып барып төштө. Баланың ике тубығы ла ҡанап китте.

— Мәүеш! Былҡы! Ҡайҙан килдем ошонда, үгәй өҫтөнә! — Баҡсала соҡсоноп йөрөгән ире күреп ҡалмаҫ элек ул малайҙы йәһәт кенә эләктереп алды ла, юл ыңғайы боттарын бора семетеп, өйгә алып инде. Тубыҡтары әсетеүҙән һене ҡатҡан бала үкһеп илап ебәрҙе.

— Шым! Тым хәҙер үк! Арамъя күҙенән һейәр! — Бисә сабыйҙың башын төйҙө.

Быны күреп торған биш йәшлек Рузил әсәһенә ташланды:

— Һин нишләп һуғаһың бәпәйгә?! Уның әсәһе юҡ, ә һин!.. Миңә бит Камилдың атаһы һуҡмай!

— Бәпекәйем, тыныслан! — Улы өсөн ҡото осҡан Рима Рузилде ҡосаҡлап алды. — Мин һуҡмайым уға, өйрәтәм генә. Тыңлашмай бит.

Рузил әсәһенең ҡосағынан ысҡынып, Камилды әүрәтергә маташты.

— Кит уның эргәһенән, ана, ҡанын йоҡтораһың өҫтөңә! — Бисә улын ситкә тартҡысланы.

— Һин Баба-яга, белдеңме? Һин мачеха! Мин һине яратмайым! Бәләкәстәрҙе рәнйетергә ярамай, беҙгә тәрбиәсе апай әйтте!

— Һин шулаймы әле?! Телең бик оҙарһа, бына һиңә! Бына һиңә! — Бисә инде үҙ улын елтерәтергә кереште.

Был юлы Рузилға ла ныҡ ҡына эләкте. Ике малайҙың да яр һалып илаған тауышына тыштан Ғәййәр килеп инде.

— Ни булды? Нимә бүлешәһегеҙ?

—     Бына бит, үҙ-ара сыр-сыу киләләр, тыйҙым әҙерәк. Атай кеше улының ҡанға туҙған тубыҡтарын аңғарып:

—    Йығылдыңмы ни? Әйҙә, йод һөртәйек, — тип Камилды икенсе бүлмәгә әйҙәне.

—    Алдынан алаһың, һин әпәүҙәгәс, миңә ышанмай, ылыҡмай. Әйткәнгә ыжлап та бирмәй, белекһеҙ! – тип ыҫылданы бисә, асыуын еңә алмайынса.

Йәне үртәлгән ир бисәһенә:

—    Мин һине, балама әсәй булырһың, тип көткәйнем. Һин шоҡомһоҙ бер нәмә булып сыҡтың! — тип ҡысҡырҙы.

Һүҙ артынан һүҙ эйәреп, ирле-бисәле ыу-арама килделәр.

Ул арала илап арыған малайҙар, мөйөшкә һыйынып, әүен баҙарына юлланды. Сабыйҙар өсөн яҡшы ла, яман да юҡ ине был сәғәттәрҙә, улар үҙҙәренең яҡты төштәрен күрҙе, икһеҙ-сикһеҙ күктә ҡулдарын ҡанат итеп осоп йөрөнө, яңы донъялар асты. Рузил йоҡо аралаш үҙенең бер туған ҡустыһы итеп иҫәпләгән Камилды башынан һыйпап-һыйпап ала, ә тегеһе урыҡ-һурыҡ, көн оҙоно рәнйетелеүҙәрен иҫләпме, һыңҡылдап ҡуя, кескәй ҡулдары менән ағаһының муйынынан ҡосаҡлай...

Утыҙға тиклем кейәүгә сыҡмай ултырған Рима улын үткенсе бер бәндәнән тапҡайны, тегеһе фатир һәм ашап-эсеү хаҡына ҡарт ҡыҙҙың башын ҡаңғыртып йөрөнө лә, Риманың йөккә уҙыуын белеү менән ҡойроҡто һыртҡа һалды. Рузилына дүрт йәш тигәндә, ҡатыны йәшләй генә үлеп ҡалған Ғәййәр һоратты үҙен. Балаһы ла булғас, кескенә улын ҡаҡмаҫ, үҙ күрер тип өмөтләнгәйне лә ир, яңылышты. Әштер-өштөр килеп йәшәп ятыуҙарына йыл үтте, әммә һаждә бисә ошо ҡата башындай сабыйҙы үҙһенеп китә алманы. Ғәййәрҙең зитына тейгән нәмә лә ошо. Йә, ни зыяны бар инде ул баланың? Үҙ әсәһен хәтерләмәй ҙә бит, исмаһам, бисара. Башынан бер һыйпаһаң, маҙрап иркәләнергә генә тора. Мәне белмәгән бисәгә ни, үҙ туҡһаны туҡһан...

 

2013 йыл.

—        Ни өсөн бәләкәй генә ҡалала бер маньякты тота алмайһығыҙ?! Мин һеҙҙән һорайым! Ниндәй эш ҡыйратаһығыҙ ул һеҙ, ә?! Сканворд сисәһегеҙме? Сәй эсәһегеҙме? — Полковник ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. — Һеҙгә ун көн ваҡыт. Ун көн! Юғарынан ҡушалар: ошо ун көн эсендә енәйәтсе рәшәткә артында булырға тейеш!

—  Полковник әфәнде, һуң бит... Енәйәтсене улай билдәләнгән ваҡытта ғына тотоп булмай. Ғәйепһеҙ кеше эләкһә? — Тәфтишсе Бахтин ипле генә ҡаршы төштө.

—  Беҙ ни көнө-төнө эҙләйбеҙ, шамбы кеүек юҡҡа сыға, — тип һүҙ ҡыҫтырҙы уның ярҙамсыһы.

— Беҙҙең эштә “ғәйепһеҙ” тигән төшөнсә юҡ! Мотлаҡ был енәйәтте яһамаған хәлдә лә! Беҙҙең күҙгә эләккән икән — тимәк, ғәйепле! — Хужаның был һүҙҙәре менән күптәр риза булмаһа ла, ҡабат берәү ҙә ҡаршы өндәшмәне. Оторо һөйләүҙең файҙаһыҙ икәнлеген белә ине полковниктың ҡул аҫтындағылар.

Енәйәтсе бер ниндәй эҙ ҡалдырмай. Аяҡ эҙҙәрен иҫәпкә алмағанда. Ҡоралы — бысаҡ. Аяҡ кейеменә ҡарағанда, оҙон кәүҙәле булырға тейеш, моғайын, ҡаҡсалыр. Ә былай ни шаһиттар юҡ, ни ҡорбандар иҫән ҡалмай. Йыртҡыс аяуһыҙ, ҡатын-ҡыҙҙың йәшенә лә, социаль хәленә лә ҡарамай. Ҡорбандарҙы бер төркөмгә тупларлыҡ айырым билдә лә юҡ.

Әүермәндең юлын йәһәтерәк быуырға кәрәк, юғиһә тағы әллә күпме ғаиләне ҡан илатасаҡ әле ул... Быны аңлай Бахтин. Әммә әләм-борхан эш итеү хәүефле, һис бер ғәйебе булмаған әҙәмдең язаға тарттырылыуын көт тә тор. Йөҙө ҡара бәндә шылмаяҡ, ҡул аҫтынан тиерлек шылып сыға.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың күпселеге капитан Бахтин яҡлы ине, ләкин ауыҙ асып өндәшмәнеләр. Кемде лә булһа тиҙерәк ҡулға төшөрөп, “ғәйебен танырға” мәжбүр итеп, эште яба һалырға ынтылыусылар ҙа юҡ түгел ине арала. Улар артыҡ борсолмай ғына күңелдәренән иреккә сыҡҡан енәйәтселәр араһынан һонтор буйлыларҙы барланы.

Урамдарҙа, ҡала баҡсаһында полиция хеҙмәтен көсәйттеләр. Ҡала бер килке тыныс ҡына йәшәгән кеүек булды, уныһы ла аҙна самаһы. Көпә-көндөҙ, кибеткә икмәк алырға сыҡҡан туғыҙ йәшлек ҡыҙ бала юғалды. Күҙ менән ҡаш араһында, көпә-көндөҙ! Ҡыҙҙың магазинға инеп киткәнен бер нисә шаһит аңғарған. Сыҡҡанын береһе-бер күрмәгән.

Полковниктың йәнә: “Икмәк серетәһегеҙ, бөтәгеҙҙе лә ҡыуам эштән!” — тип ҡысҡырыныуы йөрәккә таш булып ултырҙы. Ҡайғынан ҡара көйгән, аҡылдан яҙыр сиккә еткән әсәнең ерҙә тәгәрәп илауын күреп, Бахтин ҡәһәтләнде: мин барыбер эҙеңә төшәсәкмен, ҡанһыҙ!

Бәләкәс ҡыҙ юғалып, күп тә үтмәне, әүкәйҙәре менән эскәмйәлә “гәп” һатып ултырған алтмыш йәштәрҙәге ҡатын юҡҡа сыҡты. Серҙәштәренән һораһалар: “Ул ни бер ҡолға буйлы егет менән көлөшә-көлөшә һөйләште лә фатирына инеп китте”, — тиеүҙән уҙманы береһе лә.

Ҡолға буйлы егет... Бәләкәй генә булһа ла яңы мәғлүмәт асылды: енәйәтсе — йәш кеше. Уның быға тиклем хөкөмгә тарттырылмаған булыуы ла мөмкин. Тимәк, мәғлүмәттәр базаһында ла юҡтыр. Был хәлде ҡатмарлаштыра. Әгәр төнгө енәйәтсе менән көндөҙ кеше урлап йөрөүсе икеһе бер үк әҙәм булһа әле. Шуныһы, ишек алдында һәр үткән-сүткәндең энәһенән ебенә саҡлы тикшереп ултырыусы әбей-һәбей был юлы әлеге “ҡолға” хаҡында аныҡ ҡына бер ни әйтә алманы. Ир кеше йә арты менән торған, йә һын-һыпатында хәтерҙә ҡалдырырлыҡ билдә юҡ. Хәйер, уның оҙон буйлы булыуы эште бер аҙ еңелләштергән һымаҡ та ул, сөнки һонторҙар һирәк. Ниңәлер, Бахтин әлеге “ҡолға”ның үҙҙәре эҙләгән йыртҡыс икәнлегенә шикләнмәй ине.

 

1995 йыл.

Мәүүә бишенсе көн эсә. Былай ҙә әҙәм баш тыҡҡыһыҙ өйҙөң ылҡаһы ҡалмаған. Иҙән тулы буш шешә, сүп-сар. Тын алғыһыҙ һауа һулышты быуа. Һыңар тояғы һыныу сәбәпле, таяҡ менән яҙа-йоҙа терәтеп ҡуйылған өҫтәлдә ҡатҡан әпәкәй һыныҡтарынан башҡа тәғәм юҡ.

Биш йәшлек Морат мөйөшкә генә һыйынып ултырған да, яртылаш күгәрә башлаған икмәк һынығына мөсһөҙ тештәрен батырырға маташа. Һыуыҡтан күгәргән аяҡтарын шунда уҡ өйөлөп ятҡан иҫке-моҫҡо араһына тығып йылытмаҡсы була, ҡайҙа инде, нисәмә көн элек тәҙрәләре ярылған өйҙә, моғайын, тышҡа ҡарағанда ла өшәнесерәктер әле. Әсәһенән өҙлөкһөҙ туҡмалыуҙан да, аслы-туҡлы йәшәүҙән дә миңрәүләнеп бөткән малай күрер күҙгә күрмәлекһеҙ генә булһа ла, буйсан. Йәүкә йөрөй, имеш тә, уны ҡатын үгәй атаһынан тапҡан. Булһа булыр, әсәһе лә ныҡ эсте Мәүүәнең. Ҡайҙа эскелек — шунда шаҡшылыҡ. “Бер ваҡытта ла ауыҙыма иҫерткес эсемлек алмайым, әсәйем кеүек, һаҫытып тәмәке лә тартмайым” — бынан ун биш-егерме йылдар элек үҙ-үҙенә биргән антын Мәүүә хәтерләмәй ҙә хәҙер. Кисә һуңғы тиндәрен тотондо. Биреүен биргәс, ни өсөн шул балалар аҡсаһын мулыраҡ тамыҙмайҙар икән? Үҙенә генә түгел бит Мәүүәнең, анау мөйөшкә һырыҡҡан бәйнәтте лә аҫрарға кәрәк. Аскернә бит үҙе лә, белгәне ашау, әле лә икмәк кимерә, ҡороғоро.

— Тор, эт балаһы! Һаман туймайһыңмы?! Бар, хәйер һорарға сыҡ! Ҡолағың ишетһен, аслан да аҡсаһыҙ ҡайтма! Баш емерелеп килә... — Мәүүә һуҡрана-һуҡрана улын өйҙән ҡыуҙы.

Морат ҡурҡышынан ырғып тора һалды ла, өҫтөнә әләм-һәләм эләктереп, тышҡа атылды. Аҙ ғына тотҡарланһа ла, әсәһенең һуғып йығыуынан ҡурҡты малай.

Һыуыҡ көҙҙөң әсе еле Мораттың сибек кенә тәнен шундуҡ тимер ҡоршауына ҡыҫты. Теше-тешкә теймәй ҡалтыранған малай, дерелдәгән күм-күк усын һоноп, аҙыҡ-түлек кибетенең алдына килеп баҫты. Халыҡ инә тора, сыға тора, тик тилмереп баҫып торған балаға иғтибар итеүселәр һирәк. Унда ла кемдер ун тин, кемеһелер илле тин ырғыта. Үҙәгенә үткән һалҡындан да, эскенәһен һыҙып ауырттырған аслыҡ тойғоһонан да әлһерәгән сабыйҙың арыҡ ҡына сикәләре буйлап күҙ йәштәре аға. Ара-тирә өлкәндәрсә ауыр көрһөнөп, теләнселәп торған малайҙы ситтән икәү күҙәтә.

— Йә, оҙаҡ уйлама, — ти тәүгеһе. — Күрәһең бит, хәҙер аяҡ һуҙа һин хәл иткәнсе.

Икенсеһе малайға яҡынлай. Эргәһенә сүгәләп, Мораттың бәләкәс кенә устарына кәнфит һала. Бер мәлгә генә көҙгө әсе елдең яшыҡ йәнен ҡыйнауын да онотоп, сабый ҡарһалана-ҡарһалана түңәрәк тәмлекәстәрҙе сәйнәй.

— Исемең нисек?

— Молат.

— Һин хәҙер Молат түгел, Алик, белдеңме?

— Ялал...

— Минең менән бараһыңмы?

Был минутта Морат өсөн үҙен кәнфит менән һыйлаған ағайҙан да һәйбәтерәк кеше юҡ, уның менән малай Ҡаф тауҙары артына китергә лә риза, шуға ла ул, “эйе” тигәнде белдереп, баш ҡаға...

Тағы бер нисә сәғәттән ошо уҡ урында буйтым ҡыҙмаса булып алған бисә ҡаңғыра:

— Улым юғалды, күрмәнегеҙме? Бына ошонда ғына ҡалғайны...

— Аҙыраҡ эсергә кәрәк ине, — ти ҙә кемдер, алға йомола. Бәләһенән баш-аяҡ.

— Үҙеңде бел, шәп кеше! — Мәүүә тегенең артынан шарылдап әрләп ҡала...

 

2013 йыл.

Быҫҡаҡ ямғыр көнө буйы яуҙы. Аяҡ аҫты лысҡылдап, асфальт түшәлмәгән урындар әҙәм үткеһеҙ булып ҡойоланды. Урамда йән әҫәре күренмәй. Ҡалалағы иң арзан кибеттәрҙең береһендә һатыусы ҡайтырға йыйынғайны. Ямғырҙың ҡойоп яуа башлағанын күреп, бер аҙ көтөргә булды. Күкте ҡомһарған ҡара болоттар ҡаплаған, донъя тотош ҡараңғыланып ҡалған. Шулай ҙа ваҡыт иртә ине әле, киске алтынсы ғына. Бүтән көндәрҙә туғыҙһыҙ ҡайтып булмай, бөгөн ниңә ҡабаланырға, кеше юҡ, кибет эсен әҙ-мәҙ тәртипкә килтерергә кәрәк, тип уйлап алды һатыусы. Үҙенең өлкәнерәк йәшенә хас булмаған таһыллыҡ менән бушаған йәшниктәрҙе бер урынға өйөргә кереште. Килеп инеүсене ул тәүҙә аңғарманы ла. Нисек шым ғына асҡан тиһең ишекте! Инеүсенең оҙон шәүләһен абайлағас, “терт” итеп ҡалды. Йәһәт кенә башын күтәрҙе. Танығас, йылмайҙы: бынауы йонсоуҙа кем йөрөй, тиһәм, йәнәһе.

— Бәй, был һинме ни? Ҡалай ҡурҡыттың, удаһалай буй-һының менән нисек улай шипкерт тә белдермәй йөрөйһөң ул, ә?

Инеүсе өндәшмәне. Керпеген дә ҡаҡмай, һатыусыға текләп ҡарап тора бирҙе. Үҙенсә ул күңеленән ниҙер хәл итә кеүек күренде ҡатынға, шуға күрә:

— Ни эштәр бөтөрөп йөрөйһөң? — тигән булды, һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй. — Берәй йомошоң бар инеме?

Һорауына яуап булмағас, йәнә аптырай төштө ҡатын. Эскән, тиһәң, еҫе сыҡмай. Әллә был күрше малайы наркотик менән “шаяра” башлағанмы? Булыр, хәҙерге йәштәрҙә инабат бармы.

— Аҡса кәрәкме әллә? Күпме? – ти һалды ҡото алына башлаған һатыусы.

Ул егеттең алдына бөтә аҡсаһын сығарып һалырға әҙер ине, тик тиҙерәк ишекте теге яҡтан япһын. Бығаса гел әҙәпле, итәғәтле күренгән күршеһе әллә нисек сәйер ҙә, хөштөмһөҙ ҙә ине бөгөн. Ул арала егеттең ҡулында нимәлер ялтырап китте.

— Нишләйһең?! — Ҡатын йән өҙгөс тауыш менән ҡысҡырҙы, аяғы менән сигнализация төймәһен эҙләне. Йыртҡыс алдан өлгөрҙө, бүре тиҙлегендә алға ынтылды ла, бысағын әсәһенең әхирәтенә ҡаҙаны.

...Кибет алдында халыҡ сыр-сыу килә. Был мәхшәрҙә ҡапылғара ни ҙә булһа аңлау мөмкин дә түгел. Бер генә ҡурҡыныс һүҙ мейегә уйыла: йәнә кемделер үлтергәндәр!

—       Эй-й, ябай ҙа ине үҙе! Хатта үтескә лә биреп ебәрә торғайны.

— Кемгә генә зыяны тейҙе икән бахырҡайҙың?

— Пенсияһын ашап ҡына ятмай, әллә нишләп интегеп эшләп йөрөнө үҙе лә...

— Эй, аллам, йәшәүе ҡурҡыныс була башланы.

— Әйтмә лә. Кешене себен шайы ла күрмәйҙәр.

Ике күрше шулай һөйләнә-һөйләнә ары китте. Уларға ҡаршы оҙон буйлы, бер аҙ көмөрәйеберәк атлаған егет килә. Енәйәт яһалған урындан юлайҡан ғына уҙып барамы, әллә төҙәүелләп киләме — әйтеп булмай. Тик ҡарашы үтә сәйер, үҙен тотошо әҙәмсә түгел һымаҡ. Кибет тапҡырына еткәс, ҡапыл боролоп, кире йүгерә.

Был ҡатындарҙың иғтибарын йәлеп итмәй ҡалмай, әлбиттә. Маньяк та һонтор кәүҙәле, тигән имеш-мимеш тә йөрөй. Күршеләр йәһәтләп кире борола.

— Үткәрегеҙ беҙҙе милиционерҙар эргәһенә!

— Милиционер түгел, полицай...

— Әдин сүрт түгелме... Ярай, үткәрегеҙ беҙҙе, әйтер һүҙебеҙ бар.

Йыйылыусылар икегә айырыла.

—     Беҙ үлтереүсене күрҙек, — тигән хәбәр һала ҡатындар Бахтинға.

Еүеш ерҙә уйылып ҡалған эҙҙәрҙе тикшереү менән мәшғүл капитан уларҙы әллә аңламаны, илтифатһыҙ ғына: “Ярай, ярай”, — тиеү менән сикләнде.

Ҡатындарҙың береһе Бахтиндың яурынына ҡағылды:

—     Иптәш полицай! Беҙ енәйәтсе менән күҙмә-күҙ осраштыҡ. Шунда ғына Бахтин эйелгән еренән тороп баҫты.

—   Йә, һөйләгеҙ...

—     Китеп бара инек. Ҡаршыға... — Ҡатындар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә асыштары менән бүлеште.

—     Апайҙар, бер ни аңламайым, берәмләп... Йә, ҡиәфәте ниндәйерәк ине? Ни өсөн унан шикләнәһегеҙ? Бәлки, енәйәтсе түгелдер?..

— Оҙон! Ике метрға яҡын. Спорт кейемендә. Эйе. Күк төҫтәге.

—     Енәйәтсе булмаһа, ниңә боролоп ҡасып китте? Ғәйепле кешеләй...

— Танауы көмөрө, йөҙө лә оҙонса.

— Үҙе ҡаҡса... шикелле. Көмөрәйеп атлай. Алға эйелеп.

Стена буйындағы ултырғыстарҙа яйлап урынлашҡас, шаһиттар Бахтинға ҡарап шымып ҡалды. Уларҙың урамдағы һүҙсәнлеге лә әллә ҡайҙа юғалды. Күрәһең, тиҫтәләрсә йылдар стеналарға ғына түгел, бындағы өҫтәл-ултырғыстарға, хатта тәҙрә быялаларына һеңеп ҡалған хәсрәт һәм ҡурҡыу хисе һәр сит кешенең психикаһына ауыр йоғонто яһайҙыр. Бахтин инде ул хәлгә күнегеп бөткән, әммә бәғзе мәлдәрҙә уға ла әлеге ҡараңғы тойғолар үҙенә генә хас бер еҫ менән аңҡый һәм яурындарға, йөрәккә йөк булып баҫа һымаҡ.

— Йә, апайҙар, яйлап, бер нәмәне лә төшөрөп ҡалдырмай, яңынан һөйләгеҙ инде, — тип өндәште, нисек тә вайымһыҙыраҡ, еңелерәк күренергә тырышып, капитан.

Ниһайәт, ҡатындарҙың өлкәнерәге телгә килде:

— Ҡанһыҙ! Күпме әҙәмдең башына етте! Атырға кәрәк мөртәтте! Кире йүгерҙе бит әле шунда уҡ, үҙенә йән ғәзиз!..

— Берҙән, апайҙар, уның енәйәтсеме, түгелме икәнлеген әлегә белмәйбеҙ. Икенсенән, беҙҙә үлем язаһы күптән бөтөрөлгән.

— Бөтөрмәҫкә ине! Шуға ла шашалар!

— Һеҙҙән, минән генә торһа, шулай эшләр инек. Күҙ алдына килтерегеҙ, хөкөм ителеүсене аттылар икән, ти. Ә бер аҙҙан уның ғәйепһеҙ булыуы асыҡлана...

— У-у-уф, шулай ҙа буламы ни?

— Аллам һаҡлаһын...

— Ситкә киттек. Һәр хәлдә мин һүҙ бирәм: енәйәтсе тотоласаҡ һәм ҡаты язаһын аласаҡ. — Капитан тәпәшерәк буйлы һорғолт сәсле йәш иргә күрһәтте. — Бына был егет беҙҙең фоторәссам була. Хәҙер үҙегеҙ тап иткән шикле әҙәмдең йөҙ-ҡиәфәтен уға ҡайтанан һөйләп бирегеҙ. Фоторобот эшләү өсөн...

Шаһиттар тағы бер ҡат кемуҙарҙан әлеге әҙәмде һүрәтләп бирҙе. Фоторәссам һорай ҡуйҙы:

—    Ә битендә берәй айырым билдәһе юҡмы? Яра эҙе, миң, һипкелдәр, ҡуйы ҡаштар, ирендәр?

— Ауыҙы ҙур, эйе-эйе, ирендәре нәҙек, ҡымтылып тора.

— Ә ауыҙы нисегерәк төҙөлгән, тиемме... Ике яҡтан һәленеп төшкәнме, өҫкәрәк күтәрелгәнме?

—     Юҡ, туп-тура. Тура һыҙылған һыҙыҡ һымаҡ.

Компьютерҙа фоторобот бына тигән килеп сыҡты. Бахтин да, фоторәссам да ҡатындарҙың күҙәтеүсәнлегенә иҫтәре китте. Ләкин Бахтиндың күңеленә икеләнеү хисе килде. Әгәр енәйәтсе ул булмаһа? Йыртҡыс бәндә бейек кәүҙәле — быға шиге юҡ капитандың. Аяҡ кейеменең эҙҙәре лә, аҙым оҙонлоғо ла шуға ишара. Ләкин йөҙ меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ҡалала оҙон буйлылар, моғайын, аҙ түгелдер.

Тәфтишсе һатыусыһы үлтерелгән кибет тирәһендә йәшәүселәрҙән һораштырып сығырға булды.

—  Бик көслө ямғыр ине, бер ни күрмәнек.

—  Иртә ҡараңғы төшкәс, тәҙрәләрҙе ҡорғанлап ҡуйғайныҡ...

—  Ул ҡойма ямғырҙа нимә аңғараһың...

Яуаптар яҡынса шул юҫыҡтараҡ булды. Әүермәнде тотоуҙа ярҙам иткән кешегә йөҙ мең һум аҡса вәғәҙә иттеләр. Шул көндө үк әлеге шаһит ике ҡатын килеп етте: беҙ күрҙек тә инде, тимәк, аҡса беҙгә тейеш, йәнәһе.

—     Әлегә беҙ ул кешенең ысындан да енәйәтсеме-түгелме икәнлеген белмәйбеҙ, бөтәһе лә асыҡланғас, үҙебеҙ һеҙҙе эҙләп табырбыҙ, — тип, көскә тынысландырып оҙатты Бахтин ҡатындарҙы.

Шул уҡ кистә полиция бүлеге тупһаһында йәнә бер һын пәйҙә булды:

— Мин бөтәһен дә күрҙем, таныным...

— Кемде танынығыҙ?

— Енәйәтселәрҙе, әлбиттә. Улар икәү ине. Улы оҙон, плащ кейгән. Әсәһе...

— Әсә менән ул икәнлеген ҡайҙан беләһегеҙ?

— Таныным, тип торам бит. Эшҡыуар Зияфа ине ул. Аҡылға зәғиф улы менән.

— Нисә метрҙан, ҡайҙан ҡарап танының?

—     Ямғыр булһа ла, магазинға сыҡҡайным. Икмәк алырға онотҡанмын да...

—  Артабан?

—     Артабан ни, тегеләр магазинға инеп киткәс, кире боролдом.

 

1990 йыл.

Бала табыу йортонда донъяға малай тыуҙы. Икенсе көнө бөтә әсәләргә лә сабыйҙарын имеҙергә таратып бирҙеләр, Зияфа эргәһенә килеүсе булманы.

— Ә минең... Минең улым ҡайҙа?! — Тәү тапҡыр әсә булған ҡатындың тауышы ҡалтыранды. — Ҡайҙа минең улым?!

— Һеҙҙе табип үҙенә саҡыра, йәһәт кенә инегеҙ, — тине лә шәфҡәт туташы сығып китеү яйын ҡараны.

Зияфа карауат эргәһендә торған ҡаталарын кейә алмай аҙапланды. Ни булған нарасыйына?! Ни өсөн саҡыралар уны?!

Табип уны яғымлы ғына ҡаршыланы, ултырғысҡа күрһәтте.

— Ултырығыҙ, беҙгә һөйләшергә кәрәк.

— Ҡайҙа минең балам?! Улым ҡайҙа?! — Сабырлығы бөткән, башына береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ уйҙар килгән Зияфа күҙ йәштәренә төйөлә-төйөлә ҡысҡырҙы.

— Бында ул, бында, тынысланығыҙ, зинһар. Тыңлағыҙ мине. Һеҙ балағыҙҙы бында ҡалдыра алаһығыҙ. Әле йәшһегеҙ, өлгөрөрһөгөҙ...

— Юҡ! Һеҙ ни һөйләйһегеҙ?! Ҡайҙа минең улым?! — Зияфа һикереп тороп, табипҡа ташланды:

— Бирегеҙ баламды!

Табип уны яурындарынан ипләп кенә ҡосаҡлап, кире ултыртты.

— Әгәр бик теләһәгеҙ, бирербеҙ улығыҙҙы. Тик мин әйтергә бурыслы. Улығыҙ дауна сирле булып тыуҙы. Аңлайһығыҙҙыр... Һеҙ уны ҡалдырып китә алаһығыҙ. Махсус йортта ундай балалар хаҡында айырым хәстәрлек күрәләр, тейешле тәрбиә бирәләр.

— Мин улымды күрергә теләйем! Бирегеҙ баламды!

— Яҡшы. Бүлмәгеҙгә ҡайтығыҙ, тынысланығыҙ. Хәҙер алып инерҙәр. Тик, ҡалдырыр булһағыҙ, имеҙмәгеҙ...

Табип әйтеп бөтөрмәне, Зияфа ярһып ҡысҡыра башланы:

—   Һеҙҙең минең өсөн хәл итергә хаҡығыҙ юҡ! Улымды бирегеҙ миңә!

Биш минут та үтмәне, улын килтерҙеләр. Бәпесе өсөн хәүефләнеүҙән, сабыйын башҡаса күрмәү ихтималлығынан ҡот әҫәре ҡалмаған йәш ҡатын улын күкрәгенә ҡыҫты: “Ҡолонсағым, алтынҡайым минең...”

Әсә уның йөҙөндә бүтән кескәйҙәрҙән айырмалы бер ни күрмәне. Ирендәрен сәпелдәтеп, бер аҙ тамшанып ятты ла бәләкәс, рәхәтләнеп имә башланы.

—   Эй, ғәзизкәйем минең, ниндәй генә булһаң да, һин минең ғәзиз бәпесем. Ҡурҡма, берәүгә лә, берәүгә лә бирмәм, йөрәккәйем...

Зияфаның һөйләнә-һөйләнә балаһын имеҙеүен бер аҙ сәйерһенеп күҙәткән башҡа әсәләр ҡабат үҙ шөғөлдәренә әйләнеп ҡайтты: кемдер сабыйын ҡайтанан йүнәтеп төрҙө, кемеһелер, әкерен генә көйләп, бәпәйен йоҡлатырға тырышты, кемдер имеҙеүен дауам итте.

Күкрәк һөтөн кинәнеп имеп ятҡан улына ҡарап, Зияфа ҡырҡ төрлө уйға сумды. Моғайын, табиптар яңылышалыр. Ире лә, ул үҙе лә айныҡ кешеләр, зат-зәүерендә ундай сирлеләр юҡ, сабыйҙары мөхәббәттә яралды. Ҡарамаҡҡа шап-шаҡтай, шалҡан кеүек малай. Әгәр яңылышмаһалар? Дауна сирлеләрҙең бер хромосомаһы артығыраҡ була, имеш, тип ишеткәне бар уның. Артығыраҡ булғас, уның бәпескенәһе нишләп кәмселекле булырға тейеш? Юҡ, ни генә булһа ла, улыҡайын бер ҡайҙа ла ҡалдырмаясаҡ. Ана бит, ниндәй һөймәлекле үҙе, супылдығы сығып имә. Бер аҙ туҡтап, ял итеп ала ла йәнә керешә. Ни йөрәгең етеп, үҙ ҡаныңдан, йәнеңдең бер киҫәгенән баш тартмаҡ кәрәк? Был мәлдә йәш ҡатынҡай ире хаҡында ла уйламай ине. Дөрөҫөрәге, Зияфа ни кисерә, нисек хәл итә — Фәтих тә шул уйҙа булырға тейеш кеүек ине уға. Сөнки ул бит әсә, әсә кеше күберәкте күрә, тоя. Әммә ире башҡасараҡ уйлай булып сыҡты. Киске имеҙеү тамамланып ҡына тора ине, бүлмә тупһаһында Фәтих пәйҙә булды. Ҡулында — күстәнәстәр, киң яурындарына аҡ халат һалған. Сәскәләре генә күренмәй.

— Хәлең нисек, һөйөклөм? — Ире сикәһенән үбеүгә бисара ҡатындың күҙҙәренән ҡайнар йәштәр атылып сыҡты. — Йә, йә, бөтәһе лә һәйбәт булыр. Йәшбеҙ бит әле, шөкөр.

Иренә һыйынып, күңел кисерештәрен сисергә самалаған Зияфа ошо “йәшбеҙ әле” тигән һүҙҙәрҙән тертләп китте. Нимәне күҙ уңында тота яратҡан ире?

Улдарын әле алып китеп өлгөрмәгәндәр ине, әммә атай кеше сабыйына әйләнеп тә ҡараманы, ҡатынын йыуатыуын белде:

— Мин белештем, иртәгә һине сығаралар. Килеп алырмын, ә хәҙергә ял ит...

“Һеҙҙе” тимәне, “һине” тине.

— Нисек?! Мине генә сығаралармы? Ә улыбыҙ? Ғәзизебеҙ?!

— Табип һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк, һөйөклөм.

Зияфа сит-ят күҙҙәр алдында бәхәс ҡуптарып торманы. Ул инде хәл иткән: улын ҡалдырмаясаҡ. Моғайын, Фәтих аңлар. Бәғеркәйен ҡулына алыу менән йәне ирер, йәлләр.

Икенсе көндө ире сәскәләр, торт тотоп килде. Баланы йәтешләп төрөп, ҡулына тотторғастары, хатта йылмайғандай ҙа итте. Зияфаның йөрәгендә өмөт шәме ҡабынды: ҡыҙыулыҡ менән әйткәндер кисә, уйламайынса. Ул бит атай, яратып китер әле улын. Малай көттө бит ул, йыш ҡына кәләшенең эсенә усын ҡуя ла, сабыйҙың тибешкәнен тойоп, ҡыуанысынан нишләрен белмәй ине.

Өйгә ҡайттылар. Бүлмәләр йыйыштырылған, аш бешкән. Бөтәһе лә тәртиптә. Тимәк, барыһы ла һәйбәт буласаҡ.

— Зияфа, — тип ҡарашын йәшереп һүҙ башланы Фәтих өҫтәл артында. — Бәлки, ныҡлап уйлап ҡарарһың, ә? Мөхәббәтебеҙ хаҡына. Мин һине бик яратам. Ләкин ғүмерлек сирле, ауыр сирле баланы ҡарап йәшәй алмайым. Үҫә килә ни булырын тоҫмаллайһыңмы ?

— Һин “мөхәббәт хаҡы” тиһең, ә сабыйыбыҙ, шул мөхәббәт емеше булған ғәзиз сабыйыбыҙ хаҡы ҡайҙа? Уның бит бер гонаһы, бер ғәйебе лә юҡ! Ни өсөн беҙҙең ғәйеп өсөн, эйе, эйе, ул сирле булып донъяға килгән икән — тимәк, беҙ ғәйепле, ни өсөн бала ыҙа сигергә тейеш?!

— Миңә карьера эшләргә кәрәк, артабан үҫергә. Һин дә юғары белемең менән өйҙә генә ултыра алмаясаҡһың. Ә бала, айырыуса ауырыу бала көндәлек хәстәрлек, даими иғтибар талап итә...

— Фәтих, һин бит бала булырын белгәс, атҡа менгәндәй шатланғайның.

— Шатландым, әлбиттә. Мин уның ғәрип булырын белгәнме ни?! Ярай, аулаҡта яҡшылап уйла, мин әсәй янына күсәм. Кире уйлаһаң, шылтыратырһың.

— Юҡ, һин ундай бәғерһеҙ түгел инең бит! Бер үҙемә йәш сабый менән нисек ауыр буласағын...

— Аҡсала мохтажлыҡ кисермәҫһең. Эшеңде, йәшлегеңде, яҙмышыңды ошо аҡылға бер төрлө бала хаҡына ҡорбан итергә хәл иткәнһең икән... ихтыярың.

Ҡатындың һулышы ҡыҫылды:

—       Һин үҙең аҡылға бер төрлө!..

Фәтих китте. Зияфа үҙен ҡулда тоторға, уның хаҡында уйламаҫҡа тырышты: һөтө яныуҙан ҡурҡты. Ахырҙа, ауылдан әсәһен күсереп алды. Фәтих ярҙамынан өҙмәне былай: аҡсалата ла, әйберләтә лә, тигәндәй. Зияфа ғына үҙен һәм улын һатҡан әҙәмгә тулыһынса бәйле булып ҡалырға теләмәне. Унан, һәр төрлө дарыу, күнекмәләр, табиптар өсөн аҡса күп кәрәк ине. Улы бер аҙ утыҡҡас, кредитҡа батып, алыпһатарлыҡҡа тотондо. Бәләкәй генә бер бүлмәне арендаға алып, унда көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән сауҙа итә башланы. Әле эшҡыуарлыҡтың киң таралып өлгөрмәгән сағы ине, шуға ла эше ыңғай ғына китте. Ваҡ-төйәк артынан Өфөгә лә, Силәбегә лә йөрөнө. Әсәһе эргәһендә ҡалған улын һағынып ҡайтыр булды, аҙ ғына буш ваҡытын да уға бағышланы, бассейнға, төрлө түңәрәктәргә алып йөрөнө, мөмкин тиклем улы менән сәләмәт тиҫтерҙәре араһындағы айырмалыҡтарҙы кәметергә тырышты. Ул арала Фәтих икенсегә өйләнде, балалары тыуҙы. Зияфа менән улын ярҙамынан мәхрүм итмәһә лә, Ғәзизде күреү өсөн элекке ғаиләһенә килеп тә сыҡманы. Ҡасандыр өҙөлөп һөйгән кешеһенең башҡа ҡатын менән йәшәп ятыуын күреүе ҡыйын ине Зияфаға. Һыр бирмәҫкә, хис-тойғоға буйһонмаҫҡа тырыша ла бит, күңел — йүгәнһеҙ ат, тотоп-тыйып булмай. Был ҡалала уға һәр нәмә мәхрүм яңғыҙлығын хәтерләтеп тора кеүек. Етмәһә, Фәтих менән йәш бисәһе, кескәйҙәрен этмә арбаға һалып, бәхетле йылмая-көлә гел ҡаршыһына сығалар. Әйтерһең, Зияфа йөрөгән урамдан башҡа урын юҡ. Ул арала һин дә мин генә күренгән әсәһе, ҡатындың былай ҙа етем күңелен үкһеҙләндереп, ҡапыл ғына йөрәк өйәнәгенән вафат булып ҡуйҙы. Зияфаға фатирын алмаштырып, икенсе бер бәләкәйерәк ҡалаға күсеүҙән башҡа сара ҡалманы.

 

2013 йыл.

Рәйфә, асылда, берәүҙе лә күрмәгән дә, танымаған да ине. Ҡолағына енәйәтсенең бейек кәүҙәле булыуы салы-сарпы ишетелеп ҡалғас, ул бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тотмаҡсы булды. Берҙән, әлеге эшҡыуар Зияфаға егерме мең һум бирәсәге бар. Самаһы — шул бурыстан, дөрөҫөрәге, үҙенә аҡсалата ярҙам күрһәткән ҡатындан ҡотолоу. Әтеү, йөрөй әллә кем булып. Иҫәр бала тапҡан, тимәҫһең. Инде итәғәтле булып ҡылана бөтәһенә, йәнәһе, ул ябай, үҙ кеше. Боралҡы ла икән әле үҙе, был ҡаланыҡы түгел. Унан, әсәле-уллы икәүһен ултыртып ҡуйһалар, Рәйфәнең эсен тишәме йөҙ мең?

—  Әгәр суд була ҡалһа, әйткәндәрегеҙҙе дөрөҫләйһегеҙме?

—  Дөрөҫләйем, кәнишнә. Дөрөҫләмәгән ҡайҙа! Йөрөмәһендәр әле күҙ көйөгө булып, әллә ҡайҙан килеп...

Бахтин Рәйфәнең һөйләгәндәрен ҡағыҙға теркәп, ҡул ҡуйҙыртты. Әммә полковникка керергә ашыҡманы. Шаһитта уны ниҙер бик һағайта ине. Ышандырырлыҡ итеп һөйләргә тырышһа ла, Рәйфәнең күҙҙәрендә ниндәйҙер ялғанлыҡ, яһалмалылыҡ тойолғандай ине тәфтишсегә. Бүтәндәр менән фекер алышмай ғына ул тәүҙә “енәйәтселәр” йәшәгән йортҡа барып килергә ҡарар итте. Әммә һуңланы. Уның күҙ алдында эшҡыуар Зияфа менән улын полиция машинаһына этеп-төртөп индереп, алып та киттеләр.

— Полковник әфәнде, мин эштең айышына төшөнмәнем, — тип киҫкен генә мөрәжәғәт итте етәксеһенә Бахтин. — Һеҙ әүермән буйынса эште икенсе берәүгә тапшырыуығыҙ тураһында әйтмәнегеҙ...

— Әйтмәнем, сөнки бына бында, — полковник усы менән өҫтәлгә һуҡты, — һинең өҫтән ялыу бар. Ни өсөн шаһит һөйләгәндәргә шик белдерҙегеҙ? Теркәмәнегеҙ?

— Теркәнем, бына ул.

—       Ниңә мин был хаҡта яңы беләм?! Ҡыҫҡаһы, эште тулыһынса Хамовҡа тапшыр.

— Полковник әфәнде...

— Фарманды үтә!

Бүрәнә аша бүре күреп, кеҫәһенә күктән төшкән йөҙ меңдеһалырға, бер юлы бурысынан да ҡотолорға хыялланған бисә, Бахтиндан сыҡҡас та полковникка инеп, тәфтишсенең илтифатһыҙлығына зарланып өлгөргәйне. Нимәһелер оҡшаманы Рәйфәгә Бахтиндың. Йыртҡыс һиҙемләүе менән ул капитандың үҙенә ышанмайыраҡ ҡарауын тойомланы һәм эште үҙ ағышына ҡалдырмаҫҡа булды... Сибәр, һомғол буйлы, бисә-сәсәгә саманан тыш иғтибарлы Хамов менән иһә Рәйфә тиҙ үк уртаҡ тел тапҡайны. Карьера баҫҡысынан үрләргә атлығып торған, кешенең ғәйепле-ғәйепһеҙлегендә артыҡ соҡсонорға яратмаған лейтенант Хамов был эште йәһәт кенә яба һалып, үҙен күрһәтеп ҡалырға ашыҡты. Зияфа менән улынан һорау алғанда, Бахтин хеҙмәттәшенән бүлмәлә ҡалыуҙы үтенде.

—     Бәлки, һиңә берәй ярҙамым тейер, — тигән булды ул Хамовҡа.

Тегеһе ризалашмай булдыра алманы, Бахтин, ни тиһәң дә, унан юғарыраҡ чинда бит.

Ҡулдарын артҡа шаҡарып бығау кейҙерелгән ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәр тирәһендәге ҡатынды индерҙеләр. “Килештерәләр, — тип уйлап ҡуйҙы Бахтин. — Типһә тимер өҙөр ирҙәр сибек кенә ҡатынды бығаулап йөрөтә”. Хамов бығауҙы сисергә ҡушты. Ғәйепләнеүсе ҡулдарын ыуып торҙо ла:

— Улым менән мин нишләп бында? — тип һораны.

—       Егерме бишенсе июль көндө киске биш менән алты араһында ҡайҙа булдығыҙ ?

— Әлләсе... Минең хәтерем улай уҡ шәп түгел, ваҡиғаны көнө-сәғәте менән һаҡламай. Бер айға яҡын ваҡыт үткән бит.

— Хәтерләү-хәтерләмәү һеҙҙең мәнфәғәттә!

— Моғайын, үҙемдең магазиндалыр, аҙнаһына өс мәртәбә тап шул мәлдә һатыусыларҙан аҡса ҡабул итәм.

—     Тимәк, тәүҙә аҡса йыйғанһығыҙ, һуңынан улың менән икәүләп кеше үлтерергә юлланғанһығыҙ. Шулаймы?

—   Нисек? Кеше үлтерергә?! Һеҙ ни һөйләйһегеҙ?!

Хамов ауыр йоҙроғо менән өҫтәлгә килтереп һуҡты, унда өйөлөп ятҡан папкалар сәселеп китте хатта.

—     Бында һорауҙы мин генә бирәм. Нисек үлтерҙегеҙ, һөйлә! Ҡатын ағарынып китте, унан ҡапыл иҙәнгә теҙләнде:

—     Зинһар, улымды бынан сығарығыҙ, ярамай балаҡайыма бында, аңлайһығыҙмы?! Иремә шылтыратырға рөхсәт итегеҙ, улымды килеп алһын!

— Ниңә улығыҙға бында ярамай ? Ә кеше үлтерергә яраймы ?

— ҡ, юҡ, беҙ үлтермәнек, берәүҙе лә. Ә улым сирле...

— Нисек сирләй? Психик ауырыумы?

— Эйе, тыумыштан. Тик ул аҡылһыҙ түгел, яҡшыны ямандан айыра. Иремә шылтыратырға рөхсәт итегеҙ. Телефонымды бирегеҙ.

Хеҙмәттәшенең ишетмәмешкә һалышыуын күргән Бахтин:

— Ҡулға алыныусының бер тапҡыр шылтыратырға хоҡуғы бар, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы.

Хамов капитанға сәйер генә ҡарап ҡуйҙы ла:

—  Шаһитты индерегеҙ, — тип бойорҙо ярҙамсыһына.

Рәйфә инде. Бахтиндың үҙенә керпек тә ҡаҡмай текәлеп ултырыуын күргәс, эйелеп, итәген төҙөткеләне, ҡарашын ситкә алырға ашыҡты. Ғәйепләнеүсе иһә уға төбәлгән дә ҡатҡан.

—  Шаһит, һеҙҙең алда кем икәнлеген таныйһығыҙмы? Рәйфә йәнләнә төштө.

—  Таныйым, таныйым... Мин уны егерме бишенсе июль көнө улы менән икеһен енәйәт яһалған урында күрҙем.

—      Рәйфә, беҙ һинең менән электән таныш та инде, ни һөйләйһең?!

— Элек бер-ике күргәнем бар инде.

—      Ғәйепләнеүсе, ҡамасауламағыҙ! — Хамов дорфа ғына өндәште.

Рәйфә ҡабат ҡарашын йәшермәһә лә, һөйләгәндә күҙҙәре әле былай, әле тегеләй йүгергеләне.

“Алдашыу билгеһе, — тип үҙенсә һығымта яһаны Бахтин. — Йөҙ мең һум шулай башын әйләндергәнме был ялған шаһиттың, әллә ғәйепләнеүселә берәй үсе бармы?”

Шулай уйларға ла өлгөрмәне, Зияфа ҡысҡырып ебәрҙе:

— Һин бит бурысыңды түләмәҫ өсөн ялғанды һөйләйһең! Ярай, түләмә, тик, зинһар, улай яла яҡма! Беләһең бит Ғәзиздең сирле икәнлеген, ниңә гонаһтан ҡурҡмайһың?!

Был бисәне Зияфа ҡасандыр кибетенә йыйыштырыусы итеп тә алғайны, әммә Рәйфә эшһөймәҫ бер нәмә булып сыҡты. Улай ғынамы, тауар ҙа юғалғылай башланы. Һатыусы булып эшләгән йәш кенә ҡыҙҙар илай-илай ҙа үҙ кеҫәһенән түләй. Бер нисәүһе эштән дә китте. Рәйфәнең эҙенә төшкәнсе байтаҡ ҡына ваҡыт үтте әле. Кемдең уғры икәнлеген белгәс, Зияфа йыйыштырыусыһын эштән ебәрҙе. Әммә Рәйфәнең матди хәле ауыр булыуын белгәнгә күрә, бер ҡайҙа ла хәбәр итмәне. Өҫтәүенә, унан алдараҡ ҡына Рәйфәгә егерме мең һум үтескә лә биреп өлгөргәйне. Бына бөгөн килеп... Шаһитты сығарып торҙолар.

Зияфаның улын индерҙеләр. Көн эсендә күҙгә күренеп үҙгәргән, сикәләре ослайып киткән. Ғәзизен ошо хәлдә күреп, әсәнең йәне ҡыйналды.

—  Әсәйең иҫләмәй, бәлки, һин әйтерһең, 25 июлдә кис ҡырын, биш менән алты араһында, ҡайҙа булғанығыҙҙы?

Ғәзиз бер нисә секундҡа ғына уйланып торғандай итте лә теҙеп китте:

—  Ул көнө ҡойоп ямғыр яуҙы. Тәүҙә быҫҡаҡлап ҡына, ә һеҙ әйткән ваҡытҡа күктең төбө тишелдеме ни! Ағай, әллә күк төбө ысынлап тишелдеме икән ул саҡта, ә? Әсәйем менән ҡала баҡсаһына барырға тейеш инек, ямғыр биҙрәләп ҡойғас, сыҡманыҡ та ҡуйҙыҡ. Өйҙә генә ултырҙыҡ. Мин компьютерҙа уйнаным, әсәйем... — Ғәзиз, күҙҙәрен йомоп, тамшанғандай итте. — Әсәйем бәлеш бешерҙе. Балан бәлеше. Балан бәлешен бигерәк яратам, ағай, ә һеҙгә ниндәй бәлеш оҡшай? — Еткән егеттең сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән үҙенә өндәшеүе Бахтинды тетрәтте. Шул уҡ ваҡытта бынан ай самаһы элек булған ваҡиғаны кисә генә булған хәлдәй һис бер икеләнеүһеҙ бәйән итеүе ғәжәпләндерҙе. Хамовҡа иһә бөтә был хәл оҡшамай ине. Ғәйепләнеүсе үҫмерҙең бөтәһен дә яҡшы хәтерләүе лә, уның үҙенә түгел, Бахтинға яҡын күреп өндәшеүе лә. Уға йәһәтерәк эште ябырға, етәкселектең маҡтау һүҙҙәрен ишетергә кәрәк. Бәлки, үрләтеп тә ебәрерҙәр, кем белә.

— Һеҙ, Зияфа Килдина һәм Ғәзиз Килдин, кеше үлтереүҙә ғәйепләнәһегеҙ. Егерме бишенсе июлдә кисен Төҙөлөш урамындағы бишенсе һанлы магазин һатыусыһын үлтереүҙә! — Хамовтың һүҙҙәре тимергә сүкеш менән бәргән кеүек ҡаты һәм ҡәтғи яңғыраны.

— Юҡ, ағай, беҙ өйҙә бәлеш ашап ҡына ултырҙыҡ. Әсәйем ни, себен үлтерергә лә йәлләй бит ул. Минән хатта күгәүен дә үлтертмәй, ҡыуып сығар, ти. Ә күгәүенде ҡыуып сығарыу еңел түгел, сағыша ла инде ул, ибет, ағай? — Ғәзиз йәнә Бахтинға өндәште.

— Кем үлтерҙе һуң?

Хамовтың һорауына Ғәзиз һорау менән яуап ҡайтарҙы:

— Күгәүендеме?

—     Ниндәй күгәүен?! Һин бында минең башты ҡаңғыртма, йәме!

— Нимәне һуң?

— Һатыусыны, тием, һатыусыны!

— Ә-ә-ә... Ағай, ул кеше лә инде, кешене ярамай үлтерергә.

—       Ярамағанын мин дә беләм. Һинән һорайым: әсәйең үлтерҙеме, һинме?!

— Әсәйем дә түгел, мин дә түгел.

—         Иң һәйбәте: ғәйебегеҙҙе таныу. Был һеҙҙең хәлде еңеләйтәсәк.

Ғәзиз әсәһенә боролоп ҡараны. Уның ялыныслы ҡарашын үҙенсә аңланымы, әллә иң яҡын кешеһенә хәүеф янауын тойоп, ҡошсоҡтай йәне тетрәнеме, ни ҙә булһа, ул алға, Хамовҡа ҡарай ынтылды. Тегеһе хатта артҡа янтайып китте.

—   Әсәйемә теймәгеҙ! Ул ғәйепһеҙ! Мин, тиер инем... Кешене нисек үлтерәләр һуң? Башына сирткәнгә генә бирешмәй ҙә ул. Себен үлтергес шапылдатҡыс менән һуғырғамы икән? Әллә... — Улының хыялый кеүек үҙ алдына һөйләнә башлағанын күргән әсәнең йәне өҙөлгәндәй булды:

—  Күрмәйһегеҙме?! Ул бит сирләй! Ул ни һөйләгәнен белмәй! Туҡтатығыҙ был кәмитегеҙҙе! — тип өҙгөләнеп ҡысҡырҙы ул.

Бахтинға бөтә был күренеш сәхнәлә барған аяныс трагикомедияны хәтерләтә ине. Ул үҙенең был эште алып барыуҙан ситләштерелеүен әсенеп уйлай, Хамовтың эште ниндәй маҡсатта тиҙерәк ябырға тырышыуын да аңлай, әммә ҡыҫтырыла, ниҙе лә булһа үҙгәртә алмай.

Күҙләштереүгә уның шаһиттары ла саҡырылғайны. Йәнә Рәйфәне һәм әлеге ике ҡатынды индерҙеләр. Рәйфә Ғәзизде лә “таныны”. Быға ҡаршы егет:

—  Апай, алдашыу оят бит ул, ә һин алдашаһың, үҙең әсәйемә дуҫ булып йөрөйһөң, — тине.

—      Ашыҡмағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, — тине Бахтин. — Бәләкәй генә яңылышыуҙың да фажиғәгә килтереүен онотмағыҙ.

Ҡатындар икеләнде. Улар Зияфаны белмәй ине, ә бына теге көн юлдарына осраған егет ошо булдымы, әллә икенсеме? Буйға оҙон булыуы, танауы уны хәтерләткән дә һымаҡ, ләкин теге егет олораҡ ине, буғай, көмөрөрәк тә күренде. Быныһы иһә төп-төҙ, башын юғары тота, күҙгә тура ҡарай. Ҡарашы ла бөтөнләй икенсе. Өҫтәүенә, һул битендә бармаҡ уйымындай миңе лә бар. Ул миңде нишләп аңғарманы икән һуң улар?

Ниһайәт, шаһиттарҙың йәшерәге телгә килде:

— Беҙ күргән кеше олораҡ ине.

—    Нисек олораҡ? Нисә йәштә? — Хамовҡа ҡатындарҙың икеләнеүе оҡшаманы. — Ныҡ оломо?

—    Юҡ, ул да йәш кеше. Ләкин был бит бала ғына. Ә теге ҡатҡыл, йонсоуыраҡ та һымаҡ.

Һүҙгә өлкәнерәге ҡушылды:

— Тегенең миңе лә юҡ ине.

Бахтин еңелерәк тын алды. Әле Хамов оло тырышлыҡ менән “енәйәтсе” мөһөрө ҡуйырға ашыҡҡан әсә менән улдың үлтереүсе булыуына ул ышанмай ине. Күрәләтә ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итеп ҡуйһалар...

—    Һеҙ нимә, шул арала миңен дә күреп өлгөрөргә тейеш инегеҙме ни?! Ул бит ҡапыл боролоп ҡасҡан! — Хамов шаһиттарға баҫым яһай башланы. — Бер үк кешенең атлауы ла төрлөсә булыуы мөмкин!

—    Әллә... Шул микән? — Шаһиттарҙың олорағы аптырауын белдерҙе.

—       Юҡ, ул түгел! Был икенсе! — Йәшерәге һүҙендә ныҡ торҙо.