Кеше һәм тәбиғәт
Әнүзә МӘЖИТОВА, Баймаҡ районы
“Күгәрсендәрҙе малай саҡтан яраттым”

Магнитогорск ҡалаһынан Өмөтбайға күсеп килгән Виктор, ике ҡатлы ҡош ояһы төҙөп, күгәрсендәр үрсетә башлаған, тигән хәбәр ауылға тиҙ таралды. Ауыл өсөн бөтөнләй ят, табыш килтермәгән шөғөл тураһында ишетеп, барыһы ла аптырап ҡалды. Күгәрсен аҫрағансы, тауыҡ көтһә , йомортҡаһы ла, ите лә булыр ине,тиеүселәр булды. Минең икеләнеүҙәрем иһә Виктор Филоненконың күгәрсендәрен күргәндән һуң юҡҡа сыҡты.

 

Ауыл китапханаһында балалар менән “Ҡоштар – ҡанатлы дуҫтар” тигән сара үткәргәйнек. Ҡоштар тураһында һөйләштек, йомаҡтар систек, һуңынан Виктор Львовичтың йортона киттек.

Тыныслыҡ символын кәүҙәләндергән ҡоштар тураһында ниндәй генә шиғырҙар ижад ителмәгән! Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебайҙың “Күгәрсенем – күк ҡошом” шиғырында ошондай юлдар бар:

Ҡаурыйҙарың ебәктән,

Өлтөрәктәрең аҡ ҡына.

Аяҡтарың ҡып-ҡыҙыл,

Аҙымдарың ваҡ ҡына.

Күгәрсенем – күк ҡошом,

Һин бит бала саҡ дуҫым!

Филоненко беҙҙе йылы ҡаршыланы. “Өмөтбай ауылына килеп йәшәгәнемә – ете, ә күгәрсендәр аҫрауыма дүрт йыл, – тип һөйләне ул. – Малай саҡтан күгәрсендәрҙе яраттым, көтөргә хыялландым. Ҡалала йәшәгәндә хатта балконда көтөп маташтым, аҫтағы ҡаттағыларҙан шуның өсөн әрләнеп бөтә инем, әле килеп, ниһайәт,  хыялым тормошҡа ашты!”

Ике ҡатлы был ҡоштар йортонда ниндәй генә күгәрсендәр юҡ: декоративы ла, николаев, дракон, баҡы, ябай, аҡ, күк күгәрсендәр ҙә, хатта почта ташығандары ла бар. Тарихтан белеүебеҙсә, һуғыш ваҡытында тап ошо почта күгәрсендәре яу яландарында кәрәкле мәғлүмәтте урын-еренә күп еткергән.

“Күгәрсендәремде осороп ҡарарға тип күршенең машинаһы менән алыҫҡа киткәйнек, гаражда электр плитәһен һүндерергә онотҡаным иҫемә төштө, шылтыратырға кеҫә телефоным да өйҙә ятып ҡалған. Почта күгәрсененең аяғына записка бәйләп осорҙом. Ҡайтып етеп, ҡатынымдың яурынына килеп ҡунған”, – тип көлөп һөйләп алды Виктор.

Күгәрсендәрҙе ул Әбйәлил районы Тирмән ауылында йәшәгән күгәрсен аҫраусы Фәриттән ала икән. Фәриттең күгәрсендәре йөҙҙән ашыу, бөтәһенең дә аяҡтарына тимер балдаҡ кейҙерелгән. Ул ҡоштарын  Миәс, Верхнеуральск ҡалаларына алып барып осора һәм улары осоп ҡайтып етә икән.

Күгәрсендәре тураһында бирелеп һөйләгән Викторҙан ҡоштарҙың хаҡын һорашмайынса түҙмәнем. Ҡыйбат ҡына. Тауис ҡошоноҡо кеүек ҡойроҡтары йәйғор төҫлө күгәрсендәр декоратив тип атала, бер пары – ун биш мең һум. Уның хужалығында был күгәрсен берәү генә.

Әле ҡырҡтан ашыу күгәрсене бар. Ҡайһылары йомортҡа баҫып ултыра. Инә ҡош менән ата ҡош йомортҡаны алмашлап баҫа икән. Береһе көндөҙ ултырһа, икенсеһе — төнөн. Әгәр баҫып ултырған ҡоштоң береһе үлһә, уны бөтөнләй ят икенсе ҡош алмаштыра. Бына бит ниндәй бала йәнлеләр!

Йәй көнө иректә осҡан күгәрсендәрҙе ҡарсыға күпләп ҡыра, баҡһаң. “Күгәрсенемде ҡарсыға тибеп алып киткәс, артынан йүгерҙем, үҙем ҡысҡырам, һыҙғырам. Тыпырсынған ҡошсоғомдо йылғаға төшөрөп китте. Ҡошҡайым күҙемә мөлдөрәп ҡарап, ярҙам һораған кеүек ята, ҡанаты аҫтынан ал таҫма булып ҡан һарҡый. Йәлләүҙән йөрәгем өҙөлөп төшә яҙҙы. Барыбер йүнәлтеп алдым, ана йөрөп ята”, – тип аҡ ҡына күгәрсенгә күрһәтте ҡоштар хужаһы.

Уҡыусыларым был фәһемле осрашыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалды. Күптәре күгәрсен алып аҫрарға теләк белдерҙе. Уларға Виктор Львович ярҙам итергә вәғәҙә лә бирҙе.

Әле ул күгәрсендәре менән күргәҙмәлә ҡатнашырға хыяллана. Ҡоштарын бала кеүек ҡараған В. Л. Филоненкоға уңыштар теләйбеҙ, изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай.

Күгәрсендәр хужалығын күреп ҡайтҡас, минең дә ҡоштарға булған ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер артты. Ысынлап та, ауылдарҙа йыртҡыс ҡоштар күбәйҙе. Ҡарға, һайыҫҡан баҡсала үҫкән ағастарҙа оя ҡороп, бала сығара. Себештәрҙе һағалап ҡына тормаһаң, алып китергә әҙер генә торалар. Күптәребеҙҙең эшләгән сыйырсыҡ оялары бөгөн дә буш тора. Сөнки йылы яҡта, виноградты ашайҙар тип,  сыйырсыҡтарҙы күпләп ҡыралар икән. Шулайҙыр.

Ҡоштар – тәбиғәт биҙәге. Улар тәбиғәттең ғәжәйеп бер бүләге, мөғжизәһе. Ҡоштарҙы өйрәнеүсе белгестәрҙең һанауынса, ата һәм инә ҡош, ояһынан 300–600 ҡабат осоп сығып, балаларына ашатыр өсөн 3800-гә яҡын ҡаршылауыҡ, бөжәкте юҡ итә.

Быйыл Экология йылы. Йылдан-йыл Ер шарында йәшеллек кәмегән кеүек, ҡоштар ҙа әҙәйә. Ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам күрһәтәйек ҡанатлы дуҫтарыбыҙға!

Әнүзә МӘЖИТОВА,

Баймаҡ районы, Өмөтбай ауылы.

 

Вставка

Күгәрсендәр (лат. Columbidae) — күгәрсен һымаҡтар отрядының берҙән-бер ғаиләһе. Яҡынса 300 төрҙән тора. Ғаиләгә Евразияла һәм Америкала таралған күгәрсендәр һәм әберсендәр инә. Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә күгәрсендәрҙең 9 төрө йәшәй.

l     Ҡоштарҙың оҙонлоғо 15 см-ҙан 75 см-ғаса, ә ауырлыҡтары 30 грамдан 3 кг-ға етә. Иң эре вәкиле моронло тажлы күгәрсен (Goura victoria) иҫәпләнә. Ул төр Папуа-Яңы Гвинеяла йәшәй. Иң бәләкәй күгәрсен — гәүһәр һыҙатлы әберсен (Geopelia cuneata) –  Австралияла. Уның ауырлығы ни бары 30 грамм ғына. 

l     Күгәрсендәр моногамдар; иштәрен бер нисә йыл рәттән һаҡлап ҡалалар. Туй (ҡыуаныу осоро) мәле бер нисә тапҡыр ҡабатлана, ул ерҙә лә, һауала ла үтә. Ата ҡош сүгәләп ҡуҡыһына һауа тултыра, башын һуҙа, ҡойроҡтарын ҡабарта, ҡанаттарын ергә хәтле төшөрә, аяҡтары менән ерҙе тырнай. Ҡайһы бер төрҙәр һауала осоп бер-береһен ашата. Үрсеү ваҡыты аҙыҡ булыу-булмауға бәйле. Аҙыҡ күп булған осорҙа йыл буйы дауам итһә, аҙыҡҡа ҡырыҫыраҡ мәлдә ваҡытлы ғына була. Йышыраҡ йылына ике мәртәбә йомортҡа һалып баҫалар (һирәк осраҡта 4-5 мәртәбә).  Башлыса 1-2, һирәк осраҡта 4-кә хәтле ап-аҡ йомортҡа һалалар. Баҫып сығарыу осоро 14 көндән алып бер айғаса бара (төрөнә ҡарап). Күгәрсен һымаҡтарҙың балаларын ашатыуы башҡа ҡоштарҙан бик ныҡ айырыла һәм ул бик үҙенсәлекле. Ҡоштарҙың бөрләтәүҙәрендә туҡлыҡлы матдә — күгәрсен һөтө бүленеп сыға. Ошо шыйыҡса менән себештәрен туҡландыралар, себештәр бик тиҙ турыға.

l     Төрлө баһаламаларға ҡарағанда, күгәрсен 5−10 мең йылдар элек ҡулға эйәләштерелгән. Шул осорҙан алып бик күп йорт күгәрсене тоҡомдары үрсетелгән. Иң танылған төрө – почта күгәрсене. Ҡайһы бер төрҙәр – матурлыҡ өсөн, ҡайһы берҙәре ярыштар өсөн махсус үрсетелгән. Күп кенә тантаналарҙа әлеге ваҡытта ла күгәрсендәр осороу ғәҙәте бар. Был тыныслыҡ символы булараҡ ҡулланыла. Бының өсөн махсус ап-аҡ төҫтәге күгәрсендәр үрсетелә.

l     Күгәрсен образы бик күп боронғо яҙмаларҙа сағылыш тапҡан.

  •  Беренсе тапҡыр Танахта күгәрсен тураһында телгә алына.  Нух (Ной) Ҡоро ер барлығын белер өсөн, кәмәнән иң беренсе ҡоҙғондо осороп ебәрә, аҙаҡ күгәрсен ебәрелә. Күгәрсен суҡышында зәйтүн ағасы ботағын алып килә. Был һыу кәмеп, ер ҡорой башлағанды белдерә.  Зәйтүн ботағы ҡапҡан күгәрсен һыны халыҡ-ара тыныслыҡ символы булып ҡала.
  •  Шумерҙарҙың эпосы Гилгәмештә лә шулай уҡ Бөтә Донъяны һыу баҫҡан ваҡыт тураһындағы яҙмала ҡоҙғон менән күгәрсен тасуирланған.
  • Ә христиан динендә күгәрсен изге рухҡа бәйле һүрәтләнә.

(Башҡорт Википедияһынан алынды).