Сәнғәт һәм спорт
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
“Мәктәп вальсы”ның йондоҙло мәле

 

Күңел ептәренең бер осонан икенсе осона тиклем зымбырҙатып, берсә күҙҙәрҙе йәшкә мансыған, берсә бейектәргә күтәргән моң була донъяла. Минең өсөн ул моң – “Мәктәп вальсы” тип атала.

Был донъяға нимә булған?

Тирә-яғы моңға сумған.

Йылмаябыҙ ҡара-ҡаршы,

Ә күҙҙәрҙгә һағыш тулған…

Мәктәпте тамамлағаныма ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, май аҙаҡтарында уйҙарымды сорнай ул һаман. Иртәме-кисме, һорап та тормайынса, тел төбөмдө ҡытыҡлап бер була. Яңғыҙ ҡалған мәлдәремде саҡ көтөп алам да, бар тауышыма ҡысҡырып йырлайым, ирекһеҙҙән, күҙ йәштәрем үҙенән-үҙе аға һәм мин хәтирәләргә биреләм…

Урта мәктәпкә күрше ауылға йөрөп уҡырға кәрәк булғас, атайым менән әсәйем мине бигерәк йәлләгәйнеләр. Берҙән – кәүҙәгә бәләкәймен, икенсенән – тырыш ҡына уҡыусымын, юл ығы-зығыһы минең уҡыуға булған теләгемде юғалтып ҡуйыуы ла бар, тип уйлай инеләр. Шуға Сибайҙағы интернат-мәктәпкә бирҙеләр.

Ябай ғына һүҙ менән әйткәндә, ул ваҡыттағы интернат-мәктәп минең өсөн барлыҡ йыһан булды. Тәрбиәселәр, уҡытыусылар тәрбиәләнеүселәр менән көндәр буйы ҡайнаша ине. Һәр баланы төрлө яҡлап үҫтерегә, ҡеүәтләргә тырышалар. Ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй, ваҡытыңды дөрөҫ бүлә бел генә! Әммә быларҙың барыһынан да өҫтөнөрәк бер нәмә минең күңелемдә уйылып ҡалған. Ул да булһа, интернатыбыҙҙың ижад донъяһы. Был донъяның тәхетендә үҙебеҙҙең композиторҙарыбыҙ, шағирҙарыбыҙ ултырҙы. Шағир Ҡадир Әлибаев, Зөһрә Фәйзуллина. Композиторҙар Юлай Моратов, йәнә лә Зөһрә Фәйзуллина. Уларҙың иң матур йырҙары тап интернатыбыҙ эсендә тыуып, шунда ҡанат ҡаҡты тиһәм дә яңылышмам. Ниндәй генә байрам булмаһын, үҙебеҙҙең композиторҙарыбыҙ Юлай Моратов менән Зөһрә Фәйзуллинаның ихлас ижади донъяһында үтә ине. Ә иң иҫтә ҡалғаны – һуңғы ҡыңғырау байрамы. Ул да үҙебеҙҙең ижад емештәренән генә төҙөлә торғайны.

Тәү тапҡыр “Мәктәп вальсы”н ишеткәс, мин уны интернатыбыҙҙың гимнылыр тип уйлағайным. Сөнки һуңғы ҡыңғырау байрамы башланғанда, иң тәүҙә ҡыҙыл байраҡ индерәләр, шунан һуң ошо йыр йырлана, сығарылыш класы уҡыусылары вальс әйләнә. Был мәлдә уларҙың кемеһелер күҙ йәштәренә ирек бирә, ҡалғандары тыныс ҡына түҙеп, йылмайған йөҙ сығарып йөрөй. Әммә был линейка ваҡытында ғына шулай, тантанан һуң, баяғы

“түҙемле ҡалғандар” ҙа бүлмәләренә йүгереп ҡайтып, йырҙың йоғонтоһон күҙ йәштәре менән баҫа… ( Бер ваҡыт, ошондай илаһи мәлдә, линейканың иң ҡыҙған мәлендә бер ҡыҙ иҫен юғалтып йығылғаны ла хәтеремдә. Был хәл дә, моғайын, моң тәьҫирелер!) Бындай хәлдәр совет заманында, үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында булғайны.

Әммә “Мәктәп вальсы”ның “ғүмере” оҙон булып сыҡты, шөкөр. Быйыл уның яҙылыуына тулы утыҙ йыл! Автор үҙе әйтеүенсә, йөрәк төпкөлөнән урғылып сығып, башҡаларҙы ла моң донъяһында бәүелтер вальс. Был моң изгелеккә, яҡтылыҡҡа сорнай, күңелгә өмөт осҡондарын һала, дәрт-дарман өҫтәй.

Эйе, вальсыбыҙ йылдан-йыл әле генә яҙылғандай булып яңғырай, сығарылыш класы уҡыусыларын оҙон юлға оҙата. Йырҙың һүҙҙәре лә үтә мәғәнәле шул:

Борсолмағыҙ, тапшырырбыҙ,

Заман ҡуйған һынауҙарҙы.

Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ

Уйҙарҙағы хыялдарҙы!

… Мин үҙемде бәхетле кеше итеп һанайым. Сөнки ошо мәңгелек вальстың авторы менән яҡындан танышмын. Зөһрә Фәйзуллина – шағирә, композитор, драматург, сценарийҙар авторы, уҡытыусы. Уның йырҙарын башҡармаған йырсы юҡтыр республикабыҙҙа. Ә минең өсөн ул мине аңлаусы, яңы башланғыстарыма әйҙәүсе, ауыр саҡта иң тәүгеләрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙыусы, әхирәт һәм серҙәш. Балаларым бишектә ятҡандарында уҡ уның йырҙарына бәүелделәр, мөғжизәле көйҙәренә ҡушылып моңланырға, йыр яратырға ла өйрәнделәр. Хәйер, тап “Мәктәп вальсы”нда үҙҙәре, балалары, уларҙың балалары ла, тағы әллә нисә быуын әйләнеп, мәктәп менән хушлашыр, оло тормошҡа юл алыр әле!