Яңылыҡтар
“Шоңҡар” – Әбдрәхимдә

Үткән йыл һуҙымында “Шоңҡар” журналы биттәрендә “Бер урам тарихы” конкурсы бик йәнле барҙы. Республиканың тиҫтәнән ашыу төбәгенән бик тә шәп һәм күркәм урамдар хаҡында мәҡәләләр баҫылды, шәхестәр хаҡында белешмәләр бирелде. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң, проект еңеүсеһе тип Сажиҙә Фәйзрахманованың “Яҙмыштарҙа тарих яҙылған” яҙмаһы билдәләнде. Ысынлап та, Мәсетле районы Әбдрәхим ауылының Әй урамында үҫкән балалар бөгөн ил һәм республика кимәлендә танылыу яулаған билдәле шәхестәр. Уны тиҫтәләгән һәм йөҙләгән ошондай ырыҫлы урамдарҙың көҙгөһө тип атарға мөмкин. Бәйге шарты буйынса, “Шоңҡар”ҙар яҙыусы-шағирҙар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре менән бергә еңеүсе урамды ҡотларға килергә тейеш ине. Һәм үҙе ямғырлы, үҙе ҡояшлы 23 май көнө “Шоңҡар” һәм ҡәҙерле ҡунаҡтар Әбдрәхим ауылында булып, халыҡ менән шығырым тулы мәҙәниәт йортонда тамаша ҡылды. Журналдың баш мөхәррире, билдәле прозаик Мөнир Ҡунафин алып барған йөкмәткеле кисәлә күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипованы, талантлы шағир Салауат Әбүзәрҙе, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, ғалимә, әлеге конкурстың бағымсыһы Гөлнур Ҡолһаринаны әдрәхимдәр алҡышлап ҡаршы алды. Һуңғы йылдарҙа иң уҡымлы “Бөйрәкәй” китабы авторы, башҡорт прозаһы ҡаймағы (осрашыуға килгән халыҡ шулай нарыҡланы) Таңсулпан апай күңел экологияһы хаҡында һүҙ алып барһа, шиғриәттең “аҫыл ташы” (шулай тип атанылар) Салауат шиғырҙары менән көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Гөлнур иһә ”Шоңҡар” менән бергә атҡарған проекттар (бер нисә йыл эсендә ул журнал редколлегияһы ағзаһы, башҡорт матбуғаты патриоты булараҡ дүрт-биш бәйгене күтәрешергә ярҙам итте) хаҡында һөйләп, бөгөнгө йәмғиәттәге киҫкен һорауҙарға ла туҡталып китте. Баш мөхәрриребеҙ матбуғат, тел, киләсәк, илһөйәрлек мәсьәләләре буйынса аңлатыу эше менән сығыш яһаны. Мәсетлелә йәшәп ижад итеүсе шағирә Гөлсирә Шафиҡова, прозаик Тәскирә Даяновалар, аңлы кеше һәр саҡ рухи аҙыҡҡа мохтаж, был йәһәттән башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте, республика гәзит-журналдары ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, тип һөйләне. Ә инде виртуоз ҡумыҙсы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты яҡташтары

һағынып көткәйне. Уның һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Күренекле йырсы, пародист, республика, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Илсур Тайсинды сәхнәнән төшөрмәй бер булдылар. Проект еңеүсеһе Сажиҙә Фәйзрахманова: “Журналда баҫылған мәҡәлә ауылдаштарымды бар республикаға ғына танытып ҡалманы, берләштереп тә ебәрҙе. Үткән йылдың мәҡәлә сыҡҡан октябре минең өсөн рәхмәт алыу айы булды. Ә бөгөнгө кисә әдрәхимдәргә төшкә лә инмәгән бер мөғжизә булып иҫтә ҡаласаҡ”, – тине. Ә төп бүләк – музыкаль үҙәкте мәктәпкә тапшырырға ниәт иткәнебеҙҙе белдергәс, уҡыусы балалар “Ура” ҡысҡырып дәррәү аяғүрә баҫты. Баҡһаң, бик ваҡытлы килеп еткән был бүләк тә, элеккеһе бик иҫкергән икән. Ә йырға маһир, бейеүгә оҫта балалар бик күп, хәҙер бына уларҙың һәләте тағы ла асыла төшөр. Шундай рухлы, йәнле тамашаға яуап итеп әбдрәхимдәр берҙәм "Шоңҡар"ға яҙылырға вәғәҙә бирҙе.