Конкурс
“Шоңҡар оҫтаханаһы” конкурсы

Иғтибар! “Шоңҡар оҫтаханаһы” конкурсы быйыл да дауам итә!
Ниндәй эште оҫта башҡараһың? Шәл бәйләйһеңме, беләҙектәр эшләйһеңме, ағастан, тимерҙән матур әйберҙәр яһайһыңмы әллә тәмле итеп бешеренәһеңме? Беҙ белмәгән ниндәй шөғөлдәрең бар? Шуларҙы өйрәт әле!
Ҡыҫҡаһы, хәҙерге заман теле менән әйткәндә мастер-кластар конкурсы иғлан итәбеҙ!

Бының шарттары ябай ғына:

а) яратып башҡарған эшеңде беҙгә лә өйрәтеп видеоға төшөрәһең;

б) “Шоңҡар” төркөмөнә https://vk.com/shonkarrb һалаһың;

Бында машина, фатир ремонтларға, шиғыр яҙырға, гитарала уйнарға, матур итеп прическа эшләргә, макияж һалырға өйрәтергә лә мөмкин хатта

. Йәштә бер ниндәй ҙә сикләү юҡ. Балалар ҙа ҡатнаша ала. Кем нимәгә маһир – шуны өйрәтә. Әммә видеоның сифатына иғтибар итһәгеҙ ине. Башланыҡмы?

Еңеүсе йыл аҙағында билдәләнәсәк. Приз – биш мең һум аҡса. Былтыр был бүләк Гөлназ Мәүлехановаға эләккәйне.

Әйҙәгеҙ, ҡатнашығыҙ!

Тәүге ун видео авторының фотоһы һәм эштәре "Шоңҡар" журналы биттәрендә баҫылыр.