Яңылыҡтар
“Шоңҡар” журналының 5-се һанында уҡығыҙ:

“Һуғыш кешене хайуанға әйләндерә. Атаһың, һиңә аталар, һин үлтерәһең, шуның менән бергә үҙеңдә лә изге бер орлоҡто юҡ итәһең. Кешелек сифаттарыңды һаҡларға ынтылаһың. Мин һуғыш туҡтаған мәлдә күңелем менән һөйләшә торғайным. Мәрхүм ата-әсәйем менән һөйләшәм, Мөғәллим ағайым менән бесән сабам, йылҡы өйөрө менән бергә Ҡырҡты тауҙарына менәм... Һағындыра ине шул тиклем”.

 

 

Инде мәрхүм ветеран, Ҡыҙыл йондоҙ, II һәм III дәрәжәле Дан ордендары кавалеры Ғәйфулла Ғәбиҙулла улы Ғәбитовтың журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға һуғыш хаҡында тағы ла ниндәй уйҙары менән уртаҡлашыуын авторҙың уның менән әңгәмәһенән уҡып белә алаһығыҙ.

“Һәр ике аҙна һайын донъяла бер тел юҡҡа сыға. Быуат аҙағына аҙ һанлы бихисап халыҡтар туған телен бөтөнләй юғалтыуы ихтимал. Был турала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тикшеренеүҙәре һөйләй. Әлбиттә, үҙ милләтенең киләсәге тураһында уйланғандарҙы бындай мәғлүмәттәр һис шикһеҙ хәүефләндерергә тейеш кеүек. Эйе, мине лә бик хәүефләндерҙе. Был турала аҡылы булған һәр кем белә: тел бөтә икән, тимәк, милләт тә бөтә. Ә беҙҙең башҡортто артабан ниндәй яҙмыш көтә һуң?”

“Башҡортлоҡтан мәхрүм ителмәгеҙ… Тарих сүплегендә ҡалырға хаҡыбыҙ юҡ” тип исемләнгән мәҡәлә күптәрҙе уйға һалыр.

 

 

“Мистика беҙҙең башыбыҙҙа. Нимә аңлайышһыҙ – мистикаға һылтайбыҙ, легенда-риүәйәттәргә бәйләйбеҙ. Ғилми яҡтан барыһына ла аңлатма бар. Мәҫәлән, Ишембай районында Һыҙатланып бөткән таш таптыҡ. Таш һыуҙа ятҡан. Тауҙар, йылғалар төшөрөлгән кеүек. Кешеләр, карталыр был, тип юраны. Мистика!.. Ә геологтар әйтеүенсә, бында эзбиз ятҡылығы булған. Таш сатнаған, ярыҡтарына һыу тулған һәм кальцит кристалдары менән ҡапланған. Яңынан һыуға төшкәс, иң тәүҙә кальцит йыуыла һәм унда һырҙар барлыҡҡа килә. Был ғәҙәти процесс. Ә боронғо кеше уны табып ала ла, быныһы – тауға, быныһы йылғаға оҡшаған тип, тәрәнәйтеңкерәп уйып ҡуя, тағы берәй нәмә өҫтәргә мөмкин. Бына ошо ҡасандыр кеше ҡулы тейгән нәмәләр беҙгә мистика булып күренә…”

Самауырҙы был юлы “Мистик Башҡортостан” тапшырыуы алып барыусыһы Гүзәл Хәмитова менән йыҡтыҡ.

 

 

Замана башҡорт эшҡыуарҙары нисек йәшәй, нисек фекер йөрөтә? Ҙур ҡалаларҙа үҙ бизнестарын ни рәүешле ҡорғандар? Сибайҙа тыуып-үҫкән, республиканың иң яҡшы гимназияларының, илебеҙҙең иң алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алған, бөгөн иһә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ – ҡыйыу башҡорт егете Руслан Хәлимов менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

 

“Өфө – бизнесҡа, аҡса эшләүгә ҡоролған ҡала. Аҡса килтермәгән йүнәлеш кешене ҡыҙыҡһындырмай. Фильмдар ҙа профессиональ йәһәттән дөрөҫ төшөрөлһә, киң тамашасы өсөн тәғәйенләнһә, аҡса килтерһә, эшҡыуарҙар кинематография менән ҡыҙыҡһына башлар, яҡшы фильм төшөргән һәм уның өсөн аҡса биргән кешеләр табылыр, кинокультура барлыҡҡа килер, актерҙар ҙа, режиссерҙар ҙа эшһеҙ йөрөмәҫ ине”, – тип фекерләй сираттағы геройыбыҙ “Өфөнән һөйөү менән фильмы” аша яҡшы таныш актер Эмиль Алмас улы Әмиров.

 

Ошо һәм башҡа бик күп мауыҡтырғыс мәҡәләләр һәм әңгәмәләр менән “Шоңҡар”ҙың сираттағы һанында таныша алаһығыҙ.