Яңылыҡтар
Йәнә лә “Шоңҡар” ҙың 5-се һанында:

 

“Ирең – һинең ожмахың. Һөйөклө йәннәтем минең, тип өндәш уға һәм үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙҙе пакландырырға өйрән. Теге йәки был әйберҙе йыуып, керҙән таҙартып, ағарта беләбеҙ ҙәһә, үҙең һәм хәләл йәрең араһындағы мөнәсәбәтте лә аҡтан-аҡ, сафтан-саф итеүгә өлгәш. Бәхет, яҡтылыҡ, нур бөркөлһөн унан. Йәннәтеңде һаҡла…”

Илһамландыра, шулаймы? Иң мөһиме, буш урында барлыҡҡа килмәгән был наҙ һәм һөйөү менән һуғарылған һүҙҙәр. Авторҙың шәхси тәжрибәһенә, үҙе кисергәндәргә нигеҙләнеп йөрәген һыҙып сыҡҡан, дини ғилем, күңел һәм аң бизмәндәрендә үлсәнгән.

Ихласлыҡтың, нәзәкәтлелектең үҙе, йәшәйештәге бөтә өлкәлә лә тәртип яратҡан һоҡланғыс зат, күңел имсеһе, йәғни психолог, димсе, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн генә тәғәйенләнгән “Аиша” журналының баш мөхәррире ГӨЛБИКӘ ханым ХӘЙРЕЛВАРИНАның ҡәлебендә яралған улар.

Ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше ниҙә? Нисек ҡатын-ҡыҙ булмышына тоғро ҡалырға, хәләл йәреңде нисек үҙеңде ихтирам итергә, ҡәҙерләргә өйрәтергә? Гөлбикә ханым менән әңгәмәлә ошо һорауҙарға ниндәйҙер кимәлдә яуап таба алырһығыҙ.

***

“Бала тәрбиәләүҙән дә ауыры юҡ. Кемдер был эште тамағын туйҙырып, өҫ-башын бөтөн тотоуҙа ғына күрә. Иптәштәре алдында мәхрүм итмәй байрам һайын ҡиммәтле бүләк биреп тороуҙы, йәй һайын диңгеҙгә йөрөтөүҙе генә тәрбиәгә һанаусылар ҙа бар. Шулай уҡ сабыйҙы төрлө түңәрәктәргә биреү менәнме, кис өйҙә саҡта бөтөнләй иғтибар итмәгәндәр ҙә аҙ түгел. Әлбиттә, балаға артыҡ иғтибар кәрәкмәй ҙә һымаҡ. Ни бары, мөрәжәғәт иткән сағында, һорау биргәнендә яуапһыҙ ҡалмаһаң да хуп”.

Шулай ҙа баланы нисек дөрөҫ тәрбиәләргә? Әсәйҙәр мәктәбе рубрикаһында был юлы Гөлсинә Йосопованың “Баланы нисек боҙабыҙ?” тип исмеләнгән мәҡәләһе донъя күрҙе.

***

“Әле ҡырҡтан ашыу күгәрсене бар. Ҡайһылары йомортҡа баҫып ултыра. Инә ҡош менән ата ҡош йомортҡаны алмашлап баҫа икән. Береһе көндөҙ ултырһа, икенсеһе — төнөн. Әгәр баҫып ултырған

ҡоштоң береһе үлһә, уны бөтөнләй ят икенсе ҡош алмаштыра. Бына бит ниндәй бала йәнлеләр!”

Магнитогорск ҡалаһынан Өмөтбайға күсеп килгән Виктор, Филоненкоике ҡатлы ҡош ояһы төҙөп, күгәрсендәр үрсетә башлаған икән. “Homo sapiens дуҫтары” был юлы күгәрсендәр хаҡында бәйән итә.

***

“Боронғо замандарҙа һабантуйҙағы ике батырҙың көрәшен аҡ, саф, изге көстәрҙең яуыз ҡара көстәргә ҡаршы көрәше тип аңлағандар. «Урал батыр» эпосында Урал Ҡатил батша иленә барып сыҡҡас, был илдә үгеҙ менән көрәшеп, уны еңә һәм бөтә ҡара, яуыз көстәрҙе юҡ итә. Батырҙарҙың үгеҙ менән көрәше тураһында башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә телгә алына. Бындай көрәш, һынау булараҡ, батыр егет кәләш алғанда үткәрелгән. Үгеҙ менән көрәш, ғөмүмән, төрки халыҡтарҙың бик борондан килгән йолаһы булған. Был турала ғалимдар күптән инде әллә күпме хеҙмәттәр яҙып сыҡты. Әлеге үгеҙ менән көрәш йолаһында үгеҙ ҡышты һынландырған, сөнки ул, боронғо ата-бабаларыбыҙҙың мифологик ҡараштары буйынса, ҡыштың, теге донъяның символы булған” – тип яҙа Зәкирйән Әминев.

Башҡорт һабантуйы, уның килеп сығышы, үҙенсәлектәре хаҡында тулыраҡ журналдың 5-се һанында уҡый алаһығыҙ.